Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Рухи кеше ниндәй ул?

Рухи кеше ниндәй ул?

«Алла ярҙамында фекер йөрөтөү рәүешегеҙ Мәсих Ғайсаныҡы кеүек булһын» (РИМ. 15:5, ЯДТ).

ЙЫРҘАР: 17, 13

1, 2. а) Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр рухи ҡараш һаҡлау тураһында нимә әйтә? б) Был мәҡәләлә ниндәй мөһим һорауҙар ҡараласаҡ?

КАНАДАНАН бер апай-ҡәрҙәш әйтеүенсә, бөтә нәмәгә рухи ҡараш менән ҡарау уға бәхет килтерә һәм ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға ярҙам итә. Бразилияла йәшәгән һәм 23 йыл никахта булған бер ағай-ҡәрҙәштең һүҙҙәре буйынса, рухи ҡарашлы булыу уға һәм уның ҡатынына никахта бәхетле булырға ярҙам итә. Ә Филиппиндағы бер ағай-ҡәрҙәш әйтеүенсә, рухи ҡараш уға йән тыныслығы бирә һәм сығыштары буйынса төрлө булған ҡәрҙәштәр менән татыулыҡ һаҡларға ярҙам итә.

2 Был миҫалдарҙан күренеүенсә, рухи кеше булыу күп фатихалар килтерә. Рухи яҡтан тағы ла нығыраҡ үҫеп, шул фатихаларға кинәнер өсөн нимә эшләргә? Беренсенән, Алла рухына буйһонған һәм Йәһүәнең фекер йөрөтөүен үҙләштергән рухи кешеләр тураһында Изге Яҙмала нимә әйтелгәнен белергә кәрәк. Был мәҡәләлә беҙ бындай өс мөһим һорауға яуап алырбыҙ: 1) Рухи кеше ниндәй ул? 2) Кемдәрҙең миҫалдары беҙгә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итер? 3) «Мәсих аңына» эйә булыр өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙ беҙгә нисек рухи кеше булырға ярҙам итер?

РУХИ КЕШЕГӘ НИМӘ ХАС?

3. Изге Яҙма нисек рухи ҡарашлы кеше һәм донъяға хас ҡарашлы кеше араһындағы айырманы күрһәтә?

3 Илсе Павел рухи ҡарашлы кеше һәм донъяға хас ҡарашлы кеше араһындағы айырманы асыҡ итеп күрһәткән. (1 Коринфтарға 2:14—16-ны уҡығыҙ.) Донъяға хас ҡарашлы кеше «Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; [уларҙы] аңлай алмай». Унан айырмалы рәүештә, рухи ҡарашлы кеше «бөтөн нәмә тураһында ла фекерләй ала» һәм «Мәсих аңына эйә», йәғни Мәсих кеүек фекер йөрөтөргә тырыша. Павел беҙҙе рухи кешеләр булырға дәртләндергән. Рухи ҡарашлы кеше һәм донъяға хас ҡарашлы кеше араһында тағы ниндәй айырма бар?

4, 5. Донъяға хас ҡарашлы кеше ниндәй ул?

4 Донъяға хас ҡарашлы кеше нисек фекер йөрөтә? Ул эгоистик теләктәрҙе үтәргә өндәгән донъя рухына бирелеп йәшәй. Павел был рухты «Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рух» итеп тасуирлай (Ефес. 2:2). Был рух күптәрҙе тирә-яҡтағы кешеләр һымаҡ йәшәргә этәрә. Гонаһлы теләктәре буйынса йәшәгән кешеләр Алла нормаларын иҫәпкә алмай һәм үҙҙәре дөрөҫ тип һанағанды ғына эшләй. Улар күбеһенсә тән теләктәре хаҡында уйлай һәм йыш ҡына үҙҙәренең дәрәжәһен, мөлкәтен һәм хоҡуҡтарын башҡа нәмәләргә ҡарағанда мөһимерәк тип һанай.

5 Тән теләктәре буйынса йәшәгән кеше йыш ҡына «гонаһлы тәбиғәт[кә]» хас эштәр ҡыла (Гал. 5:19—21). Коринфтарға яҙған беренсе хатында Павел ундай кешеләр башҡарған башҡа эштәрҙе лә һанап китә. Улар бәхәсләшергә һәм судлашырға ярата, кешеләр араһында бүленештәр сығара, башҡаларҙы фетнәсел рух сағылдырырға ҡоторта, ашау менән эсеүгә сиктән тыш ҙур әһәмиәт бирә, шулай уҡ етәкселекте үҙ өҫтөнә алыусыларҙы хөрмәт итмәй. Ҡотҡоға дусар булғанда, улар тиҙ бирешә (Ғиб. һүҙ. 7:21, 22). Йәһүҙә, ныҡ боҙолоп Йәһүәнең рухын юғалтҡан кешеләр килеп сығыр, тип киҫәткән (Йәһ. 18, 19).

6. Рухи кешегә нимә хас?

6 Гонаһлы теләктәре буйынса йәшәгән кешенән айырмалы булараҡ, рухи кеше Алла менән мөнәсәбәттәрен үтә мөһим тип һанай. Ул Алланың изге рухына буйһона һәм Алланан өлгө алырға ынтыла (Ефес. 5:1). Ундай кеше Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен аңлау һәм уны үҙләштереү өсөн тырышлыҡ һала. Уның өсөн Йәһүә — реаль шәхес. Донъяға хас ҡарашлы кешенән айырмалы рәүештә, ул тормошоноң һәр өлкәһен Йәһүәнең нормаларына тура килтерергә тырыша (Зәб. 119:33; 143:10). Рухи кеше «гонаһлы тәбиғәт[кә]» хас эштәр ҡылмай, ә рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы үҫтерә (Гал. 5:22, 23). Рухи ҡарашлы булыуҙың нимә икәнен тағы ла яҡшыраҡ аңлар өсөн, бындай сағыштырыуға иғтибар итәйек: һәр саҡ ыңғай ҡараш һаҡлаған кешене ыңғай ҡарашлы кеше тип атайҙар, ә рухи нәмәләрҙе бик ҡәҙерләгән кешене рухи ҡарашлы кеше тип атап була.

7. Изге Яҙмала рухи кешеләр тураһында нимә әйтелә?

7 Ғайса Мәсих әйткәнсә, рухи кешеләр бәхетле. Матфей 5:3-тә: «Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы», — тип яҙылған. Ә Римдарға 8:6-ла аңлатылғанса, Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен аңлауға беҙҙең тормошобоҙ бәйле. Унда былай тиелгән: «Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау — үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә». Шулай итеп, рухи ҡарашлы булһаҡ, беҙ Алла менән татыулыҡҡа ирешербеҙ, йән тыныслығына һәм мәңге йәшәү өмөтөнә эйә булырбыҙ.

8. Ни өсөн рухи яҡтан ныҡ булып ҡалыу еңел түгел?

8 Беҙ үҙебеҙгә ҙур зыян килтерә алған мөхиттә йәшәйбеҙ. Тирә-яғыбыҙҙағы күпселек кеше Алла хаҡында уйламай, шунлыҡтан аҡылыбыҙҙы һаҡлар өсөн күп көс һалырға кәрәк. Аҡылыбыҙҙы рухи нәмәләр менән тултырмаһаҡ, был донъя уны эгоистик ҡараштар менән тултырыр. Быға юл ҡуймаҫ өсөн нимә эшләргә? Рухи яҡтан нисек үҫергә?

КЕМДӘН ӨЛГӨ АЛЫРҒА?

9. а) Беҙгә рухи кеше булып китергә нимә ярҙам итә ала? б) Беҙ ниндәй рухи кешеләрҙең миҫалдарын ҡарап сығырбыҙ?

9 Балаға ата-әсәһенән өйрәнергә һәм уларҙың яҡшы үрнәгенә эйәрергә кәрәк булған кеүек, беҙгә лә, Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булған кешеләрҙән өйрәнеп, уларҙан үрнәк алырға кәрәк. Был беҙгә рухи кеше булып китер өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңларға ярҙам итер. Икенсе яҡтан, донъяға хас ҡарашлы кешеләрҙең миҫалдарынан нимәнән һаҡланырға кәрәклеген белеп була (1 Кор. 3:1—4). Изге Яҙмала был йәһәттән яҡшы миҫалдар ҙа, насарҙары ла бар. Әйҙәгеҙ, яҡшы миҫалдарҙың ҡайһы берҙәрен — Яҡуп, Мәрйәм һәм Ғайсаның миҫалдарын ҡарап сығайыҡ.

Яҡуптың миҫалынан нимәгә өйрәнеп була? (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Яҡуптың рухи кеше булғаны нимәнән күренә?

10 Күбебеҙҙең осрағындағы кеүек, Яҡуптың да тормошо еңел булмаған. Бер туған ағаһы Ғаяз уны үлтерергә теләгән. Ә ҡайныһы уның иҫәбенә байырға маташҡан. Әммә Яҡуп Йәһүәнең Ибраһимға биргән вәғәҙәһенә бик ныҡ ышанған. Яҡуп шуны белгән: уның ғаиләһе был иҫ киткес вәғәҙәнең үтәлеүендә махсус роль уйнаясаҡ. Шуға күрә ул ғаиләһе хаҡында тырышып ҡайғыртҡан (Баш. 28:10—15). Яҡуп тирә-яғындағы кешеләрҙең насар йоғонтоһона бирелмәгән һәм бер ҡасан да Йәһүәнең вәғәҙәләре хаҡында онотмаған. Мәҫәлән, Ғаяз ағайым миңә ҡурҡыныс менән янай, тип уйлаған сағында ул Аллаға былай тип доға ҡылған: «Ағайым Ғаяздан һаҡлай күр мине... Эй Раббым, Мин һине һаҡлармын, нәҫел-ырыуың диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул саҡлы күп булыр, тип вәғәҙә иткәйнең бит!» (Баш. 32:6—12). Яҡуп Йәһүәнең вәғәҙәләренә ныҡ ышанған һәм быны үҙенең йәшәү рәүеше менән иҫбатлаған.

Мәрйәмдең миҫалынан нимәгә өйрәнеп була? (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Беҙ Мәрйәмдең рухи кеше булғанын ҡайҙан беләбеҙ?

11 Ә хәҙер Мәрйәмдең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул рухи ҡарашлы булғанға, Йәһүә уны Ғайсаның әсәһе итеп һайлаған. Туғандары Зәкәриә менән Елизаветала ҡунаҡта булғанда уның нимә әйткәненә иғтибар итегеҙ. (Лука 1:46—55-те уҡығыҙ.) Күренеүенсә, Мәрйәм Алла Һүҙен яратҡан һәм Еврей Яҙмаларын яҡшы белгән (Баш. 30:13; 1 Сам. 2:1—10; Мал. 3:12). Мәрйәм менән Йософ, никахта булһалар ҙа, Ғайса тыуғансыға тиклем яҡынлыҡ ҡылмағандар. Үҙ теләктәренә ҡарағанда Алланан бирелгән йөкләмә улар өсөн мөһимерәк булған (Матф. 1:25). Бынан тыш, Мәрйәм Ғайсаның тормошонда булған ваҡиғаларға һәм уның аҡыллы һүҙҙәренә иғтибарлы булған. Мәрйәм шул һүҙҙәрҙең «бөтәһен дә йөрәгендә һаҡлаған» (Лука 2:51). Алланың Мәсих тураһындағы вәғәҙәләре уны бик ҡыҙыҡһындырған. Беҙ, Мәрйәмдән үрнәк алып, һәр ваҡыт Алла теләгәнсә эш итергә тырышабыҙмы?

12. а) Ғайса Мәсих Атаһына ниндәй яҡтарҙан оҡшаш булған? б) Беҙ нисек Ғайсанан өлгө ала алабыҙ? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

12 Рухи ҡарашлы булыуҙың иң яҡшы өлгөһө Ғайса Мәсих булған. Ерҙә йәшәгәндә һәм хеҙмәт иткәндә, ул Атаһынан үрнәк алырға теләүен күрһәткән. Ғайса Атаһы кеүек фекер йөрөткән, хис иткән һәм эш иткән. Ул Алланың нормаларын хөрмәт иткән һәм уның ихтыярын үтәгән (Яхъя 8:29; 14:9; 15:10). Мәҫәлән, Йәһүәнең хистәрен тасуирлаған өҙөктө Ғайсаның кешеләргә ҡарата сағылдырған ҡыҙғаныуын һүрәтләгән өҙөк менән сағыштырығыҙ. (Ишағыя 63:9 *; Марк 6:34-те уҡығыҙ.) Беҙ, Ғайсанан өлгө алып, ярҙамға мохтаж булған кешеләргә ҡыҙғаныу сағылдырырға әҙербеҙме? Ғайса һымаҡ, иғтибарыбыҙҙы вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшенә туплайбыҙмы? (Лука 4:43) Рухи ҡарашлы кешеләр ҡыҙғаныусан була һәм башҡаларға ярҙам итергә тырыша.

13, 14. а) Беҙ рухи ҡарашлы ҡәрҙәштәрҙән нимәгә өйрәнә алабыҙ? б) Миҫал килтерегеҙ.

13 Бөгөн дә Ғайсанан өлгө алырға тырышҡан күп рухи ҡарашлы ҡәрҙәштәр бар. Һеҙ, бәлки, уларҙың вәғәзләргә ашҡынып тороуына, ҡунаҡсыл һәм ҡыҙғаныусан булыуына иғтибар итәһегеҙҙер. Камил булмаһалар ҙа, улар яҡшы сифаттар үҫтерер өсөн һәм Йәһүә теләгәнде эшләр өсөн күп тырышлыҡ һалалар. Бразилиянан Рейчел исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин мода буйынса кейенергә яраттым, бының арҡаһында бик үк тыйнаҡ кейенмәй инем. Хәҡиҡәтте белгәс, мин рухи кеше булып китергә ҡарар иттем. Шундай үҙгәрештәр яһау еңел булманы, әммә бының ярҙамында тормошом бәхетлерәк һәм мәғәнәлерәк булып китте».

14 Филиппинда йәшәгән Рейлин исемле апай-ҡәрҙәш башҡа ауырлыҡ менән осрашҡан. Хәҡиҡәттә булһа ла, ул юғары белем алыуға һәм яҡшы эш табыуға ҙур әһәмиәт биргән. Ваҡыт уҙыу менән рухи маҡсаттар уның тормошонда артҡы планға күскән. Ул былай ти: «Мин үҙемде эштән күпкә мөһимерәк булған бер нәмәнән мәхрүм иткәнемде аңлай башланым». Рейлин үҙенең фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәрткән һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе тормошонда беренсе урынға ҡуйған. Хәҙер ул Йәһүәнең Матфей 6:33, 34-тә яҙылған вәғәҙәһенә тулыһынса ышана. Рейлин былай тип бүлешә: «Мин Йәһүәнең үҙем хаҡында ҡайғыртасағына һис тә шикләнмәйем!» Моғайын, һеҙҙең йыйылышығыҙҙа ла шундай ҡәрҙәштәр барҙыр. Уларҙың нисек Ғайса Мәсихтән өлгө алғанын күргәндә, беҙ уларҙың яҡшы үрнәгенә эйәрергә теләйбеҙ (1 Кор. 11:1; 2 Фес. 3:7).

«МӘСИХ АҢЫНА» ЭЙӘ БУЛЫУ

15, 16. а) Ғайсанан өлгө алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? б) «Мәсих аңы» беҙгә тәьҫир итһен өсөн, нимә эшләп була?

15 Беҙ нисек Ғайса Мәсихтән өлгө ала алабыҙ? 1 Коринфтарға 2:16-ла аңлатылғанса, «Мәсих аңына» эйә булырға кәрәк. Ә Римдарға 15:5-тә (ЯДТ): «Фекер йөрөтөү рәүешегеҙ Мәсих Ғайсаныҡы кеүек булһын», — тиелә. Тимәк, Ғайсанан өлгө алыр өсөн, беҙгә уның нисек фекер йөрөткәнен, хис иткәнен һәм эш иткәнен белергә кәрәк. Ғайса өсөн Алла менән мөнәсәбәттәрҙән мөһимерәк бер нәмә лә булмаған. Шунлыҡтан, Ғайсанан өлгө алып, беҙ Йәһүәгә яҡынлашабыҙ. Бына ни өсөн Ғайса кеүек фекер йөрөтөргә өйрәнеү бик мөһим.

16 Бының өсөн нимә эшләргә? Шәкерттәре Ғайсаның мөғжизәләр ҡылыуын күргән, халыҡты өйрәтеүен тыңлаған, төрлө кешеләр менән нисек мөғәмәлә итеүен һәм Йәһүәнең принциптарын тормошта ҡулланыуын күҙәткән. Улар: «Беҙ... Ул ҡылған барса эштәрҙең шаһиты», — тип әйткән (Ғәм. 10:39). Бөгөн Ғайсаны күрергә мөмкинселегебеҙ булмаһа ла, беҙ уның шәхесен һүрәтләгән Инжил китабын уҡый алабыҙ. Матфей, Марк, Лука һәм Яхъя бәйән иткән хәбәрҙәрҙе уҡып һәм уҡығандарыбыҙ өҫтөндә уйланып, Ғайсаның фекер йөрөтөү рәүеше тураһында күп нәмә белеп була. Был беҙгә уның «эҙенән барырға» һәм «Уныҡы кеүек үк фекерләү рәүеше[нә]» эйә булырға ярҙам итер (1 Пет. 2:21; 4:1, 2).

17. Ғайса кеүек фекер йөрөтөү ниндәй фатихалар килтерә?

17 Ғайса Мәсих кеүек фекер йөрөтөү ниндәй фатихалар килтерә? Файҙалы ризыҡ менән туҡланыу физик һаулығыбыҙҙы нығытҡан кеүек, аҡылыбыҙҙы Ғайсаның фекер йөрөтөүенә хас уйҙар менән тултырыу рухи һаулығыбыҙҙы нығыта. Әкренләп беҙ Ғайсаның теге йә был хәлдә нисек эш итерен аңлай барабыҙ. Был, үҙ сиратында, Алланы ҡыуандырырға һәм выжданыбыҙҙы саф килеш һаҡларға мөмкинлек биргән аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә. Был фатихалар тормошобоҙ менән «Ғайса Мәсих идара итһен» өсөн сәбәп булып тормаймы ни? (Рим. 13:14)

18. Һеҙ рухи кеше булыуҙың нимә аңлатҡаны хаҡында нимә белдегеҙ?

18 Был мәҡәләнән беҙ рухи кеше булыуҙың нимә аңлатҡанын күрҙек. Шулай уҡ изге рух тәьҫире аҫтында эш иткән кешеләрҙең миҫалдарын ҡарап сыҡтыҡ. Бынан тыш, беҙ «Мәсих аңына» эйә булыу Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә һәм уның менән яҡын мөнәсәбәттәр һаҡларға ярҙам итә икәнен белдек. Әммә башҡа мөһим һорауҙар ҙа бар. Мәҫәлән, үҙебеҙҙең рухи яҡтан ни тиклем ныҡ булыуыбыҙҙы нисек белеп була? Рухи яҡтан тағы ла көслөрәк булыр өсөн нимә эшләргә? Һәм рухи ҡарашлы булыуыбыҙ көндәлек тормошобоҙҙан нисек күренер? Был һорауҙарға яуаптар киләһе мәҡәләлә биреләсәк.

^ 12 абз. Ишағыя 63:9: «Улар ғазап сиккәндә, ул да ғазап сикте. Уның шәхси хәбәрсеһе уларҙы ҡотҡарҙы. Мөхәббәтен һәм рәхимлелеген күрһәтеп, ул уларҙы йолоп алды, ул уларҙы күтәрҙе һәм бөтә үткән көндәрҙә алып барҙы».