МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Интернетта һин кем менән дуҫлашаһың?
Дуҫлыҡ — яратыуға һәм хөрмәткә нигеҙләнгән мөнәсәбәт. Мәҫәлән, Дауыт, Ғәлиәфте еңгәндән һуң, Йонафан менән бик ныҡ дуҫлашҡан (1См 18:1). Улар бер-береһенең яҡшы сифаттарын ҡәҙерләгән. Шуға күрә кешене яҡшыраҡ белгән һайын дуҫлыҡ нығына бара. Әлбиттә, бының өсөн ваҡыт һәм тырышлыҡ талап ителә. Әммә социаль селтәрҙәрҙә кешеләр, клавиатураның бер генә төймәһенә баҫып, «дуҫ» булып китә ала. Интернетта алдан уҡ һөйләшеүҙе планлаштырыу һәм кешелә үҙең теләгән тәьҫорат тыуҙырыу мөмкинлеге булғанға, ысынында ниндәй кеше булғаныңды йәшереүе ауыр түгел. Шуға күрә, интернетта дуҫтар һайлауға килгәндә, ҡағиҙәләр урынлаштырыу яҡшы булыр ине. Таныш булмаған кеше дуҫлашырға тәҡдим итһә, уның күңелен ҡыймайым, тип тәҡдимен иғтибарһыҙ ҡалдырырға йә унан бөтөнләй баш тартырға ҡурҡма. Ҡайһы берәүҙәр, осрай алған ҡурҡыныстарҙы иҫәпкә алып, социаль селтәрҙәргә бөтөнләй инмәҫкә ҡарар иткән. Шулай ҙа һин социаль селтәрҙәр менән ҡулланырға булһаң, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?
«СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘР АУҒА ӘЙЛӘНМӘҺЕН» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Интернетҡа фотолар һалыр алдынан һәм унда комментарийҙар яҙыр алдынан нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?
-
Ни өсөн интернетта дуҫтар һайлағанда һаҡ булырға кәрәк?
-
Ни өсөн социаль селтәрҙәрҙә үткәргән ваҡытты сикләргә кәрәк? (Еф 5:15, 16).