АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Тәҡүә кеше бай булмаҫҡа ла мөмкин
Алла яуыздарҙы байлыҡтарынан мәхрүм итә, тип әйткәндә, Сәфәрҙең тел төбөндә, Әйүп тә ниндәйҙер гонаһ ҡылған, тигән фекер ятҡан (Әп 20:5, 10, 15).
Әйүп иһә: «Улайһа, ни өсөн яуыздар ҡайғы белмәй йәшәй һуң?» — тип ҡаршы төшкән (Әп 21:7—9).
Ғайсаның миҫалынан күренеүенсә, тәҡүә кеше бай булмаҫҡа ла мөмкин (Лк 9:58).
УЙЛАНЫР ӨСӨН ҺОРАУ: Алла хеҙмәтсеһе өсөн, ярлымы ул, баймы, нимә иң мөһиме? (Лк 12:21; w07-TAT 1/8 30 б., 12 абз.).