Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Үтә ауыр булып күренгән йөкләмә Йәһүәнең изге рухы ярҙамында башҡарылған

Үтә ауыр булып күренгән йөкләмә Йәһүәнең изге рухы ярҙамында башҡарылған

Тарих дауамында Йәһүәнең хеҙмәтселәре бик ауыр проекттар башҡарған. Улар барыһын да үҙҙәренең таланттары йә һәләттәре менән түгел, ә Йәһүәнең ярҙамы менән тормошҡа ашырған. 1954 йылда Йәһүәнең ойошмаһы «Яңы донъя йәмғиәтенең эшмәкәрлеге» тигән фильм сығарҙы. Был проект өҫтөндә вефилселәр эшләгән, һәм уларҙың фильм төшөрөүҙә һис ниндәй тәжрибәһе булмаған. Был үтә ауыр йөкләмә бары тик Йәһүәнең изге рухы ярҙамында ғына үтәлгән. Был осраҡ шуны күрһәтә: Йәһүәнең ярҙамына таянһаҡ, һәр ҡайһы йөкләмәне үтәй алырбыҙ (Зх 4:6).

«„ЯҢЫ ДОНЪЯ ЙӘМҒИӘТЕНЕҢ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ“ ТИГӘН ФИЛЬМДЫҢ ТӨШӨРӨЛӨҮЕ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Ни өсөн Йәһүә шаһиттарының бөтә донъя баш идаралығы хаҡында фильм төшөрөргә ҡарар ителгән?

  • Вефилдең бер организм һымаҡ эш иткәне нимәнән күренә? (1Кр 12:14—20).

  • Фильм төшөрөлгән саҡта ниндәй ауырлыҡтар тыуған һәм ҡәрҙәштәр уларҙы нисек хәл иткән?

  • Был видеояҙманан Йәһүәнең изге рухы тураһында нимә белдең?