Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә

Йәһүә уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә

«Раббы Йософто ташламаны — эштәре гел уңай килеп торҙо» (БАШ. 39:2).

30-СЫ ЙЫР Йәһүә — Атам, Яҡлаусым, Дуҫым

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1, 2. а) Ни өсөн беҙ һынауҙарға ғәжәпләнмәйбеҙ? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

 ЙӘҺҮӘ халҡы булараҡ, беҙ һынауҙар менән осрашабыҙ һәм быға бер ҙә ғәжәпләнмәйбеҙ, сөнки Изге Яҙмала: «Алла Батшалығына инеү күп михнәттәр аша буласаҡ», — тип әйтелә (Ғәм. 14:22). Беҙ шулай уҡ ҡайһы бер проблемаларыбыҙҙың яңы донъяға тиклем тулыһынса хәл ителмәйәсәген беләбеҙ. Тик яңы донъяла ғына «үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ» (Асыл. 21:4).

2 Йәһүә беҙҙе һынауҙарҙан яҡламай, әммә ул беҙгә уларға сыҙамлы булырға ярҙам итә. Илсе Павелдың Римдағы мәсихселәргә яҙған һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ. Ул үҙе һәм имандаштары дусар булған һынауҙар тураһында әйтеп киткәндән һуң: «Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ», — тип яҙған (Рим. 8:35—37). Тимәк, Йәһүә һынауҙар әле булған ваҡытта ла беҙгә уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең Йософҡа нисек ярҙам иткәнен һәм беҙгә нисек ярҙам итә аласағын ҡарап сығайыҡ.

ХӘЛ КИҪКЕН ҮҘГӘРГӘНДӘ

3. Йософтоң тормошонда ниндәй киҫкен үҙгәрештәр булған?

3 Ырыу башлығы Яҡуб улын, Йософто, бик ныҡ яратҡан (Баш. 37:3, 4). Шул арҡала ағайҙары Йософтан көнләшә башлаған. Мөмкинлек асылғанда, улар Йософто Мәдйән сауҙагәрҙәренә һатып ебәргән. Ә сауҙагәрҙәр уны йөҙәр саҡрым йыраҡлыҡҡа — Мысырға алып киткән һәм унда фирғәүен кешеһенә — һаҡсылар түрәһе Потифарға һатҡан. Йософтоң тормошо ни тиклем киҫкен үҙгәргән: ул әле күптән түгел генә атаһының яратҡан улы ине, ә хәҙер ул — Мысыр кешеһенең ҡоло! (Баш. 39:1).

4. Нимә арҡаһында беҙ Йософтоҡона оҡшаш һынауҙар менән осрашырға мөмкин?

4 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, һәр кеше бәләгә осрай ала (Вәғ. 9:11). Ҡайһы саҡта беҙ бөтә кешеләр дусар булған ауырлыҡтарға юлығабыҙ (1 Кор. 10:13). Ә ҡайһы саҡта беҙ Мәсихтең шәкерттәре булғанға ғазап сигәбеҙ. Мәҫәлән, иманыбыҙ арҡаһында беҙ мыҫҡыллауҙар, ҡаршылыҡтар һәм эҙәрләүҙәр менән осрашабыҙ (2 Тим. 3:12). Ниндәй генә һынауҙарға дусар булһаҡ та, Йәһүә беҙгә уңышлы булырға ярҙам итә. Ул Йософҡа нисек ярҙам иткән?

Йософ Потифарҙың ҡоло булғанда ла, Йәһүә уны уңышлы иткән (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Йософтоң артынан күҙәтеп, Потифар ниндәй һығымтаға килгән? (Башланмыш 39:2—6).

5 Башланмыш 39:2—6-ны уҡығыҙ. Потифар Йософтоң бик һәләтле һәм тырыш эшсе булыуын күргән. Ул сәбәбен дә белгән. Потифар «Раббы уға ярҙам итеп торғанын [күргән]» b. Ваҡыт уҙыу менән был Мысыр кешеһе Йософто үҙенең шәхси хеҙмәтсеһе итеп билдәләгән һәм бөтә милкен уның ҡарамағына тапшырған. Шунан һуң Йәһүә «Йософ арҡаһында» Мысыр кешеһенең йортон фатихалай башлаған.

6. Йософ үҙ хәленә нисек ҡарай алған?

6 Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, был хәлгә Йософтоң күҙлегенән ҡарайыҡ. Ул күберәк нимәне теләгән? Потифарҙың хуплауына эйә булырғамы? Йософ, моғайын, иреккә сығып, атаһына ҡайтырға теләгәндер. Потифарҙың өйөндә уға етди вазифалар тапшырылһа ла, ул ҡол булып ҡалған. Йәһүә Йософто иреккә сығарыу хаҡында Потифарға бер ни ҙә әйтмәгән. Етмәһә, Йософто алда тағы ла ауырыраҡ һынауҙар көткән.

ХӘЛ ТАҒЫ ЛА НАСАРАЙҒАНДА

7. Йософтоң хәле нисек насарая барған? (Башланмыш 39:14, 15).

7 Башланмыш китабының 39-сы бүлегендә, Потифарҙың ҡатынының Йософҡа күҙе төштө, тип әйтелә. Ул Йософҡа күп тапҡыр бәйләнгән, ә Йософ уның оятһыҙ тәҡдимдәрен һәр ваҡыт кире ҡаҡҡан. Ахырҙа ул ҡатын бик асыуланған һәм Йософто көсләргә маташыуҙа ғәйепләгән. (Башланмыш 39:14, 15-те уҡығыҙ.) Потифар был хаҡта ишеткәс, Йософто бер нисә йылға төрмәгә ташлаған (Баш. 39:19, 20). Ул ваҡытта төрмә ниндәй булған? Йософ ҡулланған еврей һүҙе «соҡор» тигәнде аңлатырға мөмкин (Баш. 40:15, ЯДТ, төшөрмә). Йософ ултырған урын ҡараңғы булған, һәм хәл өмөтһөҙ булып күренгән. Изге Яҙмала шулай уҡ, Йософтоң аяҡтары һәм муйыны бер ни тиклем ваҡытҡа бығауланған булған, тип әйтелә (Зәб. 105:17, 18). Эйе, Йософтоң хәле тағы ла насарайған: ул хеҙмәтсенән тотҡонға әйләнгән.

8. Һынауҙар көсәйһә лә, беҙ нимәгә ышана алабыҙ?

8 Ҡайнар доға ҡылыуығыҙға ҡарамаҫтан, тағы ла ауырыраҡ хәлгә ҡалғанығыҙ булдымы? Шулай булыуы ихтимал. Йәһүә беҙҙе Шайтан идара иткән донъяла булған һынауҙарҙан яҡламай (1 Яхъя 5:19). Әммә шикләнмәгеҙ: Йәһүә һеҙҙең ниндәй ауырлыҡтар аша үтергә тура килгәнегеҙҙе белә һәм һеҙҙең хаҡта ҡайғырта (Матф. 10:29—31; 1 Пет. 5:6, 7). Бынан тыш, ул: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», — тип вәғәҙә итә (Евр. 13:5). Хәлегеҙ өмөтһөҙ булып күренһә лә, Йәһүә һеҙгә сыҙам булып ҡалырға ярҙам итә ала. Әйҙәгеҙ, Алланың Йософҡа нисек ярҙамға килгәнен ҡарап сығайыҡ.

Йософ төрмәлә булғанда, Йәһүә уның менән булған. Шуға күрә Йософ бөтә тотҡондарға баш булған (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)

9. Йософ төрмәлә булғанда, Йәһүәнең уның менән булғаны нимәнән күренгән? (Башланмыш 39:21—23).

9 Башланмыш 39:21—23-тө уҡығыҙ. Хатта төрмәлә ултырғанда ла Йәһүә Йософто уңышлы иткән. Нисек итеп? Йософ Потифарҙың хуплауын алған кеүек, төрмә башлығының да ышанысын һәм хөрмәтен яулаған. Һуңыраҡ «төрмә башлығы бөтә тотҡондарҙы Йософ ҡарамағына» тапшырған, ә үҙе бер нәмә тураһында ла борсолмаған. Хәҙер инде Йософ иғтибарын үҙ проблемаларына түгел, ә был эшкә йүнәлтә алған. Эйе, ваҡиғалар киҫкен үҙгәргән! Түрәнең ҡатынын көсләргә маташыуҙа ғәйепләнгән тотҡонға нисек шундай ышаныслы вазифа тапшырылған? Быға бер генә сәбәп булырға мөмкин. «Раббы Йософто ташламаны, уның һәр эшендә ярҙам итеп торҙо», — тиелә Изге Яҙмала.

10. Ни өсөн Йософ үҙен уңышлы тип һанамағандыр? Аңлатығыҙ.

10 Хәлгә тағы бер тапҡыр Йософтоң күҙлегенән ҡарарға тырышығыҙ. Уны ялған ғәйепләү арҡаһында төрмәгә япҡандар. Һеҙҙеңсә, Йософ үҙен һәр эшендә уңышлы тип һанағанмы? Йософ иң күбеһе нимәне теләгән? Төрмә башлығының алдында илтифат ҡаҙанырғамы? Ул, моғайын, аҡланырға һәм иреккә сығырға теләгәндер. Ул хатта төрмәнән сығырға йыйынған бер тотҡонға үҙе хаҡында фирғәүен менән һөйләшеп алыуын һораған (Баш. 40:14). Ләкин ул кеше был үтенес тураһында онотҡан. Һөҙөмтәлә Йософ төрмәлә тағы ике йыл ултырған (Баш. 40:23; 41:1, 14). Шулай ҙа Йәһүә уға артабан да уңыш биреп торған.

11. Йәһүә Йософҡа ниндәй һәләт биргән һәм Йософ Алла ниәтенең үтәлешендә ниндәй роль уйнаған?

11 Йософ төрмәлә булғанда, Йәһүә Мысыр батшаһына ике төш биргән. Был төштәр фирғәүенде хафаға төшөргән. Фирғәүен уларҙың мәғәнәһен белергә бик теләгән. Ул Йософтоң төштәрҙе юрай алғанын белгәс, уны төрмәнән саҡыртҡан. Йәһүәнең ярҙамы менән Йософ төштәрҙе аңлатҡан һәм аҡыллы кәңәше менән фирғәүенде хайран ҡалдырған. Батша был йәш егет менән Йәһүә булғанын күргән, шуға Мысырҙағы бөтә игенде уның ҡулына тапшырған (Баш. 41:38, 41—44). Һуңыраҡ Мысырҙа ҡаты аслыҡ башланған. Аслыҡ шулай уҡ Йософтоң ғаиләһе йәшәгән Ҡынаан ерендә лә булған. Йософ, дәрәжәһенән файҙаланып, үҙ ғаиләһен ҡотҡара алған, һәм Мәсихкә алып барған нәҫел ебе өҙөлмәгән.

12. Йәһүә Йософҡа уңышлы булырға нисек ярҙам иткән?

12 Йософтоң тормошондағы ғәжәйеп ваҡиғалар тураһында уйланығыҙ. Потифарҙы был ябай ҡолға иғтибар итергә кем этәргән? Төрмә башлығын Йософто башҡа тотҡондар өҫтөнән ҡуйырға кем дәртләндергән? Кем фирғәүенгә — борсоулы төштәр, ә Йософҡа уларҙы аңлатыу һәләтен биргән? Мысырҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә Йософто билдәләү ҡарары артында кем торған? (Баш. 45:5). Бөтә эштә уңышлы булырға уға Йәһүә ярҙам иткән. Ағалары Йософто үлтерергә теләһә лә, Йәһүә үҙ ихтыярын үтәр өсөн хәлде үҙгәрткән.

ЙӘҺҮӘ ҺЕҘҘЕ УҢЫШЛЫ ИТӘ

13. Йәһүә тормошобоҙҙоң һәр осрағында ла ҡатнашамы? Аңлатығыҙ.

13 Йософ миҫалынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ? Тормошобоҙҙоң һәр осрағында Йәһүәнең ҡатнашы бармы? Әгәр беҙҙең менән берәй насар хәл булһа, шулай булырға тейеш инде, тип әйтә алабыҙмы? Юҡ, Изге Яҙма быға өйрәтмәй (Вәғ. 8:9; 9:11). Әммә беҙ шуны беләбеҙ: Йәһүә һынауҙар менән осрашҡаныбыҙҙы белә һәм ул ярҙам һорап ялбарыуҙарыбыҙҙы ишетә (Зәб. 34:15; 55:22; Ишағ. 59:1). Бынан да бигерәк, Йәһүә ауырлыҡтарҙы уңышлы йырып сығырға ярҙам итә ала.

14. Ауыр ваҡыттарҙа Йәһүә нисек ярҙам итә?

14 Йәһүә беҙгә нисек ярҙам итә? Мәҫәлән, ул беҙҙе йыуата, рухландыра һәм йыш ҡына быны иң кәрәк саҡта эшләй (2 Кор. 1:3, 4). Төркмәнстанда йәшәгән Эзиз исемле ағай-ҡәрҙәш менән шулай булған да. Уны иманы өсөн ике йылға төрмәгә ултыртҡандар. Бына ул нимә һөйләй: «Суд була торған көндө, иртән, бер ағай-ҡәрҙәш миңә Ишағыя 30:15-тәге һүҙҙәрҙе күрһәтте. Унда: „Тыныс ҡалып миңә таянһағыҙ, көслө булырһығыҙ“, — тиелә. Был аят миңә тыныс булып ҡалырға һәм бар нәмәлә Йәһүәгә таянырға ярҙам итте. Төрмәлә булған саҡта был һүҙҙәр тураһында уйланыу миңә көс өҫтәп торҙо». Ә һеҙ мохтаж булған саҡта Йәһүәнең ярҙам ҡулын күрҙегеҙме?

15, 16. Тори апай-ҡәрҙәштең миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

15 Йыш ҡына беҙ һынауҙар аша үткәс кенә Йәһүәнең ни тиклем ярҙам иткәнен күрәбеҙ. Тори исемле апай-ҡәрҙәшебеҙ үҙе быға инанған. Уның улы Мейсон алты йыл рак ауырыуы менән көрәшкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мейсон үлгән. Тори ҡәрҙәшебеҙҙең йөрәге ҡайғынан өҙгөләнгән. Ул былай ти: «Әсәй кеше өсөн балаһының үлеү ҡайғыһынан да ҙурыраҡ ҡайғы бармы ни? Һәр атай-әсәй балаһының ғазап сигеүен күргәнсе, үҙе ғазап сигергә әҙер».

16 Һуңыраҡ Тори апай-ҡәрҙәш, шул ауыр ваҡыттарҙа Йәһүәнең уға ярҙам иткәнен иҫенә төшөрөп, былай ти: «Улым ауырыған йылдарҙа Йәһүәнең минең менән булғанын күрәм. Мәҫәлән, ҡайһы саҡта Мейсондың ҡәрҙәштәр менән аралашырға хәле булмай торғайны. Шулай ҙа улар беҙҙе нығытыр өсөн дауаханаға килеп йөрөнө. Юлға ике сәғәт китһә лә, ҡәрҙәштәр беҙҙе ҡалдырманы, һәр ваҡыт килеп торҙо. Шулай уҡ ғаиләбеҙгә аҡсалата ярҙам итте. Хатта иң ауыр ваҡыттарҙа ла беҙ бер нәмәгә лә мохтаж булманыҡ». Йәһүә Тори ҡәрҙәшкә барыһына сыҙарға ярҙам иткән, ул шулай уҡ Мейсонды ла ҡалдырмаған. ( «Йәһүә беҙгә... иң кәрәклеһен бирҙе» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

ФАТИХАЛАРЫҒЫҘҘЫ ИҪТӘ ТОТОҒОҘ

17, 18. Ауыр ваҡыттарҙа Йәһүәнең ярҙамын күрергә һәм ҡәҙерләргә нимә ярҙам итер? (Зәбур 40:5).

17 Зәбур 40:5-те c уҡығыҙ. Альпинистың маҡсаты — тауҙың башына менеп етеү. Шулай ҙа ул, тауға менгәндә, туҡтап ала һәм тәбиғәт менән һоҡлана. Шуның шикелле, һеҙ ҙә ваҡыт-ваҡыт туҡтап алығыҙ һәм ауыр ваҡыттарҙа Йәһүәнең һеҙҙе нисек уңышлы иткәне тураһында уйланығыҙ. Көн аҙағында үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Йәһүә бөгөн мине нисек фатихаланы? Проблемам сиселмәһә лә, Йәһүә миңә бирешмәҫкә нисек ярҙам итте?» Ошо һорауҙарға яуап биргәндә, Йәһүәнең, кәм тигәндә, бер фатихаһын күрергә тырышығыҙ.

18 Әлбиттә, һынауыбыҙҙың бөтөүе тураһында доға ҡылыуҙың бер насарлығы ла юҡ (Флп. 4:6). Әммә беҙгә шулай уҡ әлеге ваҡытта булған фатихаларҙы ла күрергә кәрәк. Йәһүә беҙҙе нығытырға һәм барыһына сыҙам булырға ярҙам итергә вәғәҙә итә. Шуға күрә уға көн һайын ярҙам иткәне өсөн рәхмәтле булығыҙ. Шул саҡта һеҙ Йәһүәнең, ауыр ваҡыттарҙа Йософҡа ярҙам иткән кеүек, һеҙгә лә ярҙам иткәнен күрерһегеҙ. Һәм һеҙ һәр эштә уңышлы булырһығыҙ (Баш. 41:51, 52).

32-СЕ ЙЫР Йәһүә яғына баҫ!

a Ҡайһы ваҡыт тормошобоҙҙа етди ауырлыҡтар була. Шул саҡта үҙебеҙҙе уңышһыҙ тип һанауыбыҙ бар, сөнки уңышлы тигән һүҙҙе тик һынауҙарҙы еңеп сыға алған кешеләргә генә ҡулланып була, тип уйлайбыҙ. Әммә Йософтоң тормошонда булған осраҡтар беҙҙе мөһим хәҡиҡәттәргә өйрәтә. Һынауҙарыбыҙ хатта бөтмәҫлек булып күренгәндә лә, Йәһүә беҙгә уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә. Ошо мәҡәләлә был нисек мөмкин икәнен ҡарап сығырбыҙ.

b Ҡоллоҡта саҡта Йософтоң тормошонда булған ваҡиғалар Башланмыш китабының биш аятында ғына яҙылған. Әммә улар күп йылдар дауамында булып тора алған.

c Зәбур 40:5: «Ни тиклем күп ғәжәйеп эштәр башҡарҙың һин, эй Йәһүә Аллам, беҙгә ҡарата уй-ниәттәрең шундай күп! Бер кем дә һиңә тиңләшә алмай. Уларҙы һөйләп бирергә тырышҡан булһам да, улар һанап бөтөргөһөҙ күп булыр ине!»