ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ
Хәҙер мин башҡаларға ярҙам итә алам
ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1981
ТЫУҒАН ИЛЕ: ГВАТЕМАЛА
ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ФАЖИҒӘЛЕ БАЛАСАҠ
ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ.
Мин Гватемаланың көнбайышындағы таулы ерҙәрҙә урынлашҡан Акуль тигән бәләкәй генә ҡалала тыуғанмын. Беҙҙең ғаилә майя тоҡомдарынан булған ишиль халҡына ҡарай. Испан теленән тыш, мин үҙ халҡымдың телендә һөйләшә инем. Минең бала сағым Гватемалала 36 йыл буйы ҡоторонған граждандар һуғышының дәһшәтле йылдарына тура килде. Был ваҡыт эсендә беҙҙең халыҡтан бик күптәр һәләк булды.
Миңә дүрт йәш булғанда, ете йәшлек ағайым уйнап ултырған ҡул гранатаһы ҡапыл шартланы. Шуның арҡаһында мин һуҡырайҙым, ә ағайым һәләк булды. Шуға күрә минең бала сағым Гватемала ҡалаһындағы һуҡыр балалар интернатында үтте, унда мине Брайль шрифын аңларға өйрәттеләр. Уҡытыусылар ни өсөндөр миңә башҡа балалар менән һөйләшергә рөхсәт итмәне, һөҙөмтәлә бөтәһе лә минән ситләште. Мин үҙемде япа-яңғыҙ хис итә инем һәм йылына ике ай әсәйем менән өйҙә була алған ваҡытты түҙемһеҙләнеп көтә торғайным. Әсәйем бик яҡшы күңелле кеше ине һәм мине һәр ваҡыт аңлай ине. Ләкин миңә ун йәш булғанда, әсәйем үлеп китте. Был минең өсөн бик ҙур ҡайғы булды, сөнки ул был донъяла мине яратҡан берҙән-бер кеше ине.
Ун бер йәшемдә мин тыуған ҡалама әйләнеп ҡайттым һәм бер атанан тыуған ағайымдың ғаиләһендә йәшәй башланым. Тамағым туҡ, өҫтөм бөтөн булды, ләкин миңә наҙ һәм яратыу етмәй ине. Ҡай саҡ мин Алланан илай-илай: «Ни өсөн әсәйем үлде? Ни өсөн мин һуҡырайҙым?» — тип һорай инем. Кешеләр миңә, Алла шулай ҡушҡандыр, тиҙәр ине. Мин, Алла рәхимһеҙ һәм ғәҙелһеҙ, тигән һөҙөмтәгә килдем. Бары тик мөмкинлегем булмағанға ғына, мин үҙ-үҙемә ҡул һалманым.
Һуҡырлыҡ арҡаһында мин физик һәм эмоциональ яҡтан үҙ-үҙемде яҡлай алмай инем. Бала саҡта мин бер нисә мәртәбә енси көсләүгә дусар булдым. Был турала бер кемгә лә һөйләмәнем, барыбер был берәүгә лә ҡыҙыҡ түгел, тип уйланым. Кешеләр минең менән һирәк аралаштылар, үҙем дә берәү менән дә һөйләшеп барманым. Мин ҡараңғы сырайлы йомоҡ кеше инем һәм берәүгә лә ышанмай инем.
ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.
Бер көндө мәктәптә тәнәфес ваҡытында яныма ирле-ҡатынлы ике Йәһүә шаһиты килде. Бер уҡытыусы, мине йәлләп, уларҙың миңә килеүҙәрен һораған. Улар Изге Яҙмалағы вәғәҙәләр — үлгәндәрҙең тереләсәге, һуҡырҙарҙың яңынан күрә башлаясағы тураһында һөйләне (Ишағыя 35:5; Яхъя 5:28, 29). Уларҙың һөйләгәндәре бик оҡшаны, тик миңә улар менән аралашыуы ауыр ине, сөнки һөйләшмәҫкә күнеккәйнем. Ләкин йомоҡ булыуыма ҡарамаҫтан, улар, килеп, мине Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә өйрәтеүҙәрен дауам итте. Улар һәр саҡ изгелекле һәм түҙемле булдылар. Мин йәшәгән ҡалаға килеп етер өсөн был парға тауҙар аша 10 километрҙан артыҡ юл үтергә тура килә ине.
Бер атанан тыуған ағайым миңә уларҙы бөхтә кейенгән, әммә шул уҡ ваҡытта бай түгел кешеләр итеп һүрәтләне. Улар гел минең менән ихлас ҡыҙыҡһынды, хатта бәләкәй генә бүләктәр ҙә килтерә инеләр. Бары тик ысын мәсихселәрҙең генә шундай фиҙаҡәрлеккә һәләтле икәненә ышана инем.
Мин Изге Яҙманы Брайль шрифы менән баҫтырылған баҫмалар ярҙамында өйрәндем. Изге Яҙма тәғлимәттәрен аҡылым менән аңлаһам да, ҡайһы бер нәмәләрҙе күңелем менән ҡабул итеүе ауыр булды. Мәҫәлән, Алланың минең менән ҡыҙыҡһынғанына һәм башҡаларҙың мине ярата алғанына ышанмай инем. Йәһүәнең ни өсөн күпмелер ваҡытҡа яуызлыҡты рөхсәт иткәнен аңлай инем, ләкин уны ҡайғыртыусан Атай итеп ҡабул итеүе ауыр ине *.
Әкренләп Изге Яҙмалағы белемдәр тормошҡа ҡарашымды үҙгәртте. Мәҫәлән, мин Алланың ғазап сиккән кешеләрҙе йәлләгәнен белдем. Үҙенең насар мөғәмәләгә дусар булған хеҙмәтселәре тураһында ул бына нимә ти: «Мин... халҡымдың ғазап сигеүен күрҙем... Мин уларҙың әрнеүҙәрен яҡшы беләм» (Сығыш 3:7). Йәһүәнең шундай йылы хистәр кисергәнен аңлағас, тормошомдо уға бағышларға теләнем. 1998 йылда мин, һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып киттем.
Һыуға сумдырылғандан һуң бер йыл тирәһе уҙғас, Эскуинтла ҡалаһы эргәһендә һуҡырҙар өсөн махсус өйрәнеү үттем. Урындағы бер өлкән тыуған ҡаламдан мәсихселәр осрашыуы үткән ергә барып етер өсөн күпме көс һалғанымды белеп ҡалған. Эш шунда: иң яҡын йыйылыш минең менән Изге Яҙма өйрәнгән Йәһүә шаһиттары аша сыҡҡан тауҙар артында ине. Һуҡыр кешегә ундай сәйәхәт бигерәк тә ауыр бирелә ине. Миңә ярҙам итер өсөн, шул өлкән Эскуинтла ҡалаһында мине үҙҙәренә йәшәргә алырға һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә ярҙам итергә ризалашҡан бер ғаиләне тапҡан. Шунан бирле улар минең хаҡта шундай яҡшы ҡайғырта, әйтерһең дә, мин уларҙың ғаилә ағзаһы.
Имандаштарымдың миңә ысын яратыу күрһәткәненә башҡа бик күп миҫалдар ҙа килтерә алам. Быларҙың барыһы ла мине ысын мәсихселәр араһында икәнемә ышандыра (Яхъя 13:34, 35).
ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ.
Мин бүтән үҙемде киләсәге булмаған меҫкен кеше итеп хис итмәйем. Хәҙер тормошомдоң мәғәнәһе бар. Тулы ваҡытлы хеҙмәтсе булараҡ, Йәһүә шаһиттарының Изге Яҙманан белем биреү эшмәкәрлегендә ҡатнашам. Үҙ сирҙәремә иғтибар туплар урынына, башҡаларға Изге Яҙмалағы ҡиммәтле хәҡиҡәттәр менән танышырға ярҙам итәм. Шулай уҡ мәсихселәр йыйылышында өлкән булып хеҙмәт итәм һәм ҙур аудитория алдында телмәр менән сығыш яһай алыуыма бик шатланам. Мин хатта бер нисә мең кеше булған региональ конгрестарҙа телмәрҙәр һөйләнем.
2010 йылда Сальвадорҙа Хеҙмәтте яҡшыртыу мәктәбендә (хәҙер Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбе тип атала) уҡыным. Был мәктәп мине йыйылыштағы вазифаларымды яҡшыраҡ башҡарырға өйрәтте. Шундай өйрәтеү һөҙөмтәһендә Йәһүәнең мине бик ныҡ ҡәҙерләгәнен һәм яратҡанын тойҙом һәм уның үҙ эшен башҡарыр өсөн һәр кемде яраҡлы итә алғанын аңланым.
Ғайса: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», — тип әйткән (Ғәмәлдәр 20:35). Бөгөн мин тулы ышаныс менән, бәхетлемен, тип әйтә алам. Шулай уҡ элек был мөмкин түгел кеүек күренһә лә, хәҙер мин башҡаларға ярҙам итә алам.
^ 13 абз. Алланың ни өсөн яуызлыҡҡа юл ҡуйғанын белер өсөн, Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китаптың 11-се бүлеген ҡарағыҙ.