Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Бер нәмә лә һеҙҙе бүләктән мәхрүм итмәһен

Бер нәмә лә һеҙҙе бүләктән мәхрүм итмәһен

«Бүләк алыу өсөн маҡсатыма — күктәге тормошҡа ашҡынам» (ФЛП. 3:14).

ЙЫРҘАР: 121, 142

1, 2. а) Алла хеҙмәтселәре ниндәй бүләк көтә? б) Беҙгә иғтибарҙы бүләккә йүнәлтергә нимә ярҙам итә? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

ИЗГЕ РУХ менән майланған мәсихселәр күктә йәшәргә өмөтләнә, илсе Павел был иҫ киткес өмөттө «бүләк» тип атаған (Флп. 3:14). Был мәсихселәр Ғайса Мәсих менән күктәге Батшалыҡта идара итәсәк һәм уның менән бергә кешеләргә камиллыҡҡа ирешергә ярҙам итәсәк (Асыл. 20:6). Ниндәй ғәжәйеп өмөт! Бүтән һарыҡтарҙың иһә башҡа төрлө матур өмөтө бар. Улар ерҙә мәңге йәшәү бүләген зарығып көтә (2 Пет. 3:13).

2 Павел, майланған мәсихселәргә Аллаға тоғро булып ҡалырға һәм бүләккә эйә булырға ярҙам итер өсөн, уларҙы былай тип өндәгән: «Уйҙарығыҙҙы... күктәге нәмәләргә йүнәлтегеҙ» (Кол. 3:2). Улар үҙҙәренең күктәге өмөтөн иҫтә тоторға тейеш булған (Кол. 1:4, 5). Өмөтөбөҙ ниндәй генә булмаһын — күктә йәшәргәме йә ерҙәме — Йәһүә вәғәҙә иткән фатихалар хаҡында уйланыу беҙгә иғтибарҙы бүләккә тупларға ярҙам итә (1 Кор. 9:24).

3. Павел имандаштарын ниндәй ҡурҡыныстар хаҡында киҫәткән?

3 Павел шулай уҡ имандаштарын бүләктән мәхрүм итә алған ҡурҡыныстар хаҡында киҫәткән. Мәҫәлән, ул Колостағы йыйылышҡа ялған мәсихселәр хаҡында яҙған. Был ялған мәсихселәр Мәсихкә иман итеп түгел, ә Ҡанунды үтәп Алланың хуплауын алырға тырышҡан (Кол. 2:16—18). Павел әйтеп киткән ҡурҡыныстарҙың ҡайһы берҙәре бөгөн беҙгә лә янай. Ул әхлаҡһыҙ теләктәргә ҡаршы тороу һәм ҡәрҙәштәр менән арабыҙҙа йә ғаиләбеҙҙә тыуған ауырлыҡтарҙы хәл итеү буйынса кәңәштәр биргән. Уның кәңәштәре беҙҙең өсөн дә бик файҙалы. Әйҙәгеҙ, Павел Колосс йыйылышына яҙған иҫкәртеүҙәрҙең ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.

ӘХЛАҠҺЫҘ ТЕЛӘКТӘРҘЕ БӨТӨРӨГӨҘ

4. Ни өсөн әхлаҡһыҙ теләктәр беҙҙе бүләктән мәхрүм итә ала?

4 Ҡәрҙәштәренә уларҙың иҫ киткес өмөтө хаҡында иҫкә төшөргәс, Павел былай тип яҙған: «Үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм... ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ» (Кол. 3:5). Әхлаҡһыҙ теләктәр бик көслө булырға һәм беҙҙе рухи хазиналарҙан мәхрүм итергә мөмкин. Был тоҙаҡҡа эләгеп, йыйылышты ҡалдырған, әммә һуңыраҡ кире ҡайтҡан бер ағай-ҡәрҙәш былай тигән: «Был шул тиклем ҡеүәтле көс булды, хатта мин аҡылыма килгәндә инде һуң ине».

5. Үҙебеҙҙе әхлаҡи яҡтан ҡурҡыныс хәлдәрҙән нисек һаҡларға?

5 Йәһүәнең әхлаҡи нормаларын боҙорға этәрә алған шарттарға эләккәндә айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Мәҫәлән, осраша башлаған егет менән ҡыҙға баштан уҡ ҡағылыу, үбешеү йә икәүҙән-икәү генә ҡалыуға бәйле сиктәрҙе билдәләргә кәрәк (Ғиб. һүҙ. 22:3). Шулай уҡ өйҙән китеп эшләү йә эш урынында ҡаршы енестәге кеше менән хеҙмәттәшлек итеү мәсихсене әхлаҡи яҡтан ҡурҡыныс хәлгә ҡуйырға мөмкин (Ғиб. һүҙ. 2:10—12, 16). Шундай хәлдә булһағыҙ, Йәһүә шаһиты икәнегеҙҙе белдерегеҙ, үҙегеҙҙе әҙәпле тотоғоҙ һәм флирттың насар эҙемтәләргә килтерә алыуын онотмағыҙ. Өҫтәүенә, бойоҡҡан йә үҙебеҙҙе яңғыҙ тойған саҡтарыбыҙҙа ҡотҡоға бирелеүе тағы ла еңелерәк булырға мөмкин. Ундай ваҡыттарҙа беҙ үҙебеҙҙе яратҡан һәм ҡәҙерләгән берәй кешегә айырыуса мохтажбыҙ. Бындай көсһөҙ хәлдә беҙҙең теләһә кемдең иғтибарын да ҡабул итеүебеҙ ихтимал. Әгәр шундай хистәр кисерһәгеҙ, Йәһүәнән һәм уның халҡынан ярҙам эҙләгеҙ. Был һеҙгә бүләктән мәхрүм ҡалмаҫҡа ярҙам итер. (Зәбур 34:18 *; Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20-не * уҡығыҙ.)

6. Күңел асыуҙар һайлағанда, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

6 Әхлаҡи теләктәрҙе бөтөрөр өсөн, беҙгә әҙәпһеҙ күңел асыуҙарҙан баш тартырға кәрәк. Бөгөн күпселек күңел асыуҙар боронғо Содом менән Гоморрала таралған аҙғынлыҡты иҫкә төшөрә (Йәһ. 7). Күңел асыуҙарҙы тәҡдим итеүселәр, енси әхлаҡһыҙлыҡты әсе емештәр килтермәгән ғәҙәти тәртип итеп күрһәтеп, үҙҙәренең боҙоҡ ҡараштарын тарата. Күңел асыр өсөн тәҡдим ителгән бөтә нәмәне ҡабул итһәк, әхлаҡһыҙ теләктәргә ҡаршы көрәштә еңә алмаҫбыҙ. Шуға күрә беҙгә иғтибарыбыҙҙы бүләктән ситкә йүнәлтмәгән күңел асыуҙар һайларға кәрәк (Ғиб. һүҙ. 4:23).

МӨХӘББӘТ ҺӘМ ИГЕЛЕК САҒЫЛДЫРЫҒЫҘ

7. Йыйылышта ниндәй ауырлыҡтар тыуырға мөмкин?

7 Мәсихселәр йыйылышының ағзаһы булыу — ысын фатиха. Осрашыуҙарыбыҙҙа Алла Һүҙен өйрәнеү һәм бер-беребеҙҙе нығытыу бүләкте күҙҙән ысҡындырмаҫҡа ярҙам итә. Шулай ҙа ҡәрҙәштәр араһында аңлашылмаусанлыҡтар тыуыуы ихтимал. Уларҙы яйға һалмаһаҡ, күңелебеҙҙә үпкә тойғоһо тамырланырға мөмкин. (1 Петр 3:8, 9-ҙы уҡығыҙ.)

8, 9. а) Ниндәй сифаттар беҙгә бүләк алырға ярҙам итер? б) Берәй ҡәрҙәш беҙҙе рәнйетһә, татыулыҡ һаҡлар өсөн нимә эшләп була?

8 Үпкә тойғоһона үҙебеҙҙе бүләктән мәхрүм итергә нисек рөхсәт итмәҫкә? Илсе Павел колостарҙы былай тип өндәгән: «Һеҙ, Алла тарафынан һайланған кешеләр, Уның изгеләре һәм ҡәҙерлеләре булараҡ, шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ. Мәсих [„Йәһүә“, ЯДТ] һеҙҙе кисергән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе кисерегеҙ. Был сифаттарҙың бөтөнөһөнә лә мөхәббәт өҫтәгеҙ, ул, барыһын да берләштереп, камиллыҡҡа еткерәсәк» (Кол. 3:12—14).

9 Мөхәббәт һәм яҡшы күңеллелек, йәғни игелек беҙгә бер-беребеҙҙе ғәфү итергә ярҙам итә. Йыйылышта кемдер беҙҙе рәнйетһә, үҙегеҙҙең нимәлер әйтеп йә эшләп берәй ҡәрҙәште рәнйеткәнегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ. Һеҙ уға мөхәббәт һәм игелек сағылдырғаны һәм һеҙҙе ғәфү иткәне өсөн рәхмәтле түгелме ни? (Вәғәзсе 7:21, 22-не уҡығыҙ *.) Һәм беҙ, әлбиттә, Ғайса Мәсихкә игелек сағылдырғаны һәм Алланың бөтә хеҙмәтселәрен берләштергәне өсөн рәхмәтлебеҙ (Кол. 3:15). Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер Алланы яратабыҙ, бер хәбәрҙе вәғәзләйбеҙ һәм бер үк ауырлыҡтар менән осрашабыҙ. Бер-беребеҙҙе мөхәббәт һәм игелек менән ғәфү итеп, беҙ мәсихселәр араһындағы берҙәмлекте нығытабыҙ һәм иғтибарыбыҙҙы бүләккә тупланған килеш һаҡлайбыҙ.

10, 11. а) Көнсөллөк нимә менән ҡурҡыныс? б) Нисек көнсөллөккә үҙебеҙҙе бүләктән мәхрүм итергә юл ҡуймаҫҡа?

10 Шулай уҡ көнсөллөк тә беҙҙе бүләктән мәхрүм итергә мөмкин. Изге Яҙмалағы һабаҡ итеп килтерелгән миҫалдар был һыҙаттың ни тиклем ҡурҡыныс икәнен күрһәтә. Мәҫәлән, Ҡабил ҡустыһы Һабилдан көнләшә башлаған һәм уны үлтергән. Корах, Датан һәм Абирам, Мусанан көнләшеп, уға ҡаршы фетнә күтәргән. Ә Шаул батша, Дауыттың уңыштарынан көнләшеп, уны үлтерергә тырышҡан. Шуға күрә Изге Яҙмала: «Ҡайҙа көнсөллөк һәм мин-минлек, шунда тарҡаулыҡ һәм һәр төрлө яман эш хөкөм һөрә», — тип әйтелгәне һис тә ғәжәп түгел (Яҡ. 3:16).

11 Мөхәббәт һәм игелек менән тулы йөрәккә көнсөллөк еңел генә үтеп инә алмаҫ. Алла Һүҙендә: «Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй», — тип әйтелә (1 Кор. 13:4). Көнсөллөккә йөрәгебеҙҙә тамырланырға бирмәҫ өсөн, беҙгә бөтә нәмәгә Алла ҡараған кеүек ҡарарға тырышырға һәм ҡәрҙәштәребеҙ менән бер тән ағзалары кеүек яҡын булырға кәрәк. Был беҙгә башҡалар өсөн ҡыуанырға ярҙам итер, сөнки Изге Яҙмала: «Береһе хөрмәтләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана», — тиелә (1 Кор. 12:16—18, 26). Әйҙәгеҙ, ҡәрҙәштәрҙән көнләшеү урынына, уларҙың уңыштарына шатланайыҡ! Был йәһәттән Шаул батшаның улы Йонафан яҡшы өлгө ҡалдырған. Дауыт киләһе батша итеп билдәләнгәс, Йонафан унан көнләшмәгән. Бының урынына, ул Дауытты һәр яҡлап нығытып торған (1 Сам. 23:16—18). Беҙ Йонафан кеүек игелекле һәм яратыусан була алабыҙмы?

БӨТӘ ҒАИЛӘГЕҘ БҮЛӘК АЛҺЫН

12. Изге Яҙмалағы ниндәй кәңәштәр ғаиләләргә бүләккә эйә булырға ярҙам итергә мөмкин?

12 Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәү ғаиләне татыу һәм бәхетле итә, шулай уҡ бүләккә эйә булырға ярҙам итә. Павел колостарға яҙған хатында ғаиләләргә бындай яҡшы кәңәштәр биргән: «Ҡатындар, Раббыға инаныусыларҙа ҡабул ителгәнсә, ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ һәм уларға ҡарата ҡырыҫ булмағыҙ. Балалар, бөтөн нәмәлә лә атай-әсәйҙәрегеҙҙе тыңлағыҙ, сөнки был Раббыға ҡыуаныс килтерә. Атайҙар, балаларығыҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһен өсөн, уларҙы рәнйетмәгеҙ» (Кол. 3:18—21). Был һүҙҙәр һеҙҙең ғаиләгеҙгә нисек ярҙам итергә мөмкин?

13. Апай-ҡәрҙәш Йәһүә шаһиты булмаған ирен нисек хәҡиҡәткә йәлеп итә ала?

13 Апай-ҡәрҙәшкә Йәһүә шаһиты булмаған ире уның менән насар мөғәмәлә итә кеүек тойолһа, ул нимә эшләй ала? Ирен гел тәнҡитләп торһа, хәл яҡшырырмы? Хатта апай-ҡәрҙәш ирен үҙе теләгәнде эшләргә мәжбүр итә алһа ла, был ирен хәҡиҡәткә йәлеп итерме? Юҡтыр. Әммә ирен баш итеп таныһа, ғаиләлә татыулыҡ хөкөм һөрөр. Үҙенең тәртибе менән апай-ҡәрҙәш Йәһүәне данлар һәм, бәлки, хатта ирен хәҡиҡәткә йәлеп итер, шул саҡта улар икеһе лә бүләккә эйә була алыр. (1 Петр 3:1, 2-не уҡығыҙ.)

14. Йәһүә шаһиты булмаған ҡатыны ағай-ҡәрҙәште хөрмәт итмәһә, ул нимә эшләй ала?

14 Ағай-ҡәрҙәшкә Йәһүә шаһиты булмаған ҡатыны уны хөрмәт итмәй кеүек тойолһа, ул нимә эшләй ала? Ул, өйҙә кем хужа икәнен күрһәтергә тырышып, ҡатынына ҡысҡырһа, ҡатыны уны нығыраҡ хөрмәт итерме? Әлбиттә, юҡ! Алла ир кешенән Ғайса Мәсихтән өлгө алыуын һәм ҡатынын яратыуын көтә (Ефес. 5:23). Ғайса, йыйылыш менән етәкселек иткәндә, мөхәббәт һәм сабырлыҡ сағылдыра (Лука 9:46—48). Ағай-ҡәрҙәш шулай уҡ эш итһә, бәлки, ҡатынын хәҡиҡәткә йәлеп итә алыр.

15. Ағай-ҡәрҙәш нисек ҡатынына яратыу сағылдыра ала?

15 Изге Яҙмала ирҙәргә бындай кәңәш бирелә: «Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ һәм уларға ҡарата ҡырыҫ булмағыҙ» (Кол. 3:19). Ҡатынын яратҡан һәм ихтирам иткән ир уны иғтибар менән тыңлай һәм уның фекере мөһим икәненә ышандыра (1 Пет. 3:7). Әлбиттә, ул ҡатынының бөтә тәҡдимдәрен дә тормошҡа ашыра алмай, шулай ҙа ҡатыны менән кәңәшләшеү уға йыш ҡына яҡшыраҡ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә (Ғиб. һүҙ. 15:22). Яратыу сағылдырған ир, ҡатынынан хөрмәт итеүҙе талап итеү урынына, хөрмәткә лайыҡ булырға тырыша. Йыш ҡына ғаилә башлығының ҡатынына һәм балаларына ҡарата яратыуы бөтә ғаиләне Йәһүәгә хеҙмәт итергә һәм мәңгелек тормош бүләгенә ынтылырға дәртләндерә.

Ғаиләләге ауырлыҡтарға үҙебеҙҙе бүләктән мәхрүм итергә юл ҡуймаҫ өсөн нимә эшләп була? (13—15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

ЙӘШТӘР, БЕР НӘМӘ ЛӘ ҺЕҘҘЕ БҮЛӘКТӘН МӘХРҮМ ИТМӘҺЕН!

16, 17. Йәштәргә ата-әсәләренә үпкәләмәҫкә нимә ярҙам итер?

16 Үҫмер саҡта йәштәргә ата-әсәләре уларҙы аңламай һәм сиктән тыш талапсан кеүек тойолорға мөмкин. Үпкә тойғоһо арҡаһында уларҙың хатта Йәһүәгә хеҙмәт итеү — иң яҡшы тормош юлы икәненә шиктәре тыуыуы ихтимал. Ләкин, үпкә тойғоһона бирелеп, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтаһағыҙ, оҙаҡламай шуны аңларһығыҙ: ата-әсәләрегеҙ һәм ҡәрҙәштәр яратҡан кеүек һеҙҙе бер кем дә яратмай.

17 Күҙ алдына килтерегеҙ: ата-әсәләрегеҙ һеҙҙе бер ҡасан да төҙәтмәй, ти. Ул саҡта уларҙың үҙегеҙ хаҡында ҡайғыртыуына шикләнмәҫ инегеҙме? (Евр. 12:8) Әммә һеҙгә, бәлки, уларҙың тәрбиә биреү ысулы оҡшамайҙыр. Үпкәләү урынына, уларҙың ни өсөн шулай эш иткәнен аңларға тырышығыҙ. Тыныс булып ҡалығыҙ һәм тәнҡиткә үпкәләмәҫ өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. «Белемле кеше һүҙҙәрен үлсәп әйтә, үткер аҡыллының рухы тыныс була», — тип әйтелә Алла Һүҙендә (Ғиб. һүҙ. 17:27). Кәңәштең нисек бирелгәне хаҡында сиктән тыш борсолмайынса, уны тыныс ҡына ҡабул итә алған һәм унан һабаҡ ала белгән етлеккән кеше булырға маҡсат ҡуйығыҙ (Ғиб. һүҙ. 1:8). Йәһүәне яратҡан ата-әсәләр — ысын фатиха! Улар һеҙҙең бүләк алыуығыҙҙы бик ныҡ теләй.

18. Ни өсөн һеҙ иғтибарығыҙҙы бүләккә тупларға теләйһегеҙ?

18 Киләсәктәге бүләгебеҙ ниндәй генә булмаһын — күктәге үлемһеҙ тормошмо йә ерҙә мәңге йәшәүме — уның хаҡында уйланыу беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә. Был хыял ғына түгел, ә Барлыҡҡа килтереүсенең вәғәҙәһенә нигеҙләнгән өмөт. Буласаҡ ожмах тураһында Алла былай ти: «Ер йөҙө, һис шикһеҙ, Йәһүә тураһындағы белем менән тулыр» (Ишағ. 11:9). Ерҙә йәшәйәсәк һәр кеше Йәһүәнән белем алыр. Бындай бүләкте алыр өсөн теләһә ниндәй тырышлыҡтар ҙа һалырға була. Шуға күрә Йәһүәнең вәғәҙәләрен һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ һәм бер нәмәгә лә үҙегеҙҙе бүләктән мәхрүм итергә рөхсәт итмәгеҙ!

^ 5 абз. Зәбур 34:18: «Йәһүә яралы күңеллеләргә яҡын, рухы һынғандарҙы ул ҡотҡара».

^ 5 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20: «Зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр, ә аҡылһыҙҙар менән аралашыусы зыян күрер».

^ 9 абз. Вәғәзсе 7:21, 22: «Кешеләр һөйләгән һәр бер һүҙҙе йөрәгеңә яҡын алма, юғиһә хеҙмәтсеңдең үҙеңде ҡәһәрләгәнен ишетерһең; һинең дә башҡаларҙы күп тапҡыр ҡәһәрләгәнең бар бит, һәм күңелең быны яҡшы белә».