Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Азатлыҡ Аллаһы Йәһүәгә хеҙмәт итегеҙ

Азатлыҡ Аллаһы Йәһүәгә хеҙмәт итегеҙ

«Раббы Рухы булған ерҙә — азатлыҡ» (2 КОР. 3:17).

ЙЫРҘАР: 49, 73

1, 2. а) Ни өсөн илсе Павел көндәрендә ҡоллоҡ һәм азатлыҡ темаһы бик мөһим булған? б) Павел әйткәнсә, ысын азатлыҡтың Сығанағы кем?

БЕРЕНСЕ быуатта Рим империяһында кешеләр үҙҙәренең ҡанундары, хөкөм итеү системаһы һәм азатлығы менән бик ғорурланған. Һәм мәсихселәр шундай кешеләр араһында йәшәгән. Шулай ҙа был ҡеүәтле империя, күпселек ауыр эште башҡарыр өсөн, ҡолдар ҡулланған. Ул ваҡытта Рим империяһында йәшәгән яҡынса өс кешенең береһе ҡол булған. Һис шикһеҙ, ябай кешеләр, шул иҫәптән мәсихселәр өсөн дә ҡоллоҡ һәм азатлыҡ темаһы бик мөһим булған.

2 Илсе Павел йыш ҡына азатлыҡ тураһында яҙған. Әммә ул, шул ваҡыттағы күп кешеләрҙән айырмалы булараҡ, донъялағы проблемаларҙы хәл итергә тырышмаған. Бының урынына, Павел һәм уның имандаштары кешеләргә Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләр өсөн һәм уларға Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбанының ни тиклем ҡиммәтле булғанын аңлатыр өсөн күп көс һалған. Павел имандаштарының иғтибарын ысын азатлыҡтың Сығанағына йүнәлткән. Ул былай тигән: «Раббы — ул Рух, ә Раббы Рухы булған ерҙә — азатлыҡ» (2 Кор. 3:17).

3, 4. а) Павел 2 Коринфтарға 3:17-нән алдағы шиғырҙарҙа нимә хаҡында әйткән? б) Йәһүәнән бирелгән азатлыҡҡа эйә булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

3 Павел коринфтарға яҙған икенсе хатында Мусаны телгә алған. Йәһүәнең фәрештәһе менән һөйләшкәндән һуң Синай тауынан төшкәс, Мусаның йөҙөнән нур һибелеп торған! Уны күргәс, израилдәр ҡурҡыуға төшкән, шунлыҡтан Муса йөҙөн бөркәнсек менән ҡаплаған (Сығ. 34:29, 30, 33; 2 Кор. 3:7, 13). Павел былай тип аңлатҡан: «Әммә Раббыға мөрәжәғәт иткән саҡта был бөркәнсек алып ташлана» (2 Кор. 3:16). Был һүҙҙәр нимә аңлата?

4 Үткән мәҡәләнән белгәнебеҙсә, бөтә нәмәне Барлыҡҡа килтереүсе Йәһүә генә тулы, сикһеҙ азатлыҡҡа эйә. Шуға күрә Йәһүә һәм уның «Рухы булған ерҙә — азатлыҡ». Һәм, Павел әйткәнсә, азатлыҡҡа эйә булырға теләһәк, беҙ Йәһүәгә «мөрәжәғәт» итергә, йәғни уның менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерергә тейеш. Сүлдә израилдәр бар нәмәгә Йәһүә ҡарашы менән түгел, ә кеше ҡарашы менән ҡараған. Образлы итеп әйткәндә, уларҙың аҡылдары һәм йөрәктәре бөркәнсек менән ҡапланған булған. Улар үҙҙәренә бирелгән азатлыҡты шәхси теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн ҡулланырға теләгән (Евр. 3:8—10).

5. а) Йәһүә рухы ниндәй азатлыҡ бирә? б) Ҡоллоҡта булған һәм төрмәлә ултырған кешеләрҙең дә Йәһүә биргән азатлыҡҡа эйә була алыуын беҙ ҡайҙан беләбеҙ? в) Беҙ ниндәй һорауҙарға яуап алырбыҙ?

5 Йәһүә рухына бәйле азатлыҡ тура мәғәнәләге ҡоллоҡтан азат ителеүгә ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ ирек бирә. Был рух кеше ирешә алған теләһә ниндәй азатлыҡтан да ҙурыраҡ азатлыҡ бирә. Ул беҙҙе гонаһ һәм үлем ҡоллоғонан, шулай уҡ ялған дин һәм йолалар ҡоллоғонан азат итә ала (Рим. 6:23; 8:2). Ниндәй иҫ киткес азатлыҡ! Хатта ҡоллоҡта булған һәм төрмәлә ултырған кешеләр ҙә шундай азатлыҡҡа эйә була ала (Баш. 39:20—23). Нэнси Юэн апай-ҡәрҙәш һәм Харольд Кинг ағай-ҡәрҙәш, күп йылдар үҙ иманы өсөн төрмәлә ултырһалар ҙа, шундай азатлыҡҡа кинәнгән. Уларҙан алынған интервьюларҙы беҙҙең интернет-телевидениенан (тат.) ҡарарға була. (ИНТЕРВЬЮ ҺӘМ ОСРАҠТАР > АРХИВЫБЫҘҘАН тигән һылтанманы ҡарағыҙ.) Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, бындай ике һорауға яуап алайыҡ: үҙебеҙҙә булған азатлыҡты ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтеп була? Азатлығыбыҙҙы дөрөҫ ҡулланыр өсөн нимә эшләргә?

АЛЛА БИРГӘН АЗАТЛЫҠ БИК ҠИММӘТЛЕ

6. Израилдәр Йәһүәгә азатлыҡ өсөн рәхмәтле булмауҙарын нисек күрһәткән?

6 Берәйһе беҙгә ҡиммәтле бүләк биргәндә, беҙ рәхмәт тойғоһо кисерәбеҙ. Әммә израилдәр Йәһүәгә азатлыҡ өсөн рәхмәтле булмаған. Йәһүә израилдәрҙе Мысырҙан азат иткәндән һуң бер нисә ай ғына үтеүгә, улар ундағы ашамлыҡтарҙы һәм эсемлектәрҙе һағына башлаған. Улар Йәһүә биргән маннанан зарланған һәм хатта кире Мысырға китергә теләгән! Израилдәр өсөн балыҡ, ҡыяр, ҡарбуз, һуған һәм һарымһаҡ Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылырға мөмкинлек биргән азатлыҡҡа ҡарағанда мөһимерәк булған. Йәһүәнең уларға бик ныҡ асыуланыуы һис тә ғәжәп түгел (Һан. 11:5, 6, 10; 14:3, 4). Был осраҡтан беҙ мөһим һабаҡ алабыҙ.

7. Павел үҙенең 2 Коринфтарға 6:1-ҙә яҙылған кәңәшен нисек ҡулланған, һәм беҙ ҙә уны нисек ҡуллана алабыҙ?

7 Павел бөтә мәсихселәрҙе Йәһүә үҙенең улы Ғайса Мәсих аша биргән азатлыҡ өсөн рәхмәтһеҙ булып китеүҙән киҫәткән. (2 Коринфтарға 6:1-ҙе уҡығыҙ.) Камилһыҙ кеше булараҡ, Павел гонаһ һәм үлем ҡоло булған, был уның күңелен бик ныҡ әрнеткән. Шулай ҙа ул: «Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Аллаға рәхмәтлемен», — тигән. Ни өсөн Павел шулай тип әйткән? Ул имандаштарына былай тип аңлатҡан: «Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте» (Рим. 7:24, 25; 8:2). Павел кеүек, беҙ ҙә Йәһүәнең үҙебеҙҙе гонаһ һәм үлем ҡоллоғонан азат иткәнен оноторға тейеш түгел. Йолом ҡорбаны беҙгә Аллаға саф выждан менән хеҙмәт итергә мөмкинлек бирә, ә был, үҙ сиратында, беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә (Зәб. 40:8).

Азатлыҡты Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн йә үҙ теләктәрегеҙҙе генә үтәр өсөн ҡулланаһығыҙмы? (8—10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8, 9. а) Илсе Петр азатлығыбыҙҙы ҡулланыу тураһында ниндәй киҫәтеү биргән? б) Ҡайһы берәүҙәр нисек азатлыҡты дөрөҫ ҡулланмаҫҡа мөмкин?

8 «Йәһүәгә рәхмәтлемен», — тип әйтеү генә әҙ, азатлығыбыҙҙы дөрөҫ ҡулланырға ла кәрәк. Мәҫәлән, илсе Петр, һайлау иркен насар эштәр ҡылыуҙы аҡлар өсөн ҡулланмағыҙ, тип киҫәткән. (1 Петр 2:16-ны уҡығыҙ.) Был киҫәтеү сүлдә израилдәр менән булған хәлде иҫкә төшөрә. Беҙ ҙә шундай киҫәтеүгә мохтаж, хатта, бәлки, нығыраҡтыр ҙа. Шайтан һәм уның донъяһы кейергә, ашарға, эсергә һәм күңел асырға ылыҡтырғыс күп нәмә тәҡдим итә. Сос реклама биреүселәр сибәр кешеләр ярҙамында беҙҙе ысынында кәрәк булмаған нәмәләрҙе һатып алырға мәжбүр итергә тырыша. Бындай тоҙаҡҡа эләгеп, азатлығыбыҙҙы дөрөҫ ҡулланмай башлауыбыҙ бик тә ихтимал!

9 Илсе Петрҙың кәңәшен шулай уҡ тормоштоң күпкә мөһимерәк өлкәләрендә — уҡыу йорто, эш йә һөнәр һайлағанда ҡулланып була. Мәҫәлән, мәктәптә йәштәргә юғары белем алыуҙарын теләп баҫым яһайҙар. Күптәр уларға, юғары белем алһағыҙ, яҡшы эш табып, күп аҡса эшләрһегеҙ һәм хөрмәтле кеше булып китерһегеҙ, тип әйтә һәм дәлил итеп университет бөтөргәндәрҙең шаҡтай күберәк аҡса эшләүҙәрен күрһәткән статистик мәғлүмәттәр килтерә. Бөтә тормоштарына йоғонто яһай алған һайлау алдында торған йәштәргә юғары белем яҡшы идея булып күренергә мөмкин. Әммә йәштәр һәм уларҙың ата-әсәләре нимәне иҫтә тоторға тейеш?

10. Шәхси һорауҙарҙа һайлау яһағанда нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

10 Ҡайһы берәүҙәр, былар шәхси һорауҙар булғанға, выжданыбыҙ ғазапламай икән, үҙебеҙ теләгәнде һайларға иреклебеҙ, тип уйларға мөмкин. Бәлки, улар: «Ни өсөн азатлығым башҡа берәүҙең выжданы менән сикләнергә тейеш?» — тип уйлайҙыр. Үҙебеҙ теләгән белем алырға һәм эш һайларға ирекле булһаҡ та, азатлығыбыҙ сикле икәнен һәм ҡарарҙарыбыҙҙың эҙемтәләре барлығын иҫтә тотоу мөһим. Шуға күрә Павел былай тигән: «„Бөтөн нәмә рөхсәт ителә“, — тиһегеҙ, әммә барыһы ла файҙалы түгел. „Бөтөн нәмә рөхсәт ителә“, әммә барыһы ла берҙәмлеккә хеҙмәт итмәй» (1 Кор. 10:23). Шулай итеп, шәхси һорауҙарҙа һайлау яһарға азатлығыбыҙ булһа ла, беҙҙең теләктәр иң мөһим нәмә түгел.

ЙӘҺҮӘГӘ ХЕҘМӘТ ИТКӘНДӘ, АЗАТЛЫҠТЫ АҠЫЛЛЫ ҠУЛЛАНЫҒЫҘ

11. Йәһүәнең беҙҙе азат итеүенең сәбәбе ниндәй?

11 Азатлығыбыҙҙы дөрөҫ ҡулланмауҙан киҫәткәндә, Петр, уны дөрөҫ ҡулланыу — «Алланың ҡолдары кеүек» йәшәү, тип аңлатҡан. Ғайса аша гонаһ һәм үлем ҡоллоғонан азат ителгәнгә, беҙ ғүмер буйы Йәһүәгә хеҙмәт итә алабыҙ. Тап шул сәбәптән Йәһүә беҙгә азатлыҡ биргән дә.

12. Нух һәм уның ғаиләһе беҙгә ниндәй үрнәк ҡалдырған?

12 Азатлыҡты ҡулланыуҙың иң яҡшы юлы — ваҡыт һәм көсөбөҙҙө Йәһүәгә тулыраҡ хеҙмәт итер өсөн ҡулланыу. Шулай эшләү беҙҙе донъяға хас маҡсаттарҙың һәм үҙ теләктәребеҙҙең ҡолона әйләнеүҙән һаҡлай (Гал. 5:16). Нух һәм уның ғаиләһенең нимә эшләгәне хаҡында уйлап ҡарағыҙ. Улар мәрхәмәтһеҙ һәм әхлаҡһыҙ донъяла йәшәгән, әммә тирә-яҡтағы кешеләрҙең эштәрендә ҡатнашмаған. Нух һәм уның ғаиләһе Алла ҡушҡан эш менән мәшғүл булыуҙы яҡшыраҡ тип тапҡан. Улар кәмә төҙөгән, үҙҙәре һәм хайуандар өсөн аҙыҡ йыйған һәм башҡаларҙы Туфан тураһында киҫәткән. «Нух бөтәһен дә Алла бойорғанса эшлә[гән]» (Баш. 6:22). Һөҙөмтәлә, Нух һәм уның ғаиләһе ул ваҡыттағы донъя юҡ ителгәндә иҫән ҡалған (Евр. 11:7).

13. Йәһүә беҙгә ниндәй эш ҡушҡан?

13 Йәһүә беҙгә бөгөн ниндәй эш ҡушҡан? Беҙ, Ғайсаның шәкерттәре булараҡ, Алланың вәғәзләргә ҡушҡанын беләбеҙ. (Лука 4:18, 19-ҙы уҡығыҙ.) Бөгөн Шайтан күпселек кешенең аҡылын томалаған, шуға күрә улар үҙҙәренең ялған дин, материализм һәм сәйәси системаның ҡоло икәнен аңламай (2 Кор. 4:4). Ғайса һымаҡ, беҙ ҙә башҡаларға Азатлыҡ Аллаһы Йәһүәне белергә һәм уға ғибәҙәт ҡылырға ярҙам итеү хөрмәтенә эйә (Матф. 28:19, 20). Башҡаларға вәғәзләүе еңел түгел. Ҡайһы бер ерҙәрҙә кешеләр Алла тураһында белем алырға теләмәй, ә ҡайһылары хатта вәғәзләп йөрөүебеҙгә асыулана. Шулай ҙа Йәһүә беҙгә вәғәзләргә ҡуша, шунлыҡтан беҙгә ошондай һорау өҫтөндә уйланырға кәрәк: «Мин азатлығымды Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн ҡуллана аламмы?»

14, 15. Йәһүәнең күп хеҙмәтселәре нимә эшләргә ҡарар иткән? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәттәрҙе ҡарағыҙ.)

14 Күпселек Йәһүә хеҙмәтселәренең, был донъяның ахыры бик яҡын икәнен аңлап, үҙ тормошон ябайлаштырырға һәм пионер хеҙмәтен башларға ҡарар итеүе бик рухландыра (1 Кор. 9:19, 23). Ҡайһы берәүҙәр туған яҡтарында пионер булып хеҙмәт итә, башҡалар иһә ярҙамға мохтаж булған йыйылыштарға күсә. Һуңғы биш йыл эсендә 250 000-дән күберәк вәғәзсе пионер хеҙмәтен башлаған, һәм хәҙер даими пионерҙарҙың һаны 1 100 000-дән ашып киткән. Күптәрҙең азатлыҡты Йәһүәгә шулай итеп хеҙмәт итер өсөн ҡулланыуы бик һоҡландырғыс! (Зәб. 110:3)

15 Уларға азатлыҡты аҡыллы итеп ҡулланырға нимә ярҙам иткән? Һуңғы 30 йыл эсендә төрлө илдәрҙә хеҙмәт иткән Джон менән Джудиттың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Улар һөйләүенсә, 1977 йылда Пионерҙар мәктәбе үткәрелә башлағанда, студенттарҙы вәғәзселәргә ҙур ихтыяж булған ерҙәргә күсергә дәртләндергәндәр. Джон әйтеүенсә, ябай тормош алып барыр өсөн, ул йыш ҡына эш урынын алмаштырған. Ахыр сиктә, улар вәғәзләр өсөн икенсе илгә күскән. Джон менән Джудитҡа яңы телде өйрәнеү, яңы мәҙәниәткә һәм климатҡа эйәләшеү менән бәйле ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға нимә ярҙам иткән? Улар Йәһүәгә доға ҡылған һәм уның ярҙамына таянған. Йәһүәгә шулай хеҙмәт итеп үткәргән йылдар уларға нисек тәьҫир иткән? Джон былай ти: «Мин хеҙмәттең ҡасан да булһа шөғөлләнгән эштәремдең иң яҡшыһы икәнен тойҙом. Йәһүә, ҡайғыртыусан атай булараҡ, миңә тағы ла яҡыныраҡ булып китте. Хәҙер мин Яҡуб 4:8-ҙәге „Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр“ тигән һүҙҙәрҙе яҡшыраҡ аңлай башланым. Мин үҙем эҙләгән нәмәне — тормош мәғәнәһен таптым».

16. Меңләгән кеше үҙ азатлығын нисек ҡуллана?

16 Ҡайһы берәүҙәр, Джон менән Джудит һымаҡ, пионер хеҙмәтендә оҙаҡ ваҡыт ҡатнаша ала. Башҡалар иһә тормош шарттары арҡаһында әҙ генә ваҡыт пионер булып хеҙмәт итә ала. Шулай уҡ ер шарының төрлө өлөштәрендә күп ирекле хеҙмәтселәр төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Мәҫәлән, яҡынса 27 000 ҡәрҙәшебеҙ Уорвиктағы (Нью-Йорк штаты) бөтә донъя баш идаралығыбыҙҙың биналарын төҙөүҙә ярҙам итте. Был төҙөү эшендә ҡайһы берәүҙәр — ике аҙна, башҡалар — бер нисә ай, ә кемдер бер йыл йә күберәк ваҡыт ҡатнашты. Шул ҡәрҙәштәрҙең күбеһе, Уорвикка килеп ярҙам итер өсөн, ҙур ҡорбандарға барған. Улар, үҙ азатлығын ысын азатлыҡ Аллаһы Йәһүәгә дан килтерер өсөн ҡулланып, бик яҡшы өлгө күрһәтә!

17. Азатлыҡты аҡыллы ҡулланһаҡ, нимәгә өмөтләнә алабыҙ?

17 Беҙ Йәһүә тураһындағы белемдәр һәм уға ғибәҙәт ҡылыу килтергән азатлыҡ өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Әйҙәгеҙ, ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙ менән был азатлыҡты ҡәҙерләүебеҙҙе күрһәтәйек. Азатлығыбыҙҙы Йәһүәгә мөмкин булғанса тулыраҡ хеҙмәт итер өсөн ҡулланайыҡ. Шулай эшләһәк, Йәһүә вәғәҙә иткән бындай фатихаларҙан кинәнә алырбыҙ: «Алла яратҡандарҙың барыһы ла фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолдоролоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашасаҡ, тигән өмөт бар» (Рим. 8:21).