Беҙгә яҡшыраҡ донъя кәрәк!
«Беҙ тынғыһыҙ донъяла йәшәйбеҙ», — тигән БМО-ның Генераль секретары Антониу Гутерреш. Һеҙ уның һүҙҙәре менән ризамы?
Яңылыҡтар ҡурҡыныс хәбәрҙәр менән тулы:
Ауырыуҙар һәм пандемиялар
Тәбиғәт афәттәре
Ярлылыҡ һәм аслыҡ
Тирә-яҡ мөхитте бысратыу һәм глобаль йылыныу
Енәйәтселек, йәбер-золом һәм коррупция
Һуғыштар
Ап-асыҡ, беҙгә яҡшыраҡ донъя кәрәк:
Камил һаулыҡ
Хәүефһеҙлек һәм яҡланғанлыҡ
Мул ризыҡ
Яҡшы экология
Дөйөм ғәҙеллек
Бөтә донъяла тыныслыҡ
Яҡшыраҡ донъя тип әйткәндә, беҙ нимәне күҙ уңында тотабыҙ?
Беҙ әле йәшәгән донъя менән нимә буласаҡ?
Яҡшыраҡ донъяла йәшәр өсөн, нимә эшләргә кәрәк?
«Күҙәтеү манараһының» был сығарылышында ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирелер. Был яуаптар һеҙгә, һис шикһеҙ, оҡшар.