Уҡыусыларҙың һорауҙары
2013 йылғы яңынан ҡарап сығылған «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе»ндә (башҡорт телендә әле юҡ) Зәбур 144:12—15-тәге һүҙҙәр Алла халҡына ҡулланыла. Ә «Яңы донъя тәржемәһе»нең элекке баҫмаһында был һүҙҙәр 11-се шиғырҙа телгә алынған яуыз сит-ят кешеләргә ҡулланылған. Ни өсөн Изге Яҙманың был урынында шундай үҙгәреш яһалған?
Еврей тексында был өҙөктө ике төрлө аңлап була. Яңынан ҡарап сығылған варианттағы үҙгәреш бындай сәбәптәргә бәйле:
Яңынан ҡарап сығылған текста лексик һәм грамматик яҡтар иҫәпкә алынған. Зәбур 144:12—15-тәге өҙөктө һәм унан алдағы шиғырҙарҙы 12-се шиғырҙың беренсе һүҙе бәйләй. Унда ашер тигән еврей һүҙе яҙылған. Был һүҙҙе төрлөсә тәржемә итеп була. Мәҫәлән, ул «кем» йә «кемдеке» тигән билдәләү алмаштарын аңлатырға мөмкин. «Яңы донъя тәржемәһе»нең элекке баҫмаһында ул «кем» тип тәржемә ителгән булған. Шуға күрә 12—14-се шиғырҙарҙа тасуирланған фатихалар алдағы шиғырҙарҙа телгә алынған яуыздарға ҡулланылған. Әммә ашер тигән һүҙ шулай уҡ һөҙөмтәләр йә эҙемтәләрҙе күҙ уңында тота, шунлыҡтан ул «шуның өсөн» йә «шул саҡ» тип тәржемә ителергә лә мөмкин. 2013 йылғы яңынан ҡарап сығылған баҫмала һәм Изге Яҙманың башҡа тәржемәләрендә «шул саҡ» тигән һүҙ ҡулланылған.
Яңынан ҡарап сығылған вариант контексҡа яҡшы тура килә. 12-се шиғырҙа «шул саҡ» тигән һүҙ торғанға, 12—14-се шиғырҙарҙа тасуирланған фатихалар тәҡүә кешеләргә — яуыздар ҡулынан ҡотҡарыу һәм һаҡлау һораған кешеләргә ҡағыла (11-се шиғыр). Был үҙгәреш шулай уҡ 15-се шиғырҙа ла сағылған. Унда ике тапҡыр осраған «бәхетле» тигән һүҙ ыңғай мәғәнәлә әйтелә. Шулай итеп, был һүҙ ике тапҡырында ла шул уҡ халыҡҡа — «Аллаһы Йәһүә булған» халыҡҡа ҡулланыла. Шуны ла онотмағыҙ: еврей телендә яҙылған төп нөсхәлә тыныш билдәләре, шул иҫәптән тырнаҡтар ҙа булмаған. Шунлыҡтан тәржемәселәр, еврей теленең шиғри стилен, контексты һәм башҡа оҡшаш Изге Яҙма өҙөктәрен иҫәпкә алып, был өҙөктөң дөрөҫ мәғәнәһен аңларға тейеш.
Яңынан ҡарап сығылған текст Алла үҙ халҡына вәғәҙә иткән фатихаларҙы тасуирлаған башҡа Изге Яҙма өҙөктәре менән тура килә. Хәҙер, 144-се мәҙхиәлә ашер тигән һүҙ башҡасараҡ тәржемә ителгәс, шул асыҡланды: был мәҙхиәлә Дауыт үҙенең нигеҙле өмөтө тураһында әйтә. Ниндәй өмөт хаҡында һүҙ бара? Йәһүәнең, израилдәрҙе дошмандарҙан ҡотҡарғас, уларҙы бәхет һәм муллыҡ менән фатихалаясағына өмөт (Лев. 26:9, 10; Ҡан. 7:13; Зәб. 128:1—6). Мәҫәлән, Ҡанун 28:4-тә былай тиелгән: «Һинең балаларың, ереңдең емеше һәм мал-тыуарың тоҡомо — быҙауҙарың һәм бәрәстәрең фатихалы булыр». Ысынлап та, Дауыттың улы Сөләймән идара иткән ваҡытта Алла халҡы бығаса булмаған тыныслыҡҡа һәм муллыҡҡа кинәнгән. Унан да бигерәк, Сөләймәндең идара итеүе пәйғәмбәри мәғәнәлә Мәсихтең идара итеүен символлаштырған (1 Бат. 4:20, 21; Зәб. 72:1—20).
Һөҙөмтәлә шуны әйтеп китергә кәрәк: 144-се мәҙхиәнең яңынан ҡарап сығылған варианты Изге Яҙмалағы тәғлимәттәрҙе аңлауыбыҙға тәьҫир итмәй. Шул уҡ ваҡытта хәҙер был мәҙхиә Йәһүә хеҙмәтселәренең ғәжәйеп өмөтөнә тағы ла күберәк иғтибар итә. Улар Алланың яуыздарҙы юҡ итәсәгенә һәм тәҡүә кешеләргә мәңгелек тыныслыҡ һәм именлек бүләк итәсәгенә өмөтләнә (Зәб. 37:10, 11).