Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

13-СӨ БҮЛЕК

Тимуте кешеләргә ярҙам итергә теләгән

Тимуте кешеләргә ярҙам итергә теләгән

Тимуте йәш егет булған, һәм кешеләргә ярҙам итеү уға шатлыҡ килтергән. Ул башҡаларға ярҙам итер өсөн күп ерҙәргә сәйәхәт иткән. Шуға күрә уның тормошо бик ҡыҙыҡ булған. Һин бының тураһында тыңлағың киләме?—

Тимутенең әсәһе һәм өләсәһе уға Йәһүә тураһында белем биргән

Тимуте Листра тип аталған ҡалала үҫкән. Өләсәһе Лаисә һәм әсәһе Әүникә уға бала саҡтан уҡ Йәһүә тураһында белем биргән. Үҫкәс, Тимуте башҡаларға Йәһүә тураһында белем алырға ярҙам итергә теләгән.

Тимуте әле йәш булғанда, Паул уны үҙе менән башҡа ерҙәрҙә вәғәзләр өсөн сәйәхәт итергә саҡырған. Тимуте ризалашҡан. Ул башҡаларға барып ярҙам итергә әҙер булған.

Тимуте Паул менән Македонияла урынлашҡан Тессалуники тип аталған ҡалаға юл тотҡан. Унда барып етер өсөн улар оҙон араны йәйәү үтергә, унан һуң карапҡа ултырып барырға тейеш булғандар. Ахыр сиктә, ҡалаға килеп еткәс, улар күп кешеләргә Йәһүә тураһында белергә ярҙам иткәндәр. Әммә ҡайһы бер кешеләр уларға асыуланған һәм зыян килтерергә тырышҡан. Шуға күрә Паул менән Тимутегә был ҡаланан китергә һәм башҡа ерҙәрҙә вәғәзләргә тура килгән.

Тимутенең тормошо бәхетле булған

Бер нисә айҙан һуң Паул Тимутегә кире Тессалуникиға барып, ундағы ҡәрҙәштәрҙең хәлдәрен белергә ҡушҡан. Был ҡурҡыныс ҡалаға кире ҡайтыр өсөн батырлыҡ кәрәк булған! Әммә Тимуте ҡәрҙәштәре өсөн борсолған, шуға күрә унда барған. Ул Паулға яҡшы хәбәрҙәр алып ҡайтҡан. Тессалуникиҙағы ҡәрҙәштәрҙең хәлдәре бик яҡшы булған!

Тимуте Паул менән күп йылдар хеҙмәт иткән. Бер ваҡыт Паул йыйылыштарға ярҙамға ебәрер өсөн иң яҡшы кеше был Тимуте тип яҙған. Тимуте Йәһүәне һәм кешеләрҙе яратҡан.

Һин кешеләрҙе яратаһыңмы һәм уларға Йәһүә тураһында белергә ярҙам итергә теләйһеңме?— Шулай булһа, һин, Тимуте кеүек, бик бәхетле һәм ҡыҙыҡ тормош алып бара алаһың!

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ