Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Шатлыҡ — Алла биргән бүләк

Шатлыҡ — Алла биргән бүләк

БӨТӘ кешеләр ҙә тормоштоң шатлыҡ килтереүен теләй. Ләкин беҙ Изге Яҙмала «ауыр ваҡыттар» тип аталған һуңғы көндәрҙә йәшәйбеҙ (2 Тим. 3:1). Ғәҙелһеҙлек, ауырыуҙар, эшһеҙлек, яҡындарҙы юғалтыу һәм башҡа борсолоуҙар — былар барыһы ла һиҙҙермәй генә шатлыҡтан мәхрүм итә. Ҡайһы саҡта хатта Алла хеҙмәтселәре лә шатлығын юғалта һәм күңел төшөнкөлөгөнә бирелә. Әгәр һеҙҙең менән дә шундай хәл булһа, нисек шатлыҡты ҡайтарырға?

Тәүҙә, әйҙәгеҙ, ысын шатлыҡтың нимә икәнен беләйек һәм, ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, шатлыҡлы булып ҡалғандарҙың миҫалдарын ҡарап сығайыҡ. Шунан һуң беҙгә шатлыҡты юғалтмаҫҡа һәм хатта уны арттырырға нимә ярҙам итә икәнен белербеҙ.

ЫСЫН ШАТЛЫҠ НИМӘ УЛ?

Ысын шатлыҡ — ул күтәренке кәйеф кенә түгел. Миҫал килтерәйек. Байтаҡ ҡына эсеп алғандан һуң, кешенең кәйефе күтәрелергә мөмкин. Ләкин айнығас, унда көлкө ҡайғыһы юҡ, һәм ул проблемалары бер ҙә кәмемәгәнен аңлай. Ундай тиҙ үтә торған кәйеф күтәренкелегенең ысын шатлыҡ менән бер уртаҡ яғы ла юҡ (Ғиб. һүҙ. 14:13).

Шатлыҡ — ул бик тәрән хис. Ул ниндәйҙер яҡшы нәмә көткәндә йәки алғанда барлыҡҡа килә. Шатлыҡлы кеше теләһә ниндәй шарттарҙа ла — уңайлымы, юҡмы — барыбер бәхетле (1 Фес. 1:6). Уны нимәлер борсорға мөмкин, ләкин шул уҡ ваҡытта уның күңеленән шатлыҡ китмәй. Мәҫәлән, илселәрҙе Мәсих тураһында һөйләгәндәре өсөн туҡмаһалар ҙа, улар «Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып» киткәндәр (Ғәм. 5:41). Әлбиттә, илселәр яза алғандары өсөн түгел, ә Аллаға тоғро булып ҡала алғандары өсөн шатланған.

Ундай шатлыҡ — тыумыштан килгән хис түгел, һәм ул автоматик рәүештә барлыҡҡа килмәй. Ни өсөн? Сөнки шатлыҡ — Алланың изге рухы емешенең бер өлөшө. Алла рухының ярҙамы менән беҙ «яңы кешегә» әйләнә алабыҙ, ә уға шулай уҡ шатлыҡ та хас (Ефес. 4:24; Гал. 5:22). Ысын шатлыҡ үҫтерһәк, тормош ауырлыҡтарын кисереп сығыуы еңелерәк буласаҡ.

ҮРНӘК АЛЫРЛЫҠ МИҪАЛДАР

Йәһүә Алла ерҙә барыһының да бәхетле булыуын теләгән. Ләкин бөгөн бөтә ерҙә законһыҙлыҡ хөкөм һөрә. Был Алланы шатлыҡтан мәхрүм иткәнме? Юҡ. Изге Яҙмала: «Көс-ҡеүәт һәм шатлыҡ — уның йәшәү урынында», — тип әйтелә (1 Йыл. 16:27). Бынан тыш, Йәһүәнең йөрәген уның хеҙмәтселәренең яҡшы эштәре һөйөндөрә (Ғиб. һүҙ. 27:11).

Беҙ Йәһүәнән үрнәк ала алабыҙ. Әгәр нимәлер беҙ планлаштырғанса килеп сыҡмаһа, сиктән тыш ҡайғырырға кәрәкмәй. Иғтибарыбыҙҙы үҙебеҙҙә булған яҡшы нәмәләргә туплап, буласаҡ яҡшы нәмәләрҙе түҙемлек менән көтөү күпкә һәйбәтерәк *.

Изге Яҙмала ябай булмаған шарттарҙа шатлыҡты юғалтмаған Алла хеҙмәтселәренең күп миҫалдары килтерелә. Шуларҙың береһе — Ибраһим. Уға бер нисә тапҡыр үлем ҡурҡынысы янаған, һәм ул башҡаларҙың ғәйебе арҡаһында күп ҡайғы кисергән (Баш. 12:10—20; 14:8—16; 16:4, 5; 20:1—18; 21:8, 9). Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, Ибраһим шатлығын юғалтмаған. Уның нисек шулай килеп сыҡҡан? Ул һәр ваҡыт Мәсих етәкселегендәге яңы донъяла йәшәү өмөтөн иҫендә тотҡан (Баш. 22:15—18; Евр. 11:10). Ғайса уның тураһында: «Атағыҙ Ибраһим Мин килгән көндө күрәсәгенә шатланды», — тигән (Яхъя 8:56). Беҙ, буласаҡ фатихалар тураһында уйланып, Ибраһимдан өлгө ала алабыҙ (Рим. 8:21).

Ибраһим һымаҡ, илсе Павел менән уның хеҙмәттәше Сила ла Алланың вәғәҙәләрен иҫендә тотҡан. Уларҙың иманы ныҡ булған, һәм бер ниндәй һынауҙар ҙа уларҙың шатлығына тәьҫир итә алмаған. Мәҫәлән, бер көндө уларҙы ҡамсы менән ныҡ итеп туҡмағандар һәм төрмәгә ултыртҡандар. Ләкин бынан һуң «Павел менән Сила доға ҡыл[ған], Алланы данлап мәҙхиәләр» йырлаған (Ғәм. 16:23—25). Уларҙы өмөт нығытҡан, һәм, Мәсих исеме өсөн ғазап сиккәндәрен аңлағанға, улар шатлыҡты юғалтмаған. Аллаға тоғро хеҙмәт итеү килтергән фатихаларҙы иҫтә тотоп, беҙ ҙә уларҙан өлгө ала алабыҙ (Флп. 1:12—14).

Бөгөн дә Алланың халҡында ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан шатлыҡлы булып ҡалған ҡәрҙәштәр бик күп. Бына бер миҫал: 2013 йылдың ноябрендә Филиппиндың үҙәк өлөшөнә «Хайян» исемле супертайфун ябырылған. Йәһүә шаһиттарының 1000-дән ашыу ғаиләһе йортһоҙ ҡалған. Таклобан ҡалаһынан өйө бөтөнләй емерелгән Джордж былай тигән: «Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ҡәрҙәштәр бәхетле. Беҙ кисергән йән тыныслығын һүҙҙәр менән әйтеп бөтөрөрлөк түгел». Әгәр Йәһүәнең беҙҙең өсөн нимә эшләүе тураһында рәхмәтлелек менән уйланһаҡ, һынауҙар менән осрашҡанда ла шатлығыбыҙҙы юғалтмаҫбыҙ. Беҙҙең шатланыр өсөн тағы ниндәй сәбәптәребеҙ бар?

ШАТЛАНЫР ӨСӨН СӘБӘПТӘР

Шатланыр өсөн иң төп сәбәп — Алла менән яҡын мөнәсәбәттәребеҙ. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: беҙ Ғаләм Хакимын беләбеҙ! Ул — беҙҙең Атай, Алла һәм Дуҫ (Зәб. 71:17, 18).

Бынан тыш, беҙ тормош бүләген һәм тормош килтергән шатлыҡты юғары баһалайбыҙ (Вәғ. 3:12, 13). Йәһүә беҙҙе үҙенә йәлеп иткәнгә, беҙ уның беҙҙән нимә көткәнен аңлайбыҙ (Кол. 1:9, 10). Шуға күрә тормошобоҙ тәрән мәғәнәле, һәм беҙ тормошта нимә иң мөһиме икәнен беләбеҙ. Күп кешеләр иһә нимә өсөн йәшәгәндәрен белмәй. Илсе Павел был айырманы ошондай һүҙҙәр менән күрһәткән: «„Үҙен яратыусыларға Алланың нимә әҙерләгәнен бер күҙ ҙә күрмәгән, бер ҡолаҡ та ишетмәгән һәм был турала әҙәм күңеленә бер уй ҙа килмәгән“. Беҙгә иһә быларҙы Алла үҙенең рухы аша асып бирҙе» (1 Кор. 2:9, 10). Йәһүәнең ихтыярын аңлау беҙгә шатлыҡ килтермәйме ни?

Йәһүәнең беҙҙең өсөн тағы нимә эшләгәне тураһында уйлағыҙ. Мәҫәлән, беҙҙең гонаһтарыбыҙ кисерелә (1 Яхъя 2:12). Алла беҙгә тиҙҙән яңы донъя буласағына ныҡлы өмөт бирә (Рим. 12:12). Йәһүә ярҙамында беҙҙең бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙ бар (Зәб. 133:1). Алла Һүҙенән күренеүенсә, Йәһүә үҙенең халҡын Шайтандан һәм уның ендәренән һаҡлай (Зәб. 91:11). Бөтә ошо фатихалар хаҡында уйланһаҡ, беҙ шатлығыбыҙ үҫкәнен һиҙербеҙ (Флп. 4:4).

ШАТЛЫҠТЫ НИСЕК АРТТЫРЫРҒА?

Инде шатлыҡлы булған мәсихсе тағы ла шатлыҡлыраҡ булып китә аламы? Ғайса: «Ҡыуанысымды һеҙ татыһын һәм ул бар булмышығыҙҙы биләп алһын тип, һеҙгә ошоларҙы һөйләнем», — тигән (Яхъя 15:11). Тимәк, беҙ тағы ла шатлыҡлыраҡ була алабыҙ. Ошондай миҫал ҡарайыҡ. Усаҡ нығыраҡ янһын өсөн, унда утын ырғытырға кәрәк. Тап шулай уҡ, шатлыҡты арттырыр өсөн, беҙгә Алланың изге рухы кәрәк. Тимәк, әгәр беҙ, даими рәүештә Йәһүәнән изге рух һорап, уның шул рух тәьҫире аҫтында яҙылған Һүҙе тураһында уйланһаҡ, шатлығыбыҙ артасаҡ (Зәб. 1:1, 2; Лука 11:13).

Шулай уҡ, Алла хуплаған эштәр менән әүҙем шөғөлләнеп, күберәк шатлыҡ кисереп була (Зәб. 35:27; 112:1). Ни өсөн? Беҙ, хаҡ Алланы тәрән хөрмәт итеп, уның әмерҙәрен үтәр өсөн барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ, Изге Яҙма буйынса, «был — кешенең төп бурысы бит» (Вәғ. 12:13). Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙ Алла ихтыярын үтәүгә һәләтле итеп барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ. Шуның өсөн, Йәһүәгә хеҙмәт итеп, беҙ иң ҙур шатлыҡ кисерә алабыҙ *.

ШАТЛЫҠ ЯҠШЫ ЕМЕШТӘР КИЛТЕРӘ

Ысын шатлыҡ тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләренә ыңғай йоғонто яһай. Мәҫәлән, күктәге Атабыҙға ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан шатланып хеҙмәт итһәк, беҙ уға ҙур ҡәнәғәтлек килтерербеҙ (Ҡан. 16:15; 1 Фес. 5:16—18). Бынан тыш, нимә ысын шатлыҡ килтереүен иҫтә тотоп, беҙ матди байлыҡҡа ынтылмаҫбыҙ, киреһенсә, теләберәк Батшалыҡ хаҡына ҡорбандарға барырбыҙ (Матф. 13:44). Шундай ҡорбандарға барыу яҡшы емештәр килтереүен күреп, беҙҙең тағы ла күберәк шатлыҡ һәм күңел тыныслығы булыр, һәм шатлығыбыҙ башҡаларға ла таралыр (Ғәм. 20:35; Флп. 1:3—5).

«Әгәр бөгөн һеҙ тормошоғоҙҙан ҡәнәғәт һәм үҙегеҙҙе бәхетле итеп хис итәһегеҙ икән, киләсәктә, моғайын, һаулығығыҙ нығыраҡ булыр», — тип яҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәргән Небраска (АҠШ) штатындағы Университеттан бер ғалим. Был Изге Яҙмалағы: «Шат йөрәк — яҡшы дауа ул», — тигән һүҙҙәргә тулыһынса тап килә (Ғиб. һүҙ. 17:22). Эйе, кеше шатлыҡлыраҡ булған һайын, уның һаулығы яҡшыраҡ булыу ихтималлығы арта.

Беҙ бик тынғыһыҙ ваҡытта йәшәйбеҙ, шулай ҙа доға ҡылыу, Йәһүәнең Һүҙен өйрәнеү һәм уның өҫтөндә уйланыу ярҙамында изге рух алып, үтмәй торған ысын шатлыҡ кисерә алабыҙ. Йәһүәнең беҙҙе инде нисек фатихалағаны тураһында уйланып, башҡа хеҙмәтселәрҙең иманын үрнәк итеп алып һәм Алла ихтыярын үтәргә тырышып, беҙ шатлығыбыҙҙы арттырырбыҙ. Шул саҡта беҙ Зәбур 64:10-дағы: «Тәҡүә кеше Йәһүәлә һөйөнөс һәм һыйыныр урын табыр», — тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инана алырбыҙ.

^ 10 абз. Түҙемлек рух емешен тәшкил иткән сифаттар тураһындағы мәҡәләләрҙең береһендә ҡараласаҡ.

^ 20 абз. Шулай уҡ «“ Тағы нимә шатлыҡ килтерә?» тигән рамканы ҡарағыҙ.