6-СЫ ҺОРАУ
Изге Яҙмаларҙа Мәсих тураһында ниндәй пәйғәмбәрлектәр яҙылған?
ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК
«Һин, Бәйтлеһем-Ефрафа... Һинән минең өсөн Исраилда идара итәсәк зат сығыр».
Михей 5:2
ҮТӘЛЕҮ
«Ғайса, Һируд батша идара иткәндә, Йәһүдиялағы Бәйтлеһем ҡалаһында тыуҙы. Шул көндәрҙә Иерусалимға көнсығыштан йондоҙсолар килделәр».
ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК
«Улар өҫ кейемемде үҙ-ара бүлешә, кейемем өсөн йәрәбә һала».
Мәҙхиә 22:18
ҮТӘЛЕҮ
«Ә ғәскәриҙәр, Ғайсаны бағанаға ҡаҙаҡлағас, уның өҫ кейемен алдылар ҙа, дүрткә бүлделәр... Улар уның эске кейемен дә алдылар, ул йөйһөҙ, бер бөтөн туҡыма ине. Шуға күрә улар: „Быны йыртмайыҡ, ә йәрәбә һалайыҡ, кемгә сығыр икән“, — тиештеләр».
ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК
«Ул уның бөтә һөйәктәрен һаҡлай, береһе лә һындырылманы».
Мәҙхиә 34:20
ҮТӘЛЕҮ
«Әммә Ғайса янына килгәс, уның инде үлгән булыуын күреп, аяҡтарын һындырманылар».
ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК
«Ул иһә беҙҙең ҡанунһыҙлығыбыҙ өсөн сәнселде».
Ишағия 53:5
ҮТӘЛЕҮ
«Ғәскәриҙәрҙең береһе һөңгө менән уның ҡабырғалары араһына сәнсте. Унан шунда уҡ ҡан ҡатыш һыу ағып сыҡты».
ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК
«Улар минең хаҡымды, 30 көмөш тәңкә түләнеләр».
Зәкәриә 11:12, 13
ҮТӘЛЕҮ
«Шунда ун ике шәкерттең береһе, Йәһүд Искариот исемлеһе, баш руханиҙар янына барып: „Әгәр мин һеҙгә уны һатһам, миңә нимә бирерһегеҙ?“ — тип һораны. Улар уға утыҙ көмөш тәңкә вәғәҙә иттеләр».