Төп мәғлүмәткә күсеү

ҒАИЛӘ ӨСӨН ЯРҘАМ | АТА-ӘСӘЛӘР

Нисек балаға енси тәрбиә бирергә?

Нисек балаға енси тәрбиә бирергә?

АУЫРЛЫҠ

Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек ата-әсәләрҙең үҙ балаларына енси мөнәсәбәттәр хаҡында беренсе булып аңлатырға, һәр хәлдә, мөмкинлеге бар ине. Улар быны әкренләп, бала үҫә барған һайын, уның үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләй алған.

Әммә заманалар үҙгәрҙе. «Бөгөн балалар енси мөнәсәбәттәр менән бәйле мәғлүмәткә бик иртә юлыға. Бынан тыш, балалар өсөн интернетта сексуаль эстәлекле мәғлүмәт арта бара», — тип әйтелә бер китапта (The Lolita Effect). Балаларға был ыңғай йоғонто яһаймы, әллә зыян килтерәме?

НИМӘ БЕЛЕРГӘ КӘРӘК?

Донъя әҙәпһеҙ мәғлүмәт менән тулы. «Башта минең менән һөйләш» тигән китабында Дебора Рофман исемле психолог яҙғанса, «һөйләшеүҙәр, реклама, фильмдар, китаптар, йырҙарҙың һүҙҙәре, телетапшырыуҙар, текстар, уйындар, афишалар, телефон һәм компьютерҙар — барыһы ла секс һәм уға ҡағылышлы ишаралар менән тулған, һәм күптәр [үҫмерҙәр, балалар һәм хатта сабыйҙар ҙа], һәр хәлдә, аңһыҙ рәүештә, секс тормошта иң мөһиме булырға тейеш, тип иҫәпләй» (Talk to Me First).

Рекламаның ғәйебе. Реклама биреүселәр һәм һатыусылар балалар өсөн сексуаль кейемдәрҙе рекламалап һәм һатып, уларҙы бәләкәй сағынан уҡ тышҡы ҡиәфәткә тейешһеҙ иғтибар бирергә өйрәтә. «Реклама биреүселәр балаларҙың йомшаҡ яҡтарын белә һәм шуның менән файҙалана, уларҙың маҡсаты балаларҙа енси теләк уятыу түгел, ә сексуаль образдар һәм тауарҙар ярҙамында әйбер һатып алыу теләге тыуҙырыу», — тип әйтелә бер китапта. (So Sexy So Soon).

Белеү генә етерлек түгел. Автомобилдең төҙөлөшөн белеү бер нәмә, ә уны йөрөтөр өсөн яуаплылыҡ алыу бөтөнләй икенсе нәмә. Шуның кеүек үк, енси мөнәсәбәттәр тураһында белеү һәм шул белем нигеҙендә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү араһында ла айырма бар.

Һығымта яһайыҡ. Бөгөн һеҙҙең балағыҙ, бығаса бер ваҡытта ла булмағанса, енси тәрбиәгә мохтаж. Дөрөҫ тәрбиә бирһәгеҙ, уның «яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыр» һиҙгерлеге булыр (Еврейҙарға 5:14).

НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА?

Балағыҙ менән аралашығыҙ. Бала менән был темаға һөйләшеү нисек кенә уңайһыҙ булмаһын, енси мөнәсәбәттәр хаҡында уға дөрөҫ белем биреү — ул һеҙҙең бурыс. Шул бурысты үтәү бик тә мөһим. (Изге Яҙманан принцип: Ғибрәтле һүҙҙәр 22:6.)

Әҙ-әҙләп һөйләшегеҙ. Бер тапҡыр ғына оҙаҡ итеп һөйләшеү урынына, һәр уңайлы осраҡтан файҙаланып, бәлки, икәү машинала барғанда йә бергәләп ниҙер эшләгән саҡта, әҙ-әҙләп һөйләшегеҙ. Балағыҙҙың уй-фекерҙәрен асыҡлар өсөн, уға әҙәпле генә рәүештә һорауҙар бирегеҙ. Әйтәйек: «Һиңә был реклама оҡшаймы?» — тип һорар урынға, унан ошолай ҡыҙыҡһынып була: «Һинеңсә, ни өсөн реклама биреүселәр үҙ тауарын һатыр өсөн шундай һүрәттәр ҡуллана?» Яуабын тыңлағас, былай тип һорай алаһығыҙ: «Ә һин үҙең был турала нимә уйлайһың?» (Изге Яҙманан принцип: Ҡанун 6:6, 7).

Баланың йәшен иҫәпкә алығыҙ. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы енси ағзаларҙың исемен дөрөҫ әйтергә һәм үҙен енси яҡтан боҙоҡ кешеләрҙән яҡларға өйрәтегеҙ. Балалар бер аҙ үҫә төшкәс, улар аңларлыҡ кимәлдә бала тыуыу тураһында һөйләргә була. Ә инде үҫмер сағында балағыҙ енси мөнәсәбәттәрҙең физик һәм әхлаҡи яҡтарын тулыраҡ дәрәжәлә аңларға тейеш.

Балағыҙҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләгеҙ. Балағыҙҙы бәләкәйҙән үк намыҫлы, тоғро һәм ихтирамлы булырға өйрәтегеҙ. Был сифаттар иһә үҙ ваҡытында уның менән енси мөнәсәбәттәр хаҡында һөйләшер өсөн яҡшы нигеҙ булыр. Бынан тыш, балағыҙға үҙегеҙҙең әхлаҡи ҡараштарығыҙ тураһында һөйләгеҙ. Мәҫәлән, әгәр һеҙ, никахлашмайынса енси мөнәсәбәттәргә инеү дөрөҫ түгел, тип һанайһығыҙ икән, балағыҙға был хаҡта асыҡ итеп әйтегеҙ. Һәм бының ни өсөн насар икәнен, ниндәй зыян килтергәнен мотлаҡ рәүештә аңлатығыҙ. «Ата-әсәләренең никахтан тыш яҡынлыҡ ҡылыуҙы хупламағанын белгән үҫмерҙәр енси мөнәсәбәттәргә һирәк инә», — тип әйтелә ата-әсәләр өсөн яҙылған бер етәкселектә (Beyond the Big Talk).

Өлгө күрһәтегеҙ. Үҙегеҙ өйрәткән нормаларға ярашлы йәшәгеҙ. Иғтибар итегеҙ: оятһыҙ көләмәстәр ишеткәндә көләһегеҙме? Әҙәпһеҙ кейем кейәһегеҙме? Ҡылансыҡланырға яратаһығыҙмы? Ундай тәртип балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү өсөн һалған бар тырышлыҡтарығыҙҙы юҡҡа сығарасаҡ. (Изге Яҙманан принцип: Римдарға 2:21).

Ыңғай мәғәнәлә һөйләшегеҙ. Енси мөнәсәбәттәр — Алла бүләге, һәм дөрөҫ шарттарҙа, йәғни никахта, улар бик күп шатлыҡ килтерә (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:18, 19). Балаға, үҫеп еткәс, әгәр никахҡа инһәң, шул бүләк менән файҙалана алырһың, тип аңлатығыҙ. Ул ваҡытта инде балағыҙға никахҡа ҡәҙәр яҡынлыҡ ҡылыуҙан килгән йөрәк әрнеүен һәм күңел яраларын татырға тура килмәҫ (1 Тимәтигә 1:18, 19).