МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Һәр кемгә вәғәзләр өсөн ойошторолғанбыҙ
Ихтыяры үтәлһен өсөн, Йәһүә, боронғо заманда израилдәрҙе ойошторған кеүек, бөгөн дә үҙ халҡын ойоштора. Бөтә донъя буйынса филиалдар, райондар, йыйылыштар, вәғәз төркөмдәре һөйөнөслө хәбәрҙе мөмкин тиклем яҡшыраҡ таратыр өсөн булдырылған. Беҙ барыһына ла, шул иҫәптән башҡа телдә һөйләшкән кешеләргә лә вәғәзләйбеҙ (Ас 14:6, 7).
Сит телдә һөйләшкән кешегә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләр өсөн, һин уның телен өйрәнеү хаҡында уйлағаның бармы? Башҡа телде өйрәнергә ваҡытың булмаһа, JW Language тигән ҡушымтаны ҡулланып, ябай инеш һүҙҙәр өйрәнеп була. Уларҙы вәғәздә ҡулланып ҡарап, һин шатлыҡ кисерерһең. Беренсе быуатта йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ ҙә, сит ил кешеләренә «Алланың бөйөк эштәре тураһында» уларҙың туған телендә һөйләгәндә, тап шундай уҡ хистәр кисергән (Ғм 2:7—11).
«ЙӘҺҮӘНЕҢ ДУҪЫ БУЛ. СИТ ИЛ КЕШЕЛӘРЕНӘ ВӘҒӘЗЛӘ» ТИГӘН ЙӘНҺҮРӘТТЕ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
JW Language тигән ҡушымта һиңә ҡайһы осраҡтарҙа ярҙам итә ала?
-
Уның ҡайһы бер үҙенсәлектәрен әйтеп кит.
-
Һин йәшәгән территорияла кешеләр ниндәй телдәрҙә һөйләшә?
-
Батшалыҡ хәбәренә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кеше башҡа телдә һөйләшһә, һиңә нимә эшләргә кәрәк? (od-TAT 101 б., 39—41 абз.)