БИОГРАФИЯ
Йәһүә мине бер ҡасан да ҡалдырманы!
Бер ваҡыт, Адольф Гитлерҙың сығышынан һуң, беҙ — дүрт ҡыҙыҡай уға сәскә бүләк иттек. Ни өсөн мин шул ҡыҙҙар араһында булдым? Атайым нацистар партияһының эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашты һәм шул партияның урындағы бүлексәһендә етәксе вазифаһын үтәгән кешелә шофер булып эшләне. Католик диненә ныҡ бирелгән әсәйем минең монахиня булып китеүемде теләне. Ләкин мин нацист та, монахиня ла булып китмәнем. Нисек шулай килеп сыҡҡаны хаҡында һөйләп үткем килә.
МИН Австрияла, Грац ҡалаһында үҫтем. Ете йәшемдә мине дини мәктәпкә уҡырға бирҙеләр. Ләкин ундағы руханиҙар һәм монахинялар араһында хөкөм һөргән аҙғынлыҡ арҡаһында бер йылдан һуң әсәйем миңә унан китергә рөхсәт итте.
Һуңыраҡ мин интернатта уҡый башланым. Бер төндө Грацты аяуһыҙ бомбаға тоттолар, һәм атайым, килеп, мине хәүефһеҙ урынға алып китте. Грацтан беҙҙе Шладминг ҡалаһына күсерҙеләр. Был ҡалала беҙгә күпер аша үтергә кәрәк булды, күперҙе үтеү менән уны шартлаттылар. Икенсе тапҡыр беҙ өләсәйем менән ишек алдыбыҙҙа уҡ ут аҫтына эләктек. Һуғыштың аҙағында сиркәү ҙә, хөкүмәт тә беҙҙе ҡалдырған кеүек тойолдо.
ЫСЫН ЯРҘАМ ТАБАМ
1950-се йылдарҙа бер Йәһүә шаһиты әсәйемә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт тураһында һөйләй башланы. Мин уларҙың һөйләшкәндәрен тыңлай торғайным һәм хатта әсәйем менән бер нисә йыйылыш осрашыуына барҙым. Йәһүә шаһиттарының хәҡиҡәткә өйрәткәненә инанғас, 1952 йылда әсәйем һыуға сумдырылды.
Ул ваҡытта урындағы йыйылыш миңә әбейҙәр түңәрәге булып күренә ине. Ләкин һуңыраҡ беҙ йәштәр күп булған йыйылышта булдыҡ. Был йыйылыш әбейҙәр түңәрәгенә һис тә оҡшамаған ине! Грацҡа ҡайтҡас, мин бөтә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башланым һәм тиҙҙән, әсәйем кеүек, хәҡиҡәтте тапҡаныма инандым. Мин шулай уҡ Йәһүә — үҙ хеҙмәтселәрен ҡалдырмаған Алла икәнен аңланым. Ул хеҙмәтселәрен хатта йырып сыҡҡыһыҙ булып күренгән ауырлыҡтарҙа ла ҡалдырмай (Зәб. 3:5, 6).
Мин башҡаларға хәҡиҡәт тураһында һөйләргә теләнем. Бер туғандарым минең тәүге тыңлаусыларым булды. Ул ваҡытта дүрт апайым инде айырым йәшәне һәм төрлө ауылдарҙа уҡытыусы булып эшләне. Әммә мин, Изге Яҙманы өйрәнергә дәртләндерер өсөн, уларҙың һәр береһенә барып ҡайттым. Ахыр сиктә бер туғандарымдың бөтәһе лә Йәһүә шаһиты булып китте.
Мин өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй башланым. Ике аҙна ла үтмәҫтән, мин 30 йәштәрҙәге бер ҡатынды осраттым һәм уның менән Изге Яҙманы өйрәнә башланым. Ул, рухи яҡтан үҫеп, һыуға сумдырылды, ә һуңыраҡ ире менән ике улы ла уның үрнәгенә эйәрҙе. Шул өйрәнеү минең иманымды бик нығытты, сөнки минең үҙем менән бер кем дә өйрәнеү үткәрмәне. Миңә һәр өйрәнеүгә ентекләп әҙерләнергә тура килде. Асылда, башҡаларҙы өйрәтер алдынан, миңә тәүҙә үҙемде өйрәтергә кәрәк булды! Бының ярҙамында мин хәҡиҡәтте тәрәнерәк аңланым. 1954 йылдың апрелендә мин, үҙемде Йәһүәгә бағышлап, һыуға сумдырылдым.
«БЕҘҘЕ ЭҘӘРЛЕКЛӘЙҘӘР, ЛӘКИН АЛЛА БЕҘҘЕ ТАШЛАМАЙ»
1955 йылда мин Германия, Франция һәм Англияла үткән халыҡ-ара конгрестарҙа булдым. Лондонда мин Альберт Шрёдер менән таныштым. Ул Гилеад мәктәбендә уҡыта ине, ә һуңыраҡ ул Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт итте. Британия музейында экскурсия ваҡытында Шрёдер ҡәрҙәш иғтибарыбыҙҙы Изге Яҙманың ҡайһы бер ҡулъяҙмаларына йүнәлтте. Был ҡулъяҙмаларҙа еврей хәрефтәре менән Алла исеме яҙылған ине, һәм Шрёдер ҡәрҙәш шул ҡулъяҙмаларҙың ни тиклем мөһим икәнен аңлатты. Был миңә Алланы һәм уның Һүҙен тағы ла нығыраҡ яратырға һәм хәҡиҡәт хаҡында башҡаларға һөйләр өсөн бар көсөмдө һалырға дәртләндерҙе.
1956 йылдың 1 ғинуарында мин пионер хеҙмәтен башланым. Дүрт ай үткәс, мине махсус пионер булып хеҙмәт итергә саҡырҙылар. Ул ваҡытта Мистельбахта (Австрия) — мин вәғәзләргә тейеш булған ҡалала Йәһүә шаһиттары юҡ ине. Әммә унда мин тағы бер ауырлыҡ менән осраштым: беҙ хеҙмәттәшем менән бик ныҡ айырылып тора инек. Миңә 19 йәш тулып килә ине, ә уға 25 ине, мин ҡалала үҫтем, ә ул ауылдан ине. Миңә иртән оҙағыраҡ йоҡлауы оҡшай ине, ә ул бик иртә торорға ярата ине. Кис етеү менән барыһы киреһенсә булды: хеҙмәттәшем йоҡларға ята ине, ә минең иртә ятҡым килмәй ине. Шулай ҙа Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланыу беҙгә ҡаршылыҡтарҙы яйға һалырға һәм вәғәздә шатланып хеҙмәттәшлек итергә ярҙам итте.
Ысынында беҙ башҡа етди ауырлыҡтар менән дә осраштыҡ. Беҙ эҙәрләүҙәргә дусар булдыҡ, ләкин «Алла беҙҙе ташлама[ны]» (2 Кор. 4:7—9). Бер ауылда вәғәзләп йөрөгәндә, кешеләр беҙгә эттәрен һөсләтте. Өрөп һәм тештәрен ыржайтып сабып килгән ҙур эттәр хеҙмәттәшем менән мине уратып алды. Беҙ ҡулға-ҡул тотондоҡ, һәм мин хатта: «Йәһүә, зинһар, улар беҙгә ташланғас, беҙ тиҙерәк үлһәк ине!» — тип доға ҡылдым. Ләкин беҙгә килеп еткәс, эттәр туҡтаны ла ҡойроҡтарын болғап китеп барҙы. Шул ваҡытта беҙ Йәһүәнең яҡлауын тойҙоҡ. Унан һуң беҙ шул ауылда вәғәзләүебеҙҙе дауам иттек һәм кешеләрҙең беҙҙе иғтибар менән тыңлауына бик шатландыҡ. Бәлки, улар эттәрҙең беҙгә зыян килтермәүенә йәки беҙҙең шундай ҡурҡыныс хәлдән һуң һаман вәғәзләүебеҙгә аптырағандыр. Ваҡыт уҙыу менән шул ауылда йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре Йәһүә шаһиты булып китте.
Беҙҙең менән тағы бер ҡурҡыныс хәл булды. Бер көндө беҙ йәшәгән йорттоң хужаһы иҫереп ҡайтты. Ул беҙҙе, күршеләргә тынғы бирмәйһегеҙ, тип ғәйепләне һәм үлтереү менән янаны. Ҡатыны уны тынысландырырға тырышты, ләкин тырышлыҡтары бушҡа ғына ине. Беҙ өҫкө ҡатта йәшәй инек һәм барыһын ишеттек. Беҙ тиҙ генә ултырғыстар менән ишекте терәтеп ҡуйҙыҡ
та әйберҙәребеҙҙе йыя башланыҡ. Ишекте асып ебәрһәк, йорттоң хужаһы ҙур бысаҡ тотоп баҫҡыста тора ине. Шуға күрә беҙ, әйберҙәребеҙҙе эләктереп, артҡы ишектән сығып баҡса аша ҡастыҡ. Ул йортҡа беҙ бүтән ике аяғыбыҙҙың береһен дә баҫманыҡ.Беҙ, ҡунаҡханаға барып, бер бүлмәгә урынлаштыҡ. Шул бүлмәлә беҙ бер йыл тиерлек йәшәнек, ул хеҙмәтебеҙ өсөн фатиха булып сыҡты. Нисек итеп? Ҡунаҡхана ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан ине, һәм өйрәнеүселәребеҙҙең күбеһе шунда өйрәнергә теләне. Тиҙҙән беҙ бүлмәбеҙҙә китап өйрәнеү һәм «Күҙәтеү манараһы»нан мәҡәлә ҡарап сығыу осрашыуҙарын үткәрә башланыҡ. Был осрашыуҙарға яҡынса 15 кеше килә ине.
Мистельбахта беҙ бер йылдан ашыу йәшәнек. Һуңынан мине Грацтан көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан Фельдбах ҡалаһына билдәләнеләр. Фельдбахта минең яңы хеҙмәттәшем булды, әммә унда ла йыйылыш юҡ ине. Беҙ бүрәнә йорттоң икенсе ҡатындағы бәләкәй генә бүлмәһендә йәшәнек. Бүрәнәләр араһындағы ярыҡтарҙан ел һыҙғырып торҙо, беҙ шул ярыҡтарҙы гәзит тығып ҡапларға тырыштыҡ. Һыуҙы ҡоҙоҡтан ташырға тура килде. Әммә бындай ҡорбандар бушҡа булманы: бер нисә ай эсендә Фельдбахта төркөм ойошторолдо. Шулай уҡ унда беҙ бер ғаилә менән өйрәнеү үткәрҙек, ахыр сиктә шул ғаиләнең 30 ағзаһы хәҡиҡәткә килде.
Бөтә был осраҡтар мине шуға инандырҙы: Йәһүә Батшалыҡ эшен беренсе урынға ҡуйған хеҙмәтселәрен бер ҡасан да ҡалдырмай. Хатта кешеләр беҙгә ярҙам итә алмаһа ла, Йәһүә һәр саҡ ярҙам итә ала (Зәб. 121:1—3).
ЙӘҺҮӘ МИНЕ «УҢ ҠУЛЫ МЕНӘН» ТОТОП ТОРҘО
1958 йылда Нью-Йорктың «Янки» һәм «Поло Граундс» стадиондарында халыҡ-ара конгресс үтергә тейеш ине. Мин был конгресҡа барыр өсөн ғариза бирҙем, һәм Австрия филиалындағы ҡәрҙәштәр минән, Гилеад мәктәбенең 32-се синыфында уҡырға теләр инеңме, тип һораны. Бындай мөмкинселектән нисек баш тартып була инде? Мин шунда уҡ «эйе» тип яуапланым.
Гилеад мәктәбендә мин Мартин Пётцингер менән бер парта артында ултырҙым. Ул нацист концлагерҙарындағы дәһшәттәр аша үткән кеше ине, һуңыраҡ ул Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт итте. Дәрестәр ваҡытында ул ҡайһы саҡ: «Эрика, ә немецса был нисек була?» — тип бышылдап һорай торғайны.
Курстың уртаһында Нейтан Норр ҡәрҙәш һәр беребеҙҙең ҡайҙа билдәләнгәнебеҙ хаҡында иғлан итте. Мине Парагвайға билдәләнеләр. Мин бик йәш булғанға, Парагвай иленә инер өсөн атайымдың рөхсәтен раҫлаған ҡағыҙ кәрәк булды. Был мәсьәлә яйға һалынғандан һуң, 1959 йылдың мартында мин Парагвайға килеп төштөм. Беҙ яңы хеҙмәттәшем менән Асунсьондағы миссионерҙар йортонда йәшәй башланыҡ.
Күп тә үтмәҫтән, мин Гилеад мәктәбенең 30-сы синыфын тамамлаған Уолтер Брайт исемле миссионер менән таныштым. Ваҡыт уҙыу менән беҙ өйләнештек һәм тормош ауырлыҡтарын бергә күтәрә башланыҡ. Ауырлыҡтар менән осрашҡан һайын, беҙ Йәһүәнең Ишағыя 41:10-дағы: «Ҡурҡма, сөнки мин һинең менән. Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң. Мин һине нығытырмын», — тигән вәғәҙәһен уҡый торғайныҡ. Был һүҙҙәр беҙҙе шуға ышандыра ине: Йәһүәгә тоғро булып ҡалһаҡ һәм уның Батшалығын тормошобоҙҙа беренсе урынға ҡуйһаҡ, ул беҙҙе бер ваҡытта ла ҡалдырмаҫ.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, беҙҙе Бразилияның сигенән алыҫ булмаған территорияға билдәләнеләр. Унда руханиҙар үҫмерҙәрҙе былай ҙа насар хәлдә булған миссионерҙар йортобоҙға таш бәрергә ҡотортто. Унан һуң Уолтер полиция начальнигы менән Изге Яҙманы өйрәнә башланы. Шул өйрәнеүсе полиция хеҙмәткәрҙәренең йортобоҙ янында бер аҙна буйына тороуын хәстәрләне, һәм эҙәрләүселәр беҙҙе башҡа ыҙалатманы. Тиҙҙән беҙ яҡшыраҡ йәшәү урыны таптыҡ. Был урын Бразилияның сигендә урынлашҡанға, беҙ йыйылыш осрашыуҙарын Парагвайҙа ла, Бразилияла ла үткәрә алдыҡ. Беҙ китергә йыйынған ваҡытта унда ике бәләкәй йыйылыш бар ине.
ЙӘҺҮӘ МИҢӘ ӘЛЕ ЛӘ ЯРҘАМ ИТӘ
Табиптар, бала таба алмаясаҡһың, тиһә лә, 1962 йылда мин ауырға ҡалдым. Был беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды! Беҙ Флоридала, Голливуд ҡалаһында, Уолтерҙың ғаиләһенән йыраҡ булмаған ерҙә төпләндек. Күп йылдар буйына беҙ, ғаиләбеҙ хаҡында ҡайғыртып, пионер хеҙмәтендә ҡатнаша алманыҡ. Шулай ҙа Батшалыҡ эше һәр ваҡыт тормошобоҙҙа мөһим урында торҙо (Матф. 6:33).
1962 йылдың ноябрендә Флоридаға күсеп килгәс, беҙ шуға аптыраныҡ: урындағы халыҡ араһында таралған хөрәфәттәр арҡаһында ҡара тәнле Йәһүә шаһиттары йыйылыш осрашыуҙарын аҡ тәнле ҡәрҙәштәрҙән айырым үткәрә ине, улар шулай уҡ төрлө райондарҙа вәғәзләй ине. Ләкин Йәһүә өсөн кешенең ниндәй расанан булыуы мөһим түгел, шуға күрә тиҙҙән шул райондағы бөтә йыйылыштар ҙа ҡатнаш булып китте — йыйылыштарҙа аҡ тәнле ҡәрҙәштәр ҙә, ҡара тәнлеләре лә булды. Йәһүә был үҙгәрештәрҙе фатихаланы, һәм хәҙер унда күп йыйылыштар бар.
2015 йылда ҙур ҡайғы килде: Уолтер баш мейеһендәге шеш арҡаһында үлеп китте. Беҙ уның менән 55 йыл буйы бергә йәшәнек, ул бик яҡшы тормош иптәше булды. Ул Йәһүәне бик ныҡ яратты һәм күп ҡәрҙәштәргә ярҙам итте. Мин яңы донъяла уның һау килеш терелтелеүен зарығып көтәм! (Ғәм. 24:15)
Бына инде 40 йылдан ашыу мин тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашам, был хеҙмәт миңә ҙур шатлыҡ һәм күп фатихалар килтерҙе. Мәҫәлән, беҙ Уолтер менән 136 өйрәнеүсебеҙҙең һыуға сумдырылыуын күрҙек. Әлбиттә, тормошобоҙҙа ауырлыҡтар ҙа булды, әммә улар беҙгә артабан да тоғро Аллабыҙға хеҙмәт итергә ҡамасаулай алманы. Киреһенсә, беҙ Йәһүәгә яҡынлаштыҡ һәм уның барыһын да үҙ ваҡытында һәм үҙенә яраҡлы юл менән яйға һалырына һис тә шикләнмәнек. Һәм ул һәр ваҡыт өмөттәребеҙҙе аҡлап торҙо! (2 Тим. 4:16, 17)
Мин Уолтерҙы бик ныҡ һағынам, әммә пионер хеҙмәте миңә ундай хистәргә бирелеп бойоғоп китмәҫкә ярҙам итә. Миңә башҡаларҙы хәҡиҡәткә өйрәтеү, бигерәк тә терелеүгә өмөт тураһында һөйләү бик оҡшай. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен бер ҡасан да ҡалдырмай — шуға инанған саҡтарым шул тиклем күп булды, уларҙы хатта һанап бөтөрөп тә булмай! Вәғәҙәһенә тоғро ҡалып, Йәһүә миңә һәр ваҡыт ярҙам итте, нығытты һәм мине «уң ҡулы менән» тотоп торҙо (Ишағ. 41:10).