Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Тоғролоҡ, якорь һымаҡ, тормоштоң ел-дауыллы ваҡыттарында никахты ныҡ килеш һаҡлай

ИРЛЕ-ҠАТЫНЛЫЛАР ӨСӨН

1. Тоғролоҡ

1. Тоғролоҡ

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА

Никахтарына тоғро булған ирле-ҡатынлылар уны ғүмерлек союз тип һанай, һәм был уларҙа хәүефһеҙлек хисе уята. Улар тормош иптәшенең хатта ауыр ваҡыттарҙа ла никах антына тоғро булырына ышана.

Ҡайһы бер парҙар туғандарының йә дуҫтарының фекеренән ҡурҡып айырылышмай. Ләкин никахтың яратыу һәм хөрмәткә нигеҙләнгән тоғролоҡ хисе менән беркетелгән булыуы күпкә яҡшыраҡ.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Ир ҙә үҙ ҡатынын ташламаһын» (1 Коринфтарға 7:11).

«Никахыңа тоғро булһаң, үпкәләргә ашыҡмайһың. Һәр ваҡыт ғәфү итергә һәм ғәфү үтенергә әҙерһең. Һинең өсөн проблемалар тупик түгел, ә еңеп сығырға кәрәк булған кәртә генә» (Майк).

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ

Проблемалар менән осрашҡанда, тоғролоғо булмаған ирле-ҡатынлылар, беҙ бер-беребеҙгә тура килмәйбеҙ, шуға беҙгә айырылышырға кәрәк, тип уйларға мөмкин.

«Күптәр, бик булмаһа, айырылырмын, тигән уй менән өйләнешә. Әгәр кешеләр өйләнешкәндә үк айырылышыу тураһында уйлай икән, был уларға баштан уҡ тоғролоҡ етмәгәнен күрһәтә» (Джен).

НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА

ҮҘЕГЕҘҘЕ ТИКШЕРЕГЕҘ

Әрләшкән саҡта:

  • Был кеше менән никахҡа инеүегеҙгә үкенәһегеҙме?

  • Башҡа кеше тураһында хыялланаһығыҙмы?

  • «Мин һинән китәм!» йәки «Ҡәҙеремде белгән кешене табам» кеүегерәк һүҙҙәр әйтәһегеҙме?

Әгәр бер йә бер нисә һорауға «эйе» тип яуап бирһәгеҙ, никахҡа тоғролоғоғоҙҙо нығытырға ваҡыт.

БЕРГӘ ФЕКЕР АЛЫШЫҒЫҘ

  • Бер-беребеҙгә ҡарата тоғролоғобоҙ кәмегәнен һиҙәбеҙме? Әгәр шулай икән, ни өсөн?

  • Тоғролоғобоҙҙо нығытыр өсөн нимә эшләй алабыҙ?

КӘҢӘШТӘР

  • Бер-берегеҙгә ҡыҫҡа ғына мөхәббәт хаттары яҙығыҙ.

  • Эш урынында өҫтәлгә тормош иптәшегеҙҙең фотографияһын ҡуйығыҙ.

  • Бергә булмағанда, бер-берегеҙгә шылтыратығыҙ йә смс-хәбәрҙәр ебәрегеҙ.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын» (Матфей 19:6).