Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ӘСФИРӘ 1—5

Әсфирә Алла халҡын яҡлаған

Әсфирә Алла халҡын яҡлаған

Алла халҡын яҡлап, Әсфирә иҫ киткес иман һәм батырсылыҡ күрһәткән

  • Батша янына саҡырылмаған көйө килгән кешегә үлем язаһы янаған. Батша Әсфирәне үҙенең янына 30 көн саҡырмаған.

  • Ксеркс I тип иҫәпләнгән Ахашверош батша ҡанһыҙлығы менән билдәле булған. Бер ваҡыт батша бер егетте урталай ярырға ла, башҡаларҙы ҡурҡытыр өсөн, тәнен асыҡ урынға һалырға ҡушҡан. Ул шулай уҡ Вәшти батшабикәне, буйһонорға теләмәгәне өсөн, батшалыҡ дәрәжәһенән мәхрүм иткән.

  • Әсфирәгә үҙенең йәһүд булыуын асырға һәм батшаны беренсе кәңәшсеһенең алдаҡсы булыуына ышандырырға кәрәк булған.