Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Бер команда булыу — бер самолеттағы ике пилот кеүек берҙәм эш итеү ул

ИРЛЕ-ҠАТЫНЛЫЛАР ӨСӨН

2. Хеҙмәттәшлек

2. Хеҙмәттәшлек

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА

Ир менән ҡатын, бер самолеттағы ике пилот кеүек, бер команда булып эш итергә тейеш. Хатта ауырлыҡтар килеп сыҡҡанда ла, икеһенә лә «мин» тип түгел, «беҙ» тип уйларға кәрәк.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн» (Матфей 19:6).

«Никах ул — соло түгел, ә дуэт. Никах ныҡ булһын өсөн, ир менән ҡатын тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә тейеш» (Кристофер).

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ

Ауырлыҡтар килеп сыҡҡанда, бер команда булмаған ир менән ҡатын, бергәләп проблеманы хәл итер урынға, бер-береһенә һөжүм итә. Һөҙөмтәлә, төймәләй генә ауырлыҡ дөйәләй проблемаға әйләнергә мөмкин.

«Никахта бер команда булыу бик мөһим. Әгәр улай түгел икән, ир менән ҡатын күршеләр кеүек: бергә йәшәйҙәр, ә мөһим һорауҙар килеп сыҡҡанда, һәр кем үҙенә башҡа» (Александра).

НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА

ҮҘЕГЕҘҘЕ ТИКШЕРЕГЕҘ

  • Эшләп тапҡан аҡсамды үҙемдеке тип һанайыммы?

  • Ныҡлап ял итер өсөн, миңә тормош иптәшемдән айырым булырға кәрәкме?

  • Тормош иптәшем туғандары менән яҡшы мөнәсәбәттә булһа ла, мин улар менән аралашмаҫҡа тырышаммы?

БЕРГӘ ФЕКЕР АЛЫШЫҒЫҘ

  • Ниндәй өлкәләрҙә беҙ бер команда кеүек эш итәбеҙ?

  • Ниндәй өлкәләрҙә беҙгә яҡшырырға кәрәк?

  • Беҙгә яҡшыраҡ хеҙмәттәшлек итергә нимә ярҙам итер?

КӘҢӘШТӘР

  • Теннистағы кеүек, сетканың ике яғында бер-берегеҙгә ҡаршы уйнар урынға, бер команда булып бер яҡта уйнағыҙ.

  • «Миңә нисек еңергә?» тип түгел, «беҙгә нисек еңергә?» тип уйлау яҡшыраҡ.

«Кем хаҡлы, кем ғәйепле икәнен асыҡларға маташмағыҙ. Ғаиләләге тыныслыҡ һәм гармония күпкә мөһимерәк» (Итан).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен» (Филиптарға 2:3, 4).