Яңы донъяла йәшәр өсөн нимә эшләргә?
Үткән мәҡәләләрҙән күренгәнсә, Алла оҙаҡламай был боҙоҡ донъя төҙөлөшөн һәм уның барлыҡ проблемаларын юҡ итәсәк. Быға тулы гарантия бар, сөнки Изге Яҙмала ошондай вәғәҙә бирелә:
«Донъя... үтеп китә» (1 ЯХЪЯ 2:17).
Был донъя юҡ ителгәндә иҫән ҡалыусылар булырына шикләнмәҫкә була, сөнки артабан шул уҡ аятта былай тиелә:
«Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй».
Шуға күрә, иҫән ҡалырға теләһәк, Алла ихтыярын үтәргә кәрәк. Алла ихтыяры нимәлә икәнен белер өсөн, башта Алланың үҙе менән танышырға кәрәк.
АХЫР ВАҠЫТЫНДА ИҪӘН ҠАЛЫР ӨСӨН, АЛЛАНЫ ЯҠШЫ БЕЛЕРГӘ КӘРӘК
Ғайса пәйғәмбәр: «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы... танып белеү — ана шул мәңгелек тормош», — тигән (Яхъя 17:3). Был донъяның ахырында иҫән ҡалып, мәңге йәшәр өсөн, Алла тураһында белем алырға кәрәк. Алланың барлығын таныу һәм уның тураһында әҙ-мәҙ белеү генә етерлек түгел. Уның дуҫы булып китеү мөһим. Берәйһе менән дуҫлашыр өсөн, ваҡыт һәм көс кәрәк. Алла менән дуҫлашыр өсөн дә шулай. Изге Яҙманан, Алла менән дуҫлыҡ булдырып, уны һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән бер нисә мөһим хәҡиҡәтте ҡарап сығайыҡ.
ИЗГЕ ЯҘМАНЫ КӨН ҺАЙЫН УҠЫҒЫҘ
Үлмәҫ өсөн, беҙгә көн һайын ашарға кәрәк. Ләкин Ғайса: «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр», — тигән (Матфей 4:4).
Бөгөн Йәһүәнең һүҙҙәрен Изге Яҙмала табып була. Был изге китапты өйрәнеп, һеҙ Алланың элек нимә эшләгәне, бөгөн нимә эшләүе һәм киләсәктә нимә эшләйәсәге тураһында мөһим хәҡиҡәттәр белерһегеҙ.
АЛЛАНАН ЯРҘАМ ҺОРАҒЫҘ
Әгәр Алланы тыңларға теләһәгеҙ, ләкин ул насар тип һанаған нәмәләрҙән ҡотолоуы ауыр булһа, нимә эшләргә? Был осраҡта һеҙгә уны яҡшыраҡ белергә кәрәк.
Бына Азиянан булған бер ҡатындың осрағы. Ул әхлаҡһыҙ тормош алып барған. Изге Яҙма өйрәнгән ваҡытта Алланың фәхешлектән ҡасырға ҡушҡанын белгән (1 Коринфтарға 6:18). Ул Алланан көс һорап доға ҡылған һәм Алла хөкөм иткән был эште эшләүҙән туҡтаған. Ләкин ҡай саҡта уның һаман да дөрөҫ булмаған теләктәре тыуа. «Башыма әхлаҡһыҙ уйҙар инһә, — ти ул, — мин Йәһүәгә доға ҡылып был турала йәшермәй һөйләйем. Үҙем генә быны еңә алмаҫымды беләм. Доға мине көслө итә һәм Йәһүәгә яҡынайта». Ошо ҡатын һымаҡ, миллионлаған кеше Алла тураһында күберәк белем ала. Алла уларға тормоштарын үҙгәртергә һәм үҙе хуплағанса йәшәргә көс бирә (2 Коринфтарға 4:7).
Һеҙ Алланы яҡшыраҡ белгән һайын, ул да һеҙҙе яҡшыраҡ белер һәм үҙ дуҫы итеп ҡәҙерләр (Галаттарға 4:9; Зәбур 25:14). Шул саҡта һеҙ Алланың яңы донъяһында йәшәргә яраҡлы булырһығыҙ. Ә яңы донъя ниндәй булыр? Ошо хаҡта киләһе мәҡәләлә һүҙ барыр.
a Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — Алланың исеме.