10-СЫ ҺОРАУ
Изге Яҙмаларҙа киләсәк тураһында нимә әйтелә?
«Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк».
Мәҙхиә 37:29
«Ер мәңге тора».
Вәғәзсе 1:4
«Ул үлемде мәңгегә юҡ итер, Аллаһы Тәғәлә Йәһүә бөтә кешеләрҙең күҙ йәштәрен һөртөр».
Ишағия 25:8
«Ул ваҡытта һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылыр, һаңғырауҙарҙың ҡолаҡтары ишетә башлар. Ул саҡта аҡһаҡ боландай һикерер, телһеҙҙең теле шатланып ҡысҡырыр. Сүлдә һыуҙар бәреп сығыр, ҡыу далаларҙа ташҡындар аға башлар».
Ишағия 35:5, 6
«Ул уларҙың һәр күҙ йәшен һөртәсәк, һәм үлем, ҡайғы, әсе тауыш, ауыртыу башҡа булмаясаҡ. Сөнки элеккеләр үтеп китте».
Асыш 21:4
«Кешеләр йорттар төҙөрҙәр һәм унда йәшәрҙәр, йөҙөм баҡсалары ултыртырҙар һәм уларҙың емештәрен ашарҙар. Улар өйҙәрен башҡа берәү йәшәһен тип төҙөмәйәсәк, йөҙөм ағастарын башҡа берәү ашаһын тип ултыртмаясаҡ. Минең халҡымдың көндәре ағастың көндәре кеүек буласаҡ, минең һайланғандарым үҙҙәре яһаған нәмәләрҙе тулыһынса ҡулланасаҡ».
Ишағия 65:21, 22