Йыйылыш өлкәндәре — шатланыуыбыҙҙы теләгән хеҙмәттәштәр
«Беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ» (2 КОР. 1:24).
1. Коринфтағы мәсихселәр тураһындағы ниндәй хәбәр Павелды ҡыуандырған?
БЕҘҘЕҢ эраның 55 йылында илсе Павел, үҙе портлы Троада ҡалаһында булһа ла, бөтә уйҙары менән Коринф ҡалаһында булған. Элегерәк шул уҡ йылда уны Коринфтағы ҡәрҙәштәр араһында булған ҡаршылыҡтар тураһындағы хәбәр ҡайғыға һалған. Шуға күрә, улар хаҡында атайҙарса ҡайғыртып, Павел уларҙы төҙәтер өсөн хат яҙған (1 Кор. 1:11; 4:15). Шулай уҡ уларға үҙенең хеҙмәттәше Титты ебәргән. Хәҙер Павел Троадала түҙемһеҙлек менән уның Коринфтан хәбәр килтереүен көткән. Ләкин Тит килмәгән, һәм Павел ныҡ борсолған. Ул нимә эшләй алған? Ул карапҡа ултырып, Македонияға киткән һәм унда Титты осратыуына бик ҡыуанған. Тит Коринфтағы ҡәрҙәштәрҙең уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалыуы һәм уны бик ныҡ күрергә теләүе тураһында һөйләгән. Павел, был яҡшы хәбәрҙе ишетеп, «тағы ла нығыраҡ ҡыуан[ған]» (2 Кор. 2:12, 13; 7:5—9).
2. а) Павел коринфтарға иман һәм шатлыҡ тураһында нимә яҙған? б) Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?
2 Күп тә үтмәҫтән, Павел коринфтарға икенсе хатын яҙған. Ул былай тигән: «Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ» (2 Кор. 1:24). Павел нимәне күҙ уңында тотҡан? Бөгөн өлкәндәр уның һүҙҙәренән нимәгә өйрәнә ала?
БЕҘҘЕҢ ИМАН ҺӘМ ШАТЛЫҠ
3. а) Павел, «һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ», тип яҙғанда, нимәне күҙ уңында тотҡан? б) Бөгөн өлкәндәр Павелдан нисек үрнәк ала?
3 Павел ғибәҙәтебеҙҙең ике мөһим яғын — иман һәм шатлыҡты иҫкә алған. Ул былай тип яҙған: «Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел... сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ». Был һүҙҙәр менән Павел Коринфтағы ҡәрҙәштәрҙең уның йә башҡа кешеләрҙең арҡаһында түгел, ә үҙҙәренең имандары арҡаһында ныҡ торғандарын таныған. Шуға күрә Павел, ҡәрҙәштәрҙең иманын контроль аҫтында тоторға кәрәк, тип һанамаған һәм шулай эшләргә теләмәгән дә. Ул уларҙың тоғро мәсихсе булғанына һәм дөрөҫ эш итергә теләгәненә шикләнмәгән (2 Кор. 2:3). Беҙҙең көндәрҙә өлкәндәр, Павелдан өлгө алып, ҡәрҙәштәренең имандары ныҡ булғанына һәм дөрөҫ ниәттәрҙән сығып хеҙмәт иткәненә шикләнмәй (2 Фес. 3:4). Улар йыйылышта ҡаты ҡағиҙәләр урынлаштырмай, ә Изге Яҙмалағы принциптарға һәм Йәһүә ойошмаһы биргән күрһәтмәләргә таянып эш итә. Улар ҡәрҙәштәренең иманы өҫтөнән хакимлыҡ итмәй бит (1 Пет. 5:2, 3).
4. а) Павел, «беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ» тип яҙғанда, нимәне күҙ уңында тотҡан? б) Бөгөн өлкәндәр Павелдан нисек өлгө ала?
4 Павел шулай уҡ: «Беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ», — тигән. Шулай тип әйтеп, ул үҙен һәм үҙенең хеҙмәттәштәрен күҙ уңында тотҡан. Ни өсөн шундай һығымта яһап була? Шул уҡ хатында Павел үҙенең ике хеҙмәттәшен иҫкә алып: «Беҙ, йәғни мин, Силуан һәм Тимофей һеҙгә вәғәзләгән... Ғайса», — тип яҙған (2 Кор. 1:19). Бынан тыш, Павелдың хаттарында «хеҙмәттәш» тигән һүҙ һәр осраҡта уға вәғәздә ярҙам иткән яҡын имандаштарына, мәҫәлән, Аполлос, Акила һәм Прискилла, Тимофей, Тит һәм башҡаларға ҡағыла (Рим. 16:3, 21; 1 Кор. 3:6—9; 2 Кор. 8:23). Шулай итеп, «беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ», тип әйткәндә, Павел коринфтарҙы, мин һәм минең ярҙамсыларым йыйылыштың бөтә ағзалары шатланһын өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын эшләргә теләйбеҙ, тип ышандырған. Бөгөнгө өлкәндәр ҙә шуны уҡ теләй. Улар үҙ ҡәрҙәштәренә «Йәһүәгә шатлыҡ менән хеҙмәт итергә» ярҙам итер өсөн көстәренән килгәндең барыһын да эшләргә әҙер (Зәб. 100:2; Флп. 1:25).
5. Ниндәй һорауға яуапты ҡарап сығырбыҙ, һәм беҙгә нимә тураһында уйланырға кәрәк?
5 Күптән түгел генә төрлө илдәрҙә йәшәгән ашҡыныусан ҡәрҙәштәргә: «Өлкәндәрҙең ниндәй һүҙҙәре һәм эштәре шатлығығыҙҙы арттыра?» — тигән һорау биргәндәр. Ә һин был һорауға нисек яуап бирер инең? Уларҙың яуаптарын үҙеңдең яуабың менән сағыштырып ҡара. Шулай уҡ, әйҙәгеҙ, йыйылыштағы шатлыҡҡа нисек үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алыуыбыҙ тураһында уйланайыҡ.
«ҠӘҘЕРЛЕ ПЕРСИДАҒА СӘЛӘМДӘРЕМДЕ ӘЙТЕГЕҘ»
6, 7. а) Өлкәндәр Ғайса, Павел һәм Алланың башҡа хеҙмәтселәренән ниндәй үрнәк ала ала? б) Ни өсөн исемдәре менән өндәшеү ҡәрҙәштәрҙе шатландыра?
6 Беҙҙең ҡәрҙәштәрҙең күбеһе, өлкәндәрҙең шәхси иғтибар күрһәтеүе шатландыра, тиҙәр. Өлкәндәр быны Дауыт, Илуй һәм Ғайсаның үҙенән үрнәк алып эшләй ала. (2 Самуил 9:6; Әйүп 33:1; Лука 19:5-те уҡығыҙ.) Йәһүәнең ошо тоғро хеҙмәтселәренең һәр береһе, кешегә исеме менән өндәшеп, уға ихлас ҡыҙыҡһыныу күрһәткән. Павел да имандаштарын иҫләү һәм уларға исеме менән өндәшеү мөһим икәнен аңлаған. Бер хатының аҙағында ул 25-тән ашыу ҡәрҙәшен исеме менән атап сәләмләгән. Уларҙың араһында Персида булған. Уның тураһында Павел: «Ҡәҙерле Персидаға сәләмдәремде әйтегеҙ», — тип яҙған (Рим. 16:3—15).
7 Ҡайһы бер өлкәндәргә исемдәрҙе иҫтә ҡалдырыуы ауыр. Ләкин улар, шулай эшләргә тырышып, имандаштарын ҡәҙерләгәнен күрһәтә (Сығ. 33:17). Өйрәнеү мәҡәләһен ҡарап сыҡҡанда йә башҡа берәй осрашыуҙа ҡәрҙәштәрҙе комментарий бирергә саҡырғанда өлкәндәр уларға исемдәре менән өндәшһә, улар бик шатланыр. (Яхъя 10:3 менән сағыштырығыҙ.)
УЛ «РАББЫ ХАҠЫНА КҮП ТЫРЫШЛЫҠ ҺАЛҒАН»
8. Павел Йәһүәнән һәм Ғайсанан ниндәй үрнәк алған?
8 Бынан тыш, Павел, имандаштарын ихлас маҡтап, уларға иғтибар күрһәткән. Был да уларҙы шатландырған. Павел, «беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ», тип яҙған хатында шулай уҡ: «Һеҙҙең менән бик ғорурланам», — тип тә әйткән (2 Кор. 7:4). Был маҡтау һүҙҙәре, моғайын, Коринфтағы ҡәрҙәштәрҙең күңелен йылытҡандыр. Павел шулай уҡ башҡа йыйылыштарҙы ла маҡтаған (Рим. 1:8; Флп. 1:3—5; 1 Фес. 1:8). Рим йыйылышына яҙған хатында Персиданы иҫкә алып, ул уны, «Раббы хаҡына күп тырышлыҡ һалған», тип маҡтаған (Рим. 16:12). Был тоғро апай-ҡәрҙәшкә шундай маҡтау һүҙҙәрен ишетеү бик рәхәт булғандыр! Башҡаларҙы маҡтап, Павел Йәһүәнән һәм Ғайсанан үрнәк алған. (Марк 1:9—11; Яхъя 1:47-не уҡығыҙ; Асыл. 2:2, 13, 19.)
9. Ни өсөн маҡтау һүҙҙәре йыйылыштың шатлығын арттыра?
9 Бөгөн өлкәндәр шулай уҡ имандаштарына рәхмәт хистәрен һүҙҙәр менән белдереү мөһим икәнен аңлай (Ғиб. һүҙ. 3:27; 15:23). Өлкән, шулай эшләп, ҡәрҙәштәренә уларҙың эштәренә иғтибар иткәнен күрһәтә. Һәм яратыуға ышандырған шундай һүҙҙәргә йыйылыштағыларҙың барыһы ла мохтаж. 50 йәштән уҙған бер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Эштә мине һирәк маҡтайҙар. Унда йылылыҡ юҡ, барыһы ла бер-береһе менән ярыша. Шуға өлкән мине берәй эшем өсөн маҡтағанда, был күңелемә рәхәтлек килтерә һәм көс өҫтәй! Шул саҡта күктәге Атайымдың мине яратҡанын тоям». Ике балаһын бер үҙе тәрбиәләгән ағай-ҡәрҙәш тә шундай уҡ хистәр кисергән. Күптән түгел өлкән уға ихлас маҡтау һүҙҙәре әйткән. Был ҡәрҙәшкә нисек тәьҫир иткән? «Өлкәндең һүҙҙәре мине бик нығытты!» — ти ул. Ысынлап та, ихлас маҡтап, өлкән ҡәрҙәштәрҙең рухын күтәрә һәм шатлығын арттыра. Ә был, үҙ сиратында, уларға артабан да тормош юлынан барырға һәм «хәлһеҙләнмәҫкә» ярҙам итә (Ишағ. 40:31).
«АЛЛА ЙЫЙЫЛЫШЫН» КӨТӨГӨҘ
10, 11. а) Өлкәндәр нисек Ниҡәмиҙән өлгө ала ала? б) Өлкәнгә ҡәрҙәштәргә килеп киткәндә «рухи бүләк тапшыры[рға]» нимә ярҙам итер?
10 Ә өлкәндәр, ҡәрҙәштәргә шәхси иғтибар күрһәтеп, йыйылыштың шатлығын арттырырға теләһә, уларға нимә эшләү айырыуса мөһим? Дәртләндереүгә мохтаж булғандарға ярҙам итер өсөн беренсе булып аҙым яһау. (Ғәмәлдәр 20:28-ҙе уҡығыҙ, ЯДТ.) Шулай эшләп, өлкәндәр боронғо ваҡыттағы рухи көтөүселәрҙән өлгө ала. Мәҫәлән, күҙәтеүсе Ниҡәмиҙең миҫалын иҫкә төшөрәйек. Йәһүд ҡәрҙәштәренең ҡайһы берҙәре рухи яҡтан хәлһеҙләнгәнен күргәс, ул нимә эшләгән? Изге Яҙмала, ул шунда уҡ тороп уларҙы нығытҡан, тип әйтелә (Ниҡ. 4:14). Бөгөн өлкәндәр шуны уҡ эшләргә теләй. Улар, образлы итеп әйткәндә, торалар, йәғни имандаштарға иманда ныҡ булырға ярҙам итер өсөн инициатива күрһәтәләр. Бының өсөн улар, мөмкинлек булһа, ҡәрҙәштәрҙең өйөнә килә. Ҡәрҙәштәргә килеп киткәндә улар «рухи бүләк тапшыры[рға]» теләй (Рим. 1:11, ЯДТ). Өлкәндәргә шулай эшләргә нимә ярҙам итер?
11 Ҡәрҙәшкә килеп китер алдынан өлкәнгә уның тураһында уйлап алыр өсөн ваҡыт бүлергә кәрәк. Уның ниндәй ауырлыҡтары бар? Ниндәй фекерҙәр уны нығыта алыр ине? Изге Яҙманан ниндәй аяттар йә ниндәй осраҡ уның шарттарына тура килер ине? Шулай итеп алдан уйланыу өлкәнгә көндәлек нәмәләр тураһында ғына түгел, ә ҡәрҙәшкә ысынлап та файҙа килтерерҙәй нәмәләр хаҡында һөйләшергә ярҙам итә. Һөйләшкәндә өлкән, ҡәрҙәште иғтибар менән тыңлап, уға күңелен бушатырға мөмкинлек бирә (Яҡ. 1:19). Бер апай-ҡәрҙәш: «Өлкән күңеле менән тыңлағанда, был бик йыуата», — тип әйткән (Лука 8:18).
12. Йыйылышта кемдәр дәртләндереүгә мохтаж һәм ни өсөн?
12 Өлкәндәрҙең шулай итеп килеп китеүенә кемдәр мохтаж? Илсе Павел өлкәндәрҙе: «Бөтөн көтөүҙе иғтибар менән күҙәтеп тороғоҙ», — тип өндәгән. Әлбиттә, йыйылыштың бөтә ағзалары ла, шул иҫәптән Аллаға йылдан-йыл тоғро хеҙмәт иткән вәғәзселәр һәм пионерҙар рухландырыуға һәм нығытыуға мохтаж. Ни өсөн уларға рухи көтөүселәрҙең ярҙамы кәрәк? Сөнки ҡайһы саҡта рухи яҡтан көслө ҡәрҙәштәр ҙә был яуыз донъяның баҫымы арҡаһында хәлдән тая. Алланың рухи яҡтан көслө хеҙмәтселәре лә ҡай саҡта ярҙамға мохтаж була алғанын күрер өсөн, Дауыт батшаның тормошонда булған бер осраҡты ҡарап сығайыҡ.
«АБИШАЙ УҒА ЯРҘАМҒА АШЫҠТЫ»
13. а) Ишбибәнүт Дауытҡа ҡасан ташланған? б) Ни өсөн Абишай Дауытҡа ярҙамға килә алған?
13 Батша итеп майланғандан һуң күп тә үтмәй, йәш Дауыт йөҙгә-йөҙ рафалар тоҡомонан булған әзмәүер Ғәлиәф менән осраша. Ҡыйыу Дауыт был әзмәүерҙе үлтерә (1 Сам. 17:4, 48—51; 1 Йыл. 20:5, 8). Йылдар уҙғас, пелештиҙәр менән һуғышҡанда Дауыт тағы йөҙгә-йөҙ Ишбибәнүт исемле бер әзмәүер менән осраша. Ул да рафалар тоҡомонан була (2 Сам. 21:16, төшөрмә). Әммә был юлы әзмәүер Дауытты саҡ үлтермәй ҡала. Ни өсөн? Дауыт ҡыйыулығын юғалтмаған, ә хәлһеҙләнгән. Изге Яҙмала: «Дауыт арып хәлдән тайҙы», — тиелә. Ишбибәнүт, уның хәлдән тайғанын күреп ҡалғас та, «Дауытты үлтерергә ниәтләне». Ләкин әзмәүер Дауытты үлтерәм генә тигәндә, «Сәрүйә улы Абишай уға ярҙамға ашыҡты һәм, пелештигә һөжүм итеп, уның үҙен үлтерҙе» (2 Сам. 21:15—17). Дауыттың ғүмере ҡыл өҫтөндә булған! Дауыт Абишайҙың, үҙен күҙҙән ысҡындырмай, ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда бик тиҙ ярҙамға килеүенә, моғайын, ныҡ шатланғандыр! Был осраҡтан ниндәй һабаҡ алып була?
14. а) Беҙ Ғәлиәф һымаҡ ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сыға алабыҙ? б) Өлкәндәр нисек башҡаларға яңынан шатлыҡ һәм көс табырға ярҙам итә? Миҫал килтерегеҙ.
14 Беҙ, Шайтан һәм уның ярҙамсыларының юлыбыҙға кәртә ҡуйыуына ҡарамаҫтан, бөтә донъя буйынса Йәһүәнең халҡы булараҡ хеҙмәт итәбеҙ. Ҡайһы берҙәребеҙ йөҙгә-йөҙ әзмәүерҙәй ауырлыҡтар менән осраша, әммә, тулыһынса Йәһүәгә таянып, ул «Ғәлиәфтәрҙе» еңә. Шулай ҙа ҡай ваҡыт гел генә был донъяның баҫымы менән көрәшеү арыта һәм хәлдән тайҙыра. Хәлһеҙләнгән саҡта беҙ тиҙ бирешәбеҙ һәм бүтән саҡта еңел генә кисерә алған ауырлыҡҡа ҡаршы тора алмайбыҙ. Күп осраҡтарҙан күренеүенсә, шундай саҡтарҙа өлкәндең ваҡытында күрһәткән ярҙамы беҙгә шатлыҡ һәм көс бирә ала. 65 йәштәр тирәһендәге пионер апай-ҡәрҙәш былай тип иҫенә төшөрә: «Күпмелер ваҡыт элек мин үҙемде насар хис итә инем һәм вәғәзләгәндә ныҡ арый инем. Бер өлкән, хәлем бөткәнен абайлап ҡалып, яныма килде. Беҙ Изге Яҙманың бер өҙөгө нигеҙендә яҡшы ғына һөйләшеп алдыҡ. Мин уның кәңәштәрен ҡулландым, һәм был миңә ярҙам итте». Ул былай тип өҫтәй: «Был ағай-ҡәрҙәштең хәлемде күреп ярҙам иткәне өсөн мин бик рәхмәтле!» Эйе, өлкәндәрҙең беҙҙе күҙҙән ысҡындырмауы һәм, Абишай һымаҡ, ярҙамға килергә әҙер тороуы күңелде йылыта.
«ҺЕҘГӘ БУЛҒАН КӨСЛӨ МӨХӘББӘТЕМДЕ БЕЛДЕРЕР ӨСӨН»
15, 16. а) Ни өсөн имандаштары Павелды яратҡан? б) Ни өсөн беҙ йыйылыштағы ҡайғыртыусан өлкәндәребеҙҙе яратабыҙ?
15 Өлкәндәр күп хеҙмәт итә. Ҡай саҡ улар, Алланың көтөүе хаҡында борсолоп һәм доға ҡылып йәки имандаштарға рухи ярҙам күрһәтеп, төндәрен йоҡоһоҙ үткәрә (2 Кор. 11:27, 28). Шуға ҡарамаҫтан, өлкәндәр үҙ вазифаларын тулыһынса үтәй һәм быны, Павел шикелле, шатланып эшләй. Ул коринфтарға былай тип яҙған: «Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен» (2 Кор. 12:15). Ҡәрҙәштәрҙе яратҡанға, Павел, уларҙы нығытыр өсөн, үҙен тулыһынса сарыф иткән. (2 Коринфтарға 2:4-те уҡығыҙ; Флп. 2:17; 1 Фес. 2:8.) Шуға күрә имандаштарының уны шул тиклем яратыуы бер ҙә аптырарлыҡ түгел! (Ғәм. 20:31—38).
16 Беҙ ҙә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, үҙебеҙҙең ҡайғыртыусан өлкәндәребеҙҙе яратабыҙ һәм доғала улар өсөн Йәһүәгә рәхмәттәр әйтәбеҙ. Беҙгә шәхси иғтибар күрһәтеп, улар беҙҙең шатлыҡты арттыра. Уларҙың беҙгә килеп китеүе беҙҙе нығыта. Был донъяның баҫымына ҡаршы тороу ауыр булғанда уларҙың ярҙамға килеүе өсөн беҙ бик рәхмәтле. Ысынлап та, шундай иғтибарлы өлкәндәр — беҙҙең шатланыуыбыҙҙы теләгән хеҙмәттәштәр!