Ул Алла хуплауын ала алыр ине
БЕҘ Йәһүәгә хеҙмәт итәбеҙ һәм уның хуплауын, фатихаларын алырға теләйбеҙ. Әммә Алланың хуплауына нисек эйә булырға? Боронғо заманда етди гонаһ ҡылған ҡайһы бер кешеләр яңынан Алланың хуплауына эйә булған. Башҡалар иһә, яҡшы сифаттары булһа ла, ахырҙа Алланың хуплауын юғалтҡан. Шуға күрә беҙҙең: «Йәһүә һәр беребеҙҙә ниндәй сифаттар күрергә теләй?» — тигән һорау тыуырға мөмкин. Йәһүҙә батшаһы Ровоамдың миҫалы был һорауға яуап табырға ярҙам итер.
НАСАР БАШЛАНҒЫС
Ровоамдың атаһы Сөләймән Израилдә 40 йыл идара иткән (1 Бат. 11:42). Атаһы үлгәс, Ровоам, батша итеп майланыр өсөн, Иерусалимдан Шехемға китә (2 Йыл. 10:1). Ул атаһынан һуң батша булып китергә ҡурҡамы? Сөләймән үҙенең ғәжәп зирәклеге менән билдәле булған бит. Оҙаҡламай Ровоамға ла ауыр проблемаларҙы сисергә етерлек зирәклеге бармы-юҡмы икәнен иҫбатларға тура киләсәк.
Израилдәр, үҙҙәрен йәберләнгән итеп һиҙгәнгә, Ровоамға ошондай һүҙҙәр менән үҙҙәренең вәкилдәрен ебәрә: «Атайың өҫтөбөҙгә ауыр йөк һалды. Һин иһә атайың беҙгә йөкмәткән ауыр хеҙмәтте еңеләйт һәм өҫтөбөҙгә һалған ҙур йөктө кәмет, шул саҡ беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ» (2 Йыл. 10:3, 4).
Ровоамға ауыр һайлау яһарға кәрәк. Әгәр ҙә халыҡ һорағанса эшләһә, уға, ғаиләһенә һәм уның һарайындағыларға инде күнегелгән рәхәтлектәрҙән баш тартырға тура киләсәк. Әммә әгәр ул халыҡ һорағанды кире ҡаҡһа, улар уға ҡаршы фетнә күтәрергә мөмкин. Уға нимә эшләргә? Тәүҙә ул атаһына ярҙам иткән өлкән кешеләр менән һөйләшә. Улар уға халыҡты тыңларға кәңәш итә. Ләкин шунан Ровоам тиҫтерҙәре менән һөйләшә һәм, уларҙың кәңәше буйынса эш итеп, халыҡ менән ҡаты мөғәмәлә итергә була. Ул халыҡҡа былай ти: «Мин өҫтөгөҙҙәге ауыр йөктө ауырыраҡ итермен һәм быға тағы ла өҫтәрмен. Атайым һеҙҙе ҡамсылар менән язалаған булһа, мин һеҙҙе сәнскеле ҡамсылар менән язалармын» (2 Йыл. 10:6—14).
Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Әлеге ваҡытта арабыҙҙа Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт иткән тәжрибәле ҡәрҙәштәр бар. Улар беҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә ала. Әйҙәгеҙ, зирәклек күрһәтеп, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ (Әйүп 12:12).
«УЛАР ЙӘҺҮӘ ҺҮҘЕНӘ БУЙҺОНА»
Ровоам шундай ҡарар ҡабул иткәс, халыҡ фетнә күтәрә. Фетнә күтәргән ҡәбиләләргә 1 Бат. 12:21—24) *.
ҡаршы һуғышыр өсөн, Ровоам үҙенең һуғышсыларын йыя. Ләкин Йәһүә Шимая пәйғәмбәр аша уларға былай ти: «Ҡәрҙәштәрегеҙ Израилгә ҡаршы һуғышырға бармағыҙ. Һәр кем үҙ йортона ҡайтһын, сөнки был минең ихтыярым буйынса булды» (Ровоамға Йәһүәне тыңлауы еңелме? Халыҡ үҙенең яңы батшаһы тураһында нимә уйлар? Ул халыҡҡа, «сәнскеле ҡамсылар» менән язалайым, тигәйне, әммә хәҙер фетнәселәргә ҡаршы бер нәмә лә эшләргә йыйынмай. (2 Йылъяҙма 13:7 менән сағыштырығыҙ.) Кешеләрҙең нимә уйлауына ҡарамаҫтан, батша һәм уның һуғышсылары «Йәһүә һүҙенә буйһоноп, Йәһүә ҡушҡанса, өйҙәренә таралыша».
Бынан беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ? Хатта кешеләр беҙҙән көлһә лә, Алла ҡушҡанса эшләү һәр осраҡта ла аҡыллы. Тыңлаусан булһаҡ, Алла беҙҙе фатихалап торасаҡ (Ҡан. 28:2).
Ровоамдың тыңлаусанлығы фатихаланғанмы? Ровоам артабан да Йәһүҙә һәм Бинйәмин ҡәбиләләре менән идара иткән. Ул яңы ҡалалар төҙөй башлаған, шулай уҡ ҡайһы бер ҡалаларҙы «яҡшылап нығытҡан» (2 Йыл. 11:5—12). Ә иң мөһиме, ул бер ни тиклем ваҡыт Йәһүә ҡанундарына буйһоноп йәшәгән. Ун ҡәбиләле Израиль батшалығы боттарға табына башлағанға, күптәр, Ровоамға һәм хаҡ ғибәҙәткә булышлыҡ күрһәтер өсөн, Иерусалимға йөрөгән (2 Йыл. 11:16, 17). Шулай итеп, Ровоам Йәһүәне тыңлағанға, уның батшалығы нығыған.
РОВОАМДЫҢ ГОНАҺ ҠЫЛЫУЫ ҺӘМ ТӘҮБӘ ИТЕҮЕ
Ровоамдың батшалығы нығығас, ул аҡылһыҙ эш ҡыла. Ул, Йәһүә ҡанунын кире ҡағып, ялған илаһтарға табына башлай. Ни өсөн ул шулай эшләй? Аммон халҡынан булған әсәһе уның ҡарарҙарына тәьҫир иткәнме? (1 Бат. 14:21). Беҙгә был билдәле түгел, әммә халыҡ уның насар үрнәгенә эйәргән. Шуға күрә Йәһүә Мысыр батшаһы Шушаҡтың Йәһүҙә батшалығындағы күп ҡалаларҙы яулап алыуына юл ҡуйған. Ровоам ҡалаларҙы нығытҡан булһа ла, был ярҙам итмәгән (1 Бат. 14:22—24; 2 Йыл. 12:1—4).
Шушаҡ үҙенең ғәскәре менән Ровоам идара иткән Иерусалимға һөжүм итергә килгәс, хәл тағы ла нығыраҡ киҫкенләшә. Шул саҡта батша янына Шимая пәйғәмбәр, килеп, Ровоам менән уның кенәздәренә Алланан ошондай хәбәр еткерә: «Һеҙ мине ҡалдырҙығыҙ, шуға күрә мин дә һеҙҙе, ҡалдырып, Шушаҡ ҡулына тапшырам». Ровоам был төҙәтеүгә нисек ҡарай? Ул хатаһын таный. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Израиль кенәздәре һәм батша, үҙҙәрен баҫалҡыландырып: „Йәһүә ғәҙел“, — тип әйтте». Шуға күрә Йәһүә Ровоамды кисергән һәм Иерусалимды юҡ итергә бирмәгән (2 Йыл. 12:5—7, 12).
Бынан һуң Ровоам артабан да Йәһүҙә батшалығы менән идара иткән. Үлер алдынан ул улдарына күп бүләктәр биргән. Күрәһең, ул быны уларҙың береһе лә үҙҙәренең бер туғаны Авияға — буласаҡ батшаға ҡаршы фетнә күтәрмәһен өсөн эшләгән (2 Йыл. 11:21—23). Шулай эшләп, Ровоам йәш сағындағына ҡарағанда күпкә аҡыллыраҡ эш иткән.
РОВОАМ ЯҠШЫ ЙӘ НАСАР КЕШЕ БУЛҒАНМЫ?
Ровоам ниндәйҙер яҡшы эштәр эшләргә тырышһа ла, Изге Яҙмала: «Ровоам яман булғанды ҡылды», — тип әйтелә. Ни өсөн? Сөнки ул «күңелендә Йәһүәне эҙләргә тип ныҡлы ҡарар итмәгән» булған. Шуға күрә Йәһүә уны хупламаған (2 Йыл. 12:14).
Ровоамдың тормошонан нимәгә өйрәнеп була? Ул ваҡыт-ваҡыт Алланы тыңлаған һәм Алла халҡының файҙаһына яҡшы эштәр ҡылған. Ләкин ул Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булмаған һәм уны шатландырырға ынтылмаған. Һөҙөмтәлә ул дөрөҫ булғанды эшләүҙән туҡтаған һәм боттарға табына башлаған. Бәлки, һеҙ: «Ни өсөн Ровоам Йәһүәне тыңлаған? Ул быны, хаталарында эскерһеҙ үкенеп, Йәһүәнең хуплауын алырға теләгәнгә эшләгәнме? Йә башҡалар шулай эшләргә өндәгәнгә генәме?» — 2 Йыл. 11:3, 4; 12:6). Нисек кенә булһа ла, һуңыраҡ ул ҡабат насар эштәргә тотонған. Ровоам олатаһы Дауыттан бик ныҡ айырылып торған! Эйе, Дауыт та етди гонаһтар ҡылған, әммә ул ысын күңелдән тәүбә иткән. Дауыт ғүмере буйы Йәһүәне һәм хаҡ ғибәҙәтте яратҡан (1 Бат. 14:8; Зәб. 51:1, 17; 63:1).
тип уйлайһығыҙҙыр (Ровоамдың миҫалынан күп һабаҡтар алып була. Беҙгә ғаиләбеҙ хаҡында ҡайғыртырға һәм башҡа кешеләргә яҡшылыҡ ҡылырға ынтылырға кәрәк. Тик был ғына әҙ. Йәһүәнең хуплауын алыр өсөн, беҙ шулай уҡ ул теләгәнсә ғибәҙәт ҡылырға һәм уның менән ныҡлы дуҫлыҡ үҫтерергә тейеш.
Был маҡсатҡа ирешер өсөн, беҙгә Йәһүәне ныҡ яратырға кәрәк. Усаҡ һүнмәһен өсөн уға утын өҫтәп торорға кәрәк булған кеүек, Аллаға ҡарата яратыу һүрелмәһен өсөн, Изге Яҙманы даими өйрәнергә, уның өҫтөндә уйланырға һәм һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәк (Зәб. 1:2; Рим. 12:12). Ә Йәһүәне яратыу, үҙ сиратында, беҙҙе бөтә эштәребеҙ менән уны ҡыуандырырға дәртләндерер, шулай уҡ хаталар яһаған сағыбыҙҙа эскерһеҙ тәүбә итергә һәм Йәһүәнән кисереү һорарға рухландырыр. Шул саҡта беҙ, Ровоамдан айырмалы булараҡ, хаҡ ғибәҙәткә тоғро ҡалырбыҙ (Йәһ. 20, 21).
^ 9 абз. Сөләймән тоғролоҡ һаҡламағанға, Алла батшалыҡтың икегә бүленәсәге хаҡында инде алдан әйткән булған (1 Бат. 11:31).