Һеҙ белә инегеҙме?
«Ант итмә» тиеп, Ғайса ниндәй йәһүд йолаһын хөкөм иткән?
МУСА ҡануны буйынса, ант итеүҙә бер ниндәй ҙә насарлыҡ булмаған. Ләкин Ғайса көндәрендә ант итеүҙәр шул хәтле ғәҙәти нәмә булып киткән, хатта кешеләр үҙҙәренең һәр һүҙен тиерлек ант менән нығытҡан. Ғайса антҡа ундай еңел ҡарашты ике мәртәбә хөкөм иткән. Ул: «Һеҙҙең „эйе” тигән һүҙегеҙ — „эйе”, „юҡ” тигәнегеҙ „юҡ” булһын», — тип өйрәткән (Матф. 5:33—37; 23:16—22).
«Яңы Ғәһедтең теологик һүҙлеге» буйынса, «йәһүдтәр араһында әйтелгән һәр һүҙгә көс өҫтәр өсөн ант итеү ғәҙәтенең бик киң таралғанын» Талмудта яҙылғандарҙан күреп була. Унда ниндәй анттарҙы үтәү мотлаҡ, ә ниндәйҙәрен юҡ икәнлеге ентекләп һаналып китә (Theological Dictionary of the New Testament).
Ғайсанан тыш, бындай хаталы ғәмәлде башҡалар ҙа хөкөм иткән. Йәһүд тарихсыһы Иосиф Флавий бер сектаның тарафдарҙары хаҡында бына нимә яҙған: «Улар бөтөнләй ант итмәй, сөнки уларҙың һәр әйткән һүҙе антҡа ҡарағанда ҙурыраҡ көскә эйә, һәм улар ант биреүҙе уны боҙоуҙан күберәк хөкөм итә. Әгәр берәй кешегә ул Алла исемен саҡырғандан һуң ғына ышаналар икән, уны улар бөткән кеше тип һанай». Бер апокрифик китапта шуға оҡшаш фекер бар: «Йыш ант иткән кеше ҡанунһыҙлыҡҡа батыр», — тип әйтелә (Сирах улы Иисус аҡылы китабы 23:11). Шулай итеп, Ғайса Мәсих антҡа еңел ҡарашты хупламаған. Әгәр һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләһәк, беҙгә, һүҙҙәребеҙгә көс өҫтәр өсөн, ант бирергә кәрәк булмаҫ.