Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Ҡунаҡтарҙы ихлас күңелдән ҡабул итәбеҙ

Ҡунаҡтарҙы ихлас күңелдән ҡабул итәбеҙ

23 мартта үтәсәк Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә 12 миллион йә күберәк кеше киләсәк тип өмөтләнәбеҙ. Йәһүәнең бүләге — йолом ҡорбаны һәм кешелекте киләсәктә көткән фатихалар тураһындағы телмәрҙе тыңлап, улар иҫ киткес шаһитлыҡ аласаҡ (Иш 11:6—9; 35:5, 6; 65:21—23; Ях 3:16). Әммә был мөһим ваҡиға ваҡытында докладсынан башҡа беҙҙең дә шаһитлыҡ биреү мөмкинлеге буласаҡ. Һәр беребеҙ ихлас күңелдән ҡунаҡтарҙы ҡабул итә аласаҡ (Рм 15:7). Бер нисә кәңәшкә иғтибар итәйек.

  • Программаның башланыуын көтөп ултырыр урынына ҡунаҡтарҙы һәм актив булмағандарҙы, йылы сәләмләп, асыҡ йөҙ менән ҡаршы ал

  • Әлбиттә, һин үҙең саҡырған кешеләргә айырыуса иғтибарлы булырһың, ләкин кампания ваҡытында таратылған саҡырыу буйынса килгән кешеләр хаҡында ла онотма. Яңы кешегә, Изге Яҙманан уҡылғанды бергә күҙәтеп барыр өсөн һәм бергә йырҙар йырлар өсөн, яныңа ултырырға тәҡдим ит

  • Телмәрҙән һуң кешенән, һорауҙарығыҙ бармы, тип һора. Залды икенсе йыйылыш өсөн тиҙерәк бушатырға талап ителһә, кеше менән яҡын арала осрашырға һөйләш. Уның менән бәйләнешкә инеү өсөн бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмаһа: «Һеҙгә программа оҡшанымы? Һеҙҙең менән берәй нисек бәйләнешкә инеп буламы?» — тип һорап була