Ахыр ҡасан килер?
Алдағы мәҡәләнән белгәнебеҙсә, Изге Яҙма буйынса, был донъяның ахыры ерҙең һәм кешелектең юҡ ителеүен түгел, ә был серек донъя төҙөлөшөнөң һәм уға булышлыҡ күрһәтеүселәрҙең юҡ ителеүен аңлата. Ләкин Изге Яҙмала ахырҙың ҡасан килере әйтеләме? Ғайса пәйғәмбәрҙең нимә әйткәнен ҡарап сығайыҡ.
БЫНА ҒАЙСАНЫҢ ДОНЪЯ АХЫРЫ ТУРАҺЫНДА ИКЕ ФЕКЕРЕ:
«Уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ» (МАТФЕЙ 25:13).
«Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ! Һеҙ бит ул ваҡыттың ҡасан етәсәген белмәйһегеҙ» (МАРК 13:33).
Шулай итеп, ерҙәге бер кеше лә был донъяның ахыры ҡасан килерен белмәй. Ләкин ахырҙың датаһы инде билдәле, сөнки Алла уның конкрет көнөн һәм сәғәтен билдәләгән (Матфей 24:36). Был донъяның ахыры ҡасан килерен яҡынса ғына булһа ла белеп буламы? Эйе. Ғайса үҙенең шәкерттәренә ниндәй ваҡиғалар ахырҙың яҡын икәнен күрһәтәсәген әйткән.
БИЛДӘ
Ғайса һөйләгән ваҡиғалар «был донъяның бөтәсәген» күрһәткән билдә булырға тейеш булған. «Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр», — тигән Ғайса (Матфей 24:3, 7). Ул шулай уҡ, «ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр» — пандемиялар булыр, тигән (Лука 21:11). Һеҙ Ғайсаның һүҙҙәре үтәлгәнен күрәһегеҙме?
Һәләкәтле һуғыштар, аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр, шулай уҡ бер-бер артлы килгән ауырыуҙар һәм эпидемиялар — былар барыһы ла бөгөн беҙҙең планетаны бөлдөрә. Мәҫәлән, 2004 йылда Һинд океанындағы көслө ер тетрәүе арҡаһында 225 000 кешенең ғүмерен өҙгән цунами булған. Өс йыл эсендә бөтә донъяла COVID-19 пандемияһы арҡаһында 6,9 миллион самаһы кеше вафат булған. Ғайса, ошондай ваҡиғалар был донъяның ахыры яҡын икәнен күрһәтер, тигән.
ҺУҢҒЫ КӨНДӘР
Инжил был донъяның ахыры алдынан булған ваҡытты «аҙаҡҡы», йәғни һуңғы көндәр тип атай (2 Петр 3:3, 4). 2 Тимофейға 3:1—5-тә, был һуңғы көндәрҙә киҫкен мораль деградация буласаҡ, тип әйтелгән. (« Тап донъя ахыры алдынан» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Һеҙ кешеләрҙең үҙҙәрен генә яратыусан, һаран, агрессив икәнен һәм яҡындарын яратмағанын күрәһегеҙме? Быларҙың барыһы ла донъяның ахыры яҡын икәнен иҫбат итә.
Һуңғы көндәр күпме дауам итер? Изге Яҙма буйынса, был осор бик ҡыҫҡа. Шунан Алла «ерҙе һәләк итеүселәрҙе» юҡ итәсәк (Асылыш 11:15—18; 12:12).
ОҘАҠЛАМАЙ ЕР ОЖМАХҠА ӘЙЛӘНЕР!
Алла был ҡот осҡос донъяны юҡ итәсәк көндө һәм сәғәтте инде билдәләгән (Матфей 24:36). Ләкин тағы бер яҡшы хәбәр бар: Алла «бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй» (2 Петр 3:9). Ул кешелеккә ҡотолор өсөн ниндәй нормаларға тура килергә кәрәк икәнен белергә мөмкинлек бирә. Ни өсөн? Сөнки ул беҙҙең ҡотолоуыбыҙҙы һәм үҙенең яңы донъяһында ожмахта йәшәүебеҙҙе теләй.
Үҙ Батшалығы идараһы аҫтында йәшәйәсәк яңы йәмғиәттең ағзаһы булырға теләгән кешеләргә ярҙам итер өсөн, Алла глобаль белем биреү программаһын ойошторған. Ғайса, Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәр «бөтә донъяла» иғлан ителер, тигән (Матфей 24:14). Бөтә донъя буйлап Йәһүә шаһиттары кешеләргә Изге Яҙмалағы өмөт тураһында һөйләр өсөн миллиардлаған сәғәт сарыф итә. Ғайса, был вәғәзләү кампанияһы тап ахыр килер алдынан үткәрелер, тигән.
Кешеләрҙең идара итеү ваҡыты бөтөп бара. Әммә яҡшы хәбәр шунда: һеҙ был донъяның ахырында иҫән ҡалып, ерҙәге ожмахта йәшәйәсәк кешеләр араһында була алаһығыҙ. Киләһе мәҡәләнән бының өсөн нимә эшләргә кәрәклеген белерһегеҙ.
Ғайсаның һуңғы көндәр тураһындағы пәйғәмбәрлеге өмөт уята