Илселәрҙең эштәре 9:1—43

  • Шауыл Дамаскыға юл тота (1—9)

  • Ханания Шауылға ярҙам итергә ебәрелә (10—19а)

  • Шауыл Дамаскыла Ғайса тураһында вәғәзләй (19б—25)

  • Шауыл Йәрүсәлимгә килә (26—31)

  • Петер Айниязды һауыҡтыра (32—35)

  • Дөркәне үленән терелтеү (36—43)

9  Ә Шауыл, һаман да Хужабыҙҙың шәкерттәренә нәфрәт менән янып һәм уларҙы юҡ итергә теләп, баш руханиға барҙы ла 2  Дамаск синагогалары* өсөн хаттар һорап алды. Ул быны ошо Юлдан* барыусыларҙың бөтәһен дә — ирҙәрҙе лә, ҡатындарҙы ла бәйләп, Йәрүсәлимгә килтерергә хоҡуҡ алыр өсөн эшләне. 3  Шауыл Дамаскыға яҡынлашып килгәндә, ҡапыл күктән төшкән яҡтылыҡ уның тирә-яғын яҡтыртып ебәрҙе. 4  Ул ергә ҡоланы һәм: «Шауыл! Шауыл! Ни өсөн һин мине эҙәрләйһең?» — тигән тауыш ишетте. 5  «Кем һин, әфәндем?» — тип һораны Шауыл. «Һин эҙәрләгән Ғайса, — тип яуап бирҙе тауыш. — 6  Тор ҙа ҡалаға бар. Унда һиңә нимә эшләргә кәрәклеген әйтерҙәр». 7  Шауылдың юлдаштары аптыраштан телдән яҙғайны: улар тауышты ишетте, әммә бер кемде лә күрмәне. 8  Шауыл тороп баҫты. Күҙҙәре асыҡ булһа ла, ул бер ни ҙә күрмәне, шуға Дамаскыға уны етәкләп алып барҙылар. 9  Өс көн буйы ул бер нәмә күрмәне, ашаманы һәм эсмәне. 10  Дамаскыла Ханания исемле шәкерт йәшәй ине. Хужабыҙ илаһи күренештә уға: «Ханания!» — тип өндәште. Ул: «Эйе, Хужам», — тип яуап бирҙе. 11  Хужабыҙ уға былай тине: «Тура тип аталған урамға бар ҙа Йәһүҙә йортонда Шауыл исемле Тарс кешеһен һора. Ул әле доға ҡыла. 12  Илаһи күренештә ул Ханания исемле кеше килгәнен һәм, күҙҙәре күрһен өсөн, өҫтөнә ҡулын ҡуйғанын күрҙе». 13  Ләкин Ханания былай тине: «Хужам, мин күптәрҙән был кеше хаҡында, уның Йәрүсәлимдәге изгеләреңә күпме яуызлыҡ ҡылғаны тураһында ишеттем. 14  Уның бында ла һинең исемеңде саҡырыусы бөтә кешене ҡулға алырға* өлкән руханиҙарҙан бирелгән вәкәләте бар». 15  Әммә Хужабыҙ уға әйтте: «Бар, сөнки был кеше — исемем хаҡындағы хәбәрҙе башҡа халыҡтарға, шулай уҡ батшаларға һәм исраилдарға еткерер өсөн һайланған ҡоралым. 16  Мин уға исемем хаҡына күпме ғазап сигергә тура киләсәген күрһәтермен». 17  Ханания шул йортҡа барҙы ла Шауылдың өҫтөнә ҡулын ҡуйып, былай тине: «Шауыл, ҡәрҙәшем, һин күрә башлаһын һәм изге рух алһын тип, һиңә юлда күренгән Хужабыҙ Ғайса мине һинең яныңа ебәрҙе». 18  Тап шул мәлдә Шауылдың күҙҙәренән балыҡ тәңкәһенә оҡшаш бер нәмә килеп төштө, һәм ул күрә башланы. Шунан ул һыуға сумдырылды, 19  һәм ашап алғандан һуң уға хәл керҙе. Шауыл бер нисә көн шәкерттәр менән Дамаскыла булды. 20  Ул шунда уҡ синагогаларҙа Ғайсаның Алла Улы икәне тураһында вәғәзләй башланы. 21  Уның һөйләгәнен ишеткәндәрҙең барыһы ла таң ҡалып, былай тиҙәр ине: «Ул Йәрүсәлимдә Ғайсаның шәкерттәрен* аяуһыҙ эҙәрләгән кеше түгелме һуң? Ул бында уларҙы ҡулға алып, өлкән руханиҙарға алып барырға тип килмәнеме ни?» 22  Ә Шауылдың вәғәзләү ҡеүәте артҡандан-артты. Ул, Ғайсаның Мәсих икәнен иҫбатлап, Дамаскыла йәшәгән еврейҙарҙы аптырашта ҡалдыра ине. 23  Күпмелер ваҡыт үткәс, еврейҙар уны үлтерергә һүҙ ҡуйышты. 24  Ләкин Шауыл уларҙың ниәте тураһында белеп ҡалды. Улар, уны үлтерер өсөн, ҡала ҡапҡаларын көнө-төнө күҙәтте. 25  Шуға күрә Шауылдың шәкерттәре төндә уны кәрзингә ултыртып, ҡала стенаһындағы тишек аша төшөрҙө. 26  Йәрүсәлимгә килгәс, Шауыл Ғайсаның шәкерттәренә ҡушылырға тырышты, әммә улар бөтәһе лә унан ҡурҡа ине, сөнки уның шәкерт булып киткәненә ышанмай ине. 27  Шунда уға ярҙамға Барнаб килде. Ул Шауылды илселәргә килтереп, уның юлда Хужабыҙҙы күргәнен, Хужабыҙҙың уның менән һөйләшкәнен һәм Шауылдың Дамаскыла Ғайса исеме хаҡында ҡыйыулыҡ менән вәғәзләгәнен һөйләп бирҙе. 28  Шауыл илселәр менән ҡалды һәм Йәрүсәлимдә Хужабыҙҙың исеме хаҡында ҡыйыулыҡ менән вәғәзләп йөрөнө. 29  Ул грекса һөйләшкән еврейҙар менән әңгәмәләр ҡорҙо һәм улар менән ҡыҙыу бәхәстәр алып барҙы. Улар иһә уны үлтерергә булды. 30  Был хаҡта белеп ҡалғас, ҡәрҙәштәр уны Ҡайсарияға алып барҙы, ә шунан Тарсҡа ебәрҙе. 31  Бөтә Йәһүҙиә, Ғәлиләйә һәм Самария буйлап йыйылыштар өсөн тыныс ваҡыт етте. Улар, Йәһүәгә ҡурҡыу менән хеҙмәт итеп һәм изге рух аша ярҙам алып, нығындылар һәм үҫтеләр. 32  Шул ерҙәр аша үткәндә Пете́р шулай уҡ Лиддәлә йәшәгән изгеләргә лә кереп сыҡты. 33  Унда ул паралич һуғып, һигеҙ йыл буйы түшәктә ятҡан Айнияз исемле бер кешене күрҙе. 34  Пете́р уға: «Айнияз, Ғайса Мәсих һине һауыҡтыра. Тор ҙа түшәгеңде йый», — тине. Айнияз шунда уҡ торҙо. 35  Лиддәлә һәм Шарун тигеҙлегендә йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә, уның һау икәнен күргәс, Хужабыҙға ышанды. 36  Я́ффала күп изгелек эшләгән һәм ярлыларға ныҡ ярҙам иткән Табита (грекса Дөркә*) исемле бер ҡатын* йәшәй ине. 37  Шул көндәрҙә ул ауырып китте һәм вафат булды. Уны йыуып, өҫкө бүлмәгә һалдылар. 38  Лиддә Я́ффанан йыраҡ булмағанға күрә, шәкерттәр, Петерҙең шунда икәнен белеп ҡалғас, уға ике кешене ебәреп, тиҙ арала килеп етеүен үтенде. 39  Пете́р йыйынды ла улар менән китте. Унда килгәс, уны өҫкө бүлмәгә алып менделәр. Уның янына тол ҡатындар йыйылды. Улар илай-илай Дөркә теккән ябынсаларҙы* һәм башҡа кейемдәрҙе* күрһәтте. 40  Шунда Пете́р бөтәһенә лә сығырға ҡушты һәм тубыҡланып доға ҡылды. Шунан үлгән ҡатынға боролоп: «Табита, тор», — тине. Ҡатын күҙен асты ла Петерҙе күреп, тороп ултырҙы. 41  Петер ҡулын биреп, уға торорға ярҙам итте. Шунан изгеләрҙе, шул иҫәптән тол ҡатындарҙы саҡырҙы, һәм тегеләре Дөркәнең тере икәнен күрҙе. 42  Был хаҡта бөтә Я́ффала билдәле булды, һәм күптәр Хужабыҙға ышанды. 43  Петер Я́ффала байтаҡ ваҡыт булды, ул Шимун исемле күнсенең өйөндә йәшәне.

Төшөрмәләр

Мәсихселәр ышанған тәғлимәттәр һәм уларҙың йәшәү рәүеше күҙ уңында тотола.
Һүҙмә-һүҙ «бәйләргә; бығауларға».
Һүҙмә-һүҙ «был исемде саҡырғандарҙы».
Грек исеме Дөркә һәм арамей исеме Табита «ғәзәл» тигәнде аңлата.
Һүҙмә-һүҙ «шәкерт».
Йәғни накидкаларҙы.
Йәки «эске һәм өҫкө кейемдәрҙе».