ЙӘШТӘР ӨСӨН
10. Ышаныслы булыу
БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА
Ышаныслы кешегә ата-әсәһе, дуҫтары һәм эш биреүселәре ышана. Ул ҡағиҙәләр буйынса йәшәй, үҙ һүҙен тота һәм һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләй.
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ
Ғәҙәттә, һиңә күпме ирек бирелеүе туранан-тура үҙеңде ни тиклем ышаныслы итеп күрһәтеүеңә бәйле.
«Атай-әсәйеңдең ышанысын яулар өсөн иң яҡшы юл — үҙеңде уларҙың янында ғына түгел, улар күрмәгән саҡта ла рухи яҡтан өлгөрөп еткән һәм яуаплы кеше итеп күрһәтеү» (Сарахи).
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Үҙегеҙҙе һынағыҙ» (2 Коринфтарға 13:5).
НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА
Әгәр һин күберәк ирек алырға йәки юғалтҡан ышанысты кире ҡайтарырға теләһәң, түбәндәге аҙымдарҙы эшләп ҡара.
Намыҫлы бул. Ышанысты иң ныҡ ҡаҡшатҡан нәмә — ялған. Һәм киреһенсә, һин асыҡ һәм намыҫлы булһаң, айырыуса хаталарыңа килгәндә, башҡаларҙың ышанысын яуларһың.
«Барыһы ла шыма ғына барғанда намыҫлы булыу еңел. Ләкин үҙеңде насар яҡтан күрһәткән хаталарыңды таныһаң, кешеләр һиңә күберәк ышаныр» (Кайман).
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ» (Еврейҙарға 13:18).
Яуаплы бул. АҠШ-та үткәрелгән бер тикшеренеү буйынса, персонал һайлау буйынса белгестәрҙең 78 проценты яуаплылыҡты эш биреүселәр эш тәжрибәһе булмаған кешеләрҙә ҡәҙерләгән өс төп сифаттың береһе тип һанай. Хәҙерҙән үк яуаплы булырға өйрәнһәң, был һиңә үҙ аллы тормошта кәрәк буласаҡ.
«Ата-әсәйемә өйҙәге эштәргә яуаплы ҡарауым һәм ҡушҡан эште шунда уҡ үтәүем оҡшай. Мин яуаплыраҡ булған һайын, улар миңә нығыраҡ ышана» (Сара).
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Мин һиңә... хатта һорағаныма ҡарағанда күберәк эшләйәсәгеңде белеп яҙам» (Филимонға 21).
Сабыр бул. Һинең үҫеп еткәнең башҡаларға шунда уҡ күренә. Ә бына кешеләр һинең рухи яҡтан өлгөргәнеңде һәм яуаплыраҡ булып киткәнеңде күрһен өсөн, ваҡыт кәрәк.
«Ата-әсәйеңдең һәм башҡаларҙың ышанысын яулар өсөн, бер генә тапҡыр яуаплы булыу етмәй. Бының өсөн һиңә ышаныслы икәнеңде бер ни тиклем ваҡыт дауамында күрһәтергә кәрәк» (Брэндон).
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Сабыр булығыҙ» (Колосстарға 3:12).