Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Өмөт беҙгә ни өсөн кәрәк?

Өмөт беҙгә ни өсөн кәрәк?

Өмөт беҙгә ни өсөн кәрәк?

ӘГӘР ҙә Дэниел, рактан үлгән теге малай, өмөтөн юғалтмаһа, нимә булыр ине? Ул ракты еңер инеме? Бөгөн иҫән булыр инеме? Моғайын, өмөт дауалау көсөнә эйә, тигән идеяның иң тоғро яҡлаусылары ла шулай тип раҫларға баҙнат итмәҫ ине. Һәм бында мөһим бер фекер ята: өмөт көсөн артыҡ юғары баһаларға ярамай. Ул бөтә ауырыуҙарҙан да ярҙам итә торған дарыу, панацея түгел.

«Си-би-эс»ҡа интервью биргәндә, врач Нейтан Черни ҡаты ауырыған пациенттар хаҡында һүҙ барғанда өмөттөң көсөн үтә ныҡ арттырып ебәреүҙең ҡурҡыныс икәнлеге хаҡында әйтеп үткән. Ул былай тигән: «Ҡайһы саҡта ирҙәр ҡатындарын үҙҙәренең күңел торошона етерлек иғтибар бирмәүе, етерлек дәрәжәлә ыңғай фекерләмәүе өсөн әрләй. Бындай фекер йөрөтөү рәүеше, шулай итеп ракты контроль аҫтында тотоп була, тигән иллюзия тыуҙырған. Әгәр ҙә был шулай булһа, ауырыуҙарҙың хәле насарланыуын уларҙың сиргә етерлек дәрәжәлә ҡаршы тормауы менән аңлатып булыр ине, ә был һис тә дөрөҫ түгел».

Ысынында иһә үлемесле сир менән көрәш күп көстө алған интектергес алышҡа оҡшаған. Һәм әлбиттә, шундай көрәш алып барған кешенең туғандары уның иңендәге былай ҙа ауыр йөккә тағы ла ғәйеп хисе өҫтәргә һис тә теләмәҫ ине. Улайһа, өмөт бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй, тигән һығымта яһарға кәрәкме?

Әлбиттә, юҡ! Мәҫәлән, шул уҡ юғарыла әйтелгән врач паллиатив дауалау йүнәлешендә эшләй. Терапияның был төрө туранан-тура сирҙе дауалауға һәм хатта ғүмерҙе оҙайтыуға түгел, ә пациенттың тормошон ауырыу менән көрәшкән сағында уңайлыраҡ һәм күңеллерәк итеүгә йүнәлтелгән. Ундай врачтар хатта бик ҡаты сирләгән кешенең фекерләүен ыңғай яҡҡа йүнәлткән дауалауҙың файҙалы икәненә ныҡ ышана. Өмөттөң быны һәм бынан да күберәкте эшләй алғанына күп дәлилдәр бар.

Өмөт ҡиммәте

Медицина темаларына яҙыусы журналист У. Гиффорд-Джонс әйткәнсә, «өмөт ул — ҡеүәтле сара». Шул журналист үлемесле ауырыуҙан интеккән кешеләр өсөн эмоциональ ярҙамдың әһәмиәтен билдәләү маҡсаты менән үткәрелгән тикшеренеүҙәргә байҡау яһаған. Ундай ярҙам кешеләргә оптимистик, ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итә, тип иҫәпләнә. 1989 йылда үткәрелгән бер тикшеренеү шундай ярҙам алған пациенттарҙың оҙағыраҡ йәшәгәнен күрһәткән. Ә яңыраҡ үткәрелгән шуға оҡшаш тикшеренеүҙең һөҙөмтәләре улай уҡ ышандырырлыҡ булмай сыҡҡан. Шулай ҙа тикшеренеүҙәр эмоциональ ярҙам алған пациенттарҙың ундай ярҙамдан мәхрүм булғандарға ҡарағанда депрессия һәм һыҙланыуҙарҙан әҙерәк интеккәнен раҫлай.

Әйҙәгеҙ, йөрәктең ишемия ауырыуына оптимизм һәм пессимизмдың йоғонтоһон өйрәнгән башҡа бер тикшеренеүҙе ҡарап сығайыҡ. 1300-ҙән ашыу ир тормошҡа оптимистик йә пессимистик ҡарашта булыуға ҡағылышлы тест үткән. Ун йылдан һуң уларҙың 12 процентынан күберәгенең йөрәк ишемияһы булған. Шул ирҙәр араһында оптимистарға ҡарағанда пессимистар ике тапҡырға күберәк булған. Лора Кубзански, Гарвард университетындағы һаулыҡ һаҡлау факультетының һаулыҡ һәм социаль тәртип кафедраһы доценты, былай ти: «Ыңғай фекерләү һаулыҡҡа яҡшы йоғонто яһай, тигән идея элек күбеһенсә кемдең дә булһа һүҙҙәренә нигеҙләнгән ине. Йөрәк ауырыуы миҫалы нигеҙендә үткәрелгән был тикшеренеү ошо идеяны беренсе тапҡыр медицинаға нигеҙләнеп раҫлай».

Ҡайһы бер тикшеренеүҙәрҙән күренгәнсә, үҙенең һаулығын насар тип һанағандар һаулыҡтарын яҡшы тип иҫәпләгәндәргә ҡарағанда операциянан һуң күпкә яйыраҡ һауыға. Хатта ғүмер оҙонлоғон да оптимизм менән бәйләйҙәр. Бер тикшеренеүҙә ҡартлыҡҡа ыңғай һәм тиҫкәре ҡараштар оло йәштәгеләргә ниндәй йоғонто яһағанын асыҡларға булғандар. Ололарға экранда әҙгә генә күренеп ҡалған, ҡартлыҡты зирәклек һәм тәжрибә менән бәйләгән һүҙҙәр менән тәьҫир иткәндәр. Һөҙөмтәлә улар күпкә дәртлерәк һәм ышаныслыраҡ баҫып йөрөй башлаған. Бының файҙаһы 12 аҙна буйы физкультура менән шөғөлләнеүҙең файҙаһына тиң булған.

Өмөт, оптимизм һәм ыңғай ҡараштың һаулыҡҡа файҙа килтергәнен нисек аңлатырға? Күрәһең, ғалимдар һәм врачтар әлегә кеше аҡылын һәм организмын быны тулы итеп аңлатырлыҡ дәрәжәлә яҡшы өйрәнмәгән. Шулай ҙа был йүнәлештә эшләгән белгестәрҙең ниндәйҙер фараздар ҡорорға нигеҙҙәре бар. Мәҫәлән, бер профессор-невролог былай ти: «Шатлыҡлы булыу һәм өмөт менән йәшәү яҡшы. Бындай ыңғай ҡараш кешегә үҙен һәйбәт хис итергә, стресҡа ныҡ бирелмәҫкә ярҙам итә һәм уның организмына ыңғай йоғонто яһай. Был — һаулыҡты яҡшы килеш һаҡларға ярҙам иткән тағы бер сара».

Бындай фекер ҡайһы бер врачтар, психологтар һәм ғалимдарға яңы булып күренергә мөмкин, ләкин Изге Яҙма өйрәнеүселәр өсөн ул һис тә яңы түгел. Бынан яҡынса 3000 йыл элек аҡыллы Сөләймән батша: «Шат йөрәк — яҡшы дауа ул, ә рух төшөнкөлөгө кешене хәлһеҙләндерә», — тип яҙырға рухландырылған (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:22). Был һүҙҙәрҙең аҡыллы икәненә иғтибар итегеҙ. Бында шат йөрәк бөтә сирҙәрҙе лә дауалай тип әйтелмәгән, ә «яҡшы дауа» тип кенә әйтелгән.

Ысынлап та, әгәр өмөт дарыу булһа, ниндәй врач уны ауырыған кешегә яҙып бирмәҫ ине? Өҫтәүенә, өмөт һаулыҡҡа ғына түгел, башҡа нәмәләргә лә файҙалы.

Оптимизм, пессимизм һәм һеҙҙең тормош

Тикшеренеүселәр ыңғай ҡараштың оптимистарға күп яҡтан файҙа килтергәнен күргән. Уларҙың мәктәптә, эштә һәм хатта спортта уңыштары яҡшыраҡ. Быны ҡатын-ҡыҙҙарҙың еңел атлетика командаһы спортсылары араһында үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһе лә раҫлай. Команданың тренерҙарынан спортсыларҙың атлетик һәләттәре тураһында ентекле характеристика биреүҙәрен һорағандар. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙарҙың үҙҙәренән дә өмөттәре ни тиклем көслө икәнен белер өсөн һорау алғандар. Һөҙөмтәлә, уларҙың өмөттәре ниндәй кимәлдә булыуы тренерҙар биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда спортсыларҙың ярыш һөҙөмтәләрен күпкә дөрөҫөрәк күрһәткән. Ни өсөн өмөт шундай ҙур көскә эйә?

Был йәһәттән күберәк белергә оптимизмға ҡапма-ҡаршы булған пессимизмды өйрәнеү ярҙам иткән. 1960 йылдарҙа хайуандарҙың холоҡ-фиғелен тикшереү көтөлмәгән һөҙөмтәләр биргән, ә был ғалимдарҙың «өйрәнелгән өмөтһөҙлөк» тигән яңы төшөнсә индереүенә сәбәп булған. Улар кешеләрҙә лә шул синдромдың төрө була алғанын асыҡлағандар. Мәҫәлән, өйрәтелгән көсһөҙлөккә тест үткәргәндә, һынау үтеүселәргә йәмһеҙ тауыш менән тәьҫир иткәндәр һәм, билдәле бер тәртиптә кнопкаларға баҫып тауышты туҡтатып була, тип әйткәндәр. Шулай эшләп, улар тауышты һүндергән.

Икенсе төркөмгә шуны уҡ әйткәндәр, тик кнопкаға баҫҡанда тауыш һүнмәгән. Был төркөмдәгеләрҙең күбеһе ниндәйҙер өмөтһөҙлөк тоя башлағанын аңлау ауыр түгел. Артабанғы тестар ваҡытында улар ҡурҡыштан бөтөнләй бер нәмә лә эшләй алмаған. Улар, нимә лә булһа эшләүҙән файҙа юҡ, тип ышанған. Әммә хатта ошо төркөмдә лә өмөтһөҙлөккә бирелмәгән оптимистар булған.

Был эксперименттарҙы әҙерләүҙә ҡатнашҡан Мартин Селигман үҙ тормошон оптимизм менән пессимизмды өйрәнеүгә бағышларға ҡарар иткән. Ул үҙҙәрен бер нәмәгә лә һәләтһеҙ тип һанаған кешеләрҙең фекер йөрөтөүен тикшерә башлаған. Һөҙөмтәлә, ундай пессимистик фекерләү кешеләргә күп өлкәләрҙә һәләттәрен тормошҡа ашырырға ҡамасаулай һәм шул хәтле көсһөҙләндерә, хатта уларҙың нимәлер эшләргә теләге лә булмай, тигән һығымтаға килгән. Пессимистик фекерләү һәм уның эҙемтәләрен өйрәнеүенә йомғаҡ яһап, Селигман былай ти: «Егерме биш йыллыҡ тикшеренеүҙәр мине шуға ышандырҙы: әгәр беҙ, пессимист кеүек, өлөшөбөҙ — уңышһыҙлыҡтар, улар беҙҙе эҙәрләй һәм бөтә инициативаларыбыҙҙы юҡҡа сығара, тип уйларға ғәҙәтләнһәк, уңышһыҙлыҡтарыбыҙ икенсе төрлө уйлағанға ҡарағанда күпкә күберәк буласаҡ».

Өҫтәрәк әйтелгәнсә, бөгөн бындай һығымталар кемгәлер яңы булып күренергә мөмкин, ләкин Изге Яҙманы тикшереүселәр улар менән күптән таныш. Ошо һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ: «Ҡайғы-хәсрәт көнөндә күңелең төшкән икән, көс-ҡеүәтең әҙ, тимәк» (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:10). Изге Яҙма, күңел төшөнкөлөгө һәм уға хас тиҫкәре уйҙар кешене эш итергә һәләтһеҙ итә, тип аңлата. Пессимизмды еңеп, тормошоңдо оптимизм һәм өмөт менән тултырыр өсөн нимә эшләргә?

[Иллюстрация]

Өмөт күп файҙа килтерә ала