Алла Һүҙе менән тәүге танышыу
Изге Яҙмалар — Алланың кешеләр өсөн тәғәйенләнгән хаты, йәғни уның һүҙе. Унда бәхетле тормош алып барырға һәм Алла хуплауына эйә булырға ярҙам иткән кәңәштәр килтерелә. Шулай уҡ Изге Яҙмаларҙа бындай һорауҙарға яуаптар табып була:
КӘРӘКЛЕ ӨҘӨКТӨ ТАБЫР ӨСӨН ЯРҘАМ
Изге Яҙмалар китабы — 66 бәләкәй китаптан торған йыйынтыҡ. Ул ике өлөштән тора: Еврей-арамей Яҙмалары (Тәүрат, Зәбур һәм пәйғәмбәрҙәр китаптары) һәм Грек Яҙмалары (Инжил). Изге Яҙмаларҙы тәшкил иткән китаптарҙың күбеһе бүлектәргә һәм шиғырҙарға бүленгән. Изге Яҙмаларҙан берәй өҙөк килтерелгәндә, тәүҙә китаптың исеме, унан һуң бүлек менән шиғырҙың һаны килтерелә. Мәҫәлән, Башланмыш 1:1 тип яҙылһа, был өҙөк Башланмыш китабының 1-се бүлегенән, 1-се шиғырҙан алынған икәнен аңлата.