Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ ҺОРАУ

Изге Яҙмаларҙың төп темаһы ниндәй?

Изге Яҙмаларҙың төп темаһы ниндәй?

«Һинең менән ҡатын араһына, һинең тоҡомоң менән уның тоҡомо араһына дошманлыҡ һаласаҡмын. Ул һинең башыңды ярыр, һин иһә уны үксәһенән сағырһың».

Башланмыш 3:15

«Минең һүҙемде тыңлағаның өсөн, ерҙәге барлыҡ халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатиха аласаҡ».

Башланмыш 22:18

«Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә һинең ихтыярың үтәлһен».

Маттай 6:10

«Тыныслыҡ биреүсе Алла тиҙҙән Шайтанды аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк».

Римлыларға 16:20

«Алла үҙ Улына барыһын буйһондорғас, Улы ла үҙенә барыһын Буйһондороусыға буйһона башлаясаҡ, шулай итеп Алла бөтә кешеләр өсөн бөтә нәмә буласаҡ».

1 Көринттәргә 15:28

«Ибраһимға һәм уның тоҡомона [Мәсихкә] вәғәҙәләр бирелгән булған. [...] Ә инде Мәсихтеке булғанға, һеҙ — ысындан да Ибраһимдың тоҡомо».

Галаттарға 3:16, 29

«Хәҙер донъя өҫтөнән Раббыбыҙ һәм уның Мәсихе батшалыҡ итә, һәм Ул мәңге батша булып идара итәсәк!»

Асыш 11:15

«Шулай итеп был ҙур аждаһа — бөтә донъяны юлдан яҙҙырыусы Иблис һәм Шайтан тип аталған боронғо йылан — ергә ырғытылды; уның менән бергә уның фәрештәләре лә ырғытылды».

Асыш 12:9

«Ул аждаһаны, боронғо йыланды — Иблис Шайтанды тотоп алды ла, уны 1 000 йылға бығаулап ҡуйҙы».

Асыш 20:2