Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Барығыҙ һәм шәкерттәр әҙерләгеҙ

Барығыҙ һәм шәкерттәр әҙерләгеҙ

2020 ЙЫЛДЫҢ ЙЫЛЛЫҠ АЯТЫ: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы... һыуға сумдырығыҙ» (МАТФ. 28:19).

79-СЫ ЙЫР Уларҙы ныҡ булып ҡалырға өйрәтегеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Фәрештә Ғайсаның ҡәбер мәмерйәһе янына килгән ҡатындарға нимә әйткән, һәм Ғайса уларға нимә эшләргә ҡушҡан?

БЕҘҘЕҢ эраның 33 йылында 16 нисан көнөнөң таңында Алланы тәрән ихтирам иткән бер нисә ҡатын ауыр хистәр менән ҡәбер мәмерйәһе янына килә. Унда ике көн элек Ғайса Мәсихтең тәне һалынған булған. Улар Ғайсаның кәүҙәһенә хуш еҫле үләндәр һәм майҙар һөртөргә тип килгән. Әммә ҡәбер мәмерйәһенең буш булғанын күреп, улар бик ғәжәпләнә! Бер фәрештә уларға Ғайсаның терелтелгәне тураһында әйтә һәм былай тип өҫтәй: «Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Һеҙ Уны шунда күрерһегеҙ» (Матф. 28:1—7; Лука 23:56; 24:10).

2 Ҡәбер мәмерйәһе янынан киткәс, ҡатындар Ғайсаны осрата. Ул уларға былай ти: «Барығыҙ, туғандарыма [«ҡәрҙәштәремә», ЯДТ] әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер» (Матф. 28:10). Терелтелгәс, Ғайса беренсе сиратта шәкерттәре менән осрашыу ойоштора, ул уларға бик мөһим күрһәтмә бирергә теләй.

ҒАЙСАНЫҢ ӘМЕРЕ КЕМГӘ БИРЕЛГӘН?

Терелтелгәндән һуң, Ғайса Галилеяла илселәр һәм башҡа шәкерттәр менән осраша. Шунда ул уларға шәкерттәр әҙерләргә ҡуша. (3, 4-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

3, 4. Ни өсөн, Матфей 28:19, 20-лә яҙылған әмер илселәргә генә бирелмәгән, тип әйтеп була? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

3 Матфей 28:16—20-не уҡығыҙ. Үҙе ойошторған осрашыуҙа Ғайса беренсе быуатта шәкерттәре башҡарасаҡ бик мөһим эш тураһында әйткән, һәм был эш бөгөн дә башҡарыла. Ғайса былай тигән: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы... ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ».

4 Ғайса бөтә шәкерттәренең дә вәғәз эшендә ҡатнашыуын теләй. Ул үҙенең әмерен 11 тоғро илсеһенә генә бирмәгән. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Ғайса Галилея тауында был күрһәтмәне биргәндә, унда илселәр генә булғанмы? Иҫегеҙҙәлер, фәрештә ҡатындарға: «Һеҙ Уны шунда [Галилеяла] күрерһегеҙ», — тип әйткән. Тимәк, шул осрашыуҙа, күрәһең, был тоғро ҡатындар ҙа булған. Өҫтәүенә, илсе Павел яҙғанса, Ғайса «бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашына» күренгән (1 Кор. 15:6, 7). Был ваҡиға ҡайҙа булған?

5. 1 Коринфтарға 15:6, 7-лә һәм Матфей китабының 28-се бүлегендә бер үк осрашыу тураһында һүҙ барғанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

5 1 Коринфтарға 15:6, 7-ләге һүҙҙәрҙе яҙғанда, Павел, күрәһең, Галилеяла үткән һәм Матфей китабының 28-се бүлегендә тасуирланған осрашыуҙы күҙ уңында тотҡан. Ундай һығымта яһар өсөн, ниндәй сәбәптәр бар? Беренсенән, шәкерттәрҙең күбеһе Галилеянан булған. Шуға күрә Галилея тауы күп һанлы кеше менән осрашыр өсөн уңайлы урын булған (Иерусалимдағы шәхси йортҡа ҡарағанда). Икенсенән, терелтелгән Ғайса 11 илсеһе менән Иерусалимдағы бер йортта инде осрашҡан булған. Вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшен илселәренә генә тапшырырға теләгән булһа, Ғайса уларға был хаҡта Иерусалимда әйтер ине һәм илселәргә, тоғро ҡатындарға, башҡа шәкерттәргә Галилеяға барырға ҡушмаҫ ине (Лука 24:33, 36).

6. Матфей 28:20-нән Ғайсаның әмере беҙгә лә ҡағылғаны нисек күренә, һәм беҙҙең көндәрҙә шәкерттәр әҙерләү эше ниндәй масштабта алып барыла?

6 Өсөнсө мөһим сәбәпкә иғтибар итәйек. Ғайсаның шәкерттәр әҙерләүгә бәйле әмере беренсе быуаттағы мәсихселәргә генә ҡағылмай. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Был әмерҙе биргәндә, Ғайса үҙенең һүҙҙәрен былай тип тамамлаған: «Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам» (Матф. 28:20). Уның һүҙҙәре ысындан да үтәлә: бөгөн шәкерттәр әҙерләү эшендә бик күп кеше ҡатнаша. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, йыл һайын яҡынса 300 000 кеше һыуға сумдырыла һәм Мәсихтең шәкерте булып китә!

7. Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ һәм ни өсөн?

7 Изге Яҙманы өйрәнгән күп кенә кешеләр, рухи яҡтан үҫеп, һыуға сумдырыла. Әммә ҡайһы бер өйрәнеүселәр Мәсихтең шәкерте булып китергә ашыҡмай. Уларға Изге Яҙманы өйрәнеү оҡшай, әммә һыуға сумдырылыр өсөн улар бер нәмә лә эшләмәй. Берәйһе менән Изге Яҙманы өйрәнһәгеҙ, һеҙ, һис шикһеҙ, уға белгәндәрен тормошта ҡулланырға һәм Мәсихтең шәкерте булып китергә ярҙам итергә теләйһегеҙ. Был мәҡәләлә бындай һорауҙар ҡаралыр: беҙгә кешенең йөрәгенә үтеп инерлек итеп өйрәтергә нимә ярҙам итер? Өйрәнеүсегә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итер өсөн нимә эшләп була? Был теманы ҡарап сығыу мөһим, сөнки ҡайһы саҡта беҙгә кеше менән өйрәнеүҙе дауам итергәме, юҡмы икәнен ҡарар итергә тура килә.

ЙӨРӘККӘ ҮТЕП ИНЕРЛЕК ИТЕП ӨЙРӘТЕГЕҘ

8. Ни өсөн өйрәнеүсегә Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтереүе ауыр булырға мөмкин?

8 Йәһүә кешеләрҙең үҙенә яратыуҙан сығып хеҙмәт итеүен теләй. Шуға күрә маҡсатыбыҙ — кешегә Йәһүәнең уның хаҡта ҡайғыртҡанын һәм уны ни тиклем ныҡ яратҡанын аңларға ярҙам итеү. Беҙ өйрәнеүсегә Йәһүәлә «етемдәрҙең атаһын һәм тол ҡатындарҙың яҡлаусыһын» күрергә ярҙам итергә теләйбеҙ (Зәб. 68:5). Алланың яратыуын ҡәҙерләй башлаған өйрәнеүсе, моғайын, үҙе лә уны ярата башлар. Ҡайһы бер кешеләргә Йәһүәгә ҡайғыртыусан Атайға ҡараған кеүек ҡарауы ауыр, сөнки уларҙың үҙ аталары яратыу һәм йылы хистәр сағылдырмаған (2 Тим. 3:1, 3). Шунлыҡтан, өйрәнеү үткәргәндә, Йәһүәнең күркәм сифаттарына күберәк иғтибар итегеҙ. Өйрәнеүсе шуны аңлаһын: Алла уның мәңгелек тормошҡа эйә булыуын теләй һәм уға был маҡсатҡа ирешергә ярҙам итергә әҙер. Беҙ өйрәнеүсегә тағы нисек ярҙам итә алабыҙ?

9, 10. Өйрәнеүҙе ниндәй баҫмалар буйынса үткәрергә кәрәк, һәм ни өсөн тап шул китаптарҙы ҡулланыу мөһим?

9 «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» һәм «Алла һөйөүендә ҡалығыҙ» тигән китаптарҙы ҡулланығыҙ. Был баҫмаларҙың маҡсаты — өйрәнеүсегә Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам итеү. Мәҫәлән, «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китаптың 1-се бүлегендә бындай һорауҙарға яуап бирелә: Алла беҙҙең хаҡта ҡайғыртамы, әллә ул аяуһыҙ Алламы? Кешеләрҙең ғазаптарын күреп, Алла нимә хис итә? Кеше Йәһүә менән дуҫлаша аламы? Ә «Алла һөйөүендә ҡалығыҙ» тигән китап өйрәнеүсегә Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу уның тормошон нисек яҡшырта алғанын күрһәтә. Был китап уға шулай уҡ Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итә. Башҡалар менән был баҫмалар буйынса өйрәнеү үткәргән булһағыҙ ҙа, өйрәнеүсегеҙҙең ихтыяждарын иҫәпкә алып һәр өйрәнеүгә яҡшы әҙерләнегеҙ.

10 Ә әгәр кеше был китаптарҙа ҡаралмаған тема менән ҡыҙыҡһынһа, нимә эшләргә? Өйрәнеүсегә һорауына яуап биргән баҫманы үҙенә уҡырға биреп, өйрәнеүҙе юғарыла иҫкә алынған төп баҫмаларыбыҙҙың береһе буйынса дауам итергә була.

Өйрәнеүҙе доға менән башлағыҙ (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Өйрәнеүҙе доға ҡылып башлау һәм тамамлау ғәҙәтен ҡасан индерергә кәрәк, һәм доғаның мөһимлеген нисек күрһәтеп була?

11 Өйрәнеүҙе доғанан башлағыҙ. Өйрәнеүҙе доға ҡылып башлау һәм тамамлау ғәҙәтен мөмкин тиклем тиҙерәк индерергә тырышығыҙ. Быны өйрәнеү регуляр рәүештә үткәрелә башлағандан һуң беренсе аҙналар эсендә эшләһәгеҙ, яҡшы булыр ине. Кешегә Алла Һүҙенә изге рух ярҙамында ғына төшөнөп булғанын аңлатығыҙ. Ҡайһы бер вәғәзселәр, доғаның мөһимлеген күрһәтер өсөн, Яҡуб 1:5-те ҡуллана. Унда былай тиелгән: «Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын». Өйрәнеүсегә бындай һорау бирергә була: «Алланан нисек зирәклек һорап була?» Ул, моғайын, доға ҡылырға кәрәклеге менән ризалашыр.

12. Зәбур 139:2—4-тәге һүҙҙәр нисек өйрәнеүсегә доғала Йәһүә менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә ярҙам итә ала?

12 Өйрәнеүсене доға ҡылырға өйрәтегеҙ. Уны Йәһүә эскерһеҙ доғаларҙы тыңларға теләй икәненә ышандырығыҙ. Шуны ла аңлатығыҙ: шәхси доғала беҙ Йәһүәгә күңелебеҙҙе бушата алабыҙ һәм бер кемгә лә әйтмәгән серҙәребеҙҙе аса алабыҙ. Йәһүә бит былай ҙа күңел түребеҙҙәге уйҙарҙы белә. (Зәбур 139:2—4-те * уҡығыҙ.) Шулай уҡ, өйрәнеүсегә фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртергә йә насар ғәҙәттәрҙән арынырға кәрәк булһа, уны Алланан ярҙам һорарға дәртләндерегеҙ. Мәҫәлән, Изге Яҙманы инде бер ни тиклем ваҡыт өйрәнгән кеше мәжүси йолаларға бәйле булған бер байрамды ярата, ти. Өйрәнеүсе шул байрамды үткәреү дөрөҫ түгел икәнен белә, әммә ул уға барыбер бик оҡшай. Уны Йәһүәгә үҙенең хистәре тураһында һөйләргә һәм унан дөрөҫ булған нәмәләрҙе генә яратырға ярҙам итеүен һорарға дәртләндерегеҙ (Зәб. 97:10).

Өйрәнеүсене йыйылыш осрашыуҙарына саҡырығыҙ (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13. а) Ни өсөн өйрәнеүсене осрашыуға мөмкин тиклем тиҙерәк саҡырырға кәрәк? б) Өйрәнеүсе осрашыуҙа үҙен иркенерәк хис итһен өсөн, нимә эшләп була?

13 Өйрәнеүсегеҙҙе мөмкин тиклем тиҙерәк йыйылыш осрашыуына саҡырығыҙ. Кеше осрашыуҙа ишетә һәм күрә алған нәмәләр, йөрәгенә үтеп инеп, уға рухи яҡтан үҫергә ярҙам итә ала. «Батшалыҡ залына рәхим итегеҙ!» тигән видеояҙманы күрһәтегеҙ ҙә йылы итеп уны үҙегеҙ менән осрашыуға барырға саҡырығыҙ. Мөмкин булһа, уға осрашыуға үҙегеҙ менән бергә машинала барырға тәҡдим итегеҙ. Өйрәнеүгә төрлө вәғәзселәрҙе саҡырырға тырышығыҙ. Шул саҡта өйрәнеүсегеҙ йыйылыштағы ҡәрҙәштәр менән танышыр һәм осрашыуҙа үҙен иркенерәк хис итер.

ӨЙРӘНЕҮСЕГӘ РУХИ ЯҠТАН ҮҪЕРГӘ ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

14. Өйрәнеүсене рухи яҡтан үҫергә нимә дәртләндерә ала?

14 Маҡсатыбыҙ — өйрәнеүсегә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итеү (Ефес. 4:13). Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡанда, кеше, ғәҙәттә, өйрәнеүҙең үҙенә ниндәй файҙа килтерә алғаны тураһында уйлай. Әммә Йәһүәне ярата башлағас, ул, моғайын, башҡаларға, шул иҫәптән йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итә алғаны хаҡында уйлай башлар (Матф. 22:37—39). Урынлы булғанда, уға Батшалыҡ эшенә булышлыҡ итер өсөн ирекле иғәнә һалып булғаны тураһында әйтергә тартынмағыҙ.

Өйрәнеүсене ауырлыҡтарҙы хәл итергә өйрәтегеҙ (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15. Өйрәнеүсе ауырлыҡтар менән осрашҡанда, уға нисек ярҙам итеп була?

15 Өйрәнеүсене ауырлыҡтарҙы хәл итергә өйрәтегеҙ. Мәҫәлән, һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булып киткән өйрәнеүсегеҙҙе йыйылышта кемдер рәнйеткән, ти, һәм ул һеҙгә шул хаҡта һөйләй. Кемдеңдер яғына тороу урынына, ниңә уға Изге Яҙманан шундай осраҡтарға ҡағылышлы кәңәштәрҙе күрһәтмәҫкә? Ул ҡәрҙәште ғәфү итә ала, йә, тыуған хәлгә күҙ йома алмаһа, үҙен рәнйеткән ҡәрҙәш менән игелекле генә һөйләшә ала. Әлбиттә, уның маҡсаты татыулашыу булырға тейеш. (Матфей 18:15 менән сағыштырығыҙ.) Өйрәнеүсегә ундай һөйләшеүгә әҙерләнергә ярҙам итегеҙ. JW Library® ҡушымтаһы, «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмә» һәм jw.org® сайты ярҙамында берәйһенә рәнйегән саҡтарҙа ҡулланырлыҡ кәңәштәрҙе нисек табып булғанын күрһәтегеҙ. Өйрәнеүсе һыуға сумдырылыр алдынан шундай ауырлыҡтарҙы яҡшыраҡ сисергә өйрәнһә, һыуға сумдырылғандан һуң уға имандаштар менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡлауы еңелерәк булыр.

16. Башҡа вәғәзселәрҙе өйрәнеүгә саҡырыу ниндәй файҙа килтерә?

16 Өйрәнеүгә башҡа вәғәзселәрҙе һәм район күҙәтеүсеһен саҡырығыҙ. Ни өсөн был мөһим? Юғарыла әйтелгән сәбәптәрҙән тыш, башҡа вәғәзселәр өйрәнеүсегеҙгә билдәле бер өлкәләрҙә һеҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ ярҙам итә ала. Мәҫәлән, өйрәнеүсегеҙ бер нисә тапҡыр тәмәке тартыуын ташлап ҡараған, әммә уңышҡа өлгәшмәгән, ти. Уға ярҙам итер өсөн, өйрәнеүгә был насар ғәҙәттән арына алған ҡәрҙәште саҡырығыҙ. Бәлки, ул өйрәнеүсегеҙгә берәй ғәмәли кәңәш бирә алыр. Әгәр тәжрибәлерәк вәғәзсе алдында өйрәнеү үткәрергә уңайһыҙланһағыҙ, өйрәнеүҙе уға үткәрергә тәҡдим итегеҙ. Нисек кенә булһа ла, шуны онотмайыҡ: өйрәнеүсебеҙ башҡа ҡәрҙәштәрҙән күп нәмәгә өйрәнә ала, ә беҙҙең маҡсат — уға рухи яҡтан үҫергә ярҙам итеү.

ӨЙРӘНЕҮҘЕ ДАУАМ ИТЕРГӘМЕ?

17, 18. Өйрәнеүҙе дауам итергәме, юҡмы икәнен хәл иткәндә, нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

17 Өйрәнеүсегеҙ рухи яҡтан үҫмәһә, һеҙгә уның менән өйрәнеүҙе дауам итергәме, юҡмы икәнен хәл итергә кәрәк булыр. Был һорауҙы хәл иткәндә, өйрәнеүсенең һәләттәрен һәм үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу мөһим. Ҡайһы бер кешеләргә Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерер өсөн күберәк ваҡыт кәрәк. Бындай һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ: «Өйрәнеүсем үҙ шарттарында рухи яҡтан үҫәме? Ул белгәндәрен тормошта ҡуллана башланымы?» (Матф. 28:20). Өйрәнеүсе рухи яҡтан яй үҫергә мөмкин, әммә ул әкренләп тормошонда үҙгәрештәр яһарға тейеш.

18 Әгәр өйрәнеүсе, күпмелер ваҡыт өйрәнгәндән һуң да, хәҡиҡәтте ҡәҙерләмәһә, нимә эшләп була? Әйтәйек, һеҙ уның менән, «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китапты тамамлап, «Алла һөйөүендә ҡалығыҙ» тигән китапты өйрәнә башлағанһығыҙ, ти. Әммә уның бер осрашыуҙа ла, хатта Иҫкә алыу кисәһендә лә булғаны юҡ. Бынан тыш, етди сәбәбе булмаһа ла, ул йыш ҡына өйрәнеүҙе башҡа көнгә күсерә. Ундай өйрәнеүсе менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп алыу яҡшы булыр ине *.

19. Кеше өйрәнеүҙе әллә ни ҡәҙерләмәй кеүек тойолһа, уға ниндәй һорау бирергә була, һәм уның яуабы нимә асыҡларға мөмкин?

19 Өйрәнеүсегә бындай һорау бирергә була: «Нисек уйлайһың, һиңә Йәһүә шаһиты булып китергә нимә ҡамасаулай?» Ул, бәлки: «Миңә Изге Яҙманы өйрәнеү оҡшай, ләкин мин бер ваҡытта ла Йәһүә шаһиты булмаҫмын!» — тип әйтер. Кеше, оҙаҡ ҡына өйрәнгәндән һуң, һаман да шундай ҡарашта тора икән, уның менән өйрәнеүҙе дауам итеүҙең мәғәнәһе бармы? Икенсе яҡтан, өйрәнеүсе һеҙгә үҙенә рухи яҡтан үҫергә ҡамасаулаған проблема тураһында һөйләп бирергә мөмкин. Бәлки, уны өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләү ҡурҡыталыр. Уның шундай хистәре тураһында белгәс, һеҙ уға нисек ярҙам итеп булғанын яҡшыраҡ аңларһығыҙ.

Рухи яҡтан үҫмәгән кешеләр менән өйрәнеүгә ваҡыт сарыф итмәгеҙ (20-се абзацты ҡарағыҙ.)

20. Ғәмәлдәр 13:48-ҙәге һүҙҙәр кеше менән өйрәнеүҙе дауам итергәме, юҡмы икәнен билдәләргә нисек ярҙам итер?

20 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер өйрәнеүселәр Йәзәкил көндәрендәге израилдәргә оҡшаш. Йәһүә шул израилдәр тураһында Йәзәкилгә былай тигән: «Бына! Һин улар өсөн ҡыллы уйын ҡоралында оҫта уйнап, матур тауыш менән һөйөү йыры башҡарыусы бер кеше кеүек. Улар һүҙҙәреңде ишетһә лә, уларҙы бер кем дә үтәмәҫ» (Йәз. 33:32). Әлбиттә, кешегә өйрәнеүҙе туҡтатыу тураһында әйтеү бик ауыр. Әммә «ваҡыт аҙ ҡалды» (1 Кор. 7:29). Шуға күрә уңышһыҙ өйрәнеүгә ваҡыт сарыф иткәнсе, беҙгә «мәңгелек тормошҡа алып барған хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған» кешеләрҙе эҙләргә кәрәк. (Ғәмәлдәр 13:48-ҙе * уҡығыҙ, ЯДТ.)

Территорияғыҙҙа ярҙам һорап доға ҡылған башҡа эскерһеҙ кешеләр булырға мөмкин (20-се абзацты ҡарағыҙ.)

21. 2020 йылдың йыллыҡ аяты нисек яңғырай, һәм ул беҙгә нисек ярҙам итер?

21 2020 йыл дауамында йыллыҡ аят беҙгә шәкерттәр әҙерләү эшен тағы ла яҡшыраҡ башҡарырға ярҙам итер. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Ғайса Мәсихтең Галилеяла үткән тарихи осрашыуҙа әйткән ошо һүҙҙәрен иҫтә тотайыҡ: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы... һыуға сумдырығыҙ» (Матф. 28:19).

Шәкерттәр әҙерләү эшендә оҫтарайыҡ һәм өйрәнеүселәргә һыуға сумдырылырға ярҙам итәйек (21-се абзацты ҡарағыҙ.)

70-СЕ ЙЫР Лайыҡлы кешеләрҙе эҙләгеҙ

^ 5 абз. 2020 йылдың йыллыҡ аяты беҙҙе шәкерттәр әҙерләргә дәртләндерә. Был йөкләмә Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәренә лә ҡағыла. Изге Яҙманы өйрәнгән кешене Мәсихтең шәкерте булып китергә нисек дәртләндереп була? Был мәҡәләлә өйрәнеүселәргә нисек Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итеп булғаны ҡарала. Беҙ шулай уҡ кеше менән өйрәнеүҙе дауам итергәме, юҡмы икәнен нисек билдәләп булғанын белербеҙ.

^ 12 абз. Зәбур 139:2—4: «Һин минең ҡасан ултырғанымды ла, ҡасан торғанымды ла беләһең, уйҙарымды йыраҡтан уҡ белеп алаһың. Йөрөйөммө мин, ятаммы, һин мине күҙәтеп тораһың, һиңә минең бөтә юлдарым билдәле. Һүҙем әле тел осона ла килмәгән, ә һин, Йәһүә, уны инде яҡшы беләһең».

^ 18 абз. Интернет-телевидениебыҙҙа йә JW Library ҡушымтаһында «Уңышһыҙ өйрәнеүҙәрҙе туҡтатабыҙ» тигән видеоны ҡарағыҙ. (МУЛЬТИМЕДИА > ОСРАШЫУҘАРЫБЫҘ ҺӘМ ХЕҘМӘТЕБЕҘ > ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ тигән һылтанма буйынса табып була.)

^ 20 абз. Ғәмәлдәр 13:48, ЯДТ: «Быны ишеткәс, башҡа халыҡ кешеләре ҡыуанды һәм Йәһүә һүҙен данлай башланы. Мәңгелек тормошҡа алып барған хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған бар кеше Ғайсаның шәкерте булып китте».