Лука яҙған 23:1—56

  • Ғайса Пилат һәм Һируд алдында (1—25)

  • Ғайсаны һәм ике енәйәтсене бағаналарға ҡаҙаҡлайҙар (26—43)

    • «Һин минең менән ожмахта буласаҡһың» (43)

  • Ғайсаның үлеүе (44—49)

  • Ғайсаны ерләү (50—56)

23  Шунда улар барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилатҡа алып китте. 2  Унда улар Ғайсаны былай тип ғәйепләй башланы: «Был кеше халыҡты фетнәгә ҡоторта, ҡайсарға* һалым түләүҙе тыя һәм үҙен Мәсих, батша тип атай». 3  Пилат Ғайсанан: «Һин йәһүдтәр батшаһымы?» — тип һораны. «Һин быны үҙең әйтеп тораһың», — тине Ғайса. 4  Шунан һуң Пилат өлкән руханиҙарға һәм халыҡҡа: «Мин был кешене бер нәмәлә лә ғәйепле түгел тип һанайым», — тине. 5  Ләкин улар: «Ул бөтә Йәһүҙиә буйлап өйрәтеп, халыҡты фетнәгә ҡотортоп йөрөй, Ғәлиләйәнән башлаған, хәҙер бында ла килеп еткән», — тип ныҡышты. 6  Быны ишеткәс, Пилат: «Был кеше Ғәлиләйәнәнме ни?» — тип һораны. 7  Ғайсаның Һируд хакимлығы аҫтындағы өлкәнән булғанын асыҡлағас, Пилат уны Һирудҡа ебәрҙе. Ул көндәрҙә Һируд та Йәрүсәлимдә ине. 8  Ғайсаны күргәс, Һируд бик ҡыуанды, сөнки уның тураһында күп ишеткәнгә, уны күптән күрергә теләй ине. Ул шулай уҡ Ғайсаның берәй мөғжизә күрһәтеренә өмөтләнә ине. 9  Һируд Ғайсаға күп һорауҙар бирә башланы, ләкин Ғайса уға бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. 10  Ә унда торған өлкән руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡат-ҡат алға сығып, уны ярһып ғәйепләне. 11  Шунда Һируд һәм уның ғәскәриҙәре Ғайсаны кәмһетә башланы. Улар шулай уҡ уны бай кейемгә кейендереп, унан мыҫҡыллап көлдөләр. Ә шунан һуң Һируд уны кире Пилатҡа ебәрҙе. 12  Шул көндө Һируд менән Пилат, быға тиклем дошманлашһалар ҙа, дуҫлашып киттеләр. 13  Шунан Пилат өлкән руханиҙарҙы, башлыҡтарҙы һәм халыҡты саҡырып алып, 14  уларға былай тине: «Һеҙ миңә был кешене килтереп, ул халыҡты фетнәгә ҡоторта, тиһегеҙ. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа унан һорау алдым һәм уны һеҙ әйткән нәмәләрҙә ғәйепләрлек нигеҙ тапманым. 15  Һируд та ғәйеп тапмаған, сөнки уны кире беҙгә ебәргән. Тимәк, был кеше үлем язаһына лайыҡ бер нәмә лә эшләмәгән, 16  шуға күрә мин уны язаларға ҡушам да иреккә сығарам». 17  ——* 18  Ләкин барыһы ла: «Үлтер уны! Беҙгә Барабты азат ит!» — тип ҡысҡырышты. 19  (Барабты төрмәгә ҡалала фетнә күтәргәне һәм кеше үлтергәне өсөн ташлағандар ине.) 20  Әммә Пилат, Ғайсаны иреккә сығарырға теләп, халыҡҡа ҡабат мөрәжәғәт итте. 21  Шунда улар: «Уны бағанаға ҡаҙаҡла! Бағанаға ҡаҙаҡла уны!» — тип ҡысҡыра башланылар. 22  Ул өсөнсө тапҡыр уларға: «Нимә өсөн? Был кеше ниндәй яуызлыҡ ҡылды? Мин унда үлем язаһы бирерлек бер ғәйеп тә тапманым, шунлыҡтан мин уға яза бирергә ҡушам да азат итәм», — тине. 23  Ләкин улар, бөтә тауышҡа ҡысҡырып, уға үлем язаһы биреүҙе* талап иттеләр. 24  Улар шул тиклем ныҡ ҡысҡырғанға, Пилат уларҙың талабын үтәргә ризалашты. 25  Ул фетнәлә ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәлә ултырған Барабты халыҡ талабы буйынса азат итте, ә Ғайса менән улар теләгәнсә эш итте. 26  Ғайсаны алып китеп барғанда, ғәскәриҙәр ауылдан килә ятҡан Шимун исемле Кирини кешеһен тотоп алдылар ҙа елкәһенә яфаланыу бағанаһын һалып, Ғайса артынан алып барырға ҡуштылар. 27  Ғайса артынан күп кеше китеп бара ине. Улар араһында ҡайғынан күкрәктәренә һуға-һуға үкһеп илаған ҡатындар ҙа бар ине. 28  Ғайса уларға боролоп, былай тине: «Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Минең өсөн иламағыҙ, үҙегеҙ һәм балаларығыҙ өсөн илағыҙ, 29  сөнки: „Түлһеҙ ҡатындар, бала тапмаған һәм имеҙмәгән ҡатындар бәхетле!“ — тип әйтер көндәр килер. 30  Ул саҡта кешеләр тауҙарға: „Өҫтөбөҙгә ауығыҙ!“, ҡалҡыулыҡтарға: „Беҙҙе ҡаплағыҙ!“ — тип әйтер. 31  Әгәр быларҙың барыһы ағас йәшелләнеп ултырғанда булып ята икән, ул ҡороғас, нимә булыр?» 32  Ғайса менән бергә ике енәйәтсене лә язалап үлтерергә алып китеп баралар ине. 33  «Баш һөйәге» тип аталған урынға килгәс, ғәскәриҙәр уны шул енәйәтселәр янына бағанаға ҡаҙаҡланылар: береһе — уң яғында, икенсеһе һул яғында ине. 34  Ғайса: «Атай, ғәфү ит уларҙы, улар бит ни ҡылғандарын белмәй», — тине. Шунан ғәскәриҙәр уның кейемен үҙ-ара бүлешеп алыр өсөн йәрәбә һалды. 35  Ә кешеләр ҡарап тора ине. Башлыҡтар иһә: «Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр ул Алла ебәргән Мәсих, уның Һайланғаны булһа, әйҙә хәҙер үҙен ҡотҡарһын!» — тиеп, унан мыҫҡыллап көлә ине. 36  Ғәскәриҙәр ҙә Ғайсанан мыҫҡыллап көлә ине. Улар уның эргәһенә килеп, уға әсегән шарап тәҡдим иттеләр ҙә: 37  «Йәһүдтәр батшаһы булһаң, үҙеңде ҡотҡар!» — тинеләр. 38  Уның баш өҫтөндә «Йәһүдтәр батшаһы» тигән яҙыу тора ине. 39  Енәйәтселәрҙең береһе: «Әллә һин Мәсих түгелме? Үҙеңде лә, беҙҙе лә ҡотҡар!» — тиеп, уны яманлай башланы. 40  Ләкин икенсеһе уны былай тип шелтәләне: «Алланан бөтөнләй ҡурҡмайһыңмы әллә? Һиңә бит шундай уҡ яза бирелде. 41  Беҙ ғәҙел хөкөм ителдек һәм эштәребеҙгә ҡарап тейешлеһен алабыҙ, ә был кеше бер насарлыҡ та ҡылмаған». 42  Шунан ул: «Ғайса, Батшалығыңа килгәс, мине иҫеңә төшөр», — тине. 43  Ғайса уға: «Бөгөн һиңә вәғәҙә итәм: һин минең менән ожмахта буласаҡһың», — тип яуапланы. 44  Көн урталары* булһа ла, бөтә шул ерҙе* ҡараңғылыҡ баҫты, һәм сәғәт көндөҙгө өстәргә тиклем* шулай булды, 45  сөнки ҡояш яҡтыһы тоноҡланды. Ғибәҙәтханалағы шаршау урталай йыртылып китте. 46  Ғайса ҡысҡырып: «Атай, рухымды һинең ҡулыңа тапшырам», — тине. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, ул үлде. 47  Йөҙ башы, быларҙы күреп: «Был кеше ысынлап та тәҡүә булған», — тип Алланы данлай башланы. 48  Был тамашаны ҡарарға йыйылған халыҡ, нимә булғанын күргәс, күкрәктәренә һуға-һуға өйҙәренә таралышты. 49  Ә Ғайсаны белгән бөтә кеше алыҫтараҡ баҫып тора ине. Ғәлиләйәнән уға эйәреп килгән ҡатындар ҙа был хәлдәрҙе күрҙе. 50  Унда Кәңәшмә ағзаһы булған Йософ исемле бер яҡшы, тәҡүә кеше бар ине. 51  (Ул Кәңәшмәнең ниәтен һәм эшен хупламағайны һәм үҙ тауышын бирмәгәйне.) Ул йәһүдтәр ҡалаһы Ариматайҙан ине һәм Алла Батшалығын көтөп йәшәй ине. 52  Был кеше Пилатҡа барып, Ғайсаның кәүҙәһен һорап алды. 53  Ул кәүҙәне төшөрөп, уны юғары сифатлы етен туҡымаға төрҙө лә ҡаяла уйып яһалған һәм әле бер кем дә һалынмаған ҡәбергә һалды. 54  Ул көн Шәмбегә әҙерләнеү көнө* ине, тиҙҙән Шәмбе көнө башланырға тейеш ине. 55  Ғайса менән Ғәлиләйәнән килгән ҡатындар ҙа ҡәбер янына барҙы. Улар ҡәберҙе күрергә һәм кәүҙәне ҡәбергә нисек һалғандарын ҡарарға теләй ине. 56  Шунан улар хуш еҫле үләндәр һәм майҙар әҙерләр өсөн ҡайтып киттеләр, ә Шәмбе көнө, Ҡанун буйынса, ял иттеләр.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «цезарға».
Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
Йәки «уны бағанаға ҡаҙаҡлап үлтереүҙе».
Һүҙмә-һүҙ «алтынсы сәғәт тирәһе (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Һүҙмә-һүҙ «бөтә ерҙе».
Һүҙмә-һүҙ «туғыҙынсы сәғәткә тиклем (ҡояш сыҡҡандан алып)»