АТА-ӘСӘЛӘР ӨСӨН
8. Үрнәк
БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА
Ата-әсәләр, өйрәткәндәре буйынса йәшәһә, яҡшы үрнәк күрһәтә. Мәҫәлән, әгәр һеҙ, килгән кеше менән һөйләшергә теләмәйенсә, улығыҙға «атайым өйҙә юҡ» тип әйт тиһәгеҙ, уның намыҫлы кеше булып үҫере икеле.
«„Мин эшләгәнсә түгел, мин әйткәнсә эшлә“ тигән принцип балалар менән эшләмәй. Балалар, губка кеүек, беҙ әйткән һәм эшләгән бөтә нәмәне үҙенә һеңдерә. Һәм һүҙебеҙ эшебеҙгә тап килмәһә, улар беҙгә был хаҡта мотлаҡ әйтәсәк» (Дэвид).
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Ни өсөн һуң башҡаларҙы өйрәтәһең, ә үҙеңде үҙең өйрәтмәйһең? Урлашмауҙы вәғәзләйһең, ә үҙең урлайһың?» (Римдарға 2:21).
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ
Балаларға һәм хатта үҫмерҙәргә ата-әсәләре башҡа кешеләргә, шул иҫәптән тиҫтерҙәренә ҡарағанда ҙурыраҡ йоғонто яһай. Тимәк, һеҙҙең өҫтөнлөгөгөҙ бар: һеҙ балаларығыҙҙы дөрөҫ юлға йүнәлтә алаһығыҙ, әлбиттә, һеҙ үҙегеҙ уларҙан талап иткәнсә эшләһәгеҙ.
«Һин бер үк нәмәне йөҙ тапҡыр ҡабатлайһың, ә балаң һине ишетмәй кеүек. Әммә бер генә тапҡыр әйткәнең буйынса эшләмәй ҡара, ул шунда уҡ күреп ҡала. Хатта беҙ, күрмәйҙәр, тип уйлағанда ла, балалар барыһын да күрә» (Николь).
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Юғарынан килгән аҡыл... ике йөҙлө түгел» (Яҡуб 3:17).
НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА
Үҙ нормаларығыҙҙы тикшерегеҙ. Һеҙ үҙегеҙ ниндәй фильмдар ҡарайһығыҙ? Тормош иптәшегеҙ һәм балаларығыҙ менән үҙегеҙҙе нисек тотаһығыҙ? Һеҙҙең дуҫтарығыҙ кем? Башҡалар хаҡында ҡайғыртаһығыҙмы? Ҡыҫҡаһы, һеҙ балаларығыҙҙың үҙегеҙгә оҡшаш булыуын теләр инегеҙме?
«Беҙ ирем менән балаларыбыҙҙан үҙебеҙ эшләмәгәнде талап итмәйбеҙ» (Кристин).
Хаталарығыҙ өсөн ғәфү үтенегеҙ. Балаларығыҙ һеҙҙең камил булмағанығыҙҙы былай ҙа белә. Тормош иптәшегеҙгә һәм балаларығыҙға «ғәфү ит» тип әйтеп, һеҙ намыҫлы һәм баҫалҡы булыуҙа яҡшы өлгө күрһәтәһегеҙ.
«Балаларыбыҙ беҙҙең хаталарыбыҙҙы танығанды һәм ғәфү үтенгәнде ишетергә тейеш. Юғиһә, улар „мин ғәйепле“ тип әйтергә өйрәнмәҫ» (Робин).
«Беҙ, ата-әсә булараҡ, балаларыбыҙға бик ҙур йоғонто яһайбыҙ. Беҙҙең үрнәк — иң яҡшы ҡорал, сөнки уны балалар һәр ваҡыт күрә. Беҙ асыҡ китап кеүек, беҙҙе һәр ваҡыт „уҡыйҙар“ һәм „өйрәнәләр“» (Уэндэл).