Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

16-СЫ ҺОРАУ

Борсолоуҙарыбыҙҙы еңер өсөн нимә эшләргә?

Борсолоуҙарыбыҙҙы еңер өсөн нимә эшләргә?

«Үҙ йөгөңдө Йәһүәгә һал, һәм ул һиңә ярҙам итер. Тәҡүә кешегә ул бер ҡасан да йығылырға бирмәҫ».

Мәҙхиә 55:22

«Тырыш кешенең ниәттәре уңышҡа илтә, ә ашыҡ-бошоҡ эшләүсе һәр кем ярлы буласаҡ».

Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5

«Ҡурҡма, сөнки мин һинең менән. Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң. Мин һине нығытырмын, эйе, мин һиңә ярҙам итермен, Мин һине ғәҙел уң ҡулым менән тотоп торормон».

Ишағия 41:10

«Ҡайһығыҙ борсолоп ғүмерен бер терһәккә булһа ла оҙайта ала?»

Маттай 6:27

«Иртәгәһе көн өсөн һис тә ҡайғырмағыҙ, сөнки ул көндөң үҙ мәшәҡәттәре буласаҡ. Һәр көндөң үҙ ауырлыҡтары етерлек».

Маттай 6:34

«Нимә мөһимерәк, шуны айыра белегеҙ».

Филиппийҙарға 1:10

«Һис нәмә тураһында борсолмағыҙ, әммә теләһә ниндәй хәлдә рәхмәт уҡып, доға ҡылығыҙ һәм ялбарығыҙ, Аллаға үҙ үтенестәрегеҙҙе еткерегеҙ, һәм һәр ҡайһы аҡылдан өҫтөнөрәк тороусы Алла тыныслығы йөрәгегеҙҙе һәм аңығыҙҙы Мәсих Ғайса аша һаҡлаясаҡ».

Филиппийҙарға 4:6, 7