«МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО ҺӘМ ХЕҘМӘТЕ». ЭШ ДӘФТӘРЕ Август 2016
Инеш һүҙҙәр
«Изге Яҙма нисек һаҡланып ҡалған?» һәм «Алланы тыңла һәм мәңге йәшә» тигән брошюраларҙы тәҡдим итеү өсөн инеш һүҙҙәр. Ошо миҫалдарҙы ҡулланып, үҙегеҙҙең инеш һүҙҙәрегеҙҙе уйлап сығарығыҙ.
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Аллаһы Тәғәләнең йәшерен урынында ҡал
Йәһүәнең йәшерен урыны нимә ул һәм унда нисек яҡлау табып була? (Зәбур 91)
МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Өйрәнеүселәргә бағышланыуға һәм һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итәбеҙ.
Ни өсөн мәсихселәр өсөн бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу бик мөһим? Өйрәнеүселәргә был рухи маҡсаттарға ирешергә беҙ нисек ярҙам итә алабыҙ?
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Оло йәштә лә рухи яҡтан әүҙем булып ҡал
92-се мәҙхиәнән күренеүенсә, тәҡүәләр, оло йәштә булһалар ҙа, рухи емештәр килтерә ала.
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Йәһүә беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай
103-сө мәҙхиәлә Дауыт, Йәһүәнең ни ҡәҙәр шәфҡәтле булыуын күрһәтер өсөн, сағыштырыуҙар ҡулланған.
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
«Йәһүәгә рәхмәттәр белдерегеҙ»
106-сы мәҙхиә йөрәгебеҙҙә Йәһүәгә рәхмәт тойғоһо үҫтерергә һәм уны һаҡлап ҡалырға кәрәклеген иҫебеҙгә төшөрә.
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
«Йәһүәгә нимә ҡайтарайым?»
Мәҙхиә йырлаусы нисек итеп Йәһүәгә рәхмәтен белдерергә булған?(Зәбур 116)
МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Хәҡиҡәткә өйрәтегеҙ
Яңы инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып, кешеләргә Изге Яҙмалағы берәй төп хәҡиҡәтте күрһәт.
МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Сентябрь айында үтәсәк «Һеҙ ҡайҙан йыуаныс таба алаһығыҙ?» тигән брошюраны таратыу буйынса махсус кампания
Был брошюра йыуатыу темаһына бағышланған. Унда шулай уҡ Алланың беҙгә йыуаныс биреүенә иғтибар ителә.