Яҡшы үҙгәрештәр алдында!
Яҡшы үҙгәрештәр алдында!
«Тағы бер аҙҙан яуыздар инде юҡ буласаҡ... Ә йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ» (ЗӘБУР 37:10, 11).
ҺЕҘ ошо пәйғәмбәрлектең үтәлешен күрергә теләр инегеҙме? Әлбиттә! Бының тиҙҙән үтәлеренә ышаныр өсөн ныҡлы нигеҙ бар.
Был мәҡәләләр серияһында беҙҙең «һуңғы көндәрҙә» йәшәүебеҙҙе күрһәткән бер нисә генә пәйғәмбәрлек ҡаралды (2 Тимофейға 3:1—5). Аллаһы Тәғәлә үҙенең хеҙмәтселәрен ошо пәйғәмбәрлектәрҙе беҙҙең өмөт булһын өсөн яҙырға рухландырған (Римдарға 15:4). Уларҙың үтәлеше беҙҙең тормоштағы ауырлыҡтарҙың оҙаҡламай бөтәсәген күрһәтә.
Шунан нимә буласаҡ? Бөтә ер өҫтөнән Алла Батшалығы идара итә башлаясаҡ (Матфей 6:9, 10). Изге Яҙма ул ваҡытта буласаҡ үҙгәрештәрҙе бына нисек һүрәтләй:
● Аслыҡ булмаясаҡ. «Ер йөҙөндә ашлыҡ мул булыр, тау баштарында ул артығы менән булыр» (Зәбур 72:16).
● Сирҙәр булмаясаҡ. «Йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ» (Ишағыя 33:24).
● Ер яңырасаҡ. «Сүл һәм кибеп бөткән ер һөйөнөр, һыуһыҙ дала шатланыр һәм шафран кеүек сәскә атыр» (Ишағыя 35:1).
Был тиҙҙән үтәләсәк тулҡынландырғыс Изге Яҙма пәйғәмбәрлектәренең бер нисәһе генә. Йәһүә шаһиттарынан, был яҡшы үҙгәрештәрҙең бик тиҙҙән булырына ни өсөн ышанаһығыҙ, тип һорағыҙ.