Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Тәрбиәләү саралары, кәмәнең руле һымаҡ, балаға дөрөҫ йүнәлештә барырға ярҙам итә

АТА-ӘСӘЛӘР ӨСӨН

6. Тәрбиәләү саралары

6. Тәрбиәләү саралары

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА

Тәрбиәләү — ул йүнәлеш биреү һәм өйрәтеү. Ҡай саҡта был баланың тәртибен төҙәтер өсөн яза биреүҙе лә үҙ эсенә ала. Ләкин йыш ҡына тәрбиәләү сараларының маҡсаты — баланы, үҙе дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә алһын өсөн, яҡшыны ямандан айыра белергә өйрәтеү.

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ

Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер ата-әсәләр, балаларының үҙбаһаһын түбәнәйтеүҙән ҡурҡып, тәрбиәләү саралары ҡулланмай башлаған. Ләкин балалары хаҡында ысынлап ҡайғыртҡан ата-әсәләр өйҙә ҡағиҙәләр урынлаштырырға ҡурҡмай һәм балаларын шул ҡағиҙәләрҙе тоторға өйрәтә.

«Бала гармониялы үҫешһен өсөн, уға нимә рөхсәт ителә, нимә юҡ икәнен асыҡ күрһәтергә кәрәк. Тейешле тәрбиә булмаһа, балалар — йүнәлешен юғалтып аҙаша һәм хатта емерелә алған рулһеҙ карап кеүек» (Памела).

НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА

Эҙмә-эҙлекле булығыҙ. Әгәр балағыҙ һеҙҙең ҡағиҙәләрҙе тотмаһа, тейешле саралар күрегеҙ. Икенсе яҡтан, әгәр ул һеҙҙе тыңлаһа, маҡтамай ҡалмағыҙ.

«Мин балаларымды тыңлаусан булғандары өсөн йыш маҡтайым, был донъяла тыңлаусанлыҡ бик һирәк бит. Маҡтау уларға тейешле язаны еңелерәк ҡабул итергә ярҙам итә» (Кристин).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Кеше ни сәсһә, шуны ура» (Галаттарға 6:7).

Аҡыллы булығыҙ. Тәрбиәләү саралары баланың йәшенә һәм һәләттәренә тура килергә тейеш. Яза, баланың ғәйебе менән бәйле булһа, күберәк файҙа килтерә. Мәҫәлән, әгәр бала телефон менән бәйле ҡағиҙәләрҙе боҙһа, ниндәйҙер ваҡытҡа уның телефон менән ҡулланыуын сикләргә була. Бер ҡасан да балағыҙға асыуығыҙҙы килтергәне өсөн генә яза бирмәгеҙ.

«Балам белә тороп тыңламанымы, әллә яңылыш ҡына эшләнеме икәнен аңларға тырышам. Холҡондағы бөтөрөргә кәрәк булған кире һыҙат һәм иғтибар итергә кәрәк булған бәләкәй хата араһында ҙур айырма бар» (Уэндэл).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Атайҙар, балаларығыҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһен өсөн, уларҙы рәнйетмәгеҙ» (Колосстарға 3:21).

Яратып тәрбиәләгеҙ. Ата-әсәләре яратыуҙан сығып эш иткәнен аңлаһалар, балаларға тәрбиәне ҡабул итеү еңелерәк.

«Улыбыҙ хаталанғанда, һинең элек ҡабул иткән бөтә яҡшы ҡарарҙарың менән ғорурланабыҙ, тип әйтә инек. Беҙ уға, хатаңды төҙәтергә тырышһаң, ул һинең репутацияңды боҙмаҫ, ә беҙ һиңә ярҙам итербеҙ, тип аңлата торғайныҡ» (Дэниел).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле» (1 Коринфтарға 13:4).