Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәне йыйылышта данлағыҙ

Йәһүәне йыйылышта данлағыҙ

«Йыйылышта һине маҡтармын» (ЗӘБ. 22:22).

59-СЫ ЙЫР Йәһте маҡтағыҙ!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Дауыт Йәһүәгә ҡарата ниндәй хистәр кисергән, һәм был уны нимәгә дәртләндергән?

ДАУЫТ БАТША былай тип яҙған: «Йәһүә бөйөк, ул иң оло маҡтауға лайыҡ» (Зәб. 145:3). Ул Йәһүәне яратҡан, һәм был уны Алланы «йыйылышта» маҡтарға дәртләндергән (Зәб. 22:22; 40:5). Һис шикһеҙ, һеҙ ҙә Йәһүәне яратаһығыҙ һәм Дауыттың бындай һүҙҙәре менән ризаһығыҙ: «Бабабыҙ Израилдең Аллаһы Йәһүә, һиңә мәңге-мәңге маҡтау булһын!» (1 Йыл. 29:10—13).

2. а) Йәһүәне нисек данлап була? б) Ҡайһы берәүҙәр ниндәй ауырлыҡ менән осраша, һәм беҙ нимә ҡарап сығырбыҙ?

2 Беҙ Йәһүәне нисек данлай алабыҙ? Мәҫәлән, йыйылыш осрашыуҙарында фекер алышыуҙа ҡатнашырға була. Әммә ҡайһы бер ҡәрҙәштәр өсөн был үҙе бер һынау булып тора. Улар йыйылыш осрашыуҙарында ҡатнашырға теләй, ләкин ҡурҡыу уларға ҡамасаулай. Ундай ҡурҡыуҙы нисек еңергә? Ниндәй ғәмәли кәңәштәр беҙҙең барыбыҙға ла рухландырғыс яуаптар бирергә ярҙам итер? Был һорауҙарға яуап табыр өсөн, әйҙәгеҙ, тәүҙә осрашыуҙарҙа ҡатнашыуыбыҙға дүрт сәбәп ҡарап сығайыҡ.

НИ ӨСӨН БЕҘ ФЕКЕР АЛЫШЫУҘА ҠАТНАШАБЫҘ?

3—5. а) Еврейҙарға 13:15-тә аңлатылғанса, ни өсөн беҙ осрашыуҙарҙа ҡатнашабыҙ? б) Беҙ бөтәбеҙ ҙә фекер алышыуҙа бер үк кимәлдә ҡатнашырға тейешме? Аңлатығыҙ.

3 Йәһүә беҙҙең барыбыҙға ла үҙен данларға мөмкинлек биреп хөрмәт күрһәткән (Зәб. 119:108). Осрашыуҙарҙа биргән яуаптарыбыҙ — «данлау ҡорбаны[быҙҙың]» өлөшө, һәм бер кем дә уны беҙҙең урынға килтерә алмай. (Еврейҙарға 13:15-те уҡығыҙ.) Йәһүә бөтә хеҙмәтселәренән дә бер үк «данлау ҡорбаны» талап итәме? Һис тә юҡ!

4 Йәһүә һәләттәребеҙ һәм шарттарыбыҙ төрлө икәнен белә һәм ҡорбандарыбыҙҙы бик ҡәҙерләй. Боронғо ваҡытта израилдәрҙең ниндәй ҡорбандар килтергәнен иҫкә төшөрәйек. Ҡайһы бер израилдәр ҡорбан итеп һарыҡ йә кәзә килтерә алған. Әммә ярлы израилдәр «ике урман күгәрсене йә ике күгәрсен балаһы» ғына килтерә алған. Ә ҡорбанға ике ҡош килтерә алмаған израилдәрҙән Йәһүә «ефаның ундан бер өлөшө күләмендә яҡшы он» ҡабул иткән (Лев. 5:7, 11). Он әллә ни ҡыйбат булмаһа ла, Йәһүә ундай ҡорбанды барыбер ҡәҙерләгән, тик был он юғары сифатлы булырға тейеш булған.

5 Игелекле Аллабыҙ үҙгәрмәгән. Ул беҙҙән Аполлос кеүек «телгә оҫта» булыуыбыҙҙы һәм Павел кеүек ышандырырлыҡ итеп һөйләүебеҙҙе көтмәй (Ғәм. 18:24; 19:8). Йәһүә беҙҙән иң яҡшыһын көтә, әммә хәлебеҙҙән килмәгәнде талап итмәй. Иғәнә итеп ике тәңкә һалған тол ҡатынды иҫкә төшөрөгөҙ. Йәһүә уны бик ҡәҙерләгән, сөнки ул үҙендә булғандың иң яҡшыһын биргән (Лука 21:1—4).

Фекер алышыуҙа ҡатнашыу беҙҙең үҙебеҙгә лә, ҡәрҙәштәргә лә файҙа килтерә (6, 7-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

6. а) Еврейҙарға 10:24, 25 буйынса, башҡаларҙың комментарийҙары беҙгә нисек тәьҫир итергә мөмкин? б) Ҡәрҙәштәргә комментарийҙары өсөн нисек рәхмәт белдереп була?

6 Фекер алышыуҙа ҡатнашып, беҙ бер-беребеҙҙе рухландырабыҙ. (Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡығыҙ.) Беҙҙең барыбыҙға ла йыйылышта төрлө комментарийҙар тыңларға оҡшай. Балаларҙың ябай һәм ихлас һүҙҙәрен ишетеү — үҙе бер һөйөнөс, ә күптән түгел генә хәҡиҡәт менән танышҡандарҙың хисле яуаптары күңелгә үтеп инә. Беҙ шулай уҡ, оялсан булыуға йә телде насар белеүгә ҡарамаҫтан, бөтә ҡыйыулығын йыйып яуап биргән ҡәрҙәштәр менән һоҡланабыҙ (1 Фес. 2:2). Уларҙың тырышлыҡтарын ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтергә? Осрашыуҙан һуң уларҙы рухландырғыс комментарийҙары өсөн маҡтарға була. Рәхмәт белдерер өсөн тағы бер ысул — үҙебеҙгә лә яуап биреү. Шул саҡта беҙ генә түгел, ә башҡалар ҙа рухланып китер (Рим. 1:11, 12).

7. Фекер алышыуҙа ҡатнашыу үҙебеҙгә ниндәй файҙа килтерә?

7 Фекер алышыуҙа ҡатнашыу үҙебеҙ өсөн файҙалы (Ишағ. 48:17). Ни өсөн? Беренсенән, осрашыуҙа ҡатнашырға маҡсат ҡуйһаҡ, яҡшыраҡ әҙерләнербеҙ. Яҡшы әҙерләнеү беҙгә Алла Һүҙен тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Ә тәрән аңлау беҙҙе белгәндәребеҙҙе ҡулланырға дәртләндерә. Икенсенән, фекер алышыуҙа ҡатнашһаҡ, беҙгә осрашыуҙа ҡыҙығыраҡ булыр. Өсөнсөнән, комментарий биреү тырышлыҡ талап иткәнгә, әйткән фекерҙәребеҙ хәтеребеҙҙә оҙаҡҡа уйылып ҡаласаҡ.

8, 9. а) Малахи 3:16-нан күренеүенсә, осрашыуҙарҙа ҡатнашыуыбыҙ Йәһүәгә нисек тәьҫир итә? б) Ни өсөн ҡайһы бер мәсихселәр фекер алышыуҙа ҡатнашмай?

8 Иманыбыҙҙы белдереп, беҙ Йәһүәне ҡыуандырабыҙ. Йәһүәнең яуаптарыбыҙҙы тыңлағанына һәм уларҙы бирер өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡәҙерләгәненә һис тә шикләнмәҫкә була. (Малахи 3:16-ны уҡығыҙ *.) Тырышлыҡтарыбыҙҙы күреп, Йәһүә бик ҡыуана һәм беҙгә фатихалар яуҙыра (Мал. 3:10).

9 Шулай итеп, осрашыуҙарҙа ҡатнашыр өсөн күп сәбәптәр бар. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр ҡул күтәрергә ҡурҡа. Ундай хис һеҙгә лә таныш булһа, бойоҡмағыҙ. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманан ҡайһы бер принциптар, миҫалдар һәм ғәмәли кәңәштәрҙе ҡарап сығайыҡ. Улар беҙҙең барыбыҙға ла осрашыуҙарҙа йышыраҡ ҡатнашырға ярҙам итә ала.

ҠУРҠЫУҘЫ НИСЕК ЕҢЕРГӘ?

10. а) Күптәр нимәнән ҡурҡа? б) Осрашыуҙа яуап бирергә ҡурҡһағыҙ, был нимәне аңлатырға мөмкин?

10 Осрашыуҙа ҡул күтәреү тураһында уйлауҙан ғына ла йөрәгегеҙ йыш-йыш тибә башлаһа, шуны белегеҙ: башҡалар ҙа һеҙҙекенә оҡшаш хистәр кисерә. Осрашыуҙа ҡатнашҡанда, күптәр тулҡынлана. Ҡурҡыуҙы еңер өсөн, уның сәбәбен аңларға кәрәк. Бәлки, һеҙ, фекеремде онотоп ҡуйырмын йә дөрөҫ яуап бирмәҫмен, тип ҡурҡаһығыҙҙыр. Йәки, башҡалар кеүек яҡшы яуап бирә алмаҫмын, тип борсолаһығыҙҙыр. Ысынында, шундай ҡурҡыуҙарҙың яҡшы яғы ла бар: тимәк, һеҙ баҫалҡыһығыҙ һәм башҡаларҙы өҫтөн күрәһегеҙ. Баҫалҡылыҡ Йәһүәгә бик оҡшай (Зәб. 138:6; Флп. 2:3). Шул уҡ ваҡытта Йәһүә осрашыуҙарҙа уға дан килтереүегеҙҙе һәм ҡәрҙәштәрҙе дәртләндереүегеҙҙе теләй (1 Фес. 5:11). Ул һеҙҙе ярата һәм һеҙгә ҡыйыулыҡ бирәсәк.

11. Изге Яҙманан ниндәй фекерҙәр ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам итә ала?

11 Изге Яҙманан бер нисә фекер ҡарап сығайыҡ. Унда әйтелгәнсә, ҡайһы саҡта беҙ бөтәбеҙ ҙә нимә һәм нисек әйтеүебеҙҙә хаталанабыҙ (Яҡ. 3:2). Йәһүә лә, ҡәрҙәштәр ҙә беҙҙән камиллыҡ көтмәй (Зәб. 103:12—14). Ҡәрҙәштәр — рухи ғаиләбеҙ, улар беҙҙе ярата (Марк 10:29, 30; Яхъя 13:35). Улар беҙҙең ҡайһы саҡта яңылыш яуап әйтә алыуыбыҙҙы аңлай.

12, 13. Ниҡәмиҙең һәм Юныстың миҫалдарынан нимәгә өйрәнеп була?

12 Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Изге Яҙманан ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам итә алған миҫалдар тураһында уйланып алайыҡ. Ниҡәми ҡеүәтле батшаның һарайында хеҙмәт иткән. Ул Иерусалимдың стеналары һәм ҡапҡалары емерек хәлдә ятҡанын ишетеп бик бойоҡҡан (Ниҡ. 1:1—4). Батша унан ни өсөн бойоғоп йөрөүе тураһында һорағас, Ниҡәмиҙең ни тиклем тулҡынланғанын күҙ алдына килтерегеҙ! Ул тиҙ генә доға ҡылған да батшаға яуап биргән. Һөҙөмтәлә батша Алла халҡына ҙур ярҙам күрһәткән (Ниҡ. 2:1—8). Шулай уҡ Юнысты иҫкә төшөрәйек. Йәһүә уға Ниневияға барырға ҡушҡас, ул шул тиклем ҡурҡҡан, хатта ҡапма-ҡаршы яҡҡа ҡасып киткән (Юныс 1:1—3). Әммә Йәһүәнең ярҙамы менән Юныс йөкләмәһен үтәй алған. Уның һүҙҙәре Ниневия халҡына ҙур файҙа килтергән (Юныс 3:5—10). Ниҡәмиҙең миҫалы яуап биреү алдынан доға ҡылыуҙың мөһимлеген күрһәтә. Ә Юныстың осрағы шуға өйрәтә: ни тиклем ныҡ ҡурҡыуыбыҙға ҡарамаҫтан, Йәһүә беҙгә хеҙмәтебеҙҙе дауам итергә ярҙам итә ала. Ҡәрҙәштәребеҙ Ниневия халҡы кеүек ҡурҡыныс түгел дә баһа?!

13 Ниндәй ғәмәли кәңәштәр беҙгә рухландырғыс яуаптар бирергә ярҙам итә ала? Әйҙәгеҙ, уларҙың бер нисәһен ҡарап сығайыҡ.

14. Ни өсөн осрашыуҙарға яҡшы итеп әҙерләнеү мөһим, һәм быны ҡасан эшләп була?

14 Һәр осрашыуға әҙерләнегеҙ. Алдан яҡшы итеп әҙерләнеү ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам итер (Ғиб. һүҙ. 21:5). Әлбиттә, һәр беребеҙ осрашыуҙарға төрлө ваҡытта әҙерләнә. Мәҫәлән, 80-дән уҙған Элоиз исемле тол апай-ҡәрҙәш өйрәнеү мәҡәләһенә аҙна башында әҙерләнә башлай. Ул былай ти: «Алдан әҙерләнһәм, осрашыуҙар миңә күберәк шатлыҡ килтерә». Ә тулы көн эшләгән Джой мәҡәләгә шәмбе көнө әҙерләнә. «Бер көн алдан әҙерләнһәм, уҡығаным онотолоп өлгөрмәй», — ти ул. Өлкән һәм пионер булып хеҙмәт иткән һәм йыйылышта күп эштәр башҡарған Айк былай тип бүлешә: «Минең өсөн материалды тотош түгел, ә аҙна дауамында әҙ-әҙләп өйрәнеү яҡшыраҡ».

15. Осрашыуға яҡшы итеп әҙерләнеү үҙ эсенә нимәне ала?

15 Осрашыуға яҡшы итеп әҙерләнеү үҙ эсенә нимәне ала? Һәр шундай өйрәнеү алдынан Йәһүәнән изге рух һорағыҙ (Лука 11:13; 1 Яхъя 5:14). Шунан материалға байҡау яһар өсөн бер нисә минут бүлегеҙ: мәҡәләнең исеме, өҫтәмә исемдәр, рәсемдәр һәм рамкалар тураһында уйланып алығыҙ. Абзацтарҙы бер-бер артлы өйрәнгәндә, мөмкин тиклем күберәк Изге Яҙма шиғырҙарын асып уҡырға тырышығыҙ. Уҡығандарығыҙ хаҡында уйланығыҙ һәм үҙегеҙ осрашыуҙа әйтергә теләгән фекерҙәргә айырым иғтибар бирегеҙ. Ни тиклем яҡшыраҡ әҙерләнһәгеҙ, шул тиклем күберәк файҙа алырһығыҙ, шулай уҡ яуап биреүе лә еңелерәк булыр (2 Кор. 9:6).

16. Беҙҙең ниндәй электрон ҡоралдарыбыҙ бар, һәм һеҙ уларҙы нисек ҡулланаһығыҙ?

16 Мөмкин булһа, үҙегеҙ белгән телдә сығарылған электрон ҡоралдарҙы ҡулланығыҙ. Йәһүә, беҙгә осрашыуҙарға әҙерләнергә ярҙам итер өсөн, үҙенең ойошмаһы аша электрон ҡоралдар бирә. Мәҫәлән, JW Library® ҡушымтаһы ярҙамында өйрәнеү өсөн материалды электрон яйланмабыҙға күсереп алып була. Ә был беҙгә кәрәкле материалды теләһә ниндәй ваҡытта һәм теләһә ниндәй ерҙә өйрәнергә йә, кәм тигәндә, уҡырға йә тыңларға мөмкинлек бирә. Ҡайһы берәүҙәр, был ҡушымтаны ҡулланып, осрашыуға юлда, шулай уҡ эштә йә мәктәптә төшкө аш ваҡытында әҙерләнә. Ә «Күҙәтеү манараһы»ның электрон (урыҫ) һәм онлайн китапханалары ярҙамында өҫтәмә тикшереүҙәр үткәреүе бик еңел.

Һеҙ ҡасан йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнәһегеҙ? (14—16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

17. а) Ни өсөн бер нисә комментарий әҙерләү яҡшыраҡ булыр ине? б) «Йәһүәнең дуҫы бул. Яуабыңды әҙерлә» тигән видеояҙманан һеҙ нимәгә өйрәндегеҙ?

17 Мөмкин булһа, бер нисә яуап әҙерләгеҙ. Ни өсөн? Сөнки ҡул күтәрһәгеҙ ҙә, һеҙҙән һорамауҙары ихтимал. Бәлки, һеҙ ҡул күтәргән ваҡытта башҡалар ҙа күтәрер, һәм осрашыуҙы үткәргән ағай-ҡәрҙәш уларҙан һорарға мөмкин. Осрашыуҙы ваҡытында тамамларға кәрәк булғанға, ағай-ҡәрҙәш ҡайһы саҡта теләгәндәрҙең һәр береһен һорап өлгөрмәй. Шунлыҡтан, ағай-ҡәрҙәш осрашыуҙың башында һеҙҙән һорамаһа, үпкәләмәгеҙ һәм бойоҡмағыҙ. Бер нисә яуап әҙерләһәгеҙ, һеҙҙең фекер алышыуҙа ҡатнашырға күберәк мөмкинлегегеҙ булыр. Ниндәй комментарий әҙерләп була? Мәҫәлән, Изге Яҙманан берәй шиғыр уҡырға йә үҙ һүҙҙәрегеҙ менән яуап бирергә була *.

18. Ни өсөн ҡыҫҡа яуап биреү мөһим?

18 Ҡыҫҡа яуап бирегеҙ. Йыш ҡына ҡыҫҡа һәм ябай комментарийҙар рухландырғыс була. Шуға күрә ҡыҫҡа яуап бирергә маҡсат ҡуйығыҙ. Яуаптарығыҙ яҡынса 30 секундтан артмаһа, яҡшы булыр ине (Ғиб. һүҙ. 10:19; 15:23). Осрашыуҙарҙа инде күп йылдар ҡатнашһағыҙ, ҡыҫҡа яуаптар биреп, башҡаларға яҡшы үрнәк күрһәтерһегеҙ. Бер нисә минут дауам иткән ҡатмарлы яуаптар бирһәгеҙ, башҡалар, мин бер ҡасан да ундай комментарийҙар бирә алмаҫмын, тип уйларға мөмкин. Бынан тыш, яуаптар ҡыҫҡа булһа, күберәк кеше ҡатнаша алыр. Беренсе булып комментарий бирһәгеҙ, һорауға тура һәм ябай яуап бирергә тырышығыҙ. Абзацта яҙылған бөтә фекерҙәрҙе һөйләп бирергә кәрәкмәй. Абзацтың төп фекере әйтелгәндән һуң, өҫтәмә фекерҙәргә иғтибар итеп була. (« Ниндәй комментарий биреп була?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

19. Осрашыуҙы үткәргән ағай-ҡәрҙәш һеҙгә нисек ярҙам итә ала, әммә бының өсөн һеҙ нимә эшләргә тейеш?

19 Осрашыуҙы үткәреүсегә ниндәй һорауға яуап бирергә теләүегеҙҙе әйтеп ҡуйығыҙ. Быны осрашыу алдынан эшләү яҡшыраҡ булыр. Һеҙ һайлаған һорау яңғыраһа, ҡулығыҙҙы шунда уҡ өҫкәрәк күтәрегеҙ, шул саҡта үткәреүсе һеҙҙе күрә алыр.

20. Ниндәй мәғәнәлә йыйылыш осрашыуы дуҫтар менән ашап алыуға оҡшаш?

20 Йыйылыш осрашыуын дуҫтар менән ашап алыу менән сағыштырып була. Күҙ алдына килтерегеҙ: йыйылыштағы дуҫтарығыҙ һеҙҙе пикникка саҡыра һәм һеҙҙән ябай ашамлыҡ әҙерләп килтереүегеҙҙе һорай. Һеҙ быға нисек ҡарарһығыҙ? Һеҙ, бәлки, бер аҙ борсолорһоғоҙ, шулай ҙа, моғайын, барыһына ла оҡшаған ашамлыҡ әҙерләргә тырышырһығыҙ. Йәһүә, киң күңелле Хужа кеүек, йыйылыш осрашыуҙарында мул табын әҙерләй (Зәб. 23:5; Матф. 24:45). Һәм беҙ үҙебеҙҙә булғандың иң яҡшыһын бирергә тырышып ябай бүләк килтергәндә, ул бик шатлана. Шуға күрә осрашыуға яҡшы итеп әҙерләнегеҙ һәм мөмкин тиклем йышыраҡ ҡатнашығыҙ. Шул саҡта Йәһүәнең табынынан үҙегеҙ генә туҡланып ҡалмаҫһығыҙ, ә фекер алышыуға өлөш индереп ҡәрҙәштәрҙе рухландырырһығыҙ.

2-СЕ ЙЫР Һинең исемең Йәһүә

^ 5 абз. Мәҙхиә йырлаусы Дауыт кеүек, беҙ бөтәбеҙ ҙә Йәһүәне яратабыҙ һәм уны данларға теләйбеҙ. Йыйылыш осрашыуҙарында Аллаға яратыуыбыҙҙы белдерер өсөн яҡшы мөмкинлек асыла. Әммә ҡайһы бер мәсихселәргә йыйылышта фекер алышыуҙа ҡатнашыу бик ауыр. Һеҙ ҙә шундай ауырлыҡ менән осрашһағыҙ, был мәҡәлә һеҙгә нимәнән ҡурҡҡанығыҙҙы аңларға һәм ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам итер.

^ 8 абз. Малахи 3:16: «Ул саҡта Йәһүәнән ҡурҡыусылар бер-береһе менән — һәр береһе үҙ яҡыны менән һөйләште, ә Йәһүә иғтибар итте һәм тыңлап торҙо. Уның алдында Йәһүәнән ҡурҡҡан һәм уның исеме тураһында уйланған кешеләр хаҡында хәтер китабы яҙыла ине».

^ 17 абз. Беҙҙең jw.org сайтыбыҙҙан «Йәһүәнең дуҫы бул. Яуабыңды әҙерлә» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ. (ИЗГЕ ЯҘМАНЫҢ ТӘҒЛИМӘТТӘРЕ > БАЛАЛАР тигән һылтанманы асығыҙ.)

^ 64 абз. РӘСЕМДӘ: ҡәрҙәштәр шатланып фекер алышыуҙа ҡатнаша.

^ 66 абз. РӘСЕМДӘ: фекер алышыуҙа ҡатнашҡан ҡәрҙәштәрҙең ҡайһы берҙәре. Шарттары төрлө булһа ла, улар осрашыуға әҙерләнер өсөн ваҡыт бүлә.