Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Һеҙ башҡалар өсөн «күңел йыуанысы» була алаһығыҙ

Һеҙ башҡалар өсөн «күңел йыуанысы» була алаһығыҙ

«Улар миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр» (КОЛ. 4:11).

90-СЫ ЙЫР Бер-беребеҙҙе дәртләндерәйек

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Йәһүәнең күп хеҙмәтселәре ниндәй ауырлыҡтар кисерә?

БӨТӘ донъя буйынса Йәһүәнең күп хеҙмәтселәре төрлө ауырлыҡтар менән осраша. Был ауырлыҡтар арҡаһында улар борсолоп йәшәй йә хатта күңел әрнеүе кисерә. Һеҙҙең йыйылышығыҙҙа ла, моғайын, шундай ҡәрҙәштәр барҙыр. Ҡайһы бер мәсихселәр етди ауырыуҙан интегә йә яҡынын юғалтҡанға ҡайғыра. Кемдер, туғанының йә яҡын дуҫының хәҡиҡәттән китеүен күреп, көслө йән әрнеүе тоя. Тәбиғәт афәттәренән зыян күргән ҡәрҙәштәр ҙә әҙ түгел. Бөтә был ҡәрҙәштәр йыуатыуға мохтаж. Беҙ уларға нисек ярҙам итә алабыҙ?

2. Ни өсөн илсе Павел ҡайһы саҡ йыуатыуға мохтаж булған?

2 Илсе Павелдың тормошо күп тапҡыр ҡурҡыныс аҫтында булған (2 Кор. 11:23—28). Ул шулай уҡ тәнендәге «сәнскәктән» — күрәһең, һаулығы менән бәйле ауырлыҡтан интеккән (2 Кор. 12:7). Бынан тыш, элек хеҙмәттәше булған Димас исемле мәсихсе, «был донъяны өҫтөн күреп», уны ташлап киткәс, Павел бик бойоҡҡан (2 Тим. 4:10). Павел рух менән майланған ҡыйыу мәсихсе булған һәм башҡаларға ярҙам итер өсөн көсөн йәлләмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, хатта ул да ҡайһы саҡ төшөнкөлөккә бирелгән (Рим. 9:1, 2).

3. Йәһүә Павелды нисек йыуатҡан һәм нығытҡан?

3 Павел нисек үҙенә кәрәкле йыуаныс һәм ярҙам алған? Йәһүә уны үҙенең изге рухы менән нығытҡан (2 Кор. 4:7). Алла шулай уҡ уны имандаштары аша йыуатҡан. Павел ҡайһы бер хеҙмәттәштәре хаҡында, улар минең өсөн «күңел йыуанысы», тип яҙған (Кол. 4:11). Павел иҫкә алған мәсихселәр араһында Аристарх, Тихик һәм Марк булған. Улар Павелды нығытҡан һәм уға сыҙам булырға ярҙам иткән. Ниндәй сифаттар ярҙамында был өс мәсихсе йыуаныс сығанағы булған? Беҙ, уларҙан өлгө алып, нисек башҡаларҙы йыуата һәм рухландыра алабыҙ?

АРИСТАРХ КЕҮЕК, ТОҒРО БУЛЫҒЫҘ

Аристарх кеүек, беҙ ҙә «бәхетһеҙлеккә осраған» ҡәрҙәштәргә тоғро дуҫ була алабыҙ (4, 5-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

4. Аристарх Павелға тоғро дуҫ булғанын нисек күрһәткән?

4 Македонияның ҡалаһы Фессалониканан булған Аристарх Павелға тоғро дуҫ булғанын күрһәткән. Изге Яҙмала Павелдың өсөнсө миссионер сәйәхәте ваҡытында Ефесҡа килеүе тасуирланғанда, Аристарх беренсе тапҡыр иҫкә алына. Ул Павелдың юлдашы була, һәм Ефеста халыҡ төркөмө уға һөжүм итә (Ғәм. 19:29). Ахыр сиктә уны ебәрәләр, әммә ул хәүефһеҙ урынға барырға ашыҡмай, ә тоғролоҡ сағылдырып, Павел менән ҡала. Бер нисә айҙан һуң, Грецияла дошмандар Павелды үлтерергә тырышһа ла, Аристарх һаман да Павел янында була (Ғәм. 20:2—4). Беҙҙең эраның яҡынса 58 йылында, Павел ҡулға алынып Римға ебәрелгәс, Аристарх шул оҙон араны уның менән бергә үтә. Юлда улар карап һәләкәтенә эләгә (Ғәм. 27:1, 2, 41). Римда ул, күрәһең, бер ни тиклем ваҡыт Павел менән төрмәлә ултыра (Кол. 4:10). Аристархтың Павел өсөн терәк һәм күңел йыуанысы булғаны һис тә ғәжәп түгел!

5. Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17 буйынса, беҙ нисек ҡәрҙәштәргә тоғро дуҫ була алабыҙ?

5 Аристарх кеүек, беҙ ҙә шатлыҡлы ваҡытта ғына түгел, ә ҡәрҙәштәребеҙ «бәхетһеҙлеккә осрағанда» ла, уларға тоғро дуҫ була алабыҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17-не * уҡығыҙ.) Һынауҙар артта ҡалғас та, ҡәрҙәштәр әле оҙаҡ ҡына ваҡыт йыуатыуға мохтаж булырға мөмкин. Франсес * исемле апай-ҡәрҙәштең атаһы ла, әсәһе лә өс ай эсендә рактан үлгән. Ул былай тип бүлешә: «Минеңсә, беҙ кисергән ауырлыҡтар күп ваҡыт уҙғандан һуң да күңелебеҙҙе әрнетергә мөмкин. Дуҫтарыма шул тиклем рәхмәтлемен! Атай-әсәйем үлгәндән һуң байтаҡ ваҡыт үтһә лә, улар минең һаман да йән әрнеүе кисергәнемде онотмай».

6. Дуҫтарға тоғро булыу беҙҙе нимәгә дәртләндерер?

6 Тоғро дуҫ ярҙам итер өсөн ваҡытын һәм көсөн йәлләмәй. Мәҫәлән, Питер исемле ағай-ҡәрҙәштә тиҙ тарала торған үлемесле сир тапҡандар. Уның ҡатыны Кэтрин былай ти: «Йыйылышыбыҙҙағы бер пар беҙҙе табипҡа илтеп ҡуйҙы. Шунда беҙ Питерҙың ауырыуы тураһында белдек тә. Был пар, беҙ һеҙҙе был ауырыу менән бер үҙегеҙҙе ҡалдырмаҫбыҙ һәм кәрәк саҡта ярҙам итербеҙ, тип әйтте». Һынауҙарҙа ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған ысын дуҫтарың булыу — ҙур фатиха!

ТИХИК КЕҮЕК, ЫШАНЫСЛЫ БУЛЫҒЫҘ

Тихик һымаҡ, беҙ ҙә ауырлыҡтар менән осрашҡан ҡәрҙәштәргә ышаныслы дуҫ була алабыҙ (7—9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

7, 8. Колосстарға 4:7—9 буйынса, Тихик үҙенең ышаныслы булыуын нисек күрһәткән?

7 Павелдың тағы бер ышаныслы хеҙмәттәше Тихик Рим империяһының Азия өлкәһенән булған (Ғәм. 20:4). Беҙҙең эраның яҡынса 55 йылында Павел Йәһүҙиәләге мәсихселәр өсөн матди ярҙам йыйыу ойошторған. Тихик, күрәһең, уға был мөһим эштә ярҙам иткән (2 Кор. 8:18—20). Һуңыраҡ, Павел Римда беренсе тапҡыр ҡулға алынғанда, Тихик уның шәхси хәбәрсеһе булған. Ул Павелдың рухландырғыс хаттарын Азиялағы йыйылыштарға еткергән (Кол. 4:7—9).

8 Ҡайһы бер мәсихселәрҙән айырмалы рәүештә, Тихик һәр ваҡыт Павел өсөн ышаныслы дуҫ булған (Тит. 3:12). Беҙҙең эраның яҡынса 65 йылында, икенсе тапҡыр ҡулға алынғас, Павел Азиялағы күп имандаштарҙың үҙе менән аралашмағаны тураһында яҙған. Күрәһең, улар ҡаршы килеүселәрҙән ҡурҡҡан (2 Тим. 1:15). Тихикка иһә Павел һәр ваҡыт таяна алған, шуға күрә ул Тихикка тағы бер йөкләмә биргән (2 Тим. 4:12). Һис шикһеҙ, Павел уны бик ныҡ ҡәҙерләгән.

9. Беҙ нисек Тихиктан үрнәк ала алабыҙ?

9 Беҙ ҙә, Тихиктан үрнәк алып, ышаныслы дуҫ була алабыҙ. Мәҫәлән, беҙ ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә вәғәҙә итеп кенә ҡалмайбыҙ, ә шулай уҡ кәрәк саҡта ғәмәли ярҙам күрһәтеп вәғәҙәбеҙҙе үтәйбеҙ (Матф. 5:37; Лука 16:10). Ярҙамға мохтаж булған ҡәрҙәштәр беҙгә таянып булғанын белһә, был улар өсөн үҙе бер йыуаныс булыр. Бер апай-ҡәрҙәш ни өсөн шулай икәнен былай тип аңлата: «Ярҙам итергә вәғәҙә иткән кешенең һүҙендә торасағын белһәң, үҙеңде тыныс тояһың».

10. Ғибрәтле һүҙҙәр 18:24 буйынса, һынауға дусар булған йә өмөттәре аҡланмаған мәсихселәр ҡайҙан йыуаныс таба ала?

10 Һынауға дусар булған йә өмөттәре аҡланмаған ҡәрҙәштәр йыш ҡына ышаныслы дуҫҡа таяныуҙа йыуаныс таба. (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:24-те * уҡығыҙ.) Улы йыйылыштан сығарылғас, Биджей исемле ағай-ҡәрҙәш ныҡ ҡайғырған. Ул былай тип бүлешә: «Мин ышаныслы кешегә күңелемде бушатырға теләй инем». Ә, хата яһап, йыйылыштағы вазифаларын юғалтҡан Карлос исемле ҡәрҙәш былай ти: «Мин хөкөм итмәйенсә тыңлай белгән ышаныслы йыуатыусыларға мохтаж инем». Карлос шундай кешеләрҙе тапҡан — өлкәндәр уға ауыр ваҡыттарҙы кисереп сығырға ярҙам иткән. Өлкәндәрҙең ипле мөғәмәләһе һәм уның серҙәрен бер кемгә лә һөйләмәгәне Карлос өсөн йыуаныс булған.

11. Ышаныслы дуҫ булыр өсөн, нимә эшләп була?

11 Ышаныслы дуҫ булыр өсөн, сабырлыҡ сифатын үҫтерергә кәрәк. Ире ташлап киткәс, Жанна исемле апай-ҡәрҙәш яҡын дуҫтарына күңелен бушатып йыуаныс тапҡан. «Ҡайһы ваҡыт ҡат-ҡат бер үк нәмәне һөйләһәм дә, — тип әйтә Жанна, — улар мине иғтибар менән тыңланы». Һеҙ ҙә, бойоҡҡан ҡәрҙәштәрҙе иғтибар менән тыңлап, яҡшы дуҫ була алаһығыҙ.

МАРК КЕҮЕК, БАШҠАЛАРҒА ХЕҘМӘТ ИТЕРГӘ ӘҘЕР ТОРОҒОҘ

Марктың игелекле эштәре Павелға сыҙам булып ҡалырға ярҙам иткән. Беҙ ҙә бәләгә эләккән ҡәрҙәштәргә ярҙам итә алабыҙ (12—14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

12. Марк кем булған, һәм ул башҡаларға хеҙмәт итергә теләгәнен нисек күрһәткән?

12 Марк еврей халҡынан булған һәм Иерусалимда йәшәгән. Уның ике туған ағаһы Варнава миссионер булған (Кол. 4:10). Марктың ғаиләһе, күрәһең, бай булған, әммә ул матди нәмәләрҙе тормошонда беренсе урынға ҡуймаған. Марк ғүмере буйына шатланып башҡаларға хеҙмәт иткән. Мәҫәлән, ул илсе Павел һәм илсе Петр менән хеҙмәттәшлек иткән. Улар үҙ вазифаларын башҡарғанда, Марк, бәлки, уларға ризыҡ килтереп һәм ҡуныр урын табып йөрөгәндер йә башҡа шундай эштәр эшләгәндер (Ғәм. 13:2—5; 1 Пет. 5:13). Павел уны «күңел йыуанысы» һәм «Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе» итеп тасуирлаған (Кол. 4:10, 11).

13. 2 Тимофейға 4:11-ҙә яҙылған һүҙҙәр Павелдың Маркты ҡәҙерләгәнен нисек күрһәтә?

13 Марк Павелдың иң яҡын дуҫтарының береһе булып киткән. Мәҫәлән, беҙҙең эраның яҡынса 65 йылында, Римда һуңғы тапҡыр ҡулға алынғас, Павел Тимофейға икенсе хат яҙған. Был хатта Павел Тимофейҙан Римға килеүен һәм үҙе менән Маркты алып килеүен һораған (2 Тим. 4:11). Павел, әлбиттә, Марктың элекке хеҙмәтен бик ҡәҙерләгән, шунлыҡтан хәл иткес ваҡытта уның үҙе янында булыуын теләгән. Марк Павелға ғәмәли ярҙам күрһәткән. Ул, бәлки, ризыҡ һәм яҙыу кәрәк-яраҡтары килтергәндер. Павел алған ярҙам һәм дәртләндереү, моғайын, уға үлем язаһы алдынан һунғы көндәрҙә сыҙам булып ҡалырға ярҙам иткән.

14, 15. Башҡаларға ғәмәли ярҙам күрһәтеү тураһында әйткәндә, Матфей 7:12-ләге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

14 Матфей 7:12-не уҡығыҙ. Ауырлыҡтар менән осрашҡанда, беҙ ғәмәли ярҙам күрһәткән ҡәрҙәштәргә бик рәхмәтлебеҙ! «Ғазап кисергәндә, көндәлек эштәрҙең күбеһен эшләү мөмкин түгел кеүек тойола», — тип әйтә Ра́йан исемле ағай-ҡәрҙәш. Уның атаһы көтөлмәгәндә фажиғәле рәүештә һәләк булған. «Башҡаларҙың ғәмәли ярҙамы, хатта бәләкәй генә эштәре лә ысындан да йыуата», — ти Райан.

15 Иғтибарлы һәм күҙәтеүсән булһаҡ, беҙ, моғайын, башҡаларға ниндәй ярҙам күрһәтеп булғанын аңларбыҙ. Мәҫәлән, бер апай-ҡәрҙәш юғарыла иҫкә алынған Питер менән Кэтринға үҙе ярҙам тәҡдим иткән. Питер ҙа, Кэтрин да бүтән инде машина йөрөтә алмаған, шуға күрә был апай-ҡәрҙәш уларҙы машинала дауаханаға йөрөтөргә теләгән ҡәрҙәштәр өсөн график төҙөгән. Был ниндәй емештәр килтергән? Кэтрин былай ти: «Өҫтөбөҙҙән ауыр йөк төшкәндәй булды». Башҡалар өсөн ҡылған ябай ғына эштәрегеҙҙе лә әһәмиәтһеҙ тип һанамағыҙ, улар кешегә ҙур йыуаныс килтерә ала.

16. Башҡаларҙы йыуатыу тураһында әйткәндә, Марктың миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

16 Марктың миҫалына ҡайтайыҡ. Ул хеҙмәткә бәйле күп йөкләмәләр үтәгән. Уның етди теократик вазифалары булған, мәҫәлән, ул үҙенең исемен йөрөткән «Һөйөнөслө хәбәр» китабын яҙған. Шулай ҙа Марк Павелды йыуатыр өсөн ваҡыт тапҡан, һәм Павел унан ярҙам һорарға уңайһыҙланмаған. Бер миҫалға иғтибар итәйек. А́нджела исемле апай-ҡәрҙәштең өләсәһен үлтергәндәр. Шул ваҡытта ҡәрҙәштәр уға теләп ярҙам иткән һәм уны йыуатҡан. Анджела уларға бик рәхмәтле булған. «Дуҫтар ысындан да ярҙам итергә теләгәндә, уларға мөрәжәғәт итеүе ауыр түгел, — ти Анджела. — Уларға инәлергә кәрәкмәй, улар һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер». Бындай һорау өҫтөндә уйланып алырға була: «Мин имандаштарымды йыуатырға һәм ғәмәли ярҙам күрһәтергә әҙер торған кеше булараҡ билдәлеме?»

БАШҠАЛАРҘЫ ЙЫУАТЫРҒА ӘҘЕР БУЛЫҒЫҘ

17. 2 Коринфтарға 1:3, 4-тәге һүҙҙәр өҫтөндә уйланыу нисек беҙҙе башҡаларҙы йыуатырға дәртләндерә?

17 Йыуатыуға мохтаж булған ҡәрҙәштәрҙе табыу ауыр түгел. Уларҙы дәртләндерер өсөн, беҙ башҡалар үҙебеҙҙе йыуатҡанда әйткән рухландырғыс фекерҙәрҙе ҡуллана алабыҙ. Өләсәһен юғалтҡан Нино исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Йәһүәгә үҙебеҙҙе ҡулланырға рөхсәт итһәк, ул башҡаларҙы беҙҙең аша йыуата ала». (2 Коринфтарға 1:3, 4-те уҡығыҙ.) Ә юғарыла телгә алынған Франсес апай-ҡәрҙәш былай тип әйтә: «2 Коринфтарға 1:4-тәге һүҙҙәр ысынлап та хаҡ. Берәйһен йыуатҡанда, беҙ ҡасандыр үҙебеҙгә йыуаныс килтергән фекерҙәрҙе ҡуллана алабыҙ йә башҡалар үҙебеҙ өсөн ҡылған игелекле эштәрҙе ҡыла алабыҙ».

18. а) Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр башҡаларҙы йыуатырға уңайһыҙлана? б) Ҡәрҙәштәрҙе йыуатыр өсөн, нимә эшләү мөһим? Миҫал килтерегеҙ.

18 Уңайһыҙланһаҡ та, беҙгә башҡаларға ярҙам итер өсөн мөмкинлектәр эҙләргә кәрәк. Мәҫәлән, беҙ йыуатыуға мохтаж булған ҡәрҙәшкә нимә әйтергә йә уның өсөн нимә эшләргә икәнен белмәҫкә мөмкин. Атаһын юғалтҡан Пол исемле өлкән, ҡәрҙәштәрҙең үҙенә ярҙам итер өсөн һалған тырышлыҡтарын иҫкә төшөрөп, былай ти: «Уларға, моғайын, мине йыуатыуы ауыр булғандыр, улар кәрәкле һүҙҙәр таба алмай ине. Әммә мин уларҙың тырышлыҡтарын бик ҡәҙерләйем». Ә ер тетрәүҙән зыян күргән Таджон исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Ысын ғына әйткәндә, ҡәрҙәштәрҙең телефон йә хаттар аша әйткән бөтә йыуаныслы һүҙҙәрен хәтерләмәйем, әммә мин уларҙың, именлегемде хәстәрләп, хәлемде белешкәнен бик яҡшы иҫләйем». Күренеүенсә, берәйһен йыуатыр өсөн, беҙгә уны ҡәҙерле булғанына ышандырырға кәрәк.

19. Ни өсөн һеҙ ҡәрҙәштәр өсөн «күңел йыуанысы» булырға теләйһегеҙ?

19 Ахыр яҡынлашҡан һайын, был донъяның хәле насарайғандан-насарая барыр, һәм тормош тағы ла нығыраҡ ауырлашыр (2 Тим. 3:13). Өҫтәүенә, гонаһлы булыуыбыҙ арҡаһында беҙ йыш хаталанабыҙ, шуға күрә лә йыуатыуға мохтаж булабыҙ. Илсе Павелдың ғүмеренең аҙағына тиклем тоғро булып ҡалыуының бер сәбәбе — имандаштарының йыуатыуы. Әйҙәгеҙ, Аристарх кеүек тоғро һәм Тихик кеүек ышаныслы булайыҡ, шулай уҡ Марк кеүек башҡаларға хеҙмәт итергә әҙер торайыҡ. Шулай эшләп, беҙ ҡәрҙәштәргә иманда ныҡ булып ҡалырға ярҙам итербеҙ (1 Фес. 3:2, 3).

^ 5 абз. Илсе Павел күп ауырлыҡтар менән осрашҡан. Тормошоноң ауыр осорҙарында ҡайһы бер имандаштары уның өсөн йыуаныс сығанағы булған. Ниндәй өс сифат ярҙамында шул мәсихселәр яҡшы йыуатыусылар булған? Беҙ, уларҙан өлгө алып, башҡаларға нисек ғәмәли ярҙам күрһәтә алабыҙ? Был мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуап бирелер.

^ 5 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17: «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була».

^ 5 абз. Был мәҡәләлә ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 10 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 18:24: «Ҡайһы бер иптәштәр бер-береһен ботарлап ташларға әҙер, әммә бер туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була».

111-СЕ ЙЫР Шатланыр өсөн сәбәптәр

^ 58 абз. РӘСЕМДӘ: Аристарх менән Павел бергә карап һәләкәтен кисереп сыҡҡан.

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: Тихик Павелдың хаттарын йыйылыштарға еткерергә тейеш булған.

^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: Марк Павелға ғәмәли ярҙам күрһәтеп торған.