Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ ҺОРАУ

Алла тураһында белем алыр өсөн нимә эшләргә?

Алла тураһында белем алыр өсөн нимә эшләргә?

«Был Ҡанун китабында яҙылғандарҙың барыһын ентекләп үтәр өсөн, ундағы һүҙҙәр һинең телеңдән төшмәһен, уны көнө-төнө уҡып уйлан. Шул саҡ һинең юлың уңышлы булыр, һәм һин аҡыллылыҡ менән эш итерһең».

Йошуа 1:8

«Улар китап, хаҡ Алла Ҡанунын, ҡысҡырып уҡыуҙарын дауам итте, уны аныҡ итеп аңлатып, мәғәнәһен асыҡлап бирҙе. Шулай итеп улар халыҡҡа уҡылғанды аңларға ярҙам итте».

Нихами 8:8

«Яуыздарҙың кәңәшен тотмаған... кеше бәхетле. Ул Йәһүә ҡанунынан рәхәтлек табып, көнө-төнө уның ҡануны тураһында уйлана... Ни генә эшләһә лә, ул уңышҡа ирешер».

Мәҙхиә 1:1—3

«Филип арба янына йүгерҙе һәм яҡынлашҡас, хәбәштең Ишағия пәйғәмбәр төргәген уҡыуын ишетте. „Уҡығаныңды аңлайһыңмы?“ — тип һораны унан. Хәбәш түрәһе: „Әгәр берәйһе аңлатып бирмәһә, нисек аңлайым инде?“ — тине».

Илселәр 8:30, 31

«Уның күҙгә күренмәҫ сифаттары, йәғни мәңгелек ҡөҙрәте һәм илаһилығы, донъя яратылғандан бирле асыҡ күренеп тора, сөнки уларҙы ул булдырған нәмәләр аша белеп була. Шуға күрә ундай кешеләрҙең аҡланыр өсөн дәлилдәре юҡ».

Римлыларға 1:20

«Алға китешең һәр кемгә асыҡ күренеп торһон өсөн, бының барыһы тураһында уйлан, шулар менән мәшғүл бул».

1 Тимутегә 4:15

«Бер-беребеҙҙе мөхәббәт һәм игелекле эштәргә дәртләндерер өсөн, бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ. ...Бергә үткәргән осрашыуҙарыбыҙҙы ҡалдырмайыҡ».

Еврейҙарға 10:24, 25

«Әгәр ҡайһығыҙҙың да булһа аҡыллылығы етмәһә, уны һәр кемгә мул итеп, шелтәләмәйенсә биреүсе Алланан һораһын, һәм уға биреләсәк».

Яҡуп 1:5