Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Социаль селтәрҙәр. Тоҙаҡтарҙан һаҡлан

Социаль селтәрҙәр. Тоҙаҡтарҙан һаҡлан

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Һәр төрлө яйланма шикелле, социаль селтәрҙәр файҙа килтерә алһа ла, зыян килтерергә лә мөмкин. Ҡайһы бер мәсихселәр уларҙы бөтөнләй ҡулланмаҫҡа була. Башҡа мәсихселәр социаль селтәрҙәрҙе туғандары һәм дуҫтары менән аралашыр өсөн ҡуллана. Нисек кенә булмаһын, Шайтан беҙҙең социаль селтәрҙәрҙе аҡылһыҙ ҡулланыуыбыҙҙы теләй, ә был беҙҙең абруйыбыҙға һәм Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға зыян килтерер ине. Беҙ, Ғайса кеүек, Изге Яҙманың принциптарын ҡулланып, тоҙаҡтарҙы алдан күрә һәм уларҙы урап үтә алабыҙ (Лк 4:4, 8, 12).

НИНДӘЙ ТОҘАҠТАРҘАН ҺАҠЛАНЫРҒА КӘРӘК?

  • Сиктән тыш күп ваҡыт сарыф итеү. Социаль селтәрҙәрҙә сәғәттәр буйы ултырыу рухи эштәргә бағышлана алған ҡиммәтле ваҡытты урлай.

    Изге Яҙмалағы принциптар: Еф 5:15, 16; Фп 1:10

  • Шикле материал ҡарау. Әҙәпһеҙ рәсемдәр ҡарау порнография менән мауығып китеүгә йә әхлаҡһыҙлыҡҡа этәрергә мөмкин. Мөртәттәрҙең сайттарын һәм блогтарын уҡыу иманыбыҙға зыян килтерә ала.

    Изге Яҙмалағы принциптар: Мт 5:28; Фп 4:8

  • Урынһыҙ комментарийҙар яҙыу йә урынһыҙ фото менән бүлешеү. Мәкерле йөрәк кешене социаль селтәрҙәрҙә урынһыҙ комментарийҙар яҙырға йә фото менән бүлешергә этәрергә мөмкин. Был берәй кемдең исеменә тап төшөрөргә йә рухи яҡтан абындырырға мөмкин.

    Изге Яҙмалағы принциптар: Рм 14:13; Еф 4:29

«СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘР АУҒА ӘЙЛӘНМӘҺЕН» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ АҪТА КҮРҺӘТЕЛГӘН ТОҘАҠТАРҘАН НИСЕК ҺАҠЛАНЫП БУЛА ИКӘНЕ ХАҠЫНДА УЙЛАН: