Марк яҙған 15:1—47

  • Ғайса Пилат алдында (1—15)

  • Ғайсаны мәсхәрәләйҙәр (16—20)

  • Ғайсаны Голгофала бағанаға ҡаҙаҡлайҙар (21—32)

  • Ғайсаның үлеүе (33—41)

  • Ғайсаны ерләйҙәр (42—47)

15  Таң атыу менән бөтә Юғары кәңәшмә — өлкән руханиҙар, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре кәңәшләштеләр ҙә Ғайсаны бәйләп, Пилатҡа алып барып тапшырҙылар. 2  «Һин йәһүдтәр батшаһымы?» — тип һораны унан Пилат. Ғайса: «Һин быны үҙең әйтәһең», — тине. 3  Өлкән руханиҙар иһә Ғайсаны күп нәмәлә ғәйепләй ине. 4  Пилат унан тағы: «Әйтер һүҙең юҡмы ни? — тип һораны. — Ҡара, һине күпме нәмәлә ғәйепләйҙәр». 5  Ләкин Ғайса бүтән бер нәмә лә әйтмәне. Пилат быға бик ныҡ ғәжәпләнде. 6  Ҡотҡарылыу байрамы айҡанлы Пилат, ғәҙәттә, халыҡ һораған бер тотҡондо азат итә торғайны. 7  Ул ваҡытта төрмәлә Бараб исемле кеше бар ине. Ул унда фетнә ваҡытында кеше үлтергән башҡа фетнәселәр менән бергә ултыра ине. 8  Халыҡ йыйылып, Пилаттан шул ғәҙәте буйынса эш итеүен һорай башланы. 9  Пилат уларға: «Теләйһегеҙме, һеҙгә йәһүдтәр батшаһын азат итәм?» — тине. 10  Сөнки ул өлкән руханиҙарҙың Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биргәндәрен белә ине. 11  Әммә өлкән руханиҙар халыҡты Ғайса урынына Барабтың иреккә сығарылыуын һорарға ҡотортоп ҡуйғайны. 12  Пилат: «Ә һеҙ йәһүдтәр батшаһы тип атаған кешене нимә эшләтәйем?» — тип һораны. 13  «Уны бағанаға ҡаҙаҡла!» — тип ҡысҡырҙы халыҡ. 14  «Нимә өсөн? Ул ниндәй яуызлыҡ ҡылды?» — тип һораны Пилат. Әммә улар: «Уны бағанаға ҡаҙаҡла!» — тип тағы ла нығыраҡ ҡысҡырырға тотондо. 15  Шунда Пилат, халыҡҡа ярарға теләп, Барабты азат итте, ә Ғайсаны ҡамсыларға, шунан һуң бағанаға ҡаҙаҡлап үлтерергә ҡушты. 16  Ғәскәриҙәр Ғайсаны идарасы һарайындағы ишек алдына алып китте һәм унда бөтә ғәскәри төркөмдө саҡырҙы. 17  Улар Ғайсаға ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ябынса* кейҙерҙе, сәнскәк үҫемлектәрҙән таж үреп, башына һалды ла: 18  «Йәшәһен йәһүдтәр батшаһы!» — тип ҡысҡыра башланы. 19  Улар ҡат-ҡат уның башына таяҡ менән һуҡтылар, уға төкөрҙөләр һәм алдына тубыҡланып, уға баш эйҙеләр. 20  Шулай мыҫҡыллағандан һуң, улар Ғайсаның өҫтөндәге ҡуйы ҡыҙыл ябынсаны сисеп, үҙенең кейемен кейҙерҙеләр ҙә бағанаға ҡаҙаҡларға тип алып киттеләр. 21  Улар ауылдан килә ятҡан Шимун исемле бер Кирини кешеһен (Искәндәр менән Руфтың атаһын) Ғайсаның яфаланыу бағанаһын* күтәреп барырға мәжбүр итте. 22  Ғайсаны Голго́фа, йәғни тәржемәлә «Баш һөйәге» тип аталған урынға алып килделәр. 23  Унда уға ми́рра* ҡатыш шарап бирҙеләр, әммә ул эсмәне. 24  Ғәскәриҙәр Ғайсаны бағанаға ҡаҙаҡланы, шунан, кемгә нимә тейерен хәл итер өсөн йәрәбә һалып, уның өҫ кейемен бүлешеп алдылар. 25  Уны бағанаға ҡаҙаҡлағанда, сәғәт иртәнге туғыҙҙар* тирәһе ине. 26  Ғәйебен күрһәткән яҙыуҙа «Йәһүдтәр батшаһы» тип яҙылғайны. 27  Уның янында ике енәйәтсе бағанаға ҡаҙаҡлап ҡуйылған ине: береһе — уң яғында, икенсеһе — һул яғында. 28  ——* 29  Үтеп барыусы кешеләр, баштарын сайҡай-сайҡай, уны былай тип яманлай ине: «Эй һин, ғибәҙәтхананы емереп, уны өс көндә төҙөргә йыйыныусы, 30  үҙ-үҙеңде ҡотҡар — төш бағананан!» 31  Шулай уҡ ҡанун белгестәре менән өлкән руханиҙар ҙа былай тиеп Ғайсанан мыҫҡыллап көлә ине: «Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә үҙен ҡотҡара алмай! 32  Исраил батшаһы Мәсих хәҙер үк бағананан төшһөн, шунда беҙ быны күреп ышанырбыҙ». Хатта янында бағаналарға ҡаҙаҡланған енәйәтселәр ҙә уны яманлай ине. 33  Көн уртаһындараҡ* бөтә шул ерҙе* ҡараңғылыҡ баҫты һәм көндөҙгө өскә тиклем* дауам итте. 34  Сәғәт өстәр тирәһендә Ғайса: «Эли́, Эли́, лама́ сабахтани́?» — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был һүҙҙәр «Аллам, Аллам, нишләп мине ҡалдырҙың?» тип тәржемә ителә. 35  Быны ишеткәс, яҡында торғандарҙың ҡайһы берҙәре: «Ҡарағыҙ, Ильясты саҡыра», — тиеште. 36  Ә бер кеше йүгереп барып, губканы әсе шарапҡа манды ла таяҡ осона кейҙерҙе һәм Ғайсаға эсергә биреп: «Туҡтағыҙ әле! Ҡарайыҡ, Ильяс уны бағананан төшөрөргә килерме икән», — тине. 37  Ғайса ныҡ итеп ҡысҡырып ебәрҙе лә үлде. 38  Шунда ғибәҙәтханалағы шаршау өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып китте. 39  Ғайсаның ҡаршыһында торған йөҙ башы, уның үлгән сағында нимәләр булғанын күргәс: «Ул ысынлап та Алла Улы булған икән», — тине. 40  Был хәлдәрҙе йыраҡтан ғына ҡатындар ҙа күҙәтеп торҙо. Улар араһында Мағдалалы Мәрйәм, шулай уҡ Кесе Яҡуп менән Йосоптоң әсәһе Мәрйәм һәм Сәлимә бар ине. 41  Ғайса Ғәлиләйәлә булғанда, улар уға эйәреп, хеҙмәт күрһәтеп йөрөгәйне. Уларҙан башҡа уның менән Йәрүсәлимгә килгән күп кенә бүтән ҡатындар ҙа бар ине. 42  Кис етеп килә ине. Был Шәмбегә әҙерләнеү көнө*, йәғни шәмбе алдындағы көн булғанға, 43  Кәңәшмәнең хөрмәтле ағзаһы, Ариматайҙан Йософ — ул да Алла Батшалығын көтөп йәшәй ине — Пилатҡа барырға баҙнат итеп, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. 44  Пилат Ғайсаның инде үлгәненә аптыраны һәм йөҙ башын саҡырып, был ысынлап та шулаймы, тип һораны. 45  Йөҙ башы быны раҫлағас, Пилат Ғайсаның кәүҙәһен Йософҡа бирҙе. 46  Йософ юғары сифатлы етен туҡыма һатып алды ла кәүҙәне бағананан төшөрөп, шул туҡымаға ураны һәм ҡаяла уйып яһалған ҡәбергә һалды. Шунан бер таш тәгәрәтеп килтереп, ҡәбер ауыҙына терәп китте. 47  Ә Мағдалалы Мәрйәм һәм Йосоптоң әсәһе Мәрйәм Ғайсаны ерләгән урынға ҡарап тороп ҡалды.

Төшөрмәләр

Йәғни накидка.
Мирраның иҫ-аҡылды томаландыра торған йоғонтоһо булған.
Һүҙмә-һүҙ «өсөнсө сәғәт (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
Һүҙмә-һүҙ «алтынсы сәғәттә (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Һүҙмә-һүҙ «бөтә ерҙе».
Һүҙмә-һүҙ «туғыҙынсы сәғәткә тиклем (ҡояш сыҡҡандан алып)».