Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-СӨ СИФАТ

Стресҡа бирешмәүсәнлек

Стресҡа бирешмәүсәнлек

НИМӘ УЛ СТРЕСҠА БИРЕШМӘҮСӘНЛЕК?

Стресҡа бирешмәгән кеше, ауырлыҡтар һәм күңел төшөнкөлөгө кисергәндән һуң, тиҙ аяҡҡа баҫа. Ундай һәләт тәжрибә аша килә. Бала, йығылмайынса йөрөргә өйрәнә алмаған кеүек, тормошта еңелеүҙәр кисермәйенсә уңышҡа ирешә алмай.

НИ ӨСӨН СТРЕСҠА БИРЕШМӘҮ ШУЛ ТИКЛЕМ МӨҺИМ?

Уңышһыҙлыҡ, тәнҡит һәм ҡайғы-хәсрәт баланы аптырашта ҡалдырырға мөмкин. Ҡайһылары хатта төшөнкөлөккә бирелә. Әммә бөтә балаларға ла шуны аңларға кәрәк:

  • Кеше бик тырышһа ла, уңышһыҙлыҡҡа осрарға мөмкин (Яҡуб 3:2).

  • Һәр кеше бәләгә осрай ала (Вәғәзсе 9:11).

  • Өйрәнеү өсөн төҙәтеү бик мөһим (Ғибрәтле һүҙҙәр 9:9).

Стресҡа бирешмәү балаға тормоштағы ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа ярҙам итер.

СТРЕСҠА СЫҘАМЛЫ БУЛЫРҒА НИСЕК ӨЙРӘНЕРГӘ

Бала уңышһыҙлыҡҡа осрағанда.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Тәҡүә кеше, ете тапҡыр йығылһа ла, яңынан торор» (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:16).

Баланы проблемаға дөрөҫ баһа бирергә өйрәтегеҙ. Мәҫәлән, мәктәптә контроль эшен эшләй алмаһа, ул нимә эшләр? «Мин бер нәмә лә белмәйем», — тип бирешергә мөмкин.

Бала стресҡа бирешмәҫкә өйрәнһен өсөн, хаталарына анализ яһарға һәм һығымта эшләргә ярҙам итегеҙ. Шулай итеп ул проблеманың ҡорбаны булып китмәҫ, ә үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алыр.

Шул уҡ ваҡытта бала өсөн проблеманы үҙегеҙ хәл итергә тырышмағыҙ, ә уны хәл итеү планын төҙөргә ярҙам итегеҙ. Мәҫәлән, контроль эш тураһында әйткәндә: «Был теманы яҡшыраҡ аңлар өсөн, һин нимә эшләй алаһың?» — тип һорағыҙ.

Бәлә килгәндә.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Иртәгә ни булырын белмә[йһегеҙ]» (Яҡуб 4:14).

Тормошта нимә булырын алдан белеп булмай. Бөгөн бай кеше бөлгөнлөккә төшөргә, сәләмәт кеше ауырып китергә мөмкин. Изге Яҙмала былай тиелә: «Һәр ваҡытта ла йүгерештә — етеҙҙәр, ә һуғышта көслөләр еңмәй... сөнки уларҙың һәммәһе лә көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә эләгә» (Вәғәзсе 9:11).

Әлбиттә, һеҙ улығыҙҙы йә ҡыҙығыҙҙы ҡурҡыныстан яҡлар өсөн ҡулығыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйһегеҙ. Әммә ысынында баланы бөтә бәләләрҙән дә яҡлау мөмкин түгел.

Балағыҙ бәләкәй булғанға, ул эш юғалтмаҫ һәм финанс ҡыйынлыҡтарға осрамаҫ. Ләкин һеҙ уға башҡа проблемаларҙы, мәҫәлән, дуҫы менән ыҙғыш йәки яҡын кешеһенең үлемен кисереп сығырға ярҙам итә алаһығыҙ a.

Баланы ғәҙел тәнҡитләгәндә.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Кәңәшкә ҡолаҡ һал... һәм киләсәктә һин зирәк булырһың» (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:20).

Нигеҙле тәнҡит — ул кәмһетеү түгел, уның маҡсаты — балаға тәртибендә йә холҡонда нимәнелер төҙәтергә ярҙам итеү.

Балағыҙҙы тәнҡитте ҡабул итергә өйрәтһәгеҙ, үҙегеҙҙе лә, уны ла артыҡ борсолоуҙарҙан һаҡларһығыҙ. «Хатаһын төҙәтергә ҡушмаһаҡ, ул бер нәмәгә лә өйрәнмәйәсәк, — ти өс бала атаһы Джон. — Улар һәр ваҡыт бәләгә эләгер, ә һеҙ ғүмер буйы уларҙы бәләнән ҡотҡарып йөрөрһөгөҙ. Был һеҙҙе лә, балаларығыҙҙы ла бәхетһеҙ итер».

Балағыҙға ғәҙел тәнҡиткә дөрөҫ ҡарарға нисек ярҙам итергә? Уға мәктәптә йә башҡа урында кәңәш бирелһә, был ғәҙел түгел, тип әйтергә ашыҡмағыҙ. Унан былай тип һорағыҙ:

  • «Нисек уйлайһың, ни өсөн һиңә кәңәш бирелде?»

  • «Һиң үҙендә нимәне төҙәтә алаһың?»

  • «Һиңә тағы кәңәш бирһәләр, нимә эшләрһең?»

Онотмағыҙ, ғәҙел тәнкит хәҙер ҙә, үҙ аллы тормошта ла файҙалы булыр.

a 2008 йылғы «Күҙәтеү манараһының» 1-се октябрь һанындағы сығарылышында (тат.) «Ҡайғырған балаға нисек булышырға?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.