Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

30 декабрь 2024 йыл — 5 ғинуар 2025 йыл

ЗӘБУР 119—125 [120—126, ЯДТ]

30 декабрь 2024 йыл — 5 ғинуар 2025 йыл

144-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

Бабилдан ҡайтҡан исраилдар, Йәһүә уларҙың тырыш эштәрен фатихалағанын аңлап, шатланып иген ура

1. Улар күҙ йәше менән орлоҡ сәскән, әммә шатланышып уңыш урған

(10 мин.)

Хаҡ ғибәҙәтте торғоҙор өсөн, Йәһүә исраилдарға Бабилдан сығырға ярҙам иткән, һәм улар быға бик шат булған (Зәб 125:1—3 [126:1—3, ЯДТ]).

Йәһүҙиәгә ҡайтҡандар, бәлки, илағандыр, сөнки уларҙы ғәйәт күп эш көткән (Зәб 125:5 [126:5, ЯДТ]; w04-TAT 1/8 25 б., 10 абз.).

Халыҡ бирешмәгән, һәм Йәһүә уларҙы фатихалаған (Зәб 125:6 [126:6, ЯДТ]; w21.11 24 б., 17 абз.; w01-TAT 1/10 15 б., 13, 14 абз.; рәсемде ҡара).

УЙЛАНЫУ ӨСӨН ҺОРАУ: Армагеддондан һуң, ерҙе таҙартып, ожмахты тергеҙгән ваҡытта ниндәй ауырлыҡтар менән осрашыуыбыҙ ихтимал? Беҙ ниндәй фатихалар урырбыҙ?

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 123:2—5 [124:2—5, ЯДТ]. Йәһүә, исраилдарҙы физик яҡтан яҡлаған кеүек, беҙҙе лә шулай яҡлар тип көтә алабыҙмы? (cl-U 73 б., 15 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(3 мин.) ЙӘМӘҒӘТ УРЫНДАРЫНДА ВӘҒӘЗЛӘҮ (lmd 3-сө дәрес, 5-се пункт).

5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ

(4 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Үткән тапҡыр Изге Яҙманың дөрөҫлөгөнә шикләнгәне тураһында әйткән кеше менән һөйләшеү (lmd 9-сы дәрес, 5-се пункт).

6. Шәкерттәр әҙерләгеҙ

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

155-се йыр

7. Алланың вәғәҙәләренә шатланығыҙ

(15 мин.). Фекер алышыу.

Йәһүә Бабил ҡоллоғонда булған халҡына биргән вәғәҙәләрен үтәгән. Алла уларҙы азат иткән һәм рухи яҡтан һауыҡтырған (Иш 33:24). Ул, күрәһең, исраилдарҙы һәм уларҙың малдарын арыҫландарҙан һәм башҡа йыртҡыс хайуандарҙан яҡлаған. Был хайуандар ер 70 йыл дауамында ташландыҡ хәлдә булғанға күрә үрсеп киткән (Иш 65:25). Исраилдар, үҙ йорттарында йәшәп, йөҙөм баҡсаларының емештәрен ашай алған (Иш 65:21). Алла уларҙың эштәрен фатихалаған, һәм улар, бәхет-шатлыҡ кисереп, оҙаҡ ғүмер иткән (Иш 65:22, 23).

Waterfall: Maridav/stock.adobe.com; mountains: AndreyArmyagov/stock.adobe.com

«Алла вәғәҙә иткән тыныс киләсәкте көтәбеҙ (өҙөк)» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан тыңлаусыларыңдан һора:

  • Был пәйғәмбәрлектәр бөгөн нисек үтәлә?

  • Яңы донъяла улар тағы ла ҙурыраҡ масштабта нисек үтәләсәк?

  • Ниндәй пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлешен һеҙ нығыраҡ көтәһегеҙ?

8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 58-се йыр һәм доға