Һайлаған күңел асыуҙарың файҙалымы?
Һайлаған күңел асыуҙарың файҙалымы?
«Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра белегеҙ» (Ефес. 5:10).
1, 2. а) Йәһүә беҙҙең шатланып йәшәүҙе теләгәнен Алла Һүҙе нисек раҫлай? б) Ни өсөн ял ваҡытын «Алла бүләге» тип һанау мөһим?
ЙӘҺҮӘ беҙҙең йәшәүҙе генә түгел, шатланып йәшәүҙе теләй. Изге Яҙманың күп китаптарында быға дәлилдәр бар. Мәҫәлән, Зәбур 104:14, 15-тә Йәһүә тураһында былай тиелә: «Ер тупрағынан ризыҡ булдыра: кеше күңелен шатландырған шарап, йөҙөн ялтыратҡан май, кешенең йөрәген нығытҡан икмәк». Йәһүә ҡайғыртҡанға, ер беҙгә туҡланыу өсөн кәрәк булған ашлыҡ, май һәм шарап бирә. Әммә шарап шулай уҡ кешенең «күңелен шатландыра». Беҙ шарапһыҙ ҙа йәшәй алыр инек, әммә ул тормошобоҙҙо күңелле итә (Вәғ. 9:7; 10:19). Тимәк, Йәһүә беҙҙең шатланып йәшәүҙе, йөрәктәребеҙҙең ҡыуаныс менән тулыуын теләй (Ғәм. 14:16, 17).
2 Шуға күрә беҙгә көс өҫтәгән һәм тормошобоҙҙо байытҡан эштәр менән шөғөлләнеү өсөн, мәҫәлән, күктәге ҡоштар һәм яландағы сәскәләрҙе күҙәтеү өсөн ваҡыт бүлһәк, үҙебеҙҙе ғәйепле тип һанар өсөн сәбәп юҡ (Матф. 6:26, 28; Зәб. 8:3, 4). Тулы мәғәнәле һәм бәхетле тормош — ул «Алла бүләге» (Вәғ. 3:12, 13). Ял иткән ваҡытты шул бүләктең өлөшө тип һанағанға, уны Бүләк биреүсегә ҡыуаныс килтерерлек итеп үткәрергә теләйбеҙ a.
Ирек һәм сикләүҙәр
3. Ни өсөн күңел асыуҙарҙың төрлө булыуын таныу аҡыллы?
3 Ял итеүгә ҡарашы дөрөҫ булған кешеләр төрлөсә ял итеп булыуын таный һәм, ялдың төрҙәрен һайлағанда, талапсан булыу кәрәк икәнен аңлай. Ни өсөн? Быны яҡшыраҡ аңлар өсөн, ялды ризыҡ менән сағыштырайыҡ. Төрлө илдәрҙә төрлө ризыҡ киң танылған. Бер урында юғары баһаланған ризыҡ икенсе урында ашарға яраҡһыҙ тип һаналырға мөмкин. Шуның шикелле бер илдә йәшәгән мәсихселәргә оҡшаған күңел асыуҙар башҡа илдәге мәсихселәргә ҡыҙыҡ булмаҫҡа мөмкин. Хатта бер урында йәшәгән мәсихселәр араһында ла берәү диванда китап уҡып ятыуҙы бик шәп ял тип һанаһа, икенсеһе өсөн был — эс бошорғос нәмә; берәүгә велосипедта йөрөү көс өҫтәһә, икенсеһе өсөн арытҡыс эш булырға мөмкин. Әммә беҙ шуның менән риза: ризыҡ һәм күңел асыуҙар күп төрлө, һәм беҙ үҙебеҙгә оҡшағанын һайлай алабыҙ (Рим. 14:2—4).
4. Ни өсөн күңел асыуҙарҙы һайлағанда, үҙебеҙгә сиктәр ҡуйырға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.
4 Әммә төрлөсә ял итеп булғанын таныһаҡ та, уның һәр береһе беҙгә тура килә тигән һүҙ түгел. Ризыҡ менән миҫалды тағы ҡарап сығайыҡ. Беҙгә төрлө ризыҡ оҡшаһа ла, белә тороп боҙолған ризыҡ ашамаҫ инек. Был аҡылһыҙ булыр ине һәм беҙҙең һаулыҡҡа зыян килтерер ине. Шуның кеүек төрлө файҙалы күңел асыуҙарҙы «татып» ҡарарға теләйбеҙҙер, әммә тормошто ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғанын, рәхимһеҙлек йә әхлаҡһыҙлыҡ менән бәйлеләрен һайламаҫ инек. Бындай ял төрҙәре Изге Яҙма принциптарына ҡаршы килә, беҙҙең физик һәм рухи һаулығыбыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Беҙгә оҡшаған ял төрҙәре яраҡлымы икәнен алдан уҡ тикшереү яҡшы булыр ине (Ефес. 5:10). Быны нисек эшләргә?
5. Күңел асыуҙарыбыҙ Алла нормаларына тура киләме икәнен нисек белергә?
5 Күңел асыуҙар файҙалы һәм Йәһүәгә яраҡлы булһын өсөн, улар Алла Һүҙендәге нормаларға тура килергә тейеш (Зәб. 86:11). Оҡшаған ял итеү төрө яраҡлымы икәнен тикшергәндә, үҙеңә ошо өс һорауҙы биреү мөһим: нимә, ҡасан, кем. Әйҙәгеҙ, уларҙы бер-бер артлы ҡарап сығайыҡ.
Күңел асыу үҙ эсенә нимәне ала?
6. Ниндәй күңел асыуҙарҙы кире ҡағырға кәрәк һәм ни өсөн?
6 Ниндәйҙер ял итеү төрөндә ҡатнашырға ризалашыр алдынан, үҙеңә «нимә?», йәғни «ниндәй күңел асыу миңә оҡшай?» тигән һорау бирер кәрәк. Был һорауға яуап эҙләгәндә, асылда күңел асыуҙарҙың ике категорияһы булыуын иҫтә тотоу файҙалы булыр. Беренсеһенә беҙ — «юҡ», икенсеһенә «бәлки» тибеҙ. Беренсе категорияға нимә керә? Был яуыз донъялағы күңел асыуҙарҙың күбеһендә Изге Яҙмалағы принциптарға йә Алла закондарына туранан-тура ҡаршы килгән нәмәләр бар (1 Яхъя 5:19). Ысын мәсихселәр уларҙы кире ҡаға. Был — садислыҡ, ендәр менән бәйләнеш, гомосексуализм, порнография һәм көс ҡулланыу булған, шулай уҡ әхлаҡһыҙ эштәрҙе хуплаған күңел асыуҙар (1 Кор. 6:9, 10; Асылыш 21:8-ҙе уҡы). Үҙебеҙ генәме беҙ әллә башҡалар менән бергәме, ундай күңел асыуҙарҙан баш тартып, Йәһүәгә «яманлыҡҡа нәфрәтле» икәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ (Рим. 12:9; 1 Яхъя 1:5, 6).
7, 8. Теге йә был күңел асыу яраҡлымы, юҡмы икәнен нисек билдәләргә? Миҫал килтерегеҙ.
7 Икенсе категорияға Алла Һүҙендә асыҡтан-асыҡ хөкөм ителмәгән ял итеү төрҙәре керә. Шуға күрә күңел асыуҙы һайлар алдынан, уның Йәһүә ҡарашынан файҙалымы икәнен асыҡлау мөһим (Ғиб. һүҙ. 4:10, 11). Шунан һуң выжданыбыҙҙы ғазапламай торған ҡарар ҡабул итергә кәрәк (Гал. 6:5; 1 Тим. 1:19). Быны эшләргә беҙгә нимә ярҙам итер? Ризыҡ менән сағыштырыуға ҡайтайыҡ. Яңы ризыҡты ашап ҡарар алдынан, беҙ унда ниндәй ингредиенттар кергәнен белергә теләр инек. Шуның кеүек ниндәйҙер ял төрөн «тәмләп» ҡарар алдынан, уның тураһында күберәк белһәк, яҡшы булыр (Ефес. 5:17).
8 Мәҫәлән, һиңә спорт оҡшай, һәм был аңлашыла ла. Спорт менән шөғөлләнеү көс өҫтәй һәм кәйефте күтәрә. Әммә әгәр һиңә агрессивлыҡ, ярышыу, хәүеф, травматизм, еңеүҙе ҡотороп байрам итеү, милләтселек рухы йә шуға оҡшаш башҡа «ингредиенттар» булған спорт төрҙәре оҡшаһа? Был төрҙәр тураһында күберәк белеп, һин, бәлки, улар менән шөғөлләнһәм, фекер йөрөтөүем Алланыҡына һәм беҙ таратҡан тыныслыҡ һәм яратыу хәбәренә тура килмәй, тигән ҡарарға килерһең (Ишағ. 61:1; Гал. 5:19—21). Әммә берәй ял төрө Йәһүә хуплаған «ингредиенттарҙан» торһа, ул һиңә файҙа килтерер һәм көс өҫтәр (Гал. 5:22, 23; Филиптарға 4:8-ҙе уҡы).
Ҡасан күңел асырға?
9. «Ҡасан ял итәсәкмен?» тигән һорауға яуабыбыҙ нимәне асыҡлай?
9 Һин үҙеңә бирергә тейеш икенсе һорау — «ҡасан?», йәғни «мин ҡасан ял итәсәкмен һәм күңел асасаҡмын? Был күпме ваҡытымды аласаҡ?» «Нимә?» тигән һорауға яуап нимә беҙҙең күңелгә оҡшай, йәғни ниндәй күңел асыуҙы беҙ яраҡлы, ниндәйен яраҡһыҙ тип һанағанды асыҡлай. Әммә «ҡасан?» тигән һорауға яуап тормошобоҙҙа беренсе урында нимә торғанын күрһәтә, йәғни нимәне беҙ мөһим, ә нимәне әһәмиәтһеҙ тип һанайбыҙ. Улай булғас, күңел асыу тормошобоҙҙа тейешле урында торамы икәнен нисек асыҡларға?
10, 11. Ғайсаның Матфай 6:33-тә яҙылған һүҙҙәре ялға күпме ваҡыт бүлергә икәнен билдәләргә нисек ярҙам итә?
10 Ғайса Мәсих былай тигән: «Йәһүә Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат» (Марк 12:30). Тормошобоҙҙа иң мөһиме — Йәһүәне яратыу. Беҙ быны Ғайсаның: «Һәр ваҡыт Батшалыҡты һәм Алланың тәҡүә нормаларын тормошоғоҙҙа беренсе урынға ҡуйығыҙ, һәм быларҙың барыһы һеҙгә бирелер»,— тигән кәңәшен тотоп күрһәтәбеҙ (Матф. 6:33). Был һүҙҙәр ялға күпме ваҡыт бүлергә һәм уға ниндәй әһәмиәт бирергә икәнен билдәләргә нисек ярҙам итә?
11 Иғтибар итегеҙ, Ғайса беҙҙе Алла Батшалығын беренсе урынға ҡуйырға саҡырған. Ул беҙгә, Батшалыҡты ғына эҙләгеҙ, тимәгән. Һис шикһеҙ, Ғайса беҙгә Батшалыҡтан тыш күп нәмәләрҙе эҙләргә кәрәк икәнен белгән. Беҙгә торлаҡ, ризыҡ, кейем, белем алыу, эш, ял һәм башҡа нәмәләр кәрәк. Әммә беҙ «эҙләгән» бөтә нәмә араһында тик Батшалыҡ эштәре генә беренсе урында торорға тейеш (1 Кор. 7:29—31). Был төп хәҡиҡәтте аңлағанға, икенсе дәрәжәләге эштәрҙе, шул иҫәптән ялды ла, төп эшебеҙҙе лә, Батшалыҡ эштәрен үтәргә ярҙам итерлек итеп ойошторорға тейешбеҙ. Шул саҡта күңел асыу беҙгә файҙа килтерәсәк.
12. Лука 14:28-ҙәге принципты ял итеүгә ҡарата нисек ҡулланырға?
12 Шуға күрә, ялға күпме ваҡыт сарыф итергә икәнен хәл иткәндә, уның «күпмегә төшәсәген» алдан уҡ хисапларға тейешбеҙ (Лука 14:28). Теге йә был ял төрөнә күпме ваҡыт китәсәген иҫәпләргә кәрәк. Шунан һуң уға күпме ваҡыт сарыф итә алыуыбыҙҙы иҫәпләү мөһим. Әгәр ялдың был төрө мөһим эштәр менән шөғөлләнергә, мәҫәлән, шәхси өйрәнеү һәм ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу үткәрергә, осрашыуҙарға йөрөргә һәм вәғәзләү эшендә ҡатнашырға ҡамасаулай икән, ул бик ҡыйбатҡа төшәсәк (Марк 8:36). Ә күңел асыуҙың берәй төрө беҙгә артабан да Батшалыҡты эҙләргә көс бирә икән, беҙ, бәлки, уға ваҡыт сарыф итергә була, тигән ҡарарға килербеҙ.
Кем менән ял итергә?
13. Ни өсөн кем менән күңел асырға икәнен ентекләп һайларға кәрәк?
13 Һин үҙеңә бирергә тейеш өсөнсө һорау— «кем?», йәғни «мин кем менән күңел асырға теләйем?» Был һорау бик мөһим, сөнки бергә ял иткән кешеләр ялыбыҙҙың сифатына тәьҫир итә. Яҡшы дуҫтар менән ашау рәхәтлек килтергән кеүек, яҡшы кешеләр менән күңел асыу шатлыҡ килтерә. Ни өсөн күбебеҙгә, айырыуса йәштәргә, башҡалар менән күңел асыу оҡшағаны аңлашыла. Әммә ял беҙгә файҙа килтерһен өсөн, ниндәй кешеләр менән аралашырға, ә ниндәйҙәренән ҡасырға икәнен алдан билдәләү аҡыллы булыр ине (2 Йыл. 19:2; Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20-не уҡы; Яҡ. 4:4).
14, 15. а) Дуҫтар һайлауҙа Ғайса ниндәй үрнәк ҡалдырған? б) Дуҫ һайлағанда, беҙ үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә тейеш?
14 Ғайсаның үрнәгенән дуҫтар һайлауға ҡарата күп нәмәгә өйрәнеп була. Ғайса кешеләрҙе улар барлыҡҡа килтерелгәндән бирле ярата (Ғиб. һүҙ. 8:31). Ерҙә йәшәгәндә, ул бөтә кешеләргә лә иғтибарлы булған (Матф. 15:29—37). Әммә Ғайса дуҫлыҡ мөнәсәбәте һәм яҡын дуҫлыҡ араһындағы айырманы яҡшы аңлаған. Бар кешеләр менән дә үҙен дуҫтарса тотһа ла, билдәле талаптарға тура килгәндәргә генә яҡын дуҫ булған. Үҙенең 11 тоғро илсеһенә Ғайса: «Әмерҙәремде үтәһәгеҙ, һеҙ — Минең дуҫтарым», — тигән (Яхъя 15:14; шулай уҡ Яхъя 13:27, 30-ҙы ҡара). Ғайса үҙенең артынан барған һәм Йәһүәгә хеҙмәт иткән кешеләрҙе генә үҙенең дуҫтары тип һанаған.
15 Шуға күрә кешене яҡын дуҫ итеп һайларғамы, юҡмы икәнен хәл иткәндә, Ғайсаның һүҙҙәрен иҫтә тотоу аҡыллы булыр. Үҙеңә ошондай һорауҙар бир: «Был кешенең эштәре һәм һүҙҙәре Йәһүәнең һәм Ғайсаның әмерҙәренә буйһонғанын күрһәтәме? Ул минең кеүек Изге Яҙма принциптары һәм әхлаҡи нормалар буйынса йәшәйме? Уның менән аралашыу мине Батшалыҡ эштәрен беренсе урынға ҡуйырға Һәм Йәһүәнең тоғро хеҙмәтсеһе булырға дәртләндерерме?» Әгәр һин был һорауҙарға ышаныслы итеп «эйе» тип яуап бирә алаһың икән, тимәк, һин рәхәтләнеп бергә ял итерлек яҡшы дуҫ тапҡанһың (Зәбур 119:63-тө уҡы; 2 Кор. 6:14; 2 Тим. 2:22).
Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ
16. Күңел асыу тураһында әйткәндә, беҙгә нимәне асыҡларға кәрәк?
16 Беҙ күңел асыуға ҡағылышлы өс яҡты ҡарап сыҡтыҡ: ниндәй, күпме ваҡыт һәм кем менән. Беҙгә файҙа килтерһен өсөн, ял Изге Яҙма талаптарына тура килергә тейеш. Шуға күрә күңел асыуҙа ҡатнашыр алдынан, уны тикшереп сығырға кәрәк. Ялдың сифаты тураһында әйткәндә, уның үҙ эсенә нимә алғанын белергә теләйбеҙ. Ул беҙгә файҙа килтерәме, зыянмы? (Ғиб. һүҙ. 4:20—27). Күләме тураһында әйткәндә, был ял төрөнә күпме ваҡыт киткәнен асыҡларға теләйбеҙ. Шул тиклем ваҡыт сарыф итеү аҡыллымы? (1 Тим. 4:8). Бергә ял итәсәк кешеләр тураһында әйткәндә, улар ниндәй кешеләр һәм улар менән аралашыу файҙа килтерерме икәнен билдәләргә кәрәк (Вәғ. 9:18; 1 Кор. 15:33).
17, 18. а) Күңел асыу Изге Яҙма талаптарына тура киләме, юҡмы икәнен нисек тикшерә алабыҙ? б) Күңел асыуҙы һайлағанда, нимә эшләргә йыйынаһың?
17 Әгәр ошо өс яҡ буйынса ял төрө Изге Яҙма талаптарына тура килмәһә, ул беҙгә яраҡлы түгел. Һәм киреһенсә, күңел асыу өс яҡтан да Изге Яҙма талаптарына тура килһә, ул Йәһүәгә дан килтерер, беҙгә файҙалы булыр (Зәб. 119:33—35).
18 Шулай итеп, ял тураһында әйткәндә, ялдың төрөн, ваҡыт һәм дуҫтарҙы дөрөҫ һайларға тырышайыҡ. Һәр беребеҙҙең Изге Яҙмалағы ошо кәңәште тоторға ихлас теләге булһын: «Ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме — бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ» (1 Кор. 10:31).
[Төшөрмә]
a Был мәҡәләлә «ял» һәм «күңел асыу» тигән һүҙҙәр синонимдар итеп ҡулланыла һәм рәхәтлек килтереүсе эштәргә арнаған ваҡытты белдерә.
Һеҙ аңлата алаһығыҙмы?
Ошо аяттарҙағы принциптарҙы ял итеүгә ҡарата нисек ҡулланып була:
• Филиптарға 4:8?
• Матфай 6:33?
• Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20?
[Өйрәнеү өсөн һорауҙар]
[Схема]
✔ Нимә
[Схема]
✔ Ҡасан
[Схема]
✔ Кем
[Иллюстрация]
Дуҫтар һәм ял төрөн һайлағанда, беҙ Ғайсанан нисек үрнәк ала алабыҙ?