Төп мәғлүмәткә күсеү

Ни өсөн үҙеңде Йәһүәгә бағышларға кәрәк?

Ни өсөн үҙеңде Йәһүәгә бағышларға кәрәк?

Ни өсөн үҙеңде Йәһүәгә бағышларға кәрәк?

«Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде» (ҒӘМ 27:23).

1. Һыуға сумдырылыу үтергә йыйынған кешеләр ниндәй аҙымдар яһаған, һәм быға бәйле ниндәй һорауҙар тыуа?

 «ҺИН Ғайса Мәсихтең ҡорбаны нигеҙендә үҙ гонаһтарыңда тәүбә иттеңме һәм Йәһүә ихтыярын үтәр өсөн үҙеңде уға бағышланыңмы?» Был— һыуға сумдырылырға йыйынған кешеләргә һыуға сумдырылыу« телмәренең аҙағында бирелә торған ике һорауҙың береһе. Ни өсөн мәсихселәргә үҙҙәрен Йәһүәгә бағышларға кәрәк? Аллаға бағышланыу беҙгә ниндәй файҙа килтерә? Ни өсөн Аллаға бағышланмайынса уға яраҡлы итеп табынып булмай? Был һорауҙарға яуап бирер алдынан бағышланыуҙың нимә икәнен ҡарап сығайыҡ.

2. Үҙеңде Йәһүәгә бағышлау нимә ул?

2 Үҙеңде Аллаға бағышлау нимә ул? Илсе Павелдың Алла менән мөнәсәбәттәрен нисек һүрәтләгәненә иғтибар итегеҙ. Батып барған караптағы күп кеше алдында ул үҙен Йәһүәнең кешеһе тип атаған. (Ғәмәлдәр 27:22—24-те уҡы.) Бөтә ысын мәсихселәр ҙә — Йәһүәнеке. Был донъя иһә «Иблис хакимлығы аҫтында» (1 Яхъя 5:19). Кеше, үҙен доғала Йәһүәгә бағышлағас, уныҡы булып китә. Бағышланыу — ул кешенең шәхси вәғәҙәһе. Унан һуң кеше һыуға сумдырыла.

3. Ғайсаның һыуға сумдырылыуы нимәне символлаштырған, һәм шәкерттәре нисек уның үрнәге буйынса эш итә ала?

3 Ғайса, Алла ихтыярын үтәргә ҡарар итеп, беҙгә үрнәк ҡалдырған. Аллаға бағышланған Израиль халҡынан булғанға, ул тыумыштан Йәһүәнеке булған. Тимәк, Ғайса һыуға Аллаға бағышланыр өсөн суммаған. «Бына мин. Аллам, ихтыярыңды үтәргә тип килдем», — тигән ул (Евр. 10:7; Лука 3:21). Шулай итеп, Ғайсаның һыуға сумдырылыуы үҙен Аллаға, Атаһына, уның ихтыярын үтәр өсөн биреүен символлаштыра. Һыуға сумдырылырға ҡарар итеп, шәкерттәре уның үрнәге буйынса эш итә. Әммә уларҙың һыуға сумдырылыуы үҙҙәрен доғала Аллаға бағышлағандарын күрһәтә.

Бағышланыу беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

4. Дауыт менән Йонафан араһындағы дуҫлыҡты ҡарап сыҡҡас, яуаплылыҡ тураһында ниндәй һығымта яһап була?

4 Бағышланыу — етди аҙым. Үҙеңде Аллаға бағышлау — үҙеңә ниндәйҙер йөкләмә алыу ғына түгел. Бағышланыу беҙгә ниндәй файҙа килтерә? Мәҫәлән, дуҫтар менән бәйле йөкләмәләр нимә менән файҙалы? Дуҫың булһын өсөн, үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ алырға әҙер булырға кәрәк, йәғни, дуҫың тураһында ҡайғыртырға бурыслыһың. Изге Яҙмала һүрәтләнгән дуҫлыҡтың иң күренеклеһе — был Дауыт менән Йонафандың дуҫлығы. Улар хатта бер-береһенә дуҫ булырға ант итеп килешеү төҙөгән. (1 Самуил 17:57; 18:1, 3-тө уҡы.) Бындай тоғролоҡ һирәк осраһа ла, күп кешеләрҙең дуҫлығы бер-береһе алдында яуаплылыҡ һиҙгәндә нығый (Ғиб. һүҙ. 17:17; 18:24).

5. Яҡшы хужаныҡы булыу ҡолға ниндәй файҙа килтергән?

5 Алланың Израилгә биргән Ҡанунында яуаплылыҡ кешеләргә файҙа килтергән башҡа мөнәсәбәттәр ҙә һүрәтләнә. Ҡол, яҡшы хужаһы янында ҡалып, уның яҡлауы аҫтында йәшәргә теләһә, ул уның менән үҙгәртергә ярамаған килешеү төҙөй алған. Ҡанунда былай әйтелә: «Ҡол: „Мин хужамды, ҡатыным менән балаларымды яратам, иреккә сыҡҡым килмәй“, — тиһә, хужаһы уны Алла ҡаршыһына килтерһен. Шунан һуң ул уны ишек йәки ишек яңағы янына килтереп, уның ҡолағын беҙ менән тишһен, һәм ул ғүмере буйы уның ҡоло булып ҡаласаҡ» (Сығ. 21:5, 6).

6, 7. а) Йөкләмәләр кешеләргә ниндәй файҙа килтерә? б) Был Йәһүә менән мөнәсәбәттәргә нисек ҡағыла?

6 Кеше никахҡа ингәндә лә үҙ өҫтөнә етди йөкләмәләр ала. Был — паспорттағы штамп алдында түгел, ә кеше алдында йөкләмә. Әгәр ике кеше никахҡа инмәйенсә бергә йәшәһә, улар үҙҙәре лә, уларҙың балалары ла бер ҡасан да үҙҙәрен тулыһынса яҡлаулы итеп тоймаясаҡ. Ләкин ир менән ҡатын үҙ союздарын өҫтәренә йөкләмәләр һалған никах ептәре менән нығытһа, уларҙың проблемаларҙы яратыу менән хәл итергә тырышырға нигеҙле сәбәптәре бар (Матф. 19:5, 6; 1 Кор. 13:7,8; Евр. 13:4).

7 Боронғо заманда кешеләр, эш менән бәйле һорауҙарҙы хәл иткәндә һәм эшкә ялланғанда, килешеү төҙөгән (Матф. 20:1, 2, 8). Бөгөн дә шулай уҡ. Мәҫәлән, уртаҡ бизнес ойошторғанда йәки берәй компанияға эшкә урынлашҡанда, яҙма килешеү төҙөү аҡыллы булыр. Әгәр йөкләмәләр дуҫлыҡ, никах һәм эш менән бәйле мөнәсәбәттәрҙе нығыта икән, үҙеңде тулыһынса Йәһүәгә бағышлау уның менән мөнәсәбәттәреңә бигерәк тә файҙа килтерәсәк. Үткәндә Йәһүәгә бағышланыу кешеләргә ниндәй файҙа килтергән, һәм ни өсөн был бары тик йөкләмә генә булмаған, тип әйтеп була? Әйҙәгеҙ быны ҡарап сығайыҡ.

Аллаға бағышланыу Израилгә ниндәй файҙа килтергән

8. Аллаға бағышланыу израилдәр өсөн нимә аңлатҡан?

8 Израилдәр Аллаға ант биргәндән һуң Йәһүәнең бағышланған халҡы булып киткән. Йәһүә уларҙы Синай тауы янында йыйған һәм былай тигән: «Әгәр мине тыңлаһағыҙ һәм минең килешеүемде тотһағыҙ, һеҙ барлыҡ халыҡтар араһында минең махсус милкем буласаҡһығыҙ». Бар халыҡ бер тауыштан: «Беҙ Йәһүә әйткәндәрҙең барыһын да үтәрбеҙ», — тип яуап ҡайтарған (Сығ. 19:4—8). Аллаға бағышланыу израилдәр өсөн үҙ өҫтөңә нимәлер эшләргә йөкләмә алыуҙан күберәкте аңлатҡан. Улар Йәһүәнеке булып киткән, һәм Йәһүә уларҙы үҙенең «махсус милке» тип һанаған.

9. Аллаға бағышланыу Израилгә ниндәй файҙа килтергән?

9 Йәһүәнеке булыу израилдәргә файҙа килтергән. Ул тоғро булған һәм, яратыусан ата-әсә үҙ балаһы тураһында ҡайғыртҡан кеүек, улар тураһында ҡайғыртҡан. Алла Израилгә былай тигән: «Ҡатын имсәк балаһын онота аламы, үҙ ҡарынының улын ҡыҙғанмаҫмы? Хатта ул оноторға мөмкин, әммә мин һине онотмаясаҡмын» (Ишағ. 49:15). Йәһүә уларға дөрөҫ йүнәлеш бирер өсөн Ҡанун, рухландырыр өсөн пәйғәмбәрҙәр, яҡлар өсөн фәрештәләр биргән. Мәҙхиә йырлаусы былай тип яҙған: «Ул Яҡупҡа — үҙенең һүҙен, Израилгә күрһәтмәләрен һәм хөкөмдәрен иғлан итә. Башҡа бер ниндәй халыҡҡа ла ул шулай эшләмәй». (Зәб. 147:19, 20; Зәбур 34:7, 19-ҙы; 48:14-те уҡы.) Йәһүә, үткәндә үҙенеке булған халыҡ тураһында ҡайғыртҡан кеүек, бөгөн үҙен уға бағышлаған кешеләр тураһында ла ҡайғыртасаҡ.

Ни өсөн беҙ үҙебеҙҙе Аллаға бағышларға тейеш

10, 11. Беҙ Алланың берҙәм ғаиләһендә тыуабыҙмы? Аңлат.

10 Аллаға бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға кәрәкме икән, тип уйланғанда, кемдер: «Ни өсөн мин Аллаға бағышланмайынса ғына табына алмайым?» — тип уйлар. Быны аңлар өсөн, Алла алдындағы хәлебеҙҙе иҫкә төшөрәйек. Әҙәмдең гонаһы арҡаһында беҙ Алла ғаиләһендә тыумайбыҙ (Рим. 3:23; 5:12). Үҙеңде Аллаға бағышлау — ул беҙҙе ғаиләһенә ҡабул итһен өсөн мөһим талап. Ни өсөн шулай икәнен ҡарап сығайыҡ.

11 Беҙҙең беребеҙҙең дә камил тормош — Алла ниәтләгән тормош бирә алырлыҡ атаһы юҡ (1 Тим. 6:19). Беҙ Алла балалары булып тыумағанбыҙ, сөнки беренсе кешеләрҙең гонаһы бөтә кешелекте яратыусан Атайҙан һәм Барлыҡҡа Килтереүсенән айырған (Ҡанун 32:5 менән сағыштырығыҙ). Шул ваҡыттан бирле кешелек Алланан ситләшкән һәм Йәһүәнең берҙәм ғаиләһенән ситтә йәшәй.

12. а) Камил булмаған кешеләр нисек Алла ғаиләһенең ағзаһы булып китә ала? б) Һыуға сумдырылғанға тиклем ниндәй аҙымдар яһарға кәрәк?

12 Шулай ҙа һәр кеше Алланан үҙен тоғро хеҙмәтселәрҙән торған ғаиләһенә ҡабул итеүен һорай ала. a Был гонаһлы кешеләргә нисек мөмкин? Илсе Павел былай тип яҙған: «Алланың дошмандары булған сағыбыҙҙа Улының үлеме аша Уның менән килештек» (Рим. 5:10). Ә һыуға сумдырылыу үткәндә, беҙ Алланан уға яраҡлы булыр өсөн саф выждан һорайбыҙ (1 Пет. 3:21). Әммә һыуға сумдырылыр алдынан беҙ бер нисә аҙым яһарға тейеш. Беҙгә Алланы белергә, уға таянырға өйрәнергә, тәүбә итергә һәм тәртибебеҙҙе үҙгәртергә кәрәк. (Яхъя 17:3; Ғәм. 3:19; Евр. 11:6). Әммә Алла ғаиләһенә ҡабул ителгәнгә тиклем, беҙгә тағы бер нәмә эшләргә кәрәк. Нимә эшләргә?

13. Ни өсөн, тоғро хеҙмәтселәрҙән торған Алла ғаиләһенең ағзаһы булып китер өсөн, Йәһүәгә үҙеңде бағышларға кәрәк?

13 Алланан ситләшкән кеше, тоғро хеҙмәтселәрҙән торған Алла ғаиләһенең ағзаһы булып китер алдынан, уға тантаналы вәғәҙә бирергә тейеш.Ни өсөн быны эшләргә кәрәклеген аңлар өсөн миҫал килтерәйек. Әйтәйек, бер хөрмәтле кеше йәтим ҡалған бер үҫмергә игелек күрһәтергә һәм балалыҡҡа алырға теләй. Ләкин үҙ ғаиләһенә алыр алдынан уның вәғәҙә биреүен теләй. Шуға күрә был кеше: «Улым тип атағанға тиклем һинең мине атай итеп яратырыңды һәм хөрмәт итереңде белергә кәрәк», — тигән. Бала шундай вәғәҙә бирергә әҙер булһа ғына, был кеше уны үҙ ғаиләһенә аласаҡ. Был аҡыллы түгелме ни? Шуның кеүек үк Йәһүә лә вәғәҙә бирергә һәм үҙен уға бағышларға әҙер булған кешеләрҙе генә үҙ ғаиләһенә ҡабул итә. Изге Яҙмала былай тиелә: «Үҙегеҙҙе Аллаға яраҡлы тере изге ҡорбан итеп тәҡдим итегеҙ» (Рим 12:1).

Яратыу һәм иманды күрһәтеүсе аҙым

14. Ниндәй мәғәнәлә бағышланыу яратыуҙы белдерә?

14 Үҙебеҙҙе Аллаға бағышлап һәм уға вәғәҙә биреп, Йәһүәгә эскерһеҙ яратыуыбыҙҙы белдерәбеҙ. Был ниндәйҙер мәғәнәлә никах антына оҡшаған. Кейәү егет, ни генә булһа ла кәләшенә тоғро ҡалырға вәғәҙә биреп, уға үҙ яратыуын белдерә. Был — кешегә ниҙер эшләргә вәғәҙә биреү генә түгел, ә тоғро булырға ант итеү. Мәсихтең шәкерте никах анты бирмәйенсә кәләше менән бер ғаилә булып йәшәргә хоҡуғы юҡ икәнен аңлай. Шулай уҡ беҙ ҙә, вәғәҙә бирмәһәк һәм Аллаға бағышланмаһаҡ, Йәһүә ғаиләһенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы була алмайбыҙ. Шулай итеп, беҙ үҙебеҙҙе Аллаға бағышлайбыҙ, сөнки камилһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, уныҡы булырға теләйбеҙ һәм ни генә булһа ла уға тоғро ҡалырға ҡарар иттек (Матф. 22:37).

15. Ни өсөн бағышланыу — иманды күрһәтеүсе аҙым?

15 Үҙебеҙҙе Аллаға бағышлап, иманыбыҙҙы раҫлаусы аҙым яһайбыҙ. Ни өсөн шулай әйтеп була? Иманыбыҙ Аллаға яҡынлашыу беҙҙең өсөн фатиха икәненә ышаныс бирә (Зәб. 73:28). «Аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр» араһында йәшәгәндә, Алла менән йөрөү еңел булмаясағын беҙ беләбеҙ, ләкин уның, ярҙам итермен,тигән вәғәҙәһенә ышанабыҙ (Флп. 2:15; 4:13). Камил түгел икәнебеҙҙе беләбеҙ, ләкин Йәһүәнең хатта хаталар яһағанда ла беҙгә мәрхәмәтле булырына шикләнмәйбеҙ. (Зәбур 103:13, 14-те; Римдарға 7:21—25-те уҡы.) Йәһүәнең сафлығыбыҙҙы һаҡларға тәүәккәл булыуыбыҙҙы фатихалаясағына ышанабыҙ (Әйүп 27:5).

Аллаға бағышланыу бәхетле итә

16, 17. Ни өсөн Йәһүәгә бағышланыу бәхет килтерә?

16 Йәһүәгә бағышланыу бәхет килтерә, сөнки был үҙеңде бирергә әҙер булыуҙы аңлата. Ғайса төп хәҡиҡәтте ошондай һүҙҙәр менән күрһәткән: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» (Ғәм. 20:35). Ерҙә хеҙмәт иткән ваҡытта Ғайса был бәхетте тулыһынса кисергән. Башҡаларға тормош юлын табырға ярҙам итер өсөн кәрәк булһа, ул ялдан, ризыҡтан һәм уңайлыҡтарҙан баш тартырға әҙер булған (Яхъя 4:34).Уға атаһының йөрәген һөйөндөрөү рәхәтлек килтергән. Ғайса былай тигән: «Һәр ваҡыт ул хуп күргәнде эшләйем» (Яхъя 8:29; Ғиб. һүҙ. 27:11).

17 «Кем минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен», —тип әйтеп, Ғайса үҙ шәкерттәренә ҡәнәғәтлек килтерә торған тормош юлын күрһәткән (Матф. 16:24). Шулай эшләп, беҙ Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынлашабыҙ. Беҙҙең турала унан да яҡшыраҡ ҡайғыртҡан башҡа берәү бармы ни?

18. Ни өсөн Йәһүәгә бағышланыу буйынса йәшәү башҡа берәр нәмәгә йә бер кемгә бағышланып йәшәүгә ҡарағанда күберәк бәхет килтерә?

18 Беҙ үҙебеҙҙе Йәһүәгә бағышлаһаҡ һәм, уның ихтыярын үтәп, шул бағышланыу буйынса йәшәһәк, был беҙгә башҡа берәр нәмәгә йә берәр кемгә бағышланып йәшәүгә ҡарағанда күберәк бәхет килтерә. Мәҫәлән, күп кешеләр байлыҡ артынан ҡыуып йәшәй, ләкин был уларға ысын бәхет һәм ҡәнәғәтлек килтермәй. Ә үҙҙәрен Йәһүәгә бағышлаған кешеләр ысын бәхеткә ирешә (Матф. 6:24). «Алланың хеҙмәттәштәре» булыу мөмкинлеге уларҙы бәхетле итә, әммә улар эшкә түгел, ә рәхмәтле Аллаға бағышлана (1 Кор. 3:9). Уларҙың фиҙаҡәрлеген Алланан да нығыраҡ ҡәҙерләүсе юҡ. Ул хатта үҙенең тоғроларын йәшлек көндәренә ҡайтарасаҡ, һәм улар Йәһүәнең ҡайғыртыуын мәңге тойоп йәшәйәсәк (Әйүп 33:25; Еврейҙарға 6:10-ды уҡы).

19. Үҙҙәрен Йәһүәгә бағышлаған кешеләр ниндәй фатиха ала?

19 Ғүмеребеҙҙе Йәһүәгә бағышлаһаҡ, беҙ уға тағы ла нығыраҡ яҡынайырбыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм ул һеҙгә яҡынлашыр» (Яҡ. 4:8; Зәб. 25:14). Ни өсөн беҙ ышаныс менән, Йәһүәнеке булырға ҡарар итеп, дөрөҫ һайлау яһаныҡ, тип әйтә алабыҙ? Киләһе мәҡәләлә ошо һорауҙы ҡарарбыҙ.

[Төшөрмә]

a Ғайсаның «башҡа һарыҡтары» мең йыл үткәс кенә Алланың балалары булып китә. Ләкин улар үҙҙәрен Аллаға бағышлағанға, уға «Атай» тип өндәшә һәм Йәһүә ғаиләһенең ағзаһы булып һанала ала (Яхъя 10:16; Ишағ. 64:8; Матф. 6:9; Асыл. 20:5).

Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?

• Үҙеңде Аллаға бағышлау нимә аңлата?

• Аллаға бағышланыу ниндәй файҙа килтерә?

• Ни өсөн мәсихселәр Йәһүәгә бағышланырға тейеш?

[[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]]

[Иллюстрация]

Үҙ бағышланыуыбыҙ буйынса йәшәү ысын бәхет килтерә