Лука яҙған 11:1—54
11 Бер көндө Ғайса доға ҡыла ине, ә доға ҡылып бөткәс, шәкерттәренең береһе унан: «Хужабыҙ, Яхъя үҙенең шәкерттәрен өйрәткән кеүек, һин дә беҙҙе доға ҡылырға өйрәт әле», — тип үтенде.
2 Ғайса әйтте: «Доға ҡылғанда былай тиегеҙ: „Атабыҙ, исемең изге тип танылһын*. Һинең Батшалығың килһен.
3 Көн һайын беҙгә көндәлек ихтыяждарыбыҙға ҡарап икмәк бир.
4 Гонаһтарыбыҙҙы кисер, сөнки беҙ ҙә үҙебеҙгә ҡаршы гонаһ ҡылғандарҙы* кисерәбеҙ. Беҙгә ҡотҡоға бирелмәҫкә ярҙам ит*“».
5 Шунан ул былай тине: «Әйтәйек, һеҙҙең берегеҙ төн уртаһында дуҫына барып: „Дуҫ, миңә өс икмәк биреп тор әле.
6 Юл ыңғайы бер дуҫым килеп инде. Өҫтәлгә ҡуйырға бер нәмәм дә юҡ“, — тип әйтә.
7 Ә тегеһе, өйөнән сыҡмай ғына, былай тип яуап бирә: „Мине мәшәҡәтләп йөрөмә. Ишек инде бикле, беҙ балалар менән йоҡларға яттыҡ. Мин тороп, һиңә икмәк бирә алмайым“.
8 Һеҙгә шуны әйтәм: хатта ул дуҫлыҡ хаҡына тороп, уға бер нәмә лә бирмәһә лә, уның ныҡышмаллығы арҡаһында тороп, уға кәрәк булғандың барыһын да бирәсәк.
9 Шуға күрә һеҙгә әйтәм: һорағыҙ — һеҙгә бирерҙәр, эҙләгеҙ — табырһығыҙ, туҡылдатығыҙ — һеҙгә асырҙар,
10 сөнки һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм туҡылдатҡанға асалар.
11 Арағыҙҙан ҡайһы атай, улы балыҡ һораһа, уға йылан тотторор?
12 Йәки йомортҡа һораһа, уға саян бирер?
13 Шулай булғас, һеҙ гонаһлы кешеләр була тороп, балаларығыҙға яҡшы бүләктәр бирә беләһегеҙ икән, бигерәк тә күктәге Атайығыҙ үҙенән һораусыларға изге рух бирәсәк!»
14 Һуңғараҡ Ғайса бер кешенән уны телһеҙ иткән енде ҡыуып сығарҙы. Ен сыҡҡас, телһеҙ кеше һөйләшә башланы. Халыҡ быға хайран ҡалды.
15 Ләкин ҡайһы берәүҙәр: «Ул ендәрҙе ендәр башлығы Билзибул* көсө менән ҡыуып сығара», — тинеләр.
16 Ә башҡалар, уны һынарға теләп, күктән билдә күрһәтеүен талап итте.
17 Уларҙың нимә уйлағандарын белеп, Ғайса былай тине: «Дошманлыҡ арҡаһында бүленгән һәр батшалыҡ емерелер, дошманлыҡ арҡаһында бүленгән өй ауыр.
18 Әгәр ҙә Шайтан үҙ-үҙе менән дошманлаша икән, уның батшалығы нисек имен торһон? Һеҙ бит минең турала, ендәрҙе Билзибул көсө менән ҡыуып сығара, тип әйтәһегеҙ.
19 Әгәр мин ендәрҙе Билзибул көсө менән ҡыуып сығарам икән, улайһа, һеҙҙең шәкерттәрегеҙ быны кемдең көсө менән эшләй? Шунлыҡтан һеҙҙе улар хөкөм итер.
20 Ә инде мин ендәрҙе Алла көсө* менән ҡыуып сығарам икән, тимәк, Алла Батшалығы килгән, әммә һеҙ быны аңламай ҡалғанһығыҙ*.
21 Әгәр көслө, яҡшы ҡоралланған кеше үҙ өйөн һаҡлай икән, уның мал-мөлкәтенә бер кем дә тейә алмаҫ.
22 Ләкин уға көслөрәк берәү һөжүм итеп, уны еңһә, ул уның таянысы булған бөтә ҡоралын тартып алыр ҙа табышын башҡалар менән бүлешер.
23 Кем минең менән түгел, шул миңә ҡаршы. Кем минең менән кешеләр йыймай, шул уларҙы ҡыуып ебәрә.
24 Шаҡшы рух, кешенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй һәм, бер нәмә лә таба алмайынса: „Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле“, — ти.
25 Кире ҡайтҡас, өйҙөң һеперелеп-биҙәлеп ҡуйылғанын күрә.
26 Шунда ул бара ла үҙенән дә яуызыраҡ башҡа ете рухты эйәртеп ҡайта, һәм улар шул өйгә инеп, шунда йәшәй башлай. Ахырҙа кешенең хәле элеккегә ҡарағанда ла нығыраҡ насарая».
27 Ғайса ошоларҙы һөйләп торған саҡта, халыҡ араһынан бер ҡатын: «Һине ҡарынында йөрөткән һәм имеҙгән ҡатын бәхетле!» — тип ҡысҡырҙы.
28 Әммә ул: «Юҡ, Алла һүҙен тыңлап, уны үтәгәндәр бәхетле!» — тине.
29 Эргәһенә тағы ла күберәк кеше йыйыла башлағас, Ғайса былай тип һөйләп китте: «Был быуын — яуыз быуын. Ул билдә һорай, әммә уға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа бер ниндәй билдә бирелмәҫ.
30 Юныс Нинәбә халҡы өсөн билдә булған кеүек, Әҙәм Улы ла был быуын өсөн билдә буласаҡ.
31 Хөкөм ваҡытында был быуын кешеләре менән бергә көньяҡ батшабикәһе терелеп тороп, уларҙы ғәйепләр, сөнки ул Сөләймәндең аҡыллы һүҙҙәрен ишетер өсөн ер сигенән килеп еткән. Әммә бында Сөләймәндән бөйөгөрәк берәү бар.
32 Хөкөм ваҡытында был быуын кешеләре менән бергә Нинәбә халҡы ла терелеп тороп, уларҙы ғәйепләр, сөнки Нинәбә халҡы Юныс вәғәзләгән хәбәрҙе ишетеп, тәүбә иткән. Әммә бында Юныстан бөйөгөрәк берәү бар.
33 Шәмде тоҡандырғас, уны йәшерен урынға йәки һауыт* аҫтына ҡуймайҙар. Өйгә ингәндәр уның яҡтыһын күрһен өсөн, уны шәмдәлгә ҡуялар.
34 Тәндең яҡтыртҡысы — күҙ. Күҙең бер генә нәмәгә төбәлгән булһа*, бөтә тәнең яҡты булыр, ә инде күҙең көнсөл* булһа, бөтә тәнең ҡараңғы булыр.
35 Шуға күрә һаҡ бул, эсеңдәге яҡтылыҡ ҡараңғылыҡ булмаһын.
36 Шулай итеп, һинең бөтә тәнең яҡты булып, унда бер генә ҡараңғы урын да юҡ икән, шәм нуры һине яҡтыртҡандағы кеүек, бөтә тәнең дә яҡты булыр».
37 Ғайса һөйләп бөткәс, бер фарисей уны ашҡа саҡырҙы. Ғайса уның өйөнә килеп, табын артына ултырҙы.
38 Фарисей уның ашар алдынан ҡулын йыумағанын* күреп аптыраны.
39 Әммә Хужабыҙ уға былай тине: «Һеҙ, фарисейҙар, каса менән табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә эстән һеҙ ҡомһоҙлоҡ* һәм яуызлыҡ менән тулы.
40 Аҡылһыҙҙар, тышҡы яҡты бар иткән Алла эске яҡты ла бар итмәгәнме ни?
41 Мохтаждарға ярҙам иткәндә*, был эстән, күңелегеҙҙән сығырға тейеш. Шул саҡта һеҙ бөтә нәмәлә лә саф булырһығыҙ.
42 Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар, сөнки һеҙ бөтнөк, рута* һәм башҡа бөтә үләндәрҙең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә ғәҙеллекте һәм Алланы яратыуҙы иғтибарһыҙ ҡалдыраһығыҙ! Тегеләрен дә эшләргә тейешһегеҙ, быларын да ситтә ҡалдырырға ярамай.
43 Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар, сөнки һеҙ синагогаларҙа алғы* урындарҙа ултырырға яратаһығыҙ, һеҙгә шулай уҡ баҙар майҙандарында кешеләрҙең үҙегеҙҙе ололап сәләмләүҙәре оҡшай!
44 Ҡайғы һеҙгә, сөнки һеҙ бер нисек тә билдәләнмәгән ҡәберҙәргә оҡшашһығыҙ! Кешеләр, үҙҙәре лә абайламай, уларҙы тапап йөрөй».
45 Шунда ҡанун белгестәренең береһе уға: «Остаз, был һүҙҙәр менән һин беҙҙе лә мыҫҡыл итәһең», — тип әйтте.
46 Ғайса иһә уға былай тине: «Һеҙгә лә ҡайғы, ҡанун белгестәре, сөнки һеҙ кешеләрҙең өҫтәренә күтәргеһеҙ йөк йөкмәтәһегеҙ, ә үҙегеҙ уны еңеләйтер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмайһығыҙ!
47 Ҡайғы һеҙгә, сөнки һеҙ ата-бабаларығыҙ үлтергән пәйғәмбәрҙәрҙең ҡәберҙәрен тергеҙәһегеҙ!
48 Һеҙгә ата-бабаларығыҙ ҡылған эштәр билдәле, шулай ҙа һеҙ уларҙы хуплайһығыҙ. Улар пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергән, ә һеҙ шул пәйғәмбәрҙәрҙең ҡәберҙәрен тергеҙәһегеҙ.
49 Бына ни өсөн Алла үҙенең аҡыллылығы менән былай тигән: „Уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрермен. Кемделер улар үлтерер, ә кемделер эҙәрләр.
50 Шуның өсөн донъяға нигеҙ һалынғандан алып бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең түгелгән ҡаны өсөн ошо быуын кешеләре яуап тотасаҡ:
51 Һабил ҡанынан башлап ҡорбан усағы менән Алла йорто араһында үлтерелгән Зәкәриәнең ҡанына тиклем“. Һеҙгә әйтәм: ошо быуын кешеләре уларҙың ҡаны өсөн яуап тотасаҡ.
52 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре, сөнки һеҙ белем асҡысын тартып алдығыҙ. Үҙегеҙ ҙә инмәнегеҙ, инергә теләүселәргә лә ҡамасаулайһығыҙ».
53 Ғайса өйҙән сыҡҡас, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар уны ян-яҡтан ҡыҫып, уға һорауҙар яуҙыра башланы.
54 Шулай эшләп, улар Ғайсаның һүҙҙәренә бәйләнерлек сәбәп табырға тырыша ине.
Төшөрмәләр
^ Йәки «изге ителһен; исемең изге тип һаналһын».
^ Һүҙмә-һүҙ «үҙебеҙгә бурыслы булғандарҙы».
^ Йәки «беҙҙе ҡотҡоға төшөрмә».
^ Йәғни Шайтан.
^ Һүҙмә-һүҙ «бармағы».
^ Йәки «Алла Батшалығы һеҙгә килеп еткән».
^ Йәки «үлсәү кәрзине». Бөртөклө ашлыҡтарҙы үлсәү өсөн ҡулланылған һауыт.
^ Йәки «асыҡ күрһә». Һүҙмә-һүҙ «ябай булһа».
^ Һүҙмә-һүҙ «насар; яуыз».
^ Фарисейҙар һәм башҡа йәһүдтәр, ғәҙәттә, ҡулдарын үҙҙәренең йолалары буйынса йыуған.
^ Йәки «талау».
^ Был медицинала һәм ризыҡты тәмләтеү өсөн ҡулланылған үҫемлек.
^ Йәки «иң яҡшы».