БИОГРАФИЯ
Йәһүә үҙенә тыңлаусан булғандарҙы фатихалай
«Беҙ әҙер!» Ирем менән беҙ һәм ағайым менән ҡатыны махсус кампанияла ҡатнашырға саҡырыуға шулай тип яуап бирҙек. Ни өсөн беҙ риза булдыҡ, һәм Йәһүә беҙҙе нисек фатихаланы? Һеҙгә үҙем хаҡында һөйләргә теләйем.
МИН 1923 йылда Хемсворт ҡалаһында (Йоркшир графлығы, Англия) тыуғанмын. Минең Боб исемле ағайым бар ине. Миңә туғыҙ йәштәр тирәһе булғанда, дини ике йөҙлөлөктө күрә алмаған атайым ялған диндең тәғлимәттәрен фаш иткән бер нисә китап алып ҡайтты. Был китаптар уға ҙур йоғонто яһаны. Бер нисә йыл үткәс, беҙгә Боб Аткинсон килде. Ул, Рутерфорд ҡәрҙәштең телмәре яҙҙырылған пластинканы ҡуйып, патефонды тоҡандырҙы. Беҙ телмәр менән сығыш яһаған кешенең теге китаптарҙы баҫтырған ойошманан икәнен аңланыҡ. Атайым менән әсәйем Аткинсон ҡәрҙәшкә, көн һайын беҙгә киске ашҡа килеп, беҙҙең Изге Яҙма тураһындағы күп һанлы һорауҙарыбыҙға яуап бирергә тәҡдим итте. Тиҙҙән беҙҙе бер нисә саҡрым йыраҡлыҡта йәшәгән бер ағай-ҡәрҙәштең өйөндә үткән осрашыуҙарға саҡырҙылар. Беҙ шунда уҡ ризалаштыҡ, һәм Хемсвортта бәләкәй йыйылыш барлыҡҡа килде. Бер аҙҙан беҙҙә зональ хеҙмәтселәр (ул ваҡытта район күҙәтеүселәрен шулай атайҙар ине) туҡтай башланы, шулай уҡ беҙ яҡын тирәлә йәшәгән пионерҙарҙы төшкө ашҡа саҡыра инек. Улар менән аралашыу миңә бик ныҡ тәьҫир итте.
Беҙ үҙ эшебеҙҙе асып ҡына ебәргәйнек, атайым ағайыма: «Пионер булғың килһә, беҙгә был эштән баш тартырға кәрәк», — тине. Боб риза булды. 21 йәшендә ул айырым йәшәй һәм пионер булып хеҙмәт итә башланы. Ике йылдан һуң, 16 йәшем тулғас, мин дә пионер хеҙмәтен башланым. Ял көндәренән тыш, мин, шаһитлыҡ биреү өсөн карточкалар һәм патефон ҡулланып, ғәҙәттә бер үҙем вәғәзләй инем. Йәһүә мине фатихаланы: мин бер кеше менән Изге Яҙманы өйрәнә башланым, һәм ул бик тиҙ рухи уңыштар яһаны. Һуңғараҡ уның туғандарының күбеһе шулай уҡ Йәһүә шаһиты булып китте. Киләһе йылда мине Мэри Хеншалл менән бергә махсус пионер итеп билдәләнеләр. Беҙ Чешир графлығында билдәләнмәгән территорияла хеҙмәт иттек.
Икенсе бөтә донъя һуғышының иң ҡыҙған мәлендә, фронтты бар кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеү өсөн, ҡатын-ҡыҙҙарҙы тылда эшләргә мәжбүр иттеләр. Дини хеҙмәткәрҙәр был эштән азат ителә ине, һәм беҙ ҙә, махсус пионерҙар булараҡ, быға өмөтләндек. Ләкин суд башҡаса хәл итте, һәм миңә 31 көнгә төрмәгә ябырға тигән хөкөм сығарылды. Ишағ. 41:10, 13).
Киләһе йылда, 19 йәшем тулғас, мин хөкүмәт етәкселәренә, дини ҡараштарым буйынса һуғышҡа булышлыҡ күрһәтә алмайым, тип белдерҙем. Миңә ике тапҡыр суд алдына баҫырға тура килде, ләкин икеһендә лә эште туҡтаттылар. Ошо ваҡытта Йәһүәнең миңә изге рух биреүен, нығытыуын тойҙом, әйтерһең дә, ул мине ҡулымдан тотоп торҙо (ЯҢЫ ХЕҘМӘТТӘШ
1946 йылда мин Артур Маттьюз менән таныштым. Ул, хәрби хеҙмәттән баш тартҡаны өсөн өс ай төрмәлә ултырғандан һуң, яңыраҡ ҡына азат ителеп, Хемсвортта махсус пионер булып хеҙмәт иткән ағаһы Деннисҡа килгәйне. Улар Йәһүә тураһында бала саҡтан уҡ аталарынан белгән һәм үҫмер булғанда һыуға сумдырылған. Артур килгәс күп тә үтмәҫтән, Деннисты Ирландияға билдәләнеләр, шуға Артур парһыҙ ҡалды. Был йәш, ашҡыныусан пионерҙың үҙен тотошо ата-әсәйемә бик оҡшаны, һәм улар Артурға үҙҙәрендә йәшәргә тәҡдим итте. Ата-әсәйемә ҡайтҡан саҡтарымда беҙ Артур менән бергәләп һауыт-һаба йыуа инек. Һөҙөмтәлә беҙ хат яҙыша башланыҡ. 1948 йылда Артурҙы тағын өс айға төрмәгә ултырттылар. 1949 йылдың ғинуарында беҙ өйләнештек һәм пионер хеҙмәтендә мөмкин тиклем оҙағыраҡ ҡатнашырға маҡсат ҡуйҙыҡ. Беҙ ябай тормош алып барырға тырыштыҡ һәм отпуск ваҡытында, әҙерәк аҡса эшләп алыр өсөн, емеш-еләк йыя торғайныҡ. Йәһүә беҙҙе фатихалап торҙо, һәм беҙ артабан да пионер булып хеҙмәт итә алдыҡ.
Бер йылдан күберәк ваҡыт үткәс, беҙҙән Төньяҡ Ирландияға, башлыса католиктар йәшәгән Арма, шунан Ньюри ҡалаларына күсеүебеҙҙе һоранылар. Унда башҡа диндәр менән иҫәпләшмәйҙәр ине, шунлыҡтан беҙгә бик һаҡ вәғәзләргә кәрәк булды. Осрашыуҙар беҙҙән 16 саҡрым йыраҡлыҡта йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙҙең өйөндә үтә ине. Унда һигеҙләгән кеше килә торғайны. Ҡайһы ваҡытта беҙ шунда ҡунырға ҡала инек, шул саҡтарҙа беҙ иҙәндә йоҡланыҡ, ә иртәнсәк беҙҙе туҡлыҡлы иртәнге аш көтә ине. Бөгөн шул ерҙәрҙә күп Йәһүә шаһиттары булыуына мин бик шатланам!
«БЕҘ ӘҘЕР!»
Ағайым менән уның ҡатыны Лотти Төньяҡ Ирландияла махсус пионер булып хеҙмәт итә ине, һәм 1952 йылда беҙ дүртәүләп Белфастҡа өлкә конгресҡа барҙыҡ. Бер ағай-ҡәрҙәш беҙҙе ул ваҡытта Британ филиалының хеҙмәтсеһе булған Прайс Хьюз менән бергә үҙенең өйөнә урынлаштырҙы. Бер көндө кис беҙ махсус рәүештә Ирландия өсөн баҫтырып сығарылған «Алла юлы — мөхәббәт» тигән яңы брошюра хаҡында фекер алыштыҡ. Хьюз ҡәрҙәш Ирландияла йәшәүсе католиктарға вәғәзләү ни тиклем ҡыйын булыуы тураһында һөйләне. Йәһүә шаһиттарын ваҡытлыса файҙаланыуға алынған фатирҙарынан ҡыуып сығарғандар, руханиҙар уларға ҡаршы ярһыған халыҡ төркөмөн ҡотортҡан. Прайс ҡәрҙәш: «Был брошюраларҙы бөтә ил буйынса таратыу өсөн, беҙгә машиналары булған парҙар кәрәк», — тине *. Шул ваҡытта беҙ биографиямдың башында килтерелгән «беҙ әҙер» тигән һүҙҙәрҙе әйттек тә инде.
Дублинға килгәс, беҙ күп йылдар Йәһүәгә хеҙмәт иткән һәм һәр ваҡыт шатланып пионерҙарҙы өйөндә ҡабул иткән Ма Ратленд исемле апай-ҡәрҙәштә туҡталдыҡ. Әйберҙәребеҙҙең бер өлөшөн һатҡандан һуң, беҙ дүртәүләп Бобтың коляскалы мотоциклына ултырҙыҡ та машина эҙләргә сығып киттек. Беҙ үҙебеҙгә яраҡлы тотонолған машина таптыҡ һәм, беребеҙ ҙә йөрөтә белмәгәнгә, һатыусынан уны беҙҙең өйгә килтереп ҡуйыуын һораныҡ. Шул көндө Артур, передачаларҙы күсереүен күҙ алдына килтереп, кис буйы карауатта ултырҙы. Икенсе көндө иртәнсәк, ул машинаны гараждан сығарырға маташҡанда, беҙгә Милдред Уиллетт (һуңынан Джон Баррға кейәүгә сыҡҡан миссионер апай-ҡәрҙәш) килде. Ә ул машина йөрөтә белә ине! Ул беҙҙе лә өйрәтте, һәм хәҙер беҙ юлға сығырға әҙер инек.
Хәҙер беҙгә йәшәр урын табырға кәрәк ине. Беҙ йорт эҙләнек, сөнки беҙҙе алдан уҡ, фургонды дошмандар яндырыуы ихтимал, тип киҫәтеп ҡуйғайнылар. Ләкин, йорт таба алмағанға, беҙгә ул төндә дүртәүләп автомобилдә йоҡларға тура килде. Икенсе көндө ике ике яруслы карауаты булған, ҡулдан яһалған бәләкәй фургон ғына таба алдыҡ. Шул беҙҙең өйөбөҙ булып китте. Ғәжәп, ләкин яҡшы күңелле фермерҙар беҙгә фургонды үҙҙәренең территорияһында ҡалдырырға рөхсәт итә ине! Беҙ тәгәрмәсле өйөбөҙ ҡуйылған урындан 15—25 саҡрым йыраҡлыҡта йәшәгән кешеләргә вәғәзләй инек. Шунан һуң, икенсе урынға күсеп, быға тиклем фургонды ҡалдырған ерҙә вәғәзләнек.
Беҙ бик үк ҙур ҡыйынлыҡтар кисермәй генә Ирландияның көньяҡ-көнсығышындағы бар өйҙәрҙе йөрөп сыҡтыҡ һәм 20 000-дән ашыу брошюра тараттыҡ. Хәҡиҡәткә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кешеләрҙең исемдәрен Бөйөк Британиялағы филиалға ебәрҙек. Унда бөгөн йөҙәрләгән Йәһүә шаһиты барлығын белеү бик ҡыуаныслы!
КИРЕ АНГЛИЯҒА, ШУНАН ШОТЛАНДИЯҒА
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, беҙҙе Лондондың көньяғында хеҙмәт итергә билдәләнеләр. Ә бер нисә аҙна үтеүгә Артурға Британ филиалынан бер ағай-ҡәрҙәш шылтыратты. Ул Артурҙан иртәгәһе көндән үк район хеҙмәтен башлауын һораны. Бер аҙна өйрәтелгәндән һуң, беҙ Шотландияға хеҙмәт итергә киттек. Артурҙың телмәрҙәр әҙерләргә ваҡыты әҙ булды, әммә уның Йәһүәгә хеҙмәт иткәндә ауыр йөкләмәләргә ҙур теләк менән тотоноуы мине рухландырҙы. Беҙ район хеҙмәтенән ҙур шатлыҡ таптыҡ. Бер нисә йыл буйы билдәләнмәгән территорияла хеҙмәт иткәнгә, хәҙер шул тиклем күп ҡәрҙәштәр араһында булыу беҙҙең өсөн ысын фатиха ине!
1962 йылда Артурҙы ун айға Гилеад мәктәбенә уҡырға саҡырҙылар, шунлыҡтан беҙгә ябай булмаған ҡарар ҡабул итергә кәрәк булды. Оҙаҡҡа айырылышырға тура килһә лә, беҙ, был ҙур хөрмәт һәм Артурға унда мотлаҡ барырға кәрәк, тигән һығымтаға килдек. «Парһыҙ» ҡалғанға, мине махсус пионер итеп тыуған ҡалам Хемсвортҡа ебәрҙеләр. Бер йылдан Артур ҡайтҡас, уны өлкә күҙәтеүсеһе итеп билдәләнеләр. Беҙ Шотландияла, Англияның төньяғында һәм Төньяҡ Ирландияла хеҙмәт иттек.
ИРЛАНДИЯЛА ЯҢЫ ЙӨКЛӘМӘ
1964 йылда Артурҙы Ирландия филиалының хеҙмәтсеһе итеп билдәләнеләр. Күсеп йөрөп хеҙмәт итеү беҙгә бик оҡшай ине, шуның өсөн тәүге мәлдәрҙә мин шундай үҙгәрештәр арҡаһында бик борсолдом. Ләкин хәҙер беҙгә Вефилдә хеҙмәт итеү бәхете тейгәненә мин бик шат. Мин шуны аңланым: Йәһүәнән бирелгән йөкләмә бик үк күңелгә ятмаһа ла, уға тотонһаң, Алла һине мотлаҡ фатихалаясаҡ. Мин офиста эшләнем, әҙәбиәтте төргәкләнем, ашарға әҙерләнем һәм таҙалыҡ тураһында ҡайғырттым. Ваҡыт-ваҡыт беҙ, бөтә ил буйынса ҡәрҙәштәрҙе рухландырып, өлкә хеҙмәттә ҡатнаштыҡ. Был беҙгә Изге Яҙманы өйрәнгән кешеләрҙең рухи яҡтан үҫеүен күрергә мөмкинлек бирҙе һәм беҙҙе Ирландиялағы ҡәрҙәштәребеҙ менән берләштерҙе. Ниндәй фатиха!
ИРЛАНДИЯНЫҢ ТЕОКРАТИК ТАРИХЫНДАҒЫ ӘҺӘМИӘТЛЕ ВАҠИҒА
1965 йылда Дублинда Ирландия тарихында беренсе халыҡ-ара конгресс үтте *. Бик көслө ҡаршы килеүҙәргә ҡарамаҫтан, конгресс иҫ киткес шәп үтте. Унда 3 948 кеше булды, шуларҙың 65-е һыуға сумдырылды. Сит илдән килгән 3 500 ҡәрҙәште үҙендә ҡабул иткәндәрҙең бөтәһе лә рәхмәт хаттары алды. Был ҡунаҡсыл мәсихселәр, үҙ сиратында, үҙҙәрендә йәшәгән ҡәрҙәштәрҙең тәртибе менән һоҡланды. Был Ирландия тарихында бик мөһим ваҡиға булды.
1966 йылда Ирландия утрауының төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрендәге вәғәз эше менән Дублиндағы филиалдың етәкселек итеүе тураһында ҡарар ҡабул ителде. Арабыҙҙағы берҙәмлек утрауҙы бүлгеләгән сәйәси һәм дини ҡаршылыҡтарҙан ныҡ айырылып тора ине. Күп католиктарҙың, Йәһүә шаһиты булып китеп, элек протестант булған ҡәрҙәштәр менән бергә хеҙмәт итеүен күреү бик тулҡынландырғыс булды.
ТАҒЫ ҮҘГӘРЕШТӘР
2011 йылда тормошобоҙ тулыһынса үҙгәрҙе. Британия һәм Ирландия филиалдарын берләштерергә ҡарар ителде, һәм беҙҙе Лондондағы Вефилгә билдәләнеләр. Беҙ ул турала Артурҙың һаулығы насарайған ваҡытта белдек. Артурҙа Паркинсон ауырыуы таптылар. 2015 йылдың 20 майында 66 йыл буйы минең тоғро иптәшем булған Артур вафат булды.
Мин әле һаман күңел әрнеүе тоям, һәм мине һағыш биләп ала. Элек Артур гел янымда булды. Мин уны бик ныҡ юҡһынам. Әммә, шундай ауырлыҡтар кисергәндә, Йәһүәгә яҡыныраҡ булып китәһең. Шулай уҡ мине ҡәрҙәштәрҙең Артурҙы бик ныҡ яратҡаны ла йыуата. Мин Ирландия, Бөйөк Британия һәм хатта Ҡушма Штаттарҙағы дуҫтарыбыҙҙан күп хаттар алам. Был хаттар өсөн, шулай уҡ Артурҙың ағаһы Деннис менән уның ҡатыны Мейвистың һәм ағайымдың ҡыҙҙары Рут менән Джудиҙың миңә таяныс булыуҙары өсөн рәхмәттәремде һүҙ менән әйтеп бөтөрлөк түгел.
Миңә Ишағыя 30:18-ҙәге бындай һүҙҙәр көс өҫтәй: «Йәһүә һеҙгә илтифат күрһәтер өсөн сабырлыҡ менән көтөп тора, һеҙгә шәфҡәтлелек күрһәтергә тип күтәрелер. Йәһүә — ғәҙеллек Аллаһы бит. Уны көткәндәрҙең барыһы ла бәхетле». Алла бөтә ауырлыҡтарыбыҙҙы юҡ итәсәк һәм яңы донъяла беҙгә мауыҡтырғыс йөкләмәләр бирәсәк. Йәһүәнең был ваҡытты көтөүен белеү мине бик йыуата.
Үҙемдең үткән тормошома күҙ һалып, мин Йәһүәнең Ирландиялағы вәғәз эше менән етәкселек итеүен һәм уны фатихалауын асыҡ күрәм! Миңә ошо илдә вәғәзләү бәхете тейеүенә бик шатланам. Йәһүәнең үҙенә тыңлаусан булғандарҙы һәр ваҡыт фатихалауын үҙ тәжрибәмдә инандым.