Матфай яҙған 18:1—35

  • Батшалыҡта кем иң бөйөгө? (1—6)

  • Кешеләрҙе гонаһҡа этәргән нәмәләр (7—11)

  • Юғалған һарыҡ тураһында миҫал (12—14)

  • Ҡәрҙәште дөрөҫ юлға ҡайтарыу (15—20)

  • Кисерергә теләмәгән ҡол тураһында ғибрәтле хикәйә (21—35)

18  Шунан Ғайса янына шәкерттәре килеп: «Күктәр Батшалығында кем иң бөйөгө?» — тип һораны. 2  Ғайса бер баланы саҡырып алды ла уны уларҙың уртаһына баҫтырып, 3  былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ үҙгәреп, балалар кеүек булып китмәһәгеҙ, күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ. 4  Шуға күрә кем, ошо бала кеүек, үҙен кесе итеп тота, шул күктәр Батшалығында иң бөйөгө була. 5  Кем шундай баланы минең хаҡҡа* ҡабул итә, шул мине лә ҡабул итә. 6  Ә кем миңә ышанған ошо ябай кешеләрҙең* берәүһен имандан яҙҙырһа*, шул кешене, муйынына ҙур тирмән ташы аҫып, асыҡ диңгеҙгә батырһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. 7  Ҡайғы был донъяға, сөнки ул кешеләрҙе гонаһҡа этәрә*! Әлбиттә, кешеләрҙе гонаһҡа этәргән нәмәләр килеп сығып торор, әммә улар кем арҡаһында килеп сыға, шул кешегә ҡайғы! 8  Әгәр ҡулың йә аяғың һине гонаһҡа тартһа, уны сабып ырғыт. Ике ҡул йә ике аяҡ менән мәңгелек утҡа ырғытылыуға ҡарағанда, бер ҡуллы йә бер аяҡлы килеш тормошҡа өлгәшеүең хәйерлерәк. 9  Әгәр күҙең һине гонаһҡа тартһа, уны умырып алып ташла. Ике күҙ менән утлы Гәһәннәгә* ырғытылыуға ҡарағанда, бер күҙле килеш тормошҡа өлгәшеүең хәйерлерәк. 10  Ҡарағыҙ уны, был ябай кешеләрҙең береһенә лә түбәнһетеп ҡарамағыҙ, сөнки һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре күктәге Атайымдың йөҙөн һәр ваҡыт күреп тора. 11  ——* 12  Нисек уйлайһығыҙ, бер кешенең 100 һарығы булып, уларҙың береһе аҙашһа, ул 99 һарығын тауҙарҙа ҡалдырып, юғалғанын эҙләп китмәҫме ни? 13  Уны тапһа, ысын әйтәм: теге юғалмаған 99 һарығына ҡарағанда, табылғанына нығыраҡ ҡыуаныр. 14  Тап шулай уҡ, минең күктәге Атайым да* был ябай кешеләрҙең береһенең дә һәләк булыуын теләмәй. 15  Әгәр ҡәрҙәшең һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, барып, ғәйебен үҙенә генә әйт*. Ул һине тыңлаһа, ҡәрҙәшеңде дөрөҫ юлға ҡайтарған булырһың. 16  Тыңламаһа инде, эш ике йә өс шаһиттың һүҙҙәре менән раҫланһын өсөн, үҙең менән бер йә ике кешене алып бар. 17  Уларҙы ла тыңламаһа, йыйылышҡа әйт. Ә инде йыйылышты ла тыңламаһа, ул һинең өсөн башҡа халыҡ кешеһе йәки һалым йыйыусы кеүек булһын. 18  Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ ерҙә япҡан бөтә нәмә күктә инде ябылған* булыр һәм һеҙ ерҙә асҡан бөтә нәмә күктә инде асылған* булыр. 19  Һеҙгә тағы шуны әйтәм: ерҙә һеҙҙең икәүегеҙ берәй мөһим нәмә хаҡында доға ҡылырға һөйләшһә, күктәге Атайым улар өсөн быны эшләр. 20  Сөнки ике йә өс кеше минең исемем хаҡына йыйылһа, мин дә улар араһында булам». 21  Шунан һуң уның янына Петер килеп: «Хужам, әгәр ҡәрҙәшем миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, мин уны нисә тапҡыр кисерергә тейешмен? Ете тапҡырмы?» — тип һораны. 22  Ғайса былай тип яуапланы: «Юҡ, ете тапҡыр түгел, ә 77 тапҡыр*. 23  Шуның өсөн күктәр Батшалығын бына нимә менән сағыштырып була: бер батша үҙ хеҙмәтселәренә бурыстарын ҡайтарырға ҡушҡан. 24  Ул бурыстарын йыя башлағас, уға 10 000 талант* тейеш булған кешене килтергәндәр. 25  Әммә түләрлек аҡсаһы булмағанға, батша уның үҙен, ҡатынын һәм балаларын, шулай уҡ бөтә мал-мөлкәтен һатып, бурысын түләргә бойорған. 26  Шунда хеҙмәтсе батша алдына тубыҡланып: „Көтөп торсо әҙерәк, мин һиңә барыһын да ҡайтарырмын“, — тип ялына башлаған. 27  Батша, хеҙмәтсеһен йәлләп, бурысын кисергән дә уны сығарып ебәргән. 28  Ләкин был хеҙмәтсе, батшанан киткәс, үҙенә 100 динар* бурыслы булған башҡа хеҙмәтсене эҙләп тапҡан да уны тотоп алып: „Миңә бөтә бурысыңды түлә“, — тип быуа башлаған. 29  Шунда тегеһе тубыҡланып: „Әҙерәк көтөп торсо, мин һиңә барыһын да ҡайтарырмын“, — тип ялына башлаған. 30  Әммә беренсе хеҙмәтсе көтөргә теләмәгән һәм уны төрмәгә ябып, бурысын ҡайтарғансы, шунда тоторға ҡушҡан. 31  Быны күргәс, башҡа хеҙмәтселәр бик көйөнгән. Улар барып, бөтәһен дә батшаға һөйләп биргән. 32  Шунда батша теге хеҙмәтсене саҡырып алған да былай тигән: „Яуыз хеҙмәтсе! Һин миңә инәлгәндә, мин һиңә бөтә бурысыңды кисерҙем. 33  Мин һиңә мәрхәмәт күрһәткән кеүек, һин дә иптәшеңә мәрхәмәт күрһәтергә тейеш түгел инеңме ни?“ 34  Асыуы сыҡҡан батша уны төрмәгә ташларға һәм, бөтә бурысын түләп бөтөргәнсе, шунда тоторға ҡушҡан. 35  Шуның шикелле, әгәр ҡәрҙәштәрегеҙҙе ысын күңелдән кисермәһәгеҙ, күктәге Атайым да һеҙҙең менән шулай эш итер».

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «исемем хаҡына».
Һүҙмә-һүҙ «ошо кеселәрҙең».
Һүҙмә-һүҙ «абындырһа».
Һүҙмә-һүҙ «абыныу таштары арҡаһында».
Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
Йә, бәлки, «Атайығыҙ ҙа».
Һүҙмә-һүҙ «уны фаш ит».
Һүҙмә-һүҙ «бәйләгән... бәйләнгән».
Һүҙмә-һүҙ «сискән... сиселгән».
Һүҙмә-һүҙ «етмеш тапҡыр етешәр».
10 000 талант көмөш 60 000 000 динарға тиң.
Бер динар бер көнлөк эш хаҡына тиң булған. Тимәк, 100 динар йыллыҡ эш хаҡының яҡынса өстән бер өлөшөн тәшкил иткән.